Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Фәүзиә Рәхимғолова (1921-1997)

Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова 1921 йылдың 15 декабрендә Башҡортостандың Маҡар (хәҙерге Ишембай) районы Йәнырыҫ ауылында тыуа. Тәүҙә Йәнырыҫ башланғыс мәктәбендә, унан яңы асылған интернатта уҡый, алтынсы кластан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы пионервожатыйҙар курсына ебәрелә, һуңынан Өфө педагогия рабфагына уҡырға инә. Рабфакты тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыуын дауам итә. Ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, Өфөләге моторҙар эшләү заводына эшкә инә.

Һуғыштан һуң Маҡар районының мәғариф бүлегендә инспектор, һуңынан Ишәй ете йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире булып эшләй. Ситтән тороп пединститутты тамамлай. 1952 йылда уның балалар өсөн яҙылған тәүге “Яҡын дуҫ” тигән китабы донъя күрә.

Өфөлә байтаҡ йылдар “Пионер” журналында бүлек мөдире вазифаһын башҡара. 1965 — 1967 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. 1968 — 1971 йылдарҙа “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләй.

Фәүзиә Рәхимғолова 26 китаптың авторы.

1961 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

ЭСКЕРҺЕҘ ИЖАД Фәүзиә Рәхимғолова... Был исем беҙгә бала саҡтан уҡ яҡшы таныш. Беҙҙең быуын кешеләре уның шиғырҙарын, әкиәттәрен уҡып үҫкән. Хәҙер уларҙы үҙебеҙҙең балаларға уҡыйбыҙ, ятлатабыҙ. Эйе, Фәүзиә Рәхимғолова — тәү сиратта балалар яҙыусыһы. Бер аҡыл эйәһе, балалар яҙыусыһы булыр өсөн икеләтә талантлы булыу кәрәк, тигән. Хаҡ һүҙҙәр. Балаларға шиғыр, әкиәттәр яҙыу өсөн уларҙың психологияһын, рухи донъяһын, уй-кисерештәрен яҡшы белергә кәрәк. Был ғына етмәй, яҙыусының үҙенең дә эскерһеҙ, бала күңелле булыуы шарт. Шунһыҙ бала йөрәгенә ятырҙай, тиҙ отоп алынырҙай әҫәрҙәр ижад итеп булмай. Бындай талант һәр бер яҙыусыға бирелмәй. Бала сағында күп ауырлыҡтар күреп, етем ҡалып, шуға күрә ошо ҡабатланмаҫ ғүмер миҙгеленең ҡәҙерен белгәнгә, балалар өсөн шундай матур әҫәрҙәр ижад иткәндер Фәүзиә Рәхимғолова. Бының тағы ла бер сере уның өс бала әсәһе булыуындалыр. Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова 1921 йылдың 15 декабрендә Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында тыуған. Етем ҡалғас, интернатта тәрбиәләнә. 1935 йылда Өфө педтехникумына инә. 1938 йылда Башҡорт педагогия институтында уҡый башлай, һуғыш йылдарында Өфө моторҙар эшләү заводында эшләй, һуғыштан һуң байтаҡ йылдар мәктәптә уҡыта, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Ике йыл балалар китапханаһында, бер нисә йыл "Пионер" журналы редакцияһында бүлек мөдире, республика мәҙәни-ағартыу методик кабинетында методист булып эшләй. Унан һуң Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай. "Башҡортостан ҡыҙы" журналы редакцияһында эшләй. 1996 йылда вафат була. Тәүге шиғырҙар китабы 1952 йылда сыға. Унан бер-бер артлы "Гел алға" (1954), "Март ҡояшы" (1959), "Зәйнәптең йыры" (1960), "Хуш киләһең" (1961), "Үҫкән ҡыҙҙар" (1964), "Яҙыу таныған кеше" (1968), "Тамсылар йырлай" (1971), "Елә зәңгәр автобус" (1975), "Һин кем ҡыҙы?" (1977), "Сынаяҡ ниңә көлдө?" (1978), "Йөҙ юл" (1981), "Баҫҡыстар" (1991), "Бала саҡ илендә" (1997) кеүек шиғырҙар йыйынтыҡтары донъя күрә. Ф. Рәхимғолованың төрлө йәштәге балалар өсөн яҙылған шиғырҙарында баланың ата-әсәгә мөхәббәте, кесе туғандарына ихтирамлы мөнәсәбәте күрһәтелә. Балаларҙың хеҙмәткә тартылыуын, тырышып уҡыуын ыңғай баһалаған, уңышлы аҙымдарын хуплаған шиғырҙар менән бер рәттән, ялҡаулыҡты, төрлө тиҫкәре ҡылыҡтарҙы көлкө аҫтына алған юмористик шиғырҙары ла байтаҡ. Уның "Дүрт туфли", "Ҡуңыҙ", "Йәшел һабын", "Ҡыҙыҡ һорау", "Уйлап ҡара" кеүек шиғырҙары иһә баланың зирәклеген һынау, фекерләү һәләтен үҫтереүгә арналған. Фәүзиә Рәхимғолова проза өлкәһендә лә ярайһы уҡ уңышлы эшләне. Уның "Ҡыҙыл яулыҡ", "Илгиҙәр", "Серле орлоҡтар" тигән китаптарына ингән хикәйә, повестарының да геройҙары — балалар, Ә бына "Тыуған ер", "Уйҙарымды бүлә күрмәгеҙ", "Бишек янында", "Һайрағыҙ, ҡоштар" тигән шиғри йыйынтыҡтары, "Юлдаштар" исемле проза китабы өлкәндәр өсөн яҙылған. Уның прозаһына шул хас: һәр әҫәре тормош материалы менән һуғарылған. Әҫәрҙең сюжет-композицияһы төҙөк, ҡайһы бер деталь, хәл-ваҡиғалар уйлап та сығарылыуы ихтимал, ә әҫәрҙең төп материалын, арҡа һөйәген тип әйтәйек, уйлап сығарып булмай. Ф. Рәхимғолова ижады ана шул реаль, тормошсан булыуы менән көслө. Был — уның ижад кредоһы. "Юлдаштар" исемле китабына ингән хикәйәләрендә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы сағылыш тапҡан. Уларҙың һәр ҡайһыһының тормошо фәһемле, ғибрәтле. "Таң ҡыҙы" хикәйәһендәге Таңсулпандың оло йөрәкле булыуы, һөйгәненең икенсе ҡатындан тыуған балаһын үҙенекеләй итеп ҡарап үҫтереүе һоҡландырһа, "Гөлйемеш"тәге героиняның аҡылһыҙлығы, һөйгән йәрен хөрмәт итә белмәүе хафаландыра, "Һаумы, Балыҡлы күл" хикәйәһендә мөхәббәттең тәбиғәтте ҡотҡарыуы тураһында бәйән ителә. "Юлдаштар" хикәйәһендә "бер күреүҙән генә кеше тураһында хөкөм сығарырға ярамай" тигән фекер ята. Ҡырымға ялға китеп барған Гөлкәй поезда үҙенең юлдаштарына түбәнһетеп ҡараһа, теплоходта инде үҙенә ҡыйын саҡта элекке юлдаштары ярҙамға килгәс, улар бөтөнләй яҡын булып китә. Ф. Рәхимғолова "Шулай ҙа була", "Ҡатмарлы донъя", "Ышанды", "Сит кеше балаһы" тигән юморескаларында кешеләрҙең етешһеҙлектәренән еңелсә көлә. Тормошҡа яраҡлашыуҙы, түрәләргә ҡойроҡ болғауҙы, ике йөҙлөлөктө тәнҡитләй. Ғөмүмән, Ф. Рәхимғолованың ололар өсөн яҙылған әҫәрҙәренең дә төп сифаты — эскерһеҙлек. Уның бар әҫәрҙәрендә иң әүәл шул сифат ярылып ята. Фәүзиә Рәхимғолованың иң уңышлы әҫәрҙәренең береһе — уның автобиографик характерҙағы "Һөйөү көсө" повесы. "Һөйөү көсө" — илебеҙ тарихында булған ҡатмарлы осорҙо, шул ваҡытта барған хәл-ваҡиғаларҙы, уларҙың нисек ауыл кешеһенең психологияһына йоғонто яһауын, үҙгәртеүен күрһәткән әҫәр. Бында өс быуын кешеләренең яҙмышы хаҡында һөйләнелә. Ирғәле бай улы Ғиниәтулла, уның ҡатыны Таңсулпан — оло быуын вәкилдәре, уларҙың ҡыҙҙары Зөһрә, кейәүҙәре Искәндәр — урта быуын, уларҙың ҡыҙҙары Фирҙәүес — йәш быуын вәкиле. Зөһрә менән Искәндәр ҡанлы һуғыш йылдарында һәләк була. Балаһының ҡайғыһын күтәрә алмай, Таңсулпан да донъя ҡуя. Бәләкәй Фирҙәүес олатаһы ҡулында ҡала. Автор әҫәрендә персонаждарға туранан-тура характеристика бирмәй, йәғни геройы хаҡында бөтәһен дә бер ыңғай һөйләп бөтөрмәй, һәр бер образ яй ғына, ҡабаланмай ғына асыла. Мәҫәлән, повестың төп геройы Ғиниәтулла ҡарттың характер үҙенсәлектәрен, рухи донъяһын ҡапыл ғына аңлап булмай. Бер ҡараһаң, ул — үтә йомшаҡ тәбиғәтле, кешеләрҙең яманмы, яҡшымы икәнлеген айыра белмәгән бер ҡатлы кеше. Икенселәй баҡһаң, яратҡан кешеһе хаҡына ғүмер буйы тотоп килгән принциптарынан баш тартырға батырсылыҡ иткән көслө рухлы шәхес: ай буйы тотҡан ураҙаһын юҡҡа сығарып, иртән ашап, ейәнсәрен урыҫ ауылына Мазов тигән фельдшерға алып бара. Әҙибәнең күп кенә әҫәрҙәрендәге кеүек үк, "Һөйөү көсө" повесында ла кинәйә, ишара күп. Олатаһы үлгәс, иҫен юйған Фирҙәүесте күршеләре Ғәйшә еңгәләренә алып баралар. Аңына килгәс, уға бөтә донъя һүнгән кеүек була. Әммә Ғәйшә еңгә менән Йыһангир ағайҙың яңы тыуған бәпестәре, бәләкәс бәрәстәре, быҙауы тормоштоң дауам итеүенә ишара. Яҙыусы тиктомалға ғына ошо күренешкә иғтибарҙы йүнәлтмәй. Бының менән ул уҡыусыны оло мәғәнәгә, тормош хәҡиҡәтенә алып инә. Тормоштоң бар асылы шунда: берәүҙәр үлмәһә, икенселәр тыумаһа, тормош булыр инеме лә быуындар күсәгилешлеге һаҡланыр инеме?! Фәүзиә Рәхимғолова "Һөйөү көсө" повесын баҫмаға тапшырыр алдынан бер рецензент уға, бында синфи көрәш юҡ, социалистик реализм ҡанундары һанға һуғылмаған, ул беҙҙең совет әҙәбиәте алымдарына һәм маҡсаттарына тура килмәй, ти. Бындай һүҙҙәрҙән һуң автор, китабы баҫылып сыҡһын өсөн, повесҡа ҡайһы бер өҫтәлмәләр индерә. Ул ваҡытта шунһыҙ мөмкин булмай. Ысынлап та, ул повеста социалистик реализм ҡанундары һанға һуғылмаған күп кенә урындар бар. Беренсенән, әҫәрҙең төп геройы Ғиниәтулла — Ирғәле бай улы. Уның ҡатыны Таңсулпан да бай ҡыҙы була. Искәндәр уларҙың ҡыҙҙары Зөһрәгә өйләнә. Бай улы Ғиниәтулланың синфи дошман булмайынса, Совет власын ихлас ҡабул итеп, уға бар мөлкәтен биреүе, әҫәрҙең төп геройы булыуы, әлбиттә, социалистик реализм ҡанундарын бер ни тиклем боҙа. Уның ҡатыны Таңсулпанды ла социалистик реализмдың төп күрһәткесе булған ни "ыңғай герой", ни "кире герой"ҙар рәтенә керетеп булмай. Ул башта байлыҡты йыйып, туплап, уны арттырып тороусы ҡаты ҡуллы хужабикә булараҡ кәүҙәләндерелә, һуңғараҡ уны тик балаһының бәхетле булыуын теләгән, йәшәүенең бөтә мәғәнәһен шунда күргән әсә итеп күрәбеҙ. Ғиниәтулла тормош ҡуйған бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп, ейәнсәрен ел-дауылдан ҡурсалап, унда ихтыяр көсө, күңел сафлығы тәрбиәләй. Тормош түпәләүҙәренә бирешмәй, ауырлыҡтарҙы өнһөҙ кисерә, шул уҡ ваҡытта һаман кешелекле булып ҡала. Фәүзиә Рәхимғолова күп кенә әҫәрҙәрендә көтөлмәгәнлек эффектын ҡуллана. Ғиниәтулла ҡарт үлем түшәгенә ятҡас, Фирҙәүескә уның бер сере асыла. Баҡтиһәң, Ғиниәтулланың йәш сағында өҙөлөп яратҡан ҡыҙы була. Был ҡыҙ — Зөбәйҙә, заманында уларҙың өйөндә хеҙмәтсе булып йөрөй. Әммә Ғиниәтулланы бай ҡыҙы Таңсулпанға өйләндерәләр. Ә Зөбәйҙә башы һуҡҡан яҡҡа сығып китә, уға тоғро ҡалып, бер ҡасан да кейәүгә сыҡмай. Ғиниәтулла үлем түшәгенә ятҡас, Зөбәйҙә уның менән хушлашырға ҡайта, ә инде үлгәс, Зөбәйҙә лә шунда уҡ йән бирә. Повеста ваҡиғалар күберәк бәләкәй Фирҙәүес тирәһендә бара. Әҫәрҙәге бөтә хәл-ваҡиғаларға ла ошо бала күҙлегенән баһа бирелә. Әммә ул бөтә әҫәр дауамында пассив ҡатнашыусы ролен генә үтәй. Бөтә кәмһетеүҙәргә, йәберләүҙәргә түҙеп, ахыр сиктә, үҙен интектергән үгәй өләсәһенә ҡаршы һүҙ әйтергә батырсылыҡ итә. Ғәйет мунсаһында Ғәфифә, Фирҙәүестең сәстәрен тартҡылап, тараҡты батырып-батырып тарап, һуңынан эҫе һыу ҡойғас, ул: — Ғөсөлдә эҫе һыу һалалармы ни? Ғөсөл яҡшы була ул! — тип әйтә. Фирҙәүес икенсе ҡыйыу аҙымды өләсәһенә, ҡушҡан йомошон тыңламай, үҙенсә ҡәтғи ҡарарға килеп, уның һөйәрен "атып үлтереүҙәре тураһында хәбәр" алып ҡайтҡанда яһай. Ниндәй генә ауырлыҡтар күрмәһен, Фирҙәүестең күңелендә олатаһы сәскән изгелек орлоҡтары барыбер шыта. Ул матур күңелле бала булып ҡала. Бына ошонда ла инде оло һөйөүҙең көсө! Уның характерының сағыулығы бер туған апаһы Айнур менән сағыштырғанда тағы ла нығыраҡ күренә. Айнур Ғәфифәнең тәрбиәһен алған, уның һүҙен һөйләгән ҡыҙ булып үҫә. Бына бында инде "Ни сәсһәң — шуны урырһың" тигән әйтем бик урынлы. Әйткәндәй, был повеста мәҡәл-әйтемдәр, балалар фольклоры бик йыш ҡулланыла. Шунлыҡтан авторҙың фекере тос, кинәйәле килеп сыға. Әлбиттә, повесть етешһеҙлектәрҙән дә азат түгел. Персонаждарҙың күплеге, идеологияға ярашлы элементтарҙың булыуы әҫәрҙе тоноҡлай төшә. Әммә ул ошо осорҙағы балаларҙың ауыр яҙмышын күңелгә үтерлек итеп һүрәтләүе менән ҡиммәт. Шулай итеп, Фәүзиә Рәхимғолова ижадында әле бер генә быуын тәрбиәләнмәҫ. Уның эскерһеҙ ижады күптәрҙең күңел түрен яулар, рухи ныҡлыҡ бирер. (Ғәлимә Ғәлина) 2001 й.