Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Һабрау Йырау (XIV-XV б.)

Һабрау — Туҡтамыш хан заманында йәшәгән атаҡлы йырау. Уның исеме һәм ижады башҡорт, ҡаҙаҡ, нуғай, ҡарағалпаҡ халыҡтары араһында киң билдәле һәм ошо халыҡтарҙың уртаҡ йырауы булып һанала. Ҡаҙаҡ ғалимдары Һабырауҙы ҡыпсаҡ ырыуынан сыҡҡан, Һарайсыҡ ҡалаһында күпмелер ғүмер һөргән тип күрһәтәләр. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосында Һабрау «тирә-яҡтың хәлен күҙалдындай күреүсе», «ҙур һынсы», халыҡтың мәнфәғәтен яҡлап йырлаған йыраусы, күп быуындарҙың тормош тәжрибәһен һәм аҡылын үҙенә йыйып йөҙйәшәр аҡһаҡал, сәсән телле ил ҡарты булып алға баҫа. Ҡаҙаҡ һәм ҡарағалпаҡ әҙәбиәтселәре «Идегә» дастанының һәм биш-алты тулғауҙың ижадсыһы итеп Һабрау йырауҙы һанайҙар.