Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Илгизәр Диҡҡәт (1967)

Бураҡаев Илгизәр Диҡҡәт улы (псевдонимы — Илгизәр Диҡҡәт) 1967 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы данлыҡлы ғалим-геолог ине, әсәһе Мәрйәм Бураҡаева — билдәле яҙыусы һәм педагог. Илгизәр 1984 йылда баш ҡаланың 20-се башҡорт мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Ике йыл хәрби хеҙмәттә булып ҡайта. 1992 йылда университетты тамамлағас, Күгәрсен районында уҡытыусы булып эшләй. Ейәнсура башҡорт гимназияһында "Тормош һабаҡтары"н уҡыта һәм директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Рәсәй Федерацияһы мәғариф институтының Башҡортостан филиалында, "Башҡортостан энциклопедияһы" ғилми нәшриәтендә, Башҡортостан яҙыусылар союзында идара рәйесе урынбаҫары булып эшләй. И. Д. Бураҡаев — "Тормош һабаҡтары" дәреслеге авторҙарының береһе.

Яҙыусының хикәйәттәре һәм мәҡәләләре республикабыҙҙың "Ағиҙел", "Ватандаш", "Шоңҡар" журналдарында һәм гәзиттәрҙә баҫылып тора. Уның әҫәрҙәре 2000 йылда "Күк бүреләре" тигән айырым китап булып нәшер ителде. Был хикәйәттәр башҡорт легендаларына һәм риүәйәттәренә нигеҙләнеп, тарихи факттарға таянып яҙылған. Уларҙың бөтөнөһөн дә бер фекер берләштерә: заман үҙгәрһә лә, халыҡ, милләт алдында әленән-әле тыуып торған проблемалар ҡала килә һәм һәр халыҡ уларҙы үҙенә генә хас милли үҙенсәлектәргә таянып хәл итә ала.