Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Фәтхелҡадир Сөләймәнов (1889-1976)

Фәтхелҡадир Сөләймәнов Силәбе өйәҙенең (хәҙер Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Шығай ауылында 1889 йылды мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Мостафа ауылда мулла һәм мәҙрәсәлә мөҙәрис булып эшләгән, шәкерттәр уҡытҡан. Фәтхелҡадир башта атаһының мәҙрәсәһендә, һуңынан Шығайҙағы рус-башкорт мәктәбендә һабаҡ алған. Артабан Троицкиҙағы атаҡлы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә ун йыл уҡыған. 1914 йылды мөғәллимдәр мәктәбен тамамлаған. 1915 йылдан алып 1923 йылғаса Башҡортостанда һәм Ҡаҙағстанда уҡытыусылыҡ иткән.

1917 йылдың февраль революцияһынан һуң, Фәтхелҡадир башҡорт хәрәкәтенә ҡушылған. Башҡорт хәкүмәте органы “Башҡорт” гәзитендә мөхәррир булып эшләгән. Башҡорт АССР-ы төҙөлгәс, республиканың Мәғариф комиссариатында ғилми комиссия эше менән етәкселек иткән.

1919 — 1920 йылдарҙа Башҡорт дивизияһы составында Петроградты һаҡлауҙа ҡатнаша, “Салауат” гәзитенең редколлегия ағзаһы була. Башҡорт хөкүмәте тарҡалғас, уның ағзалары эҙәрләнгәс Фәтхелҡадир Сөләймәнов 1920 йылдың икенсе яртыһында Стәрлетамаҡтан Урта Азияға сығып китә. 1920 — 1922 йылдарҙа Ташкентта нәшер ителгән “Аҡъюл” гәзите редакцияһында хеҙмәткәр, ҡаҙаҡ мәктәбендә директор һәм уҡытыусы булып эшләп йөрөй, һуңынан Сәмәрҡәнд ҡалаһына саҡырыла. 1923 йылда Әхмәтзәки Вәлиди менән бергә сит илгә үк сығып китә. Башта Иранда, унан Афғанстанда була, Һиндостанға күсә. 1924 йылда Европаға юл тота, Францияла Марсель, Париж ҡалаларында йәшәй, Берлинда күпмелер тороп ала. 1925 йылда Төркиәгә килеп, Истамбул ҡалаһына төпләнә.

Башта Истамбулда Төркиә институтында ассистент, 1928 —1932 йылдарҙа Төрөк халыҡ берлеге ғилми һәйәтендә ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1933 йылда Төркиәнең баш ҡалаһы Анҡараға Төрөк тел ғилеме йәмғиәтенә саҡырыла, унан Анҡара университетына күсә, тел һәм тарих факультетының профессоры итеп һайлана. Фәлхелҡадир Сөләймәнов Абдулкадир Инан исеме менән танылған күренекле төрөк ғалимы булып китә.

Фәлхелҡадир Сөләймәнов 1976 йылда вафат була.

Фәтхелҡадир Сөләймәнов матбуғатҡа 1908 йылда сыға. “Ваҡыт” гәзитендә шул йылда уның “Башҡорттарҙа тупраҡ мәсьәләһе” һәм “Башҡорт ғөләмәһе” тигән ике мәҡәләһе баҫыла. 1914 йылда “Мөғәллим” журналында “Башҡорт моңо” исемле беренсе шиғыры баҫыла. 1914 йылдан “Шура” журналында бер-бер артлы хикәйәләре сыға: “Башҡорт йәйләүендә”, “Тимербай ҡурайсы”, “Ил өсөн”, “Ҡасҡын”, “Үләт” һ. б.

Фәтхелҡадир Сөләймәнов яңы ойошҡан һәүәҫкәр башҡорт театр труппалары өсөн “Салауат батыр”, “Аҡшан батыр” исемле пьесаларын ижад итә. Был пьесалар ҡулъяҙма көйө сәхнәләрҙә ҡуйыла.

Туған Башҡортостанын ташлап, Урта Азия тарафтарына сығып киткәс, Ф. Сөләймәновтың туған тупраҡҡа ереккән әҙәби ижады ғүмерлеккә өҙөлөп ҡала.

ӘБДЕЛҠАДИР ИНАН Халҡыбыҙҙың донъя күләмендә дан ҡаҙанған бөйөк эшмәкәрҙәре һәм ғилем эйәләре араһында Әбделҡадир Инандың исемен ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ. Ғүмеренең тәүге осоронда, 1920 йылға тиклем, үҙенең аҫыл ватаны — Башҡортостан азатлығы өсөн көрәштә ҡатнашып, күренекле сәйәсмән, мөхәррир һәм талантлы яҙыусы булып танылған был зат, 1920 — 1923 йылдарҙан һуң эмиграцияға китеп, тиҙ арала алыҫ ерҙәрҙә атаҡлы ғалим, төрки халыҡтарының этнографияһы, фольклоры, төрки телдәре һәм әҙәбиәттәре өлкәһендә күренекле белгес булып таныла. Уның фәнни эшмәкәрлеге дөйөм алғанда алты тиҫтә йылға һуҙыла, шул дәүер эсендә ул 350 ғилми хеҙмәт баҫтырып сығара, XX быуат төркиселек фәнендә иң абруйлы ғалимдарҙың береһенә әйләнә. Әбделҡадир Инан (Фәтхелҡадир Мостафа улы Сөләймәнов) 1889 йылдың 29 ноябрендә Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙенең (хәҙер Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы) Шығай (икенсе исеме Һары Күлмәк) ауылында тыуған. Ә. Инандың иҫтәлектәрендә әйтелеүенсә, башҡорттарҙың оло ҡатай ҡәбиләһе ялан-ҡатай ырыуына ҡараған был ауыл Екатеринбургтан 90 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Фәтхелҡадир кесе йәштән үк әсәһенең тылсымлы әкиәттәрен, башҡорт иле тарихтарын, боронғо төрки һәм ғәрәп хикәйәттәрен тыңлап үҫә. Уның бала сағында, 1895 йылдарға тиклем, Урал аръяғы башҡорттары йәйге мәлдәрҙе “иҫке тирмә-йорттарҙа йәйләүҙәрҙә үткәргәндәр”. “Әсәйемдең атаһы бик матур боронғо тирмәһен амбарында һаҡлай ине. Уны күргән һайын, әсәйем: “Һай донъя! Ниндәй матур йәшәнек борон”,— ти торғайны. Әсәйемдең йәйләү тормошон идеаллаштырып иҫкә алыуы миңә бик тәрән йоғонто яһаны. Боронғо башҡорт тормошо хаҡында яҙғанда һәр саҡ уның йоғонтоһо аҫтында булдым”,— тип хәтергә ала һуңынан Ә. Инан. “Атайым иһә,— тип дауам итә ул,— боронғо заманды бик иҫкә алмай торғайны, ул реалист ҡарашлы булды. Миңә хисап ғилемен, дин дәрестәрен, рус әлифбаһын өйрәтергә тырышты”. Буласаҡ атаҡлы ғалимдың атаһы яғынан олаталарының Пугачев — Салауат Юлаев күтәрелештәрендә ҡатнашып, башҡорт ғәскәрендә вазифа биләгән булыуҙары, йәнә шул дәүерҙә йәшәгән Бикҡол исемле олатаһының Йәсәүи тәриҡәте шәйехтәренең береһе булып, ишанлыҡ дәрәжәһенә өлгәшеүе тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә ғәйәт ҡыҙыҡлы. Унан ҡалған ҡулъяҙма китаптарҙың береһендә: “Был мөбәрәк китапты 85 йәшемдә күсереп яҙҙым. Балаларыма мираҫ булһын”,— тигән һүҙҙәр һаҡланған. Бикҡол ишан бөтөн ғүмере буйы китап күсереү эше менән мәшғүл булған. Күренеүенсә, Фәтхелҡадир Сөләймәнов (Әбделҡадир Инан) үҙ халҡының бай һәм үҙенсәлекле рухи мәҙәниәт донъяһында, күркәм милли традициялар ерлегендә тәрбиәләнеп үҫә. Уның шул замандағы күренекле мәҙрәсәләрҙә белем алыуы, йәш сағынан уҡ ғилми эҙләнеүҙәр, әҙәби ижад эше менән мауығыуы шәхес булараҡ формалашыуында ғәйәт әһәмиәтле роль уйнай. Фәтхелҡадир үҙенең тыуған ауылында олатаһы Мөхибулла хәҙрәттең ҡыҙына өйләнгән Ғәлим әфәнденең йәдитселек ысулы менән эшләүсе мәктәбендә башланғыс белем ала. “Ғәлим әфәнде яңыса фекерле ғилемле әҙәм ине. Китапханаһында иң һуңғы йылдарҙа баҫылып сыҡҡан бик күп әҫәрҙәр тупланғайны”,— тип яҙа был хаҡта Ә. Инан. Ошо ауыл мәктәбендә уҡыған йылдарҙа ул Ризаитдин Фәхретдинов, Заһир Бигиев кеүек әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен, йәғни, үҙе әйткәнсә, “яңы әҙәбиәткә ҡараған китаптарҙы” уҡый башлай. Артабан ул Ғәлим әфәнденең һәм атаһының теләге буйынса Силәбеләге ахун Хәким хәҙрәт мәҙрәсәһенә барып инә. Үҙенең Хәким хәҙрәт мәҙрәсәһендә уҡыған йылдары тураһында иҫкә алып, Ә. Инан унда иҫкесә уҡытыу һәм тәрбиә хөкөм һөрөүе, ошо мәҙрәсә ҡаршыһында Силәбе ҡалаһының алдынғы фекерле сауҙагәрҙәре һәм байҙары тарафынан төҙөлөп, йәдит ысулы менән уҡытыу индерелгән мәктәптең мөғәллимдәре менән күрешеп, уларҙан уҡыу өсөн китаптар алып тороуы тураһында яҙа. 1904 — 1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышы осоронда Фәтхелҡадир нәҡ ошо Силәбе ҡалаһында була. Бер мәлде, һуғышта еңелеп, үҙ төйәктәренә ҡайтып барыусы рус һалдаттары уны күреп ҡалып: “Был көсөк япон балаһы ҡайҙан килеп сыҡҡан бында?”— тип, тотоп алып туҡмап ташлайҙар. “Япондарҙан еңелеүҙәренең үсен минән алырға булды былар. Мине улар ҡулынан полиция аралап алды. Был япон балаһы түгел, тип аңлатты. Йөҙөм монгол ҡиәфәтле булғанлыҡтан, һалдаттар мине япон балаһы тип уйлаған”,— тип хәтерләй Әбделҡадир. Тиҙҙән Силәбелә, Рәсәй ғәскәренең һуғышта еңелеүе сәбәпле, забастовкалар, демонстрациялар булып үтә, революцион хәрәкәт бер килке көсәйеп ала. Бындай ваҡиғалар, үҫмер йәштә генә булһа ла, уға ғәйәт ҙур йоғонто яһай. Рәсәй йәмғиәтендә барған үҙгәреш елдәре уның күңеленә лә килеп ҡағыла. Был хаҡта ул үҙе лә: “Йәшем бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, мәҙрәсәләге тынғыһыҙҙарҙың лидеры инем”,— тип иҫенә төшөрә. Силәбенән һуң (1905 йылдың аҙағында булһа кәрәк) Фәтхелҡадир Троицк ҡалаһындағы ул ваҡытта инде киң билдәле “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенә барып урынлаша. Йәнә Ә. Инандың иҫтәлектәренә мөрәжәғәт итәйек: “Был мәҙрәсәнең рәсми етәксеһе — башҡорт, түңгәүер ырыуының ғөләмә кешеһе шәйех Зәйнулла. Ул заттың сәйәси ҡарашы рус идараһына ышанысһыҙ күренеп, бер заман Рәсәйҙең мосолмандар булмаған виләйәтенә һөрөлдө, бер ни тиклем ваҡыттан Троицкиға ҡайтты, ҡаланың сит бүлеге булған Мамуриә мәхәлләһендә ҙур мәҙрәсә бинаһы төҙөтөп, шәкерттәр тупланы. Бында шәкерттәр башлыса башҡорт һәм ҡаҙаҡ-ҡырғыҙ өлкәләренән йыйылғайны. Зәйнулла хәҙрәт был өлкәләрҙең мәшһүр шәйехенә һәм мөҙәрисенә әүерелде. Бөйөк исламсы Шиһабетдин Мәржәни һәм бөйөк төрөксө Исмәғил Гаспринскийҙың фекерҙәше һәм хөрмәт итеүселәре иҫәбенән булды, уларҙың хеҙмәттәрен шәкерттәренә тәҡдим итә торғайны”. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә был йылдарҙа шәйех Зәйнулланың улы, алдынғы ҡарашлы хәҙрәт Ғабдрахман Рәсүли мөдир булып тора. Троицкиҙа уҡыған йылдар Фәтхелҡадирҙың донъяны танып белеүендә мөһим роль уйнай, ошо уҡ ваҡытта ул, 1908 — 1910 йылдарҙа, ваҡытлы матбуғат биттәрендә тәүге публицистик һәм этнографик мәҡәләләрен баҫтыра. Миҫал өсөн “Ваҡыт” гәзитендә донъя күргән “Башҡорттарҙа тупраҡ мәсьәләһе”, “Башҡорт ғөләмәһе”, “Ҡырғыҙ сәхрәләренән” тигән мәҡәләләрен атап үтергә мөмкин. Ижадының ошо башланғыс осоронда автор үҙен, М. Х. Нәҙерғолов билдәләүенсә, “халыҡ яҙмышына битараф булмаған, ғилем һәм мәғрифәтте юғары баһалаған, тормош һәм заман тураһында ярайһы уҡ киң фекер йөрөткән шәхес итеп таныта”. 1909 йылдың йәйге айҙарында Тубыл буйындағы ҡаҙаҡтар араһында бер бейҙең балаларын уҡыта. Был иһә уға ҡаҙаҡтарҙың тормошо, көнкүреше, йолалары менән аҙмы-күпме танышырға мөмкинлек бирә. Алда телгә алған мәҡәлә лә нәҡ шуның һөҙөмтәһендә ижад ителә. Һуңынан уға үҙенең әлеге “Ҡаҙаҡ сәхрәләренән” тигән мәҡәләһенең Ырымбурҙағы “Ваҡыт” гәзитенән Истанбулда нәшер ителгән “Таариф-и мөслимин” журналының 1910 йыл 12 һанында күсереп баҫылған булыуы тураһында мәғлүм була. 1914 йылда Фәтхелҡадир “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлай, мөғәллимлек итә, күпмелер ваҡыт, армияға алынып, хәрби хеҙмәттә йөрөп ҡайта. 1915 йылда Өфөлә мосолмандарҙың ул саҡтағы Ырымбур Диниә назаратында дин ғилемдәренән имтихан тотоп, мөҙәррис дәрәжәһенә танытма ала. 1914 — 1916 йылдарҙа “Шура” журналында бер нисә шиғыры, “Башҡорт йәйләүендә”, “Ил өсөн”, “Ҡасҡын”, “Үләт” тигән хикәйәләре донъя күрә. 1917 йылдың Февраль инҡилабынан һуң үҙе хеҙмәт иткән гарнизон һалдаттары уны Екатеринбургтағы Урал өлкәһе эшсе, крәҫтиән һәм һалдаттар Советының II съезына делегат итеп һайлай. Унда ҡатнашыуы хаҡында Инандың “Хәтирәләр”ендә ошондай мәғлүмәттәр бар: “Сафаров тигән әрмән, Крестинский, Тунтул кеүек коммунистар съездың етәксе комитеты ағзалары ине. Был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс, Мәскәүҙә Кремль һарайында осрашҡан Ҡазан татары коммунист Сәйетғәлиев менән тап ошо Екатеринбург съезында танышҡайным. Ул да Екатеринбургта торған бер полкта һалдат булып хеҙмәт итә икән. Был съезда күпселекте большевиктар тәшкил итте. Урал өлкәһе эшселәр өлкәһе булыуы менән мәшһүрлек ҡаҙанғайны”. 1917 йылдың сентябрендә үҙенең тыуған яғында — Арғаяш төбәгендәге Иштебай ҡәрйәһенә мөғәллим итеп һайлана. 1914 йылда уҡ Әхмәтзәки Вәлиди кәңәше менән башлаған ғилми эшен — алтай, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк һәм, ғөмүмән, төрки халыҡтарының фольклорын, этнографияһын, динен, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен үҙ аллы өйрәнеүҙе дауам итә. 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт мәркәз өлкә (үҙәк) шураһы Башҡорт автономияһын иғлан иткән көндән башлап Фәтхелҡадир үҙ төбәгендә тулыһынса башҡорт халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә. Урал аръяғының башҡорттар йәшәгән олостарында халыҡ йыйылыштарын ойоштороуҙа ҡатнаша, ҡыҙылдар тарафынан ҡулға алынып, Советтарҙың Екатеринбургта үткәрелгән съезында делегат булып ҡатнашыуы тураһындағы танытмаһын күрһәтеп, ҡотолоп ҡала. (“Командир мине азат итте, арҡаҙаштарымды Екатеринбургка алып китте. Уларҙы бер аҙнанан ебәрҙеләр. Екатеринбургта большевик етәкселәре мәҙәниәтле кешеләр ине”.) 1918 йылдың яҙ башында, Мәтәл олосонан Силәбелә үткәреләсәк Урал өлкәһе мосолмандарының съезына делегат итеп һайланып, уның эшендә ялан-ҡатай башҡорттарынан Ғәлимйән Таған менән бергә ҡатнаша. “Башҡорттарҙан ни бары 10 кеше инек. Съездың башҡа делегаттарының барыһы ла Башҡортостан мөхтәриәтенә ҡаршы булған татарҙарҙан һайланғайны”,— тип хәтерләй аҙаҡ Ә. Инан. Шул көндәрҙә граждандар һуғышы тарихында киң билдәле чехословактар күтәрелеше ҡубып китеп, Силәбе тулыһынса уларҙың ҡулына күсә, башҡорт хәрәкәтенә хаслыҡ ҡылыусы әлеге татар коммунистарын чех һалдаттары, ҡулға алып, төрмәгә ултыртып ҡуя. Шуның артынса уҡ ваҡытында Ырымбурҙан большевиктарҙың золомлоғо арҡаһында ҡасып китергә мәжбүр булған Башҡорт хөкүмәте һәм уның юлбашсыһы Әхмәтзәки Вәлиди Силәбегә килеп урынлаша. Башҡорт хөкүмәте, йыйылыш үткәреп, мөһим ҡарарҙар ҡабул итеп, үҙенең эшмәкәрлеген яңынан йәйелдереп ебәрә, башҡорт ғәскәрен ойоштороу дауам итә. Барса был ваҡиғалар булып үткән ул көндәр Фәтхелҡадирҙың, бик ныҡ арығанлығы арҡаһында, арҡаҙаштарынан рөхсәт алып, 15 көнгә әсәһенең тыуған ауылына ял итергә киткән ваҡытҡа тура килә. Әммә, Силәбегә килеү менән, ул Башҡорт хөкүмәтенең эшенә ҡушылып китә. (“Силәбелә беҙҙекеләр сиктән тыш көсөргәнешле эшмәкәрлектә ине. Мин ял итеп ятҡан көндәрҙә бер нисә аҙна элек хыялыбыҙға ла кермәҫлек бөйөк ваҡиғалар булған. Ике аҙна эсендә башҡорт полктары ойошторолған, минең тыуған ауылым янында ҙур һуғыштар ҙа булып үткән, башҡорт ғәскәренең батырлығына һәм ҡаһарманлығына чехословактар хайран ҡалған һәм юғары баһалаған. Башҡорт хөкүмәте татар коммунистарының “Урал” гәзите урынына “Башҡорт” гәзитен сығарырға ҡарар иткән, баш һәм яуаплы мөхәррир итеп мине тәғәйенләгән”.) Теүәл бер йыл элек Ырымбурҙа баҫыла башлап, артабан большевиктар тарафынан туҡтатылған “Башҡорт” гәзите, шулай итеп, 1918 йылдың 18 июнендә үҙенең йәшәүен яңынан дауам итеп алып китә. Фәтхелҡадир Сөләймәнов шул уҡ йылдың авгусына тиклем ошо гәзитте мөхәррирләү эше менән мәшғүл була. Сентябрҙә Башҡорт хөкүмәте вәкилдәре менән бергә Ырымбурға юллана. Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәри идара был ваҡытта атаҡлы Башҡорт халыҡ йорто Каруанһарайҙа урынлашҡан була. Уның үҙенең иҫтәлектәренән күренеүенсә, Ә. Инандың ҡайһы бер биографтарының “1917 йылғы Февраль буржуаз-демократик революцияһын Ф. Сөләймәнов Ырымбурҙа ҡаршылай” тип раҫлауы дөрөҫлөккә тап килмәй. Асылда унда 1918 йылдың сентябрь аҙағында ғына бара. “Хәтирәләр”ҙә нәҡ ошо хаҡта ул: “Ырымбурҙы беренсе тапҡыр күреүем булды. Был ҡала тураһында ғаиләмдә бик күп хикәйәләр ишеткәйнем. Ҡаланың башҡорт ҡаны һәм һөйәктәре өҫтөндә төҙөлгәнлеге хаҡында бәләкәйҙән белә инем”,— тип яҙа. 1918 йылдың ноябрь аҙағында Фәтхелҡадир йәнә үҙенең тыуған төбәгенә әйләнеп ҡайта. Үҙе ул ошо хаҡта: “1919 йылдың ҡышын мөғәллим булып үткәрергә ҡарар иттем. Үҙебеҙҙең хөкүмәттән хәбәр ала алмай инек”,— тип хәтерләй. Нәҡ ошо ваҡытта Себерҙә, Омск ҡалаһында генерал Колчак Рәсәйҙең “Юғары хакимы” (“Верховный правитель”) тип иғлан ителә. Колчак Башҡорт ғәскәрен тарҡатыу тураһында махсус фарман сығара. Башҡорт хөкүмәте ике ут араһында тороп ҡала. Ниһайәт, 1919 йылдың мартында Совет хөкүмәте менән Килешеү төҙөп, Башҡорт хөкүмәте ҡыҙылдар яғына сығырға мәжбүр була. Әммә был ваҡиғалар хаҡында мәғлүмәт Колчак диктатураһы аҫтында ҡалған төбәктәргә тиҙ генә барып етмәй. Фәтхелҡадир 1919 йылдың яҙғы-йәйге айҙарына тиклем Арғаяш төбәгендә (Башҡорт автономияһы тураһында Килешеү төҙөлгәндән һуң — Арғаяш кантоны) мөғәллимлек эшен дауам итә, Колчак ғәскәре сигенгән ваҡытта, ҡыҙылдарҙан ҡурҡып Себергә күсергә йыйынып бөткән яҡташтары араһында халыҡты атай-олатайҙар төйәгенән ҡуҙғалмаҫҡа өндәп, милләтебеҙ яҙмышы өсөн мөһим эштәр башҡара. Төбәк Колчак ғәскәренән азат ителгәс, Арғаяшта кантон идараһы ойошторола, Фәтхелҡадир Сөләймәнов кантондың ревком рәйесе итеп тәғәйенләнә. Тиҙҙән Фәтхелҡадир Арғаяш кантоны хәрби комиссары Хафиз Ҡушаев менән бергә Башҡорт хөкүмәтенең саҡырыуы буйынса Стәрлетамаҡҡа килә. Бында ул Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы Мәғариф комиссариатының ғилми комиссияһына етәкселек итә. 1919 йылдың аҙағы — 1920 йылдың баштарында Әхмәтзәки Вәлиди менән бергә Советтарҙың Мәскәүҙәге XII съезында, мөһим кәңәшмәләрҙә ҡатнаша. Шул уҡ осорҙа күпмелер ваҡыт Петроградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан Башҡорт дивизияһы составында булып, сәйәсәт бүлегендә “Салауат” исемле гәзиттең мөхәрририәт ағзаһы вазифаһын башҡара. Мөмкинлектән файҙаланып, Петроград китапханаларында фән менән шөғөлләнеү форсатын да таба. Петроград ҡала Советы тарафынан дивизияға бүләк ителгән китаптар һәм Башҡортостан хаҡындағы архив материалдарын алып ҡайтып, республиканың ғилми әҙәбиәт фондын ойоштороу хәстәрлеген күрә. Бер үк ваҡытта ғилми-әҙәби ижад эшмәкәрлеген дә дауам итә. Стәрлетамаҡта сағында, “Аҡшан батыр” драмаһы сәхнәгә ҡуйылғанда, бер ҡаһармандың ролен үҙе уйнай. Уның әҙәби мираҫында шул уҡ йылдарҙа ижад ителгән “Салауат батыр” исемле биш шаршаулы тарихи драмаһы һаҡланып ҡалған. Милли әҙәбиәтебеҙҙә был Салауат образына арналған тәүге күләмле әҫәр иҫәпләнә. 1920 йылдың 19 майында Үҙәк Совет власының “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында”ғы билдәле ҡарарынан һуң, Башҡорт республикаһының хоҡуҡтарын ҡыҫыу сәйәсәтенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп, Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның көрәштәштәре Башҡортостандан китергә мәжбүр була. Башҡорт лидерҙары башта Урта Азияла большевиктарға ҡаршы көрәшеүсе баҫмасылар хәрәкәтендә ҡатнаша. Ф. Сөләймәнов Ташкентта мәктәп директоры, уҡытыусы була, “Аҡ юл” гәзитендә Әбделҡадир Йылҡыбай имзаһы менән төрки халыҡтарының тарихы, этнографияһы, фольклорына арналған мәҡәләләр баҫтыра. “Төркөстан йәшерен Милли берлеге комитеты” йөкмәтеүе буйынса Ташкенттан Сәмәрҡәндкә барып, большевиктарға ҡаршы һуғыш хәрәкәте алып барған партизандар төркөмөндә ҡатнаша. Артабан да мөһим хәрби заданиеларҙы үтәп, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә. 1923 йылдың февралендә, Төркөстанда милли-азатлыҡ хәрәкәте уңышһыҙлыҡҡа осрағандан һуң, Әхмәтзәки Вәлиди һәм Фәтхелҡадир Сөләймәнов, иң элек Иранға сығып, Афғанстанда (1923), Һиндостанда (1924) туҡталып, Европа ҡалаларынан Марсель (1924), Париж, Берлин (1925) аша үтеп, 1925 йылдың июлендә Төркиәгә етеп, Истанбул ҡалаһында урынлаша. Ошо ваҡыттан башлап уның бөтөн ҡалған ғүмере Төркиәлә үтә, унда теүәл ярты быуат буйы төрки халыҡтарының тарихы, этнографияһы, фольклоры менән шөғөлләнеп, үҙенең бөйөк замандашы Әхмәтзәки Вәлиди менән бергә ул фән һәм ғилем майҙанында исеме бөтөн донъяға дан ҡаҙанған атаҡлы ғалим булып таныла. Бында ла тормош юлы тип-тигеҙ һәм еп-еңел булмай, әлбиттә. Әммә ғүмеренең аҙағына хәтлем фәнгә, ғилемгә тоғро булып ҡалды, иң ауыр ваҡыттарҙа ла төшөнкөлөккә бирелмәне, бөтөн донъя төркиәтендә оло әһәмиәт ҡаҙанған хеҙмәттәр ижад итте. Истанбулға барыу менән, уны иң элек профессор Фуат Көпрулу ярҙамында Төркиәт институтына төркиселек ассистенты итеп эшкә алалар. Бында килгәнсе, Германияла саҡта яҙған “Китабы де-деи Ҡурҡот хаҡында” тигән күләмле мәҡәләһе Төркиәт мәжмүғәһенең беренсе томына урынлаштырыла. Төркиәлә ул тәүге осорҙа төрлө журналдарҙа Төркөстанлы, Төрөкмән, шулай уҡ Әбделҡадир, Иҙел уғлы һымаҡ псевдонимдар аҫтында мәҡәләләр баҫтырып сығара. (Уның йәнә Ә. Башҡорт, Олоҡатай уғлы тигән псевдонимдар менән дә мәҡәләләр баҫтырыуы тураһында мәғлүмәттәр бар. 30-сы йылдар уртаһында ул Әбделҡадир Инан булараҡ киң танылыу таба.) 1927 йылда Әхмәтзәки Вәлиди менән бергә “Яңы Төркөс-тан” журналын ойоштороп, уның өсөн күп кенә мәҡәләләр яҙа. 1928 йылда арҡаҙаштары менән бергә “Халыҡ белгеһе хәбәрҙәре” мәжмүғәһен нәшер итә. 1929 — 1930 йылдарҙа “Төркиә халыҡ белгеһе берекмәһе” танытмаһы менән Хәсәнҡала, Эрзерум, Эрзинжан ҡалаларында һәм уларҙың әйләнә-тирәһендә, Ғазиантеп виләйәтендә фольклор материалдары йыйнау менән шөғөлләнә. Шул тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ғәйәт ҡиммәтле ғилми мәҡәләләре донъя күрә. 1933 йылдың февралендә Анкараға саҡырылып, Төрөк тел ҡоромоноң (“Түрк дил ҡурумы”) махсус кәтибе вазифаһына тәғәйенләнә. Шул уҡ йылдың көҙөндә Төрөк Республикаһының президенты Кемаль Ататөрк тарафынан ҡабул ителә. Төрөк профессоры Хикмәт Танйу әйтеүенсә, Ататөрк Әбделҡадирҙың ғилми әҙерлекле, киң мәғлүмәтле, егәрле булыуын, өлгө алырҙай ғалим икәнлеген бик тиҙ аңлай һәм юғары баһалай. Президенттың уға күрһәткән илтифаты, Ә. Инанға профессор исеме бирелеү менән бәйле ошондай ваҡиға хаҡында бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле иҫтәлек һаҡланған: “1935 йылда Ататөрк, тәрк милли мәҙәниәтен уртаға ҡуйып өйрәнеүҙе ойоштороу өсөн Анкарала тел, әҙәбиәт һәм география факультеты булдырырға ҡарар иткәс, унда эшләйәсәк ғалимдарҙан хәтеренә иң башта Әбделҡадир Инан килә. Уны янына саҡыра, яҡын күреп, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән: — Һин был факультетта Шәреҡ төрөк телдәрен тикшереү менән шөғөлләнерһең һәм дәрес бирерһең, һине профессор итербеҙ,— тигән. Әбделҡадир Инан рәхмәт белдерә. — Дипломымды һуғыш барышында юғалттым. Хәҙер ҡулымда дипломым юҡ,— мәғәнәһендә яуап бирә. — Мин һинән диплом һорамайым. Дәүләт рәйесе сифатында был хоҡуҡты һиңә мин бирәсәкмен. Мәҙәниәт министры Саффет Арыҡан да риза булыр. Ғилми әҫәрҙәре булмаған бер нисә профессорҙың дипломдары бар. Мин диплом түгел, ғилми әҫәр һәм фәнни ысулға таянған тикшеренеүҙәр күрергә теләйем,— ти Ататөрк һәм шунан мәғариф министрына Әбделҡадир Инанды профессор итеп тәғәйенләргә телдән әмер биреп, тәҡдимдәр яһай. Шулай итеп, Әбделҡадир Инан 1936 йылдың 18 ғинуарында, 5320-се һанлы танытма алып, мәғариф министры Арыҡан имзаһы нигеҙендә профессор вазифаһын башҡара башланы” (Хикмәт Танйу. Профессор Әбделҡадир Инан //Ағиҙел, 1994, № 2, 155-се бит.). Анкара университетында ул алтай, тува, хакас, яҡут (саха) һ. б. телдәр буйынса дәрес бирә. Әбделҡадир Инан, бөтөн төрки телдәре менән бер рәттән, ғәрәп, фарсы, рус, немец телдәрен бик яҡшы белә, үҙенең ғилми хеҙмәттәрендә шул телдәрҙә сыҡҡан материалдар һәм сығанаҡтар менән иркен эш итә. Уның ғүмеренең 1936 йылдан алып 1944 йылға тиклем 9 йыл буйы Анкара университетының тел, тарих, география факультетында профессор вазифаһын башҡарған дәүере айырыуса емешле була. Ошо ваҡыт эсендә уның төрки халыҡтарының фольклорына, боронғо ырым-йолаларына, тел, музыка, художестволы әҙәбиәт ҡомартҡыларына арналған 100-ҙән артыҡ хеҙмәте баҫылып сыға. Ул төрки халыҡтарының эпосы, айырыуса ҡырғыҙҙарҙың “Манас” әҫәре буйынса ҙур белгес булараҡ абруй ҡаҙана. Төрки һәм монгол халыҡтарында мосолман диненә тиклемге ышаныуҙар, шул иҫәптән шаман-лыҡ ҡалдыҡтары мәсьәләһен тикшереү өлкәһендә ҙур белгес булып таныла. Башҡорттар һәм Башҡортостанға арналған “Башҡорттарҙың Рәсәйгә ҡаршы көрәш тарихы” (1933), “Башҡорт туйы” (1943), “Башҡорт-рус һуғышы” (1943) тигән мәҡәләләре донъя күрә. Әммә 1944 йылда, фашистик Германияның еңелә барыуы айҡанлы Төркиәлә сәйәси йүнәлеш ҡырҡа үҙгәреп, милли хәрәкәт, дөйөм төрки берҙәмлек идеялары ҡыҫымға алына. Әхмәтзәки Вәлиди, ҡулға алынып, төрмәлә ултырып сыға. Уның яҡын арҡаҙашы булараҡ, Ә. Инанды ла дәрәжәһенән һәм биләгән вазифаһынан мәхрүм итәләр. Ғалим ауыр хәлдә тороп ҡала, уға факультетта тәржемәсе, өйрәтеүсе кеүек вазифа бирелеп, аҙ ғына эш хаҡына элекке дәрестәрен дауам итергә тура килә. 1955 йылдан алып, факультетта эшләү менән бергә, Төрөк тел ҡоромонда баш белгес булып хеҙмәттәшлек итә. 1964 йылдан, 1971 йылда (82 йәшендә!) пенсияға киткәнгә ҡәҙәр, Төрөк мәҙәниәте институтында эшләй. “Был институтта эшләгән сағында айына ни бары 500 лира эш хаҡы ала торғайны”,— тип яҙа Хикмәт Танйу. Әммә, нисек кенә булмаһын, институттың баҫма органы — “Төрөк мәҙәниәте” мәжмүғәһендә, йыллыҡ йыйынтыҡтарҙа бер-бер артлы ғилми мәҡәләләре донъя күрә. 1968 йылда иһә иң мөһим баҫмаларының береһе — “Мәҡәләләр һәм тикшеренеүҙәр” исемле китабының беренсе киҫәге нәшер ителә. Әбделҡадир Инандың ғилми эшмәкәрлеге дөйөм алғанда алты тиҫтә йыл буйы дауам итә. (Был эште күп ваҡыт, ниндәй вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, үҙ алдына һәм үҙенең фәнгә бирелгәнлеге арҡаһында алып бара.) Уның 350 ғилми хеҙмәте баҫылып сыға. Алда билдәләп үтелгәндәрҙән тыш, Йософ Баласағунлының “Ҡотаҙғу белек”, Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуани лөғәт әт-төрк” әҫәрҙәрен, “Кодекс куманикус” һәм “Сыңғыҙнамә” һымаҡ ҡомартҡыларҙы өйрәнеүгә арналған хеҙмәттәре төркиселек фәнен үҫтереүҙә ғәйәт ҙур өлөш булып иҫәпләнә. Башҡорт халҡының бөйөк улы, данлыҡлы төркисе ғалим Әбделҡадир Инан (Фәтхелҡадир Сөләймәнов) 1976 йылдың 1 ноябрендә 87 йәшендә Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала яҡты донъя менән хушлаша. Аҙаҡ килеп, шуны әйтергә кәрәк: милләтебеҙҙең был арҙаҡлы улы тураһында заманында һис тә хәҡиҡәткә тура килмәгән, асылда ялған хәбәрҙәр таратылды. Йәнәһе, ул үҙенең башҡорт булыуын онотҡан, үҙ халҡы менән ҡыҙыҡһыныуы ла шул хәтлем генә һ. б. тип яҙыусылар булды. (Хәйер, тоталитар режим осоронда бүтән төрлө яҙырға ла ярамағандыр.) Әммә был бөйөк шәхес һәм ғалим үҙенең булмышында ла, ғилми эшмәкәрлегендә лә бер ҡасан да үҙ халҡы, үҙенең тыуған Уралы тураһында онотмаған. Был хаҡта ошондай һүҙҙәрҙе килтереп үтеү урынлы булыр: “Ватанын һағыныуы һис бер ваҡыт һүрелмәне, ундағы тормошон ҡабат-ҡабат иҫенә төшөрөр ине. 1912 йылда баҫылған шиғыры быға иң гүзәл үрнәк: Йөрәккәйем яна, йәнем һыҙлай, Урал, һиндә дошман күргәндә. Зекерем һин, Урал, тәсбихем һин, “Урал” тирем гүргә кергәндә”. (Сәғиҙә Арыҫланбәк. Профессор Әбделҡадир Инан //Ағиҙел. 1994, №2, 159-сы бит.) Әбделҡадир Инан тураһында ошо уҡ авторға тағы бер ҡат мөрәжәғәт итәйек: “Төркиәлә ғилми тикшеренеү эшен вафатына тиклем дауам итеп,— ти ул, — китапханаларыбыҙҙа иҫәпһеҙ әҫәрҙәр һәм сығанаҡтар ҡалдырҙы. Ҡырғыҙҙарҙың илебеҙҙә бик аҙ билдәле булған “Манас” дастанын да был бөйөк инсан арҡаһында беләбеҙ... Библиографик мәғлүмәте шул тиклем киң булды, уның янында белешмә китабы асып тороуҙың кәрәге булмай торғайны”. Ғалимдың донъя төркиселек фәнендә ҙур урын алған бай ғилми мираҫын үҙ халҡына ҡайтарыу эше алда торған бурыс булып ҡала әле. Ә инде был мираҫты өйрәнеү, Ә. Инандың тормош юлын һәм ғилми эшмәкәрлеген төрлө яҡлап тикшереү эштәре хәҙер йылдан-йыл киңәйә бара. Ә. Инандың хәҙерге ваҡытта Төркиәлә бер улы һәм бер ҡыҙы иҫән-һау йәшәп ята. Улы урман инженеры, ҡыҙы — уҡытыусы. Бөйөк заттың нәҫел ағасы дауам итә. (Рәшит Шәкүр) 2005 й.