Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Гөлфиә Юнысова (1948)

Гөлфиә Юнысова (Иҙелбаева) 1948 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостандың Әлшәй районы Һарыш ауылында тыуа. 1966 йылда Раевка урта мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ балалар өсөн “Миңә бары өс кенә” (1969) һәм “Зәңгәр тубым” (1971) тигән ике йыйынтығы донъя күрә. 1971 — 1973 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында урыҫ теле һәм әҙәбиәте укытыусыһы булып эшләгән осоронда балалар өсөн тағы ла ике китап сығара. Г. Юнысова — ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы, уның шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән.

Гөлфиә Юнысованың байтаҡ шиғырҙарына көйҙәр яҙылып, популяр йырҙар булып китте. Шағирә ижтимағи-сәйәси, ғаилә-тәрбиә хаҡында яҙған публицистик мәҡәләләре менән йыш ҡына радио-телевидение аша һәм гәзит-журнал биттәрендә сығыш яһай.

1979 — 1990 йылдарҙа Өфө ҡалаһы депутаты, Рәсәй Юғары Советы депутаты һәм Юғары Советы Президиумы ағзаһы булды. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы-Дәүләт йыйылышына депутат итеп һайланды.

Гөлфиә Юнысова — “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Миәкә районының М. Акмулла исемендәге премияһы лауреаты.

1978 йылдан 1999 йылға тиклем “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡарҙы.

1974 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

ҮКЕНМӘЙ УЛ ҮТКӘНДӘРГӘ... Егерменсе быуатты оҙатҡанда иллегә аяҡ баҫҡан әҙибәләр араһында Гөлфиә Юнысова ла бар. Ошо айҡанлы ул "Аҡ ямғыр" тигән яңы йыйынтығын баҫтырып сығарҙы. Был китапты ысын мәғәнәһендә юбилей баҫмаһы тиергә мөмкин. Автор уға төрлө йылдарҙа ижад иткән шиғырҙарының үҙенә иң ныҡ оҡшағандарын ғына туплаған. Йыйынтыҡҡа шулай уҡ үзбәк шағирәһе Зөлфиәнән, төркмән шағирҙары Атаморат Атабаев менән Мәхтүм Ҡолойҙан, рус телендә ижад иткән башҡорт шағиры Дим Дәминевтан, сыуаш шағирәһе Рәйсә Сәрбиҙән, рус шағирәләре Людмила Новикова менән Елизаваета Зореванан, балҡар шағиры Ҡайсын Кулиевтан, украин шағирҙары Григорий Донец менән Наталка Никулинанан ирекле тәржемәләр ҙә индерелгән. Китапҡа Ирек Кинйәбулатов бик матур баш һүҙ яҙған. "Үҙе ҡанатлы, ижады талантлы" тип аталған кескәй генә был мәҡәләлә шағирәнең бөтә булмышы ус төбөндәге шикелле күрһәтелгән. Теләгән кеше унан байтаҡ мәғлүмәт таба ала. Ә был бик мөһим. Сөнки уҡыусыны әҙәби әҫәр генә түгел, әҫәрҙе тыуҙырыусының үҙе лә берҙәй ҡыҙыҡһындыра. Ниһайәт, "Аҡ ямғыр"ҙы ысын мәғәнәһендә юбилей баҫмаһы кимәленә күтәреүсе тағы бер яңылыҡ: шиғырҙарҙы уҡып сығып, китаптың һуңғы битен ябырға йыйынғанда ғына шағирәнең ижады хаҡында Мостай Кәрим, Ғилемдар Рамазанов, Суфиян Сафуанов һәм башҡа әҙиптәр әйткән тос фекерҙәргә тап булаһың. Ул ғына ла түгел: иң аҙаҡтан Гөлфиә Юнысованың төрлө йылдарҙа һәм төрлө телдәрҙә баҫылып сыҡҡан китаптарының дөйөм исемлеге лә бирелгән. Был инде — уҡыусыны баштан-аяҡ ҡоралландырыу тигән һүҙ. Һуңғы ваҡытта Башҡортостан яҙыусылары хаҡындағы биобиблиографик белешмәнең һирәк сығыуын иҫәпкә алғанда — бигерәк тә. Йәшермәйем, элегерәк Гөлфиә Юнысованың ололар өсөн яҙған шиғырҙары (ә ул иң тәүҙә балалар әҙәбиәтенә ҙур өлөш индергән шағирә булараҡ билдәле) ялтырауыҡлы һәм яңғырауыҡлы һымағыраҡ тойола ине миңә. Әле бына "Аҡ ямғыр" менән яҡынданыраҡ танышҡас, быға тиклем уның авторына ҡарата ғәҙелһеҙерәк булманыммы икән, тигән уй уҙҙы күңелемдә. Баҡһаң, Гөлфиәнең шиғриәте гел яңғырауыҡлы һүҙҙәрҙән һәм ялтырауыҡлы биҙәктәрҙән генә тормай икән. Әгәр "Көлөү — көлкө түгел" исемле әҫәрҙә лирик герой уның шаталаҡлығына ғәжәпләнеберәк ҡараған берәүгә "Йәшәүемдән бәхет табып, минең әле көлөр сағым" тип яуаплаһа, "Әсәкәйем һыйыр һауа"ла иһә уның кәйеф-сафаһы көтмәгәндә йөҙ ҙә һикһән градусҡа борола ла ҡуя: "Донъяларым — ҡара болот, күңелемдә әсе төтөн". "Әсәй әллә сәскә телен белә..."лә "Һыйпа әле, әсәй, баштарымдан, — наҙҙарға бит мин дә һыуһаным" тип ялбарыуҙан да тартынып тормай. Гөлфиә хыялында яралған лирик героиняның, йәне арып, күңелдәре ҡатҡан мәлдәр ҙә юҡ түгел. ("Диңгеҙ еле"). Уның уйҙарын, өмөтөн нахаҡ һүҙҙәр өтөп киткән саҡтар ҙа булғылай. ("Ҡыуанма!"). "Үҙ яҙымды күрмәй ҡалғанғамы, йәй етһә лә, һаман яҙ һымаҡ" тип көрһөнөп тә ҡуйғылай ул ("Ҡыҙҙар йырлап уйындарға бара..."). Күңел күгенең ҡара болотҡа оҡшап китеүе лә ят күренеш түгел Гөлфиәнең лирик героиняһына ("Көҙгө ямғыр"). Таш атҡанға гел аш менән яуап биргәнгә күрә байтаҡ туҡмаҡ алыуын да йәшермәй ("Аш һәм таш"). Өҙөп кенә әйткәндә, әҙәм балаһына хас уй-хистәрҙең, кисерештәрҙең көллөһөн осратырға мөмкин Гөлфиә Юнысова шиғриәтендә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: лирик героиняның кәйефе ниндәй генә булмаһын (хатта кактус һымаҡ энәләрен тырпайтып торғанда ла) ул барыбер үҙенең асылына — шаталаҡлығына хыянат итмәй, үҙе булып ҡала: Күҙ йәштәрем аҡһын әйҙә, Йөрәктәрем янғансы. Күрһәгеҙ ҙә йыуатмағыҙ: Илайымсы ҡанғансы. Шиғырҙарҙың байтағы "Беҙҙең авторыбыҙ гүзәл Башҡортостан ерендә, Урал ҡуйынынан урғылып сыҡҡан йәмле Дим буйҙарында тыуып үҫкән" тип ҡысҡырып торған шикелле. Әгәр "Ҡайыным" тигән әҫәрендә шағирә "Дим ярында шаулай бер ҡайынҡай, тамырҙары — минең йөрәктә" тип иҡрар итһә, "Һарыш ауылы йыры"нда иһә "Дим буйҙары, тыуған ауылым китмәй күҙ алдарымдан. <...> Иң ҡәҙерле, иң ғәзиз ер — тыуып үҫкән яҡ ҡына" тип, асыҡтан-асыҡ үҙенең уй-хистәре менән уртаҡлаша. "Әлшәй вальсы", "Дим ташҡанда", "Ғүмер", "Буранда", "Әйҙә, киттек Дим буйына", "Кем уйлар?", "Ҡашҡатауҙа", "Тыуған ерем" һәм шуның кеүек башҡа бик күп шиғырҙар аша Гөлфиә Юнысованың ысынлапта тыуған-үҫкән яҡтарынан айырылғыһыҙ икәнлегенә, унан һут алып йәшәгәнлегенә ышанаһың. "Аҡ ямғыр" йыйынтығының авторы өсөн тыуып үҫкән яҡтарҙың хатта бурандары ла үҙенә башҡа — уларҙан ниндәйҙер йәм таба шағирә. Бала сағынан күңел түренә инеп ҡалған бер үр иһә уға әле булһа бейек тау булып тойола. "Ҡолай тауы — иң бейек тау, бар донъяла бергенәм. Офоғома киңлек биргән тыуып үҫкән ергенәм" тип ғорурлана ул ауылы осондағы шул үрҙе хәтерләп. Ә икенсе бер әҫәрендә шағирә тыуған яҡтарын моң шишмәһенә тиңләй, уйҙары менән шул шишмәнән йәшәү дәрте һәм ижад сәме алырға ҡайтыуын белдерә: Тау шишмәһе кеүек сылтырап аҡҡан Моңшишмәнән моңдар эсәмен. Тоям, тоям шул моңдарҙың көсө Нисек итеп миңә күскәнен. Күңелемдә моңдар ҡайнай хәҙер, Ашығайым, ҡайта һалайым, Һәр юлына шул моңдарҙы һибеп, Берәй моңло шиғыр яҙайым. Г. Юнысова үҙе лә, уның лирик героиняһы ла тыуған төйәгенә, тыуған еренә, тыуған тупрағына тәненең бөтә күҙәнәктәре, йөрәгенең бөтә тамырҙары менән барып тоташҡан. Ҡала кешеһе булып китеүенә инде күпме йылдар уҙыуға ҡарамаҫтан, холҡо-фиғеле, уй-хистәре — ғөмүмән, бөтә асылы менән ул барыбер ауыл йырсыһы булып ҡала. Шуға ла уның тыуған яҡтарын, унда тереклек итеүсе яҡташтарының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йәшәү ҡанундарын, тын алыштарын, йөрәк тибештәрен бөтә нескәлеге менән тоя белеүе һис тә ғәжәп түгел. "Аңлар кеүек" тигән шиғыр ҙа ошо фекерҙе раҫлап торғандай: Аяҡтарым кинәт тайып китһә, Дуҫ-иштәрем танымайса үтһә, Яҙмыш торһа минән әсе көлөп, Тыуған яғым барыбер аңлар кеүек. Ә онотһам ҡайҙа тыуғанымды, Тәпәй атлап киткән юлдарымды, Дим һыуҙарын, туғай-болондарын... Юҡ! Аңламаҫ мине тыуған яғым. Ғәфү итмәҫ... "Әсәкәйем һыйыр һауа" тигән шиғыр үрҙә бер тапҡыр телгә алынғайны инде. Гөлфиә Юнысованың ижады тыуған тупрағынан айырылғыһыҙ икәнлегенә шик ҡалмаһын өсөн, шул шиғырға йәнә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Ҡарап тороуға әҫәрҙең нигеҙенә һалынған тормош материалы менән юғары мотивтарҙы һәм нескә хистәрҙе үҙ итеүсе шиғриәт араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ һымаҡ. Донъя мәшәҡәттәренән бер аҙ кәйефе ҡырылып киткән лирик героиня күңелен әсе төтөндән арындырыу ниәте менән тыуған йортона ҡарай юл тота. Ҡайтып етеп, таныш ихатаға килеп инеүе була, киске тынлыҡта гөбөрләтеп һыйыр һауып ултырған әсәһен күрә. Һәм шул саҡ бөтә ҡыҫыр көйөгө — "эсе төтөн, һөмһөҙ һөрөм" — ҡул менән һепереп ташлаған шикелле: Ҡайҙа осто ҡара болот? — Яп-яҡты бит бар тирә-яҡ. Әсәм һауған аҡ тамсылар Күңелемә тула һымаҡ. Һөт гөбөрләүен автор, бер ҡараһаң, өй алдында наҙлы моңдар яуыуына тиңләй; икенсе ҡарағанда иһә, "һөт еҫенән аңҡый һауа, йәнгә дауа" тип ихлас ҡыуана. Шулай итеп, ауылдың күрер күҙгә ябай ғына тойолған бер хәл-ваҡиғаһын Г. Юнысова шиғриәт кимәленә күтәргән дә ебәргән — мотивтар юғарылығы ла, хистәр нескәлеге лә етерлек унда. Был теманың әҙәбиәтебеҙҙә тәү тапҡыр яңғырауы ла бик ихтимал. Йә булмаһа "Күл буйҙары — бәпкә үлән..." тигән шиғырҙы алып ҡарайыҡ. Тышҡы яҡтан был әҫәр ҙә ябай ғына күренә. Күләме ҙур түгел. Теле йүгерек. Рифмалар теүәл: һәр строфалағы икенсе һәм дүртенсе юлдарҙың һуңғы һүҙҙәре, айырыуса шул һүҙҙәрҙең һуңғы ижектәре бер-береһенә һылашып торған һымаҡ. Шиғриәтебеҙҙә яҡынса ғына ауаздаш, мәғәнәһе самалыраҡ һүҙбәйләнештәргә ҡоролған аҡһаҡ-туҡһаҡ рифмалар ишәйеп барған бер мәлдә был күренеш, һис шикһеҙ, иғтибарға лайыҡ. Ләкин "Күл буйҙары — бәпкә үлән..." кеүек шиғырҙы яҙыр өсөн ҡәләм шымалығы ғына етмәй торғандыр әле ул. Иң мөһиме — көндәлек тормоштоң ығы-зығылары фонында күҙгә бик үк бәрелеп бармаған кескәй генә фактҡа ла иғтибарлы булыу, уны ваҡытында тотоп алып, дөйөмләштерә белеү оҫталығы. Бының өсөн инде күкрәгендә шағир йөрәге тибергә тейеш. Әҙәбиәт ғилеменә хас рәсми тел менән әйткәндә, Г. Юнысованың әлеге шиғыры быуындар күсәгилеше мәсьәләһенә арналған. Тик был мәсьәлә, бәғзе шиғырҙарҙан айырмалы булараҡ, түш һуғып, тамаҡ ярып түгел, ә тыныс ҡына, бик ябай һәм бик үҙенсәлекле хәл ителә: Бәпкә үләнгә ултырып Сер бүлешә инәйҙәр. Ҡулдарында бәйләмдәре, Бында ла буш килмәйҙәр. Арыраҡ — бала-сағалар "Кем һуҡты"ны уйнайҙар. Үҙҙәре һиҙҙермәй генә Инәйҙәрҙе тыңлайҙар. Ә улары иҫкә ала Тыуып үҫкән яҡтарын, Бәпкә үләндә тәгәрәп Бәпкә көткән саҡтарын. Сәнғәтсә, художестволы фекерләү аша халыҡ педагогикаһын халыҡсан һәм шуға күрә лә үтемле итеп кәүҙәләндергән өлгөләрҙең береһе, тиер инем мин был шиғырҙы. Тәбиғәт матурлығын күрә һәм аңлай белеү ҙә, йолалар һәм уйындар ҙа, бер быуынды икенсе быуын алмаштырып торһа ла, ерҙә тереклек итеүҙең өҙлөкһөҙ сылбырҙы хәтерләтеүенә ишара ла бар бында. Халыҡ педагогикаһы телгә алынғас, "Әсәм һүҙҙәре" тигән шиғырға ла туҡталып китеү урынлы булыр. Формаһы менән дә, йөкмәткеһе йәһәтенән дә Н. Нәжмиҙең "Шапырынма!"һын хәтерләтеп ҡуйған был әҫәр ғилми китаптар битендә түгел, ә халыҡ аңында яралып, быуаттарҙан-быуаттарға күсеп йөрөүсе әхлаҡи ҡағиҙәләрҙе туплаған күрһәтмәләр йыйынтығына оҡшап тора. Иң алғы планда — намыҫ төшөнсәһе, әлбиттә. Намыҫ — бәхет башы, ти әсә. Шуға ла ул үҙ балаһын намыҫынан тайпылмаҫҡа өндәй. Артабан һүҙ хеҙмәт темаһына күсә. Әсә балаһының мәрхәмәтле булыуын, кешеләргә һәр саҡ асыҡ йөҙ менән ҡарауын теләй, һүҙҙең (яҡшыһының да, яманының да) әҙәм балаһына көслө тәьҫир итеүен иҫтә тотоп, тура бәреп әйткәндә һаҡ булырға кәңәш бирә. Аҡыллы кәңәштәр бер лирик героиня өсөн генә түгел, бөтә уҡыусылар өсөн дә тормош һабағы булырлыҡ. Ошо күҙлектән сығып фекер йөрөткәндә, "Ҡәйнә" исемле шиғыр ҙа иғтибарҙы йәлеп итерлек. Асылда был тема әҙәбиәт өсөн яңыларҙан түгел-түгеллеген. Ҡәйнә менән килен араһындағы ябай ҙа, бер үк ваҡытта ярайһы ғына ҡатмарлы ла мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған әҫәрҙәр ауыҙ-тел ижадында ла йыш осрай. Г. Юнысова иһә был традицион теманы үҙенсә хәл иткән: әгәр килен кеше ҡәйнәһенең һәйбәт булыуын теләй икән, үҙе лә алама булмаҫҡа тейеш. Икәүләп һаҡлайбыҙ йортто Бурандан, елдәренән. Тормош йөгөмдөң күбеһен Ала ул иңдәремдән. Халыҡ хәтеренә, ата-бабаларҙан килгән йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғролоҡ мотивы Г. Юнысованың "Ауыл ҡарттары", "Бал тәме", "Киленле йорт", "Көмөш туйҙар", "Ауылдаштарыма", "Инәйҙәр", "Үҙем", "Әсәйемдең күңелендә — турғай", "Үкенестәр" тигән шиғырҙарында ла осрай. Лирик героиня изгелек, әҙәплелек, тыйнаҡлыҡ, инсафлыҡ кеүек әхлаҡи ҡағиҙәләргә табына. Билдәле булыуынса, ғаилә тормошона, уның айырым осорҙарына бәйле күп төрлө байрамдар йәшәп килә. Ләкин шуларҙың тик тәүгеһе генә — ике йәш йөрәктең ҡауышыуына арналған туй йолаһы ғына — бөтә шартына еткерелеп, ҡыңғырауҙар тағылған пар аттар менән үткәрелә. Ҡалғандары иһә ғәҙәттә өҫтәл артынан ары уҙа алмай. Ә бына Гөлфиәнең "Көмөш туйҙар"ында бөтөнләй башҡаса — көмөш сәсле "кейәү" менән маңлайына юлдар теҙелгән "килен", сирек быуат бергә ғүмер иткәндән һуң, йәшлектәрен ҡабатлайҙар: пар аттарҙа, ҡыңғырауҙар тағып, буран туҙҙырып, ауыл урамы буйлап елдерәләр. "Ҙур табынға хужа булған бөгөн килендәре, ҡоҙағыйҙары", "Шатлыҡ-ҡыуаныстар өйгә һыймай, сыға ташып тышҡа, урамға", тип уғата ла бәҫен күтәреп ебәрә автор көмөш туйҙың һәм уны ойоштороусыларҙың. Г. Юнысова ижадында тәбиғәт темаһы ҙур урын биләй. Ул башлыса ауыл мөхитен, тыуып үҫкән яҡтарҙы тасуирлауға ҡоролған, ә ҡала пейзажы бик һирәк осрай. Был да уның ауылды яҡыныраҡ күреүенән, ундағы тәбиғәтте тәрәнерәк тойомлауынан киләлер, моғайын. "Аҡ ямғыр" йыйынтығындағы шиғырҙарҙы уҡығанда шундайыраҡ уй тыуып ҡуя. Тәбиғәт күренештәренән шағирәне иң ныҡ һоҡландырғаны һәм дәртләндергәне — гүзәл Дим, әлбиттә. Уға бик күп шиғри юлдар арнала. Бормаланып-бормаланып аҡҡан Дим үҙе лә, һыу өҫтөндә бейегән күк тулҡындар ҙа, яр ситендәге бөҙрә талдар ҙа, ғорур баҫып торған ҡарт имән менән ҡуш ҡайын да, йылға үҙәнендәге әрәмәлек тә йәмле Дим буйҙарында тыуып үҫкән шағирәнең күңеле түрендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Бәғзе шиғырҙарҙа йылға менән кеше араһында ниндәйҙер оҡшашлыҡты ла һиҙемләргә мөмкин — кеше һымаҡ, Димдең дә төрлө мәле була икән: шаулап-гөрләп, ташҡан саҡтары ла; уйға ҡалып, тыныс ҡына аҡҡан ваҡыты ла. Бәрҙеләрендә иһә (мәҫәлән, "Кем уйлар?"ҙа) йылға образы метафоралаштырылып та бирелә. Ошо урында йәнә бер мәсьәләне асыҡлап китеү маҡсатҡа ярашлы булыр. Минең ҡарашымса, тәбиғәт күренештәре сағылыш тапҡан теләһә ниндәй шиғыр ҙа пейзаж лирикаһы ҡалыбына һыйып бөтә алмай. Сөнки тәбиғәт күренештәрен шағирҙар йыш ҡына тормоштан тотоп алынған берәй хәл-ваҡиғаны һүрәтләгәндә уҡыусы иғтибарын йәлеп итерҙәй фон сифатында ла ҡулланыусан; тәбиғәт күренештәре менән кешенең эске кисерештәре араһында йәнәшәлек үткәреп, уны образлы фекерләү сараһы итеп файҙаланыу осраҡтары ла байтаҡ. Саф пейзаж лирикаһына килгәндә иһә, ул шиғриәтебеҙҙең һағындырыбыраҡ йөрөй торған ҡунағын хәтерләтә. Хәйер, был бер башҡорт әҙәбиәтенә генә хас күренеш түгел. Хатта ярайһы ғына бай һәм көслө һаналған рус шиғриәтендә лә (А. Пушкин, И. Тургенев, Ф. Тютчев, И. Бунин, С. Есенин кеүек маһирҙарҙы иҫәпкә алмағанда) пейзаж лирикаһы тулып ятмай. Сөнки пейзаж лирикаһы — шиғриәттең күп көс һалыуҙы талап итә торған шаҡтай ҡатмарлы төрҙәренән. Тәбиғәттең иҫ киткес бай күренештәрен поэтиклаштырыу өсөн уны ихлас күҙәтә һәм бөтә нескәлегендә тоя белеү һәләте менән бер ҡатарҙан, күргәндәреңде һәм тойғандарыңды шундай уҡ нескәлек менән уҡыусы аңына еткерерҙәй йәнле һәм күңелгә ятышлы буяуҙар һайлай белеү ҙә мөһим. Тәбиғәт күренештәре, уның сикһеҙ күркәмлеге Г. Юнысова шиғриәтендә лә төрлө маҡсаттан сығып, төрлө юҫыҡта һүрәтләнә. Әгәр "Ҡарҙар яуа", "Әбейҙәр сыуағы", "Ҡырау", "Көҙгө япраҡтар осалар...", "Ирәндек", "Умырзая", "Юл япрағы", "Ләйсән", "Тупраҡ та, мин дә бик зарығып...", "Түңәрәк күл", "Гөрләүектәр", "Ҡайын еләге", "Ғәфү итсе, урман", "Йәйге юлда", "Күл буйында аҡ ҡайындар", "Яңғыҙ ромашка", "Ташҡын", "Ҡурпы" ише бер төркөм шиғырҙарында автор тәбиғәт күренештәрен метафоралаштырып, образлы фекерләү аша лирик героиняның күңел торошон, хәл-әхүәлен сағылдырыуҙы бурыс итеп ҡуйһа, "Аҡ ямғыр", "Болоттар, болотҡайҙар", "Серле күл", "Ҡарсәскә", "Ҡарт тирәк", "Иген төҫө", "Бөрөләр уянғанда", "Төн", "Көҙгө урман", "Аҡ сәскәләр", "Йәшә, имән!", "Балан", "Ужым", "Көҙгө япраҡтар", "Дим һәм шишмә", "Томра", "Өнһөҙ-тынһыҙ ғына ҡанат елпеп..." тигән әҫәрҙәрендә иһә шағирә тәбиғәттең күп төрлө һәм бай буяуҙарына хозурлана, шуны уҡыусыға еткерергә ашыға. Был шиғырҙарҙы саф пейзаж лирикаһы тип атарға мөмкин. Бына "Әбейҙәр сыуағы" ни бары өс строфанан тора. Шиғырҙың тәүге ике строфаһы көҙгө тәбиғәттең сағыу бер көнөн тасуирлауға бағышланған: һүрән булһа ла, көн йылы; һуңғы тапҡыр наҙланып, аҡ сәскәләр йылмая; ағастар еп элеп, үрмәкселәр селтәр бәйләй; бешкән миләштәр көлөп тора. Ләкин был — фон, әҫәрҙең елеге — уның һуңғы строфаһында, анығыраҡ итеп әйткәндә, лирик героиняның "Исмаһам, бер йылынайым әбейҙәр сыуағында" тигән һүҙҙәрендә. Ә был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөр өсөн, унан алдағы юлға — "һалҡынса килде йәйҙәрем, янып бешер сағымда..." тигән һүҙҙәргә иғтибар итергә кәрәк. (Әлеге осраҡта "йәй" төшөнсәһе үҙенең тура мәғәнәһендә түгел, ә ғүмер миҙгеленә ишаралап ҡулланылған, әлбиттә.) Күренеүенсә, лирик героиняның тормош юлында бөтәһе лә ал да гөл булмаған. Ләкин бынан фажиғә яһарға ярамай. Г. Юнысованың әлеге шиғырында үткәрелгән идея — тормош диалектикаһының кескәй генә бер сағылышы ул: әгәр донъя гел ал да гөлдән генә торһа, унда үҫеш тә, хәрәкәт тә булмаҫ ине. Айырма тик шунда: бәғзе кешеләрҙең — йәйе, бәғҙеләрҙең иһә көҙө һалҡынса килергә мөмкин. Иртә яҙҙар булған шикелле, уның һуңлап килеүе лә ихтимал. Ҡыштар ҙа гел ҡарлы-боҙло бурандан ғына тормай. Әммә, нисек кенә булмаһын, улар бер кемде лә урап уҙмай. Тәү ҡарамаҡҡа, "Ҡырау" тигән шиғыр ҙа пейзаж лирикаһына тартым һымаҡ: Туйға әҙерләнгән йәш килендәй, Ап-аҡ сәскә атты ҡарағат. Бер көн көтмәгәндә ҡырау төшөп, Ҡарағатты китте яралап. Ҡара көйҙө нәфис аҡ сәскәләр, Булмаясаҡ, тимәк, емеше. Ҡарағатым ҡара ҡайғыларҙа... Ә ҡырауҙың унда ни эше?! Һуҡты китте. Юллап ҡара хәҙер, Ҡояш сығыу менән юғалды. Ләкин эҙһеҙ түгел, баҡсаларҙа Күпме һағыш, күпме зар ҡалды. Әгәр шиғыр ошо урында тамамланған булһа, ул, бәлки, саф пейзаж лирикаһына ла дәғүә итер ине. Тик һуңғы, дүртенсе, строфа көтмәгән-нитмәгән ерҙән әҫәргә өҫтәмә йән өрә лә ебәрә: ағас, гөлдәрҙе ҡырау һуғыу — күңелдең сәскә тойғоларын ғәйбәт һуғып китеүгә бәрәбәр икән дә баһа! Шулай итеп, "ҡырау-ғәйбәт" йәнәшәлеген оҫта файҙаланып, шағирә хәтерҙә ҡалырҙай образ-символ тыуҙырыуға ирешкән. Дүртәр юллыҡ ике генә строфанан торған "Көҙгө япраҡтар осалар..." тигән шиғыр нимәһе менәндер С. Есениндың киң билдәле "Ҡайын"ын хәтерләтеп ҡуя. Рус шағирының тәҙрәһе төбөндә көмөш ҡар тәңкәләренә күмелгән аҡ ҡайын баҫып торһа, башҡорт шағирәһенең тәҙрәһе алдында иһә, күңелгә шом һалып, бер муйыл йыр һуҙа. Ләкин ике шиғыр араһындағы төп айырма ағастар төрлөлөгөнә генә ҡайтып ҡалмай. Әгәр С. Есениндың "Ҡайын"ы саф пейзаж лирикаһы булһа, Г. Юнысованың "Көҙгө япраҡтар осалар..."ында иһә хикмәтле фекер төрөлгән. Көҙ килгәненә ҡайғырып, һағышланып ултырған муйылға мөрәжәғәт итеп, автор уны еңелсә генә шелтәләп ала, иҫәрлектә ғәйепләй. Сөнки муйылға яҙҙар тағы килер, ә бына кеше ғүмеренең яҙы ҡабатланмай. Хәҙер икенсе төркөмгә — саф пейзаж лирикаһына — ингән шиғырҙарҙың бер нисәһенә генә булһа ла туҡталып уҙайыҡ. Шулар араһында китапҡа атама биргән "Аҡ ямғыр" исемле шиғыр формаһының ыҡсымлығы, йөкмәткеһенең тәрәнлеге менән бөтәһенән дә айырылып тора, тиһәк һис тә арттырыу булмаҫ: Ер йылыһын тойоп, күк боҙ Ирене лә һыу булып, Юғарыға — зәңгәр күккә — Күтәрелде быу булып. Һағыныуҙан тыуған ере Көтә уны йән атып. Күк йөҙө тулып, ашҡынып, Аҡ ямғыр килә ҡайтып... Тәбиғәттә өҙлөкһөҙ дауам иткән мәңгелек хәрәкәтте шиғриәт телендә бынан да ябайыраҡ һәм бынан да аңлайышлыраҡ итеп әйтеп бирергә мөмкинме икән? (Ошо урында, йәйәләр эсендә генә булһа ла, Г. Юнысованың ижади почеркына хас тағы бер үҙенсәлекте һыҙыҡ өҫтөнә алып китмәй ярамаҫтыр: образдар тыуҙырыу өсөн буяуҙар һайлағанда шағирә аҡ төҫтө ярата төшә, шикелле. Сөнки был төҫ уның әҫәрҙәрендә бик йыш осрай. Гөлфиә өсөн болот та аҡ, ямғыр ҙа аҡ, тирәк тә аҡ, йорттар ҙа аҡ, хатта бөтә донъя ап-аҡ. Мамыҡ мендәр ҙә аҡ уның өсөн, биләү ҙә, кейем дә аҡ. Әгәр ул тауға ҡарап һоҡлана икән, мотлаҡ уның аҡ түбәһенә иғтибар итә. Аҡ төрткөлө ҡыҙыл күлдәк тә күҙенә салынмай ҡалмай. Аҡ толоп, аҡ теләк, аҡ тамсылар, аҡ йомортҡа, ап-аҡ бәхет, аҡ балыҡ, аҡ сәсле ҡылған, аҡ ҡайындар иле, аҡ теләк һәм шуның кеүек әллә күпме "аҡ"тарҙы табырға була Г. Юнысова шиғриәтендә. Был да юҡтан түгелдер, тип уйлайым: шағирәнең күңел донъяһы яҡты, намыҫы таҙа, ҡарашы саф икәнлегенә бер ишаралыр. Хәйер, тикшеренеүселәр өсөн был инде үҙенә башҡа тема.) Йә иһә йылдың төрлө миҙгелдәрен сағылдырған "Серле күл", "Ҡарсәскә", "Бөрөләр уянғанда" тигән шиғырҙарҙы алып ҡарайыҡ. Уларҙың береһендә лә кемдәрҙеңдер һарыуын ҡайната торған ялҡынлы саҡырыуҙар ҙа, ҡайнар өндәүҙәр ҙә юҡ — унда бары тик тәбиғәт күренештәре генә бар. Тәбиғәт күренештәре иһә бик оҫта тотоп алынған — шағирәнең һиҙгерлеге лә, күҙәтеүсәнлеге лә, тел байлығы ла әллә ҡайҙан ярылып ята. Ағастарҙың һуңғы япраҡтарын Күлгә һибеп уйнай көҙ еле. Ләкин кулдең моңһоу күҙҙәрендә Мөлдөрәмә тулы йәш ине. Кереүҙәре шулай ауыр микән Ҡайнар йәйҙән һалҡын көҙөңә — Сирыштырып күлдең аҡһыл йөҙөн, Ваҡ-ваҡ ҡына тулҡын теҙелә. Был өҙөк — "Серле күл" тигән шиғырҙан. "Ҡарсәскә" менән "Бөрөләр уянғанда" ла унан һис тә ҡайтыш түгел — шундай уҡ нәфистәр, шундай уҡ бай сағыштырыуҙарға һәм эпитеттарға ҡоролғандар. "...Өйөрөлөп осоп йөрөгән була һуңғы ҡарҙың һуңғы бөртөгө. Матур көнгә ул да бер йәм өҫтәй, тирә-яҡҡа ул да нур сәсә", — тип һүрәтләй шағирә яҙҙың бер көнөн "Ҡарсәскә"лә. "Бөрөләр уянғанда"ла иһә тәбиғәттәге илаһи мәл былай тасуирланған: "Бөрөләр шартлап асыла, балҡып яна һәр япраҡ. Ағастар, йәш әсәләрҙәй, ғорур йылмайған һымаҡ". Саф пейзаж лирикаһына ҡараған тағы бер шиғыр. "Төн" тип атала ул. Бик үҙенсәлекле әҫәр тотош символикаға ҡоролған. Әллә XIX быуаттың ахырында — XX быуаттың башында сәскә атҡан рус символизмынан күсеп килгәнме, тип торам тәү тапҡыр уҡығанда. Яҙылышы матур: рифмалар теүәл, биҙәктәр мул, эпитеттар етерлек. Тик йөкмәткеһе генә томанлыраҡ — төбөнә төшөп етер өсөн ҡат-ҡат уҡыуҙы талап итә. Сөнки күк болоттар — йылғыр толпарҙарға, йыһан киңлеге — иркен болонға әйләнгән унда. Өйкөм-өйкөм булып күк йөҙөндә йөрөгән "болот-аттар", һонолоп-һонолоп йондоҙ нуры эсә. Таңғы елдәр болоттарҙы ҡыуып алып киткәндә, уларҙың "тояҡтарынан" ялтлап уттар сыҡҡандай була һәм донъялар яҡтырып китә. Һүҙ юҡ, бындай шиғырҙар ҙа йәшәргә хаҡлылыр, бәлки. Әммә ундайҙарҙың әҙерәк булыуы һәм һирәгерәк осрауы хәйерлерәктер, моғайын. "Иген төҫө", "Көҙгө урман", "Аҡ сәскәләр", "Балан", "Көҙгө япраҡтар", "Өнһөҙ-тынһыҙ ғына ҡанат елпеп..." кеүек шиғырҙарға ни етә! Уларҙы ысын мәғәнәһендә, Гөлфиә Юнысованың пейзаж лирикаһы өлкәһендәге уңышы, тип ауыҙ тултырып әйтергә булалыр, минеңсә. Күптән түгелге бер сығышында Тамара Ғәниева үҙенең ҡәләмдәше һәм замандашы Гөлфиә Юнысованы моңло-йырлы шағирә тип телгә алғайны. Ошо фекерҙе артабан үҫтереп, "Аҡ ямғыр" китабының авторын хисле шағирә тип тә әйтергә һәм быны раҫлау өсөн бик күп миҫалдар килтерергә булыр ине. "Тәҙрәләрҙә уттар яна" менән "Вена вальсы" тигән шиғырҙар икеһе лә хистәргә бай. "Тәҙрәләрҙә уттар яна"ны, йәшәйештең фәлсәфәүи юҫыҡта тотоп алынған үҙенсәлекле бер сағылышы, тиер инем. ...Төн уртаһы күптән үтеүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер тәҙрәләрҙә һаман ут яна. Шағирә тәҙрәләргә йә һағайып, йә борсолоп ҡарай, башында төрлө уйҙар ҡайнай, берсә яна, берсә көйә, сөнки белә: донъяла сәбәпһеҙ бер генә нәмә лә булмай. "Кемдер оло ҡайғыларҙан һыҙланалыр йоҡо алмай..."; "Бәлки, кемдер унда әле алышалыр үлем менән"; "Йә йәш әсә сәңгелдәкте тирбәтәлер керпек ҡаҡмай"; "Йә берәйһе интегәлер тормошонан йәмдәр тапмай"; "Моғайын да, берәй өйҙә көтәләрҙер шатлыҡ-хәбәр"; "Йәки ғашиҡ булған егет йыр яҙалыр таңға ҡәҙәр". Ҡарамаҡҡа ғәҙәти генә тойолған күренештән шағирә тәрән мәғәнә тапҡан һәм үҙе менән бергә беҙҙе лә уйға һалған. "Шаһит булып яҙмыштарға, тәҙрәләрҙә уттар яна". "Тәҙрәләрҙә уттар яна" менән сағыштырғанда, "Вена вальсы" башҡасараҡ яңғырай. Хистәр ағышы буйынса ла, авторҙың әйтергә теләгән уйы йәһәтенән дә! Әҫәр сюжетлы шиғырға тартым: әгәр уның тәүге ике киҫәгендә героиняның үҫмер сағынан бер эпизод — йәй көнө кәләшен эйәртеп Өфөнән ауылға ҡайтып төшкән зифа буйлы егеткә ғашиҡ булыу һәм үҙенең кескенәлеге арҡаһында шул егет менән "Вена вальсы "на бейей алмауын ауыр кисереү эпизоды — һүрәтләнһә, һуңғы киҫәктә иһә уның менән күп йылдар үткәс осрашабыҙ: Күк тулҡындар "Вена вальсы"на Әйләнә лә һаман әйләнә. Быуындарға быуын, Яҙмыштарға яҙмыш, Ә йылдарға йылдар бәйләнә. Дим дә аға. Теге йәйҙән бирле Күпме ташҡан, күпме ҡышлаған?! ...Яр башында уйсан ҡатып тора, — Ялбыр сәсле ҡыҙға оҡшаған. Һүҙ бында быуындар, яҙмыштар һәм йылдар бәйләнеше хаҡында ғына бармай. Автор әйтергә теләгән фекер тәрәндәрәк ята һымаҡ. Әгәр үҫмер саҡтағы хистәр байтаҡ йылдар үткәндән һуң да героиняның хәтерендә һаҡланған икән, тимәк, ул балалыҡ бер ҡатлылығы ғына булмаған. Яр башында баҫып тороусы теге ялбыр сәсле ҡыҙға оҡшаған ҡатындың уйсан булыуы ла шулай фараз ҡылырға мәжбүр итә. Гөлфиә Юнысованың атамалары менән бер-береһен инҡар иткән ике шиғыры бар. Уларҙың береһе — "Үкенестәр", икенсеһе "Үкенмәйем үткәндәргә..." тип атала. Ләкин был ҡапма-ҡаршылыҡ — тыштан ҡарағанда ғына. Шиғырҙарҙың йөкмәткеһенә үтеп инә башлаһаң, ул юҡҡа сыға ла ҡуя. "Үкенестәр"ҙә лирик героиня, яҡын һәм йыраҡ өләсәйҙәрен хәтерләп, бала саҡтағы ғәмһеҙлек һөҙөмтәһендә уларҙың ҡәҙерен һуңлап аңлауына уфтанһа, "Үкенмәйем үткәндәргә..."лә иһә шағирә үҙенең тормош һәм ижад юлына ҡыҫҡа ғына байҡау яһағандай. Ул юлда еңеүҙәр ҙә, хаталар ҙа, һағынып көтөүҙәр ҙә булған. Ҡанатлы көләс яҙҙарҙан һуң болотланған көҙҙәр килеүе лә көтөлмәгән хәл түгел уның өсөн. Бер һүҙ менән әйткәндә, шағирә лә, уның лирик героиняһы ла үткәндәренә үкенмәй, киреһенсә, был көнгә килеп еткәндәренә ҡыуаналар ғына. Сөнки үткәндәр — ул ғүмер эҙҙәре, "бөгөнгөһө булмағандың булмай үткәндәре лә". Был инде — үҙе бер фәлсәфә, йәшәү фәлсәфәһе. Тимәк, Гөлфиә Юнысованың үткәндәре үкенерлек түгел. Китаптың һуңғы битен япҡанда уның авторына шиғриәттә лә, тормошонда ла яңы бейеклектәргә ирешеүен теләйһе генә ҡала. (Әнғәм Хәбиров ) 2002 й.