Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Ишмөхәммәт Сәсән (1781-1878)

Ишмөхәммәт сәсән Мырҙаҡаев (1781—1878) хәҙерге Әбйәлил районы, элекке Тамъян-Ҡатай кантоны, Күбәләк-Тиләү волосы, Яңы Балапан ауылында тыуған, заманында йырсы, ҡурайсы, ҡобайырсы булып танылған. 1839 йылда Хиуа ханлығына ҡаршы ойошторолған хәрби поход ваҡытында Ырымбурҙың хәрби генерал-губернаторы В. А. Перовский янында йөрөгән ҡурайсы музыканттар төркөмөндә булған, уның тарафынан исемле ҡылыс менән бүләкләнгән. Ишмөхәммәт сәсән "Саңды үҙәк", "Малбай", "Бүзекәй кантон", "Юлтый ҡараҡ" кеүек тиҫтәләгән йырҙарҙың авторы.

Мөхәммәтша Буранғолов мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ишмөхәммәт сәсән Мырҙаҡаев — үҙенән алда йәшәгән сәсәндәрҙең ижади мираҫын һаҡлап килеүсе оҫта, боронғо ҡулъяҙмалар, шәжәрәләр туплау эше менән дан тотҡан әҙип.

Ғәбит сәсән уның хаҡында былай тип хәтерләгән:

"Мин күргәндә Ишмөхәммәт ҡурайсы 90 йәштәрҙә ине. Ул 97 йәшкә етеп үлде. Ете йыл буйына минең уның менән осрашып тормаған айым булмағандыр. Мин бер саҡта ла уның күңелһеҙ сағын күрмәнем. Уның янына барһаң, барлыҡ ҡайғың онотола ине. Ул осҡор һүҙле, тура әйтеүсән, уйынсан кеше ине. Ул үҙенең Аҡмәсет һуғышында Перовский менән бергә булыуын, унан бүләккә ҡылыс алып ҡайтыуын һөйләр, шул саҡтарҙан һаҡланып ҡалған кейемен күрһәтер ине, кейемдәрен миңә кейҙереп үҙенең йәш саҡтарын иҫкә алыр ине".

Ишмөхәммәт Мырҙаҡаев — Байыҡ сәсәнде күреп белгән, уның репертуарын үҙ күңелендә һаҡлап ҡалған сәсән. Үҙ сиратында атаҡлы Ғәбит сәсән уның шәкерте һанала.