Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Һәҙиә Дәүләтшина (1905-1954)

Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшина 1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы (хәҙерге Куйбышев өлкәһе) Пугачев өйәҙенә ҡараған Хәсән ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1919 йылда тиф ауырыуынан атаһы үлеп киткәс, Һәҙиәнең тормошо тағы ла ауырлаша. Күп ваҡыты донъя мәшәҡәттәре, эш менән үтеүенә ҡарамаҫтан, тырыш һәм зирәк Һәҙиә оҫтабикәнең “ҡыҙҙар мәҙрәсәһе”нә йөрөп, бер ни тиклем һабаҡ өйрәнергә лә өлгөрә. Совет хөкүмәте яңы мәктәп астырып ебәргәс, Һәҙиә шул мәктәптә белем ала. Ә 1920 йылда инде уның үҙен — ун биш йәшлек ҡыҙҙы — шул тирәләге Диңгеҙбай ауылына уҡытыусы итеп ебәрәләр. Бында бер йыл уҡытҡандан һуң, Һәҙиә Һамар ҡалаһына килеп, яңы ғына ойошторолған татар-башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. 1922 йылда ире Ғөбәй Дәүләтшин менән Мәскәүгә күсеп китеү сәбәпле, уға техникумды тамамларға тура килмәй. Ваҡытлыса өҙөлөп торған уҡыуын ул 1924 йылда Өфөлә Башҡорт педагогия рабфагында дауам итә.

Ул 1927 йылдан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортонда тәрбиәсе-педагог булып эшләй башлай. 1932 йылда Мәскәүгә барып, китап нәшриәттәре өсөн редакторҙар әҙерләү институтына уҡырға инә. Ләкин институтты тамамламаҫтан уҡ уны Баймаҡ районының “Йылайыр” орлоҡсолоҡ совхозы гәзите редакцияһына әҙәби сотрудник итеп эшкә ебәрәләр, 1935 — 1937 йылдарҙа Һәҙиә Дәүләтшина — Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенткаһы.

Һәҙиә Дәүләтшина 1934 йылда СССР Яҙыусыларының Беренсе съезына делегат булып бара, унда М. Горький менән һөйләшә. 1936 йылда Минск ҡалаһында үткәрелгән СССР яҙыусыларының Өсөнсө пленумында ҡатнаша.

Һәҙиә Дәүләтшина 1937 йылда ғәйепһеҙгә хөкөм ителеп, оҙаҡ йылдар төрлө ауырлыҡтар һәм мохтажлыҡтар кисереүенә ҡарамаҫтан, Тыуған иленә, халҡына, булған ныҡлы ышанысын тамсы ла юғалтманы, кешелек намыҫына, яҙыусылыҡ бурысына һәр саҡ тоғро ҡалды.

1942 йылда Һәҙиә Дәүләтшина Башҡортостанға ҡайта һәм Бөрө ҡалаһында йәшәй башлай. Сәләмәтлегенең шаҡтай ҡаҡшауына ҡарамаҫтан, 1942 — 1952 йылдарҙа төрлө эш араларында “Ырғыҙ” романын яҙыу менән шөғөлләнә. Был романын яҙып бөтөр-бөтмәҫтән Һәҙиә Дәүләтшина 1954 йылда Бөрө ҡалаһында йөрәк һәм үпкә ауырыуынан үлеп китә.

Һәҙиә Дәүләтшинаның әҙәби ижад эше менән шөғөлләнә башлауы егерменсе йылдарҙың икенсе яртыһына тура килә. 1926 йылдың мартында “Башҡортостан йәштәре” гәзитендә уның “Һылыуҡай — пионерка” тигән тәүге хикәйәһе баҫылып сыға. Шунан һуң уның хикәйә һәм нәҫерҙәре гәзит биттәрендә һәм альманахтарҙа һирәкләп булһа ла күренгеләй башлай.

Һәҙиә Дәүләтшина ижадының активлашып китеүе утыҙынсы йылдар башына ҡарай. Был осорҙа ул ҙурыраҡ күләмле әҫәрҙәргә — повесть жанрына мөрәжәғәт итә. Шуның һөҙөмтәһе булып, 1931 йылда “Айбикә” тигән повесы, киләһе йылына “Башаҡтар тулҡыны” тигән повесы майҙанға килә. 1935 йылда уның “Хикәйәләр шәлкеме” исеме аҫтында һайланма әҫәрҙәренең тәүге китабы сыға.

Һәҙиә Дәүләтшинаның иң ҙур һәм иң күренекле әҫәре — “Ырғыҙ” романы. Әҫәрҙә башҡорт халҡының егерменсе быуат башындағы тормошо, тарихи үҫеш юлы ышандырырлыҡ художестволы образдар аша күҙ алдына килә.

“Ырғыҙ” романын Һ. Дәүләтшина ун йылдан артығыраҡ яҙа (1942 — 1952 йылдар.) Әммә был әҫәренең тәүге пландары, айырым варианттары 30-сы йылдарҙа уҡ барлыҡҡа килә. 1932 — 1937 йылдарҙа яҙылған “Ялҡынлы йылдар” тигән повесы ошо романдың башланғысы тип ҡаралырға хаҡлы.

“Ырғыҙ” романы 1957 йылда айырым китап булып баҫылып сыға, 1961 йылда романдың тулыраҡ икенсе баҫмаһы донъя күрә. Һәм шул уҡ йылда “Ырғыҙ” романы Мәскәүҙә рус телендә лә баҫыла.

1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшинаға ошо әҫәре өсөн Салауат Юлаев премияһы бирелде.

ҺӘҘИӘ ДӘҮЛӘТШИНА Үҙенең ижады һәм тормошо менән быуындарҙан быуындарға тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән Һәҙиә Дәүләтшина — башҡорт әҙәбиәтенең һәм башҡорт милләтенең оло ғорурлығы, халҡыбыҙҙың рухи көсөн, ҡеүәтен, яҡты талантын раҫлаусы күркәм шәхестәребеҙҙең береһе. Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — “Ырғыҙ” романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Билдәле рус яҙыусыһы Леонид Соболевтың Рәсәй Федерацияһы яҙыусыларының Беренсе съезында һөйләгән докладында (1958) ошо мәшһүр әҫәр хаҡында әйткән һүҙҙәрен бөгөн дә үҙебеҙгә иҫкәрмә итеп ҡарайыҡ. “Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романын белмәй тороп,— тине ул,— башҡорт халҡының тормошон аңлау мөмкин түгел”. Атаҡлы ҡаҙаҡ яҙыусыһы, Ҡаҙаҡстан Фәндәр академияһы академигы Сабит Моҡанов Һәҙиә Дөүләтшинаны үҙ ваҡытында Шәреҡ ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан беренсе талантлы романсы тип атаны һәм уның, үҙ яҙмышындағы ҙур ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, халыҡ тормошо тураһында монументаль роман тыуҙырыуын ысын мәғәнәһендә ижад батырлығы тип баһаланы. Сабит Моҡанов әйтеүенсә, “шуның менән яҙыусы үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡойоп ҡалдырҙы”. Ғәҙел һәм хаҡлы баһа. Әйткәндәй, һоҡланғыс ижады һәм бөтөн ғүмере менән үҙ халҡының рухи бейеклеген билдәләгән әҙиптәр тарихта айырыуса хөрмәткә лайыҡ. Һ. Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, М. Буранғол һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора. Уның яҡты исеме халҡыбыҙҙың йөрәк түрендә урын алды. Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшина 1905 йылдың 5 мартында (иҫке стиль менән 21 февралендә) Һамар губернаһы Николай өйәҙе Имел олосоноң (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында ярлы крәҫтиән Лотфулла Ильясов ғаиләһендә тыуған. Һәҙиә зирәк аҡыллы һәм теремек бала булып үҫә. Үҙенең бала сағын хәтерләгәндә, яҙыусы бәләкәйҙән өләсәһенең тылсымлы әкиәттәрен йотлоғоп тыңлауын айырыуса йылы хистәр менән иҫкә ала. “Ана әле миңә ете-һигеҙ йәш,— тип яҙа Һ. Дәүләтшина “Бәхет ҡошо” тигән әҫәрендә,— мин йыш ҡына әсәйемдең әсәһе — ҡартәсәйем янына барып йөрөйөм. Ул үҙенең туҡалаҡ балсыҡ өйөндә һуҡа башы кешеләргә ямау ямап, тамаҡ туйҙырырлыҡ эш эшләй... Уның ун биш йәштән бирелгән ирен, баяр имениеһына төшкән өсөн, әллә ни тиклем иптәштәре менән Себергә оҙатҡандар. Унан һуң уны өсөнсө бисәлеккә биргәндәр. Уның унда ҡағынды-һуғындыла ғүмере үткән. Бына ул ҡарсыҡ, яр башында япрағын ҡойоп яңғыҙ ултырған ҡарт өйәңке һымаҡ, бер үҙе зарланып йәшәй...” Бына ошо яңғыҙ ҡалған зарлы ҡарсыҡ ейәненә бәхет ҡошо Һомай тураһында таң ҡалдырырлыҡ яҡты хыялдар менән һуғарылған тылсымлы әкиәт һөйләй. “Һауала, күктең иң бейегендә, нисәмә мең йылдарҙан бирле Һомай ҡош тигән бер бәхет ҡошо йәшәй икән, ти. Ул донъяла бер генә ҡош та осоп менә алмаҫлыҡ бейектә оса икән. Уны бер генә кеше лә үҙ күҙе менән күрә алмай икән... Бына шул ҡоштоң үҙен түгел, күләгәһен генә ерҙә күреп ҡалған кеше лә сикһеҙ бәхетле булып йәшәй ти ҙә баһа”. Кескәй Һәҙиә лә, әлбиттә, бәхет ҡошо тураһында хыяллана. “Уны күргем, себешен тотоп яратҡым килә, бик бәхетле булғым, ҡартәсәйемде лә бик бәхетле, ҡайғыһыҙ иткем килә”,— ти ул. Илаһи бәхет ҡошо хаҡындағы хыялдар буласаҡ яҙыусының донъяға ҡарашына, уй-тойғоларына өр-яңы йүнәлеш бирә, уның күңелендә изгелек сатҡыларын тоҡандыра, яҡын кешеләренә ҡарата ярҙамсыл, мәрхәмәтле булыу теләген тыуҙыра. Әйтергә кәрәк, Һ. Дәүләтшина үҙенең был сифаттарына ғүмер буйы тоғро булып ҡала. Шуға күрә лә замандаштары уны, оло рухлы, ҙур талантлы яҙыусы булыу менән бергә, мөләйем, алсаҡ йөҙлө, сабыр, тыйнаҡ, тыныс тәбиғәтле, һылыуҙан һылыу башҡорт ҡатыны итеп хәтерләйҙәр. Һ. Дәүләтшина башта ауылдағы ҡыҙҙар мәҙрәсәһендә уҡый, ә инде Хәсән ауылының Янғол исемле байы балаларын уҡытыу өсөн ҡаланан мөғәллимә алдыртҡас, уның янына йөрөп, дәрестәр ала. Октябрь революцияһынан һуң ауылда асылған яңы мәктәптә уҡыуын дауам итә. Ошо осорҙа ул яҙма әҙәбиәт өлгөләре менән таныша, “Таһир-Зөһрә”, “Буҙъегет” һымаҡ төрки телендәге боронғо дастандарҙы, Ғ. Туҡай, М. Ғафури шиғырҙарын мауығып уҡый. 1919 йылда атаһы Лотфулла ағай тиф ауырыуынан донъя ҡуя. Әсәһе Гөлйәүһәр апай, Һәҙиәнән тыш, тағы ла өс бала менән ярҙамсыһыҙ тороп ҡала. “Мин, арала иң өлкәне һәм ул ваҡытта мәктәптең 1-се баҫҡысын тамамлаусы булараҡ, ғаиләнең башлығы һәм ҡараусыһы булырға тейеш инем”,— тип яҙа ул аҙаҡ. 1920 йылда, ун биш кенә йәшлек үҫмер көйөнсә, ошо уҡ Ырғыҙ буйындағы Диңгеҙбай ауылына уҡытыусы итеп ебәрелә. 1921 йылдың аҙағында, был төбәктә аҡтарҙың хәрәкәте көсәйеп китеү сәбәпле, урындағы совет органдарының тәҡдиме менән Һәҙиә, Һамар ҡалаһына китеп, башҡорт-татар педагогия техникумына уҡырға керә. Тиҙҙән, 1922 йылда, партия хеҙмәткәре, буласаҡ яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшингә кейәүгә сыға. Ғ. Дәүләтшинде Мәскәүгә, ә 1923 йылдың көҙөндә Өфөгә күсерәләр. Шул ваҡыттан башлап Дәүләтшиндәр ғаиләһе 1937 йылда аяуһыҙ репрессия ҡорбанына әйләнгәнгә тиклем Өфөлә, 1933 — 1935 йылдарҙа Баймаҡ районының БАССР-ҙың Х йыллығы исемендәге (хәҙерге Йылайыр) совхозында йәшәй. Ғөбәй Дәүләтшин, күп кенә юғары вазифалар, шул иҫәптән республиканың мәғариф министры бурысын атҡарып, ҙур дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре һәм бер үк ваҡытта башҡорт телен камил белгән талантлы яҙыусы булып таныла. Һәҙиә Дәүләтшина өсөн Өфөгә килеү бөтәһенән бигерәк башҡорт әҙәбиәте менән яҡындан танышыу, Д. Юлтый, А. Таһиров, М. Ғафури, Т. Йәнәби, Б. Ишемғол кеүек әҙиптәр менән аралашыу йәһәтенән ҙур әһәмиәт ҡаҙана. Ошо осорҙа ул, һаулығы насарайыуға ҡарамаҫтан, белем алыуын дауам итә: 1924 — 1925 йылдарҙа педагогия институты рабфагында уҡый, 1935 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына кереп, уның ике курсын бик яҡшы билдәләр менән тамамлай. 1936 йылда талибә Һ. Дәүләтшина Өфө ҡалаһы Ленин район Советына депутат, Советтарҙың ғәҙәттән тыш Х Бөтөн Башҡортостан съезына делегат итеп һайлана. Иң мөһиме, ул үҙенең белемен арттырыу өҫтөндә эҙмә-эҙле һәм ныҡышмалы эшләй, рус һәм классик әҙәбиәтте уҡый, ижад серҙәренә төшөнөргә, әҙәби оҫталыҡҡа өйрәнергә ынтыла, илһамланып яңынан-яңы әҫәрҙәр яҙа. Һәҙиә Дәүләтшинаның тәүге проза әҫәре — “Һылыуҡай — пионерка” тигән хикәйәһе 1926 йылда “Башҡортостан йәштәре” гәзитенең 12 март һанында донъя күрә. Ә 1930 йылда “Октябрь” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналында баҫылып сыҡҡан “Айбикә” повесы менән яҙыусы ҙур уңыш яулай. Әҫәр, ғөмүмән, бөтөн башҡорт әҙәбиәтенең мөһим бер ҡаҙанышы тип баһалана. Повесть, рус теленә тәржемә ителеп, 1936 йылда Өфөлә айырым китап булып нәшер ителә. “Айбикә” — колхозлашыу осоронда яңы тормош төҙөүҙә алғы сафҡа баҫҡан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының рухи үҫешен, күмәк, берҙәм хеҙмәтте, шул дәүер башҡорт ауылындағы ижтимағи яңырыу барышын, башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен тәрән һөйөү һәм инаныу тойғоһо менән поэтиклаштырыусы әҫәр. “Айбикә” повесында,— тип яҙҙы әҙәбиәт белгесе 5007 Марат Минһажетдинов яҙыусы үҙ заманының тормошсан мәсьәләләрен күтәреп сыға, уны йәнле образдар, бай һүрәтләү саралары менән хәл итә, замандаштарының образын кәүҙәләндереүгә, уларҙың рухи-әхлаҡи йөҙөн асыуға, дәүеренең һулышын биреүгә өлгәшә. Әҫәрҙәге тема, мотивтар замандың мөһим процестарына бәйләнгән. Повестың төп көсө тормош дөрөҫлөгөндә”. 1932 йылда, хәҙер инде колхоздарҙың хужалығын нығытыу, М. Минһажетдинов билдәләгәнсә, “яңы ауылдың яңы рухи-әхлаҡ йөҙөн, яңы психологияһын асыу”ҙы маҡсат итеп ҡуйған “Башаҡтар тулҡыны” исемле күләмле хикәйәһен яҙа. Шул уҡ йылда “Ялҡынлы йылдар” тигән хикәйәнән бер киҫәк” тигән иҫкәрмә менән “Партизан” исемле әҫәрен баҫтыра. 1934 йылда Һ. Дәүләтшина башҡорт яҙыусылары делегацияһы составында совет яҙыусыларының I съезында ҡатнаша, унан ҙур рухи күтәренкелек һәм дәрт менән ҡайта. 1935 йылда “Һырға һабағы” исемле һоҡланғыс хикәйәһе баҫыла. Был әҫәр менән ул ҙур проза оҫтаһы булараҡ ныҡлы танылыу таба. “Ялҡынлы йылдар” әҫәре иһә артабан яҙыусының атаҡлы “Ырғыҙ” романы булараҡ киң эпик полотно итеп үҫтерелә. Был хаҡта Һ. Дәүләтшина үҙе 1939 йылдың декабрендә: “Октябрҙең XX йыллығына “Ялҡынлы йылдар” исемле роман әҙерләнем”,— тип яҙа. Әммә, үкенескә ҡаршы, нәҡ ана шул Октябрҙең XX йыллығын башҡорт халҡының бик күп аҫыл заттарына ҡара ҡайғылар эсендә ҡаршы алырға тура килә. 1937 йылдың 20 ноябрендә яҙыусыны, йәнәһе, Ватанға хыянат итеүсенең ғаилә ағзаһы тип ғәйепләп, ҡулға алалар һәм НКВД Айырым кәңәшмәһе тарафынан 5 йылға иркенән мәхрүм итәләр. (Бынан бер нисә ай элек Ғөбәй Дәүләтшин ҡулға алынған була. 1938 йылда ул нахаҡҡа үлем язаһына хөкөм ителә һәм атып үлтерелә.) Һ. Дәүләтшина 1942 йылдың октябренә тиклем Мордовияның Темников лагерҙарында ултырып сыға. Башына төшкән был бәхетһеҙлекте ул үҙе “көн үҙәгендәге төн ҡараһы”, “яуыз яҙмыш” тип атай. Башҡортостанға ҡайтҡас, яҙыусы башта Өфөлә ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтына төнгө ҡарауылсы булып урынлаша. Ошо ваҡытта ул 1937 йылда ҡулға алыныу арҡаһында бүленеп ҡалған романы өҫтөндә эшен дауам итә. Яҙыусы ижад өсөн ғәҙәттә ҡарауылда үткәргән төнгө сәғәттәрен файҙалана. Әммә, Өфөлә йәшәргә рөхсәт ителмәгәнлектән, уға Бөрө ҡалаһына күсеп китергә тура килә. Артабанғы тормошо ошо Бөрө ҡалаһы һәм бер аҙ ваҡыт Силәбе өлкәһендәге Һилиә (Сулея) станцияһы менән бәйле була. 1942 — 1952 йылдарҙа Һ. Дәүләтшина, һаулығының көндән-көн ҡаҡшай барыуына ҡарамаҫтан, аҡтыҡ көсөн биреп, “Ырғыҙ буйҙарында” романының бер нисә вариантын яҙа. Ниһайәт, төрмәлә, лагерҙа заяға үткәргән биш йыл ғүмерҙе иҫәпләмәгәндә лә, 15 йылға һуҙылған был бөйөк хеҙмәт — хәҙер ул “Ырғыҙ” тип атала — тамамлана. Ләкин, Башҡортостан Яҙыусылар союзының, ул саҡтағы “Әҙәби Башҡортостан” журналының ишек тупһаларын күпме генә тапаһа ла, өлкән вазифалы әҙәбиәт чиновниктарына инәлеп-ялбарып мөрәжәғәт итһә лә, бөйөк әҙибәгә үҙенең иң ҡәҙерле әҫәренең һис юғы бер генә бүлегенең дә баҫылып сыҡҡанын күрергә насип булмай. Һәҙиә Дәүләтшина 1954 йылдың 5 декабрендә, 50-се йәшендә, Бөрө ҡалаһында үпкә ауырыуынан вафат булды. “Ырғыҙ” романын нәшер итеүгә уның рухи ҡорҙашы, яҡташы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти әҙерләне. Әҫәр тәү башлап 1957 йылда донъя күрҙе, артабан ул тиҙ арала рус теленә, шулай уҡ башҡа телдәргә тәржемә ителде, башҡорт уҡыусыларының иң яратҡан әҫәренә әйләнде, бөтөн ил күләмендә киң танылыу яуланы. Ә 1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшинаға “Ырғыҙ” романы өсөн (үлгәндән һуң) Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелде. Һ. Дәүләтшина тураһындағы иҫтәлектәрҙең береһендә мәшһүр яҙыусының ошондай һүҙҙәре килтерелә: “Мине яҡшыраҡ белгегеҙ килһә, “Ырғыҙ” романымды уҡығыҙ. Минең бөтөн йәнем, саф йөрәгем шул романда”,— ти торғайны Һәҙиә апай. Эйе, башҡорт халҡының изге һәм саф күңелле, героик характерлы ҡыҙы, ысын-ысынында халыҡ яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның йәне лә, йөрәк тибеше лә — уның һоҡланғыс әҫәрҙәрендә, халыҡ тормошоноң һәм яҙмышының икһеҙ-сикһеҙ киңлектәрен айҡаған илһамлы “Ырғыҙ” романында. (Рәшит Шәкүр) 1998 й.