Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Фәрит Иҫәнғолов (1928—1983)

Фәрит Әхмәдулла улы Иҫәнғолов 1928 йылдың 6 мартында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыманбашы ауылында тыуған. Бала сағы Үтәймулла ауылында уҙа.

1935 — 1945 йылдарҙа ул урта мәктәптә уҡый. 1945 — 1949 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем ала.

1949 — 1951 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар урта мәктәбендә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, завуч булып эшләй. 1951 йылда Башҡортостан китап нәшриәтенә күсерелә, художестволы әҙәбиәт редакцияһында редактор, өлкән редактор сифатында 1957 йылға тиклем эшләй.

1957 йылда “Ағиҙел” журналының баш редактор урынбаҫары итеп үрләтелә. 1958 — 1960 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәбиәт курсын тамамлап ҡайтҡандан һуң 1965 йылға тиклем “Ағиҙел” журналының баш редактор урынбаҫары, Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты булып та эшләне.

Фәрит Иҫәнғоловтың тәүге шиғырҙары урта мәктәптә уҡыған мәлдә үк “Йәш төҙөүсе” гәзитендә баҫыла башлай. Ләкин Фәрит Иҫәнғолов башҡорт әҙәбиәтендә прозаик булып танылды. Уның әҙәбиәткә ныҡлы әҙерлек менән килеүе инде 1950 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылған “Ҡотлоәхмәт ҡарт” тигән тәүге хикәйәһендә үк яҡшы беленә ине.

Артабан инде ул мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендә айырата активлыҡ күрһәтә башлай. Бер-бер артлы баҫылған “Тәүге һынау”, “Баҫҡыс”, “Хәмит күпере”, “Быйыл йәй” һәм башҡа хикәйә һәм повестарын туплаған китаптары әһәмиәтле урын тоталар. Яҙыусы өлкәндәр өсөн күп һанда хикәйәләр һәм уҡыусыларҙың ихтирамын яуларға өлгөргән “Аҡҡошом минең”, “Алтынбикә”, “Фәниә” повестарын яҙҙы.

60-сы йылдарҙың икенсе яртыһынан алып Фәрит Иҫәнғолов башлыса ҙур эпик полотнолар өҫтөндә эшләне. “Арыш башағы”, “Ир-егеткәй менән ат башы”, “Һәйкәлдәр тереләр өсөн” (“Артылыш”) кеүек романдары барлыҡҡа килде.

“Арыш башағы” романы өсөн уға республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы (1970) бирелде.

Фәрит Иҫәнғоловтың байтаҡ әҫәрҙәре рус теленә тәржемә ителеп, Мәскәүҙә баҫылып сыҡты. Балалар өсөн яҙылған “Председатель малайы” повесы рус теленән башҡа молдаван, татар, эстон, тажик телдәрендә баҫылды.

Яҙыусы шулай уҡ тәржемә өлкәһендә лә байтаҡ шөғөлләнде.

1956 йылдан алып Яҙыусылар союзы ағзаһы булды.

БАРЫҺЫ ЛА КЕШЕЛӘРГӘ ҠАЛА Фәрит Иҫәнғолов һәм уның ижады тураһында күп һөйләргә булыр ине. Нисектер шулай килеп сыҡты, беҙҙең өсөн өлкән быуын яҙыусыһы иҫәпләнһә лә, мин уның тәүге ижади аҙымдарын, тәүге әҫәрҙәре баҫылыуын да хәтерләйем. Сөнки был мәлдә Фәрит ағай йәмәғәте Зөбәржәт апай менән ауыл мәктәбендә беҙгә әҙәбиәт уҡыталар ине. Ә һуңыраҡ, үҙем дә әҙәбиәт донъяһына килгәс, Фәрит Иҫәнғолов ижады хаҡында йыш ҡына матбуғатта сығыш яһарға, “Арыш башағы”, “Ир-егеткәй менән ат башы” (“Артылыш”), “Һәйкәлдәр тереләр өсөн” романдарын анализлап ҙур-ҙур мәҡәләләр яҙырға, әҙәбиәт көндәренә, ижади командировкаларға бергә барырға, яҙыусыларҙың төрлө йыйылыштарында, шул иҫәптән Мәскәүҙә РСФСР Яҙыусылары союзы идараһында, ундағы проза советында әҫәрҙәрен тикшереүгә ҡуйғас, төп докладсыларҙың береһе булырға һәм, аҙаҡ килеп, “Сыуаҡ көндәр” исемле һуңғы романы буйынса ла фекер алышыуҙа ҡатнашырға, нәшриәттә сыҡҡан баҫмаһына баш һүҙ бирергә лә тура килгәйне. Ләкин быларҙың барыһы хаҡында һөйләп бөтөү мөмкин түгел, хәтирәләр бер төйөнгә төйнәлеп, үҙ ҡарашым менән баһаланып та бөтмәгән, минең өсөн быға, иҫтәлектәргә сумырға, бәлки, ваҡыты ла етмәгәндер. Әлегә мин шуны ғына әйтә алам: беҙҙе, йәшерәктәрҙе, талантлы өлкән яҙыусының баҫалҡылығы, яҡты юморлы, образлы тапҡыр теле, уйламайса дыуамал әйтелгән һүҙгә ҡарата олпат сабырлығы, кешеләр менән ихлас аралашырға яратыуы, һәр кем менән тиҙ генә уртаҡ тел таба алыуы хайран ҡалдыра торғайны. Әҫәрҙәренә ҡарата тәнҡит һүҙҙәре әйткәндә лә ул, тәнҡитләүсене дәртләндергәндәй: “Һи-и...”, “ну малай...”, “ну, әй...” һымағыраҡ өндәр сығарып тыңлар, тәҡдимдәреңде яҙа барыр, тик иң аҙаҡтан ғына төҫөн боҙмай, тауышын үҙгәртмәй һәлмәк кенә: “Булды егеттәр: әйтеү — һеҙҙән, тыңлау—беҙҙән”,— тип үҙенсә мут йылмайып ҡына ҡуйыр ине. Эйе, былар барыһы — күҙ алдында. Нимәгә туҡталһаң да, ғәзиз, ҡәҙерле. Мин Фәрит Иҫәнғоловты үҙем өсөн яҙыусы, ижади шәхес итеп асҡан ике генә мәлгә туҡталырға теләйем хәҙергә. Тәүгеһе илленсе йылдарҙа ине. Беҙ Ҡырмыҫҡалы районы Биш-Уңғар мәктәбендә уҡып йөрөйбөҙ. Бер мәл: “Әҙәбиәт уҡытыусыһы Фәрит Иҫәнғолов саҡырыуы буйынса беҙгә ике яҙыусы килә, кис клубта осрашыу була”,— тигән хәбәр таралды. Ул саҡта бала-саға ғына түгел, ололар ҙа тере яҙыусы күргәндәре булмағандыр, әҫәрҙәрен китаптан уҡып, яттан һөйләп, үҙҙәрен изге итеп кенә күҙ алдына килтерәбеҙ. Теп-тере яҙыусыларҙың ябай кеше һымаҡ беҙгә килеүҙәренә бик үк ышанып бөтмәһәк тә, шаҡ ҡатып көтәбеҙ, клубҡа ике-өс сәғәт алдан барып, ҡыуып сығара күрмәһендәр тип, урман араһына ингән бәрәс көтөүеләй ололар араһына таралып, боҫоп, һеңеп ултырабыҙ... Бына бер саҡ урам яҡ ишек асылып китте лә унан әҙәбиәт уҡытыусыһы Фәрит Иҫәнғолов менән ике таныш булмаған ағай килеп инде. Уларҙың береһе буйға оҙон ғына, икенсеһе төпөшөрәк... Шунда уҡ клубтағы халыҡ — олоһо-кесеһе бер кешеләй аяғүрә баҫты, әлеге ағайҙарҙы, ниндәйҙер мөғжизә күргәндәй, илаһи йәндәр кеүек ҡаршы алды. Ҡунаҡтар халыҡ менән шығрым тулы залды үтеп, сәхнәгә күтәрелеп, өҫтәл артына урынлашмай тороп урынына ултырманы, балҡып, рухланып, аяғүрә алҡышлап торҙо... Халыҡтың китапҡа, әҙәбиәткә, әҙип һүҙенә ифрат ҙур ихтирамы ине был. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа шиғриәткә, гүзәллеккә, күңел нескәлегенә, лирикаға бигерәк тә сарсаған сағы ине. Әҙәби кисә ул көндө ғәжәп бер талпыныу, зал менән сәхнә араһындағы сафлыҡ, ихласлыҡ менән үткәйне. Халыҡ әҙиптәрҙе бик оҙаҡ ебәрмәне. Шунда ағайҙарҙың буйға оҙонорағы “клубта балалар булмаһа, мөхәббәт шиғырҙары уҡыр инем” һымағыраҡ фекер әйтте. Беҙҙең кеүек ыбыр-сыбырҙы ололар барыһы көлә-шаяра залдан, эскәмйә аҫтынан да ҡыуып сығара башланы. Аҙаҡ ысынлап та үтә ҡыҙыҡ мөхәббәт шиғырҙары уҡылды. “Уҡылды” тим, сөнки ҡыуһалар ҙа, шундай ҡыҙыҡтан нисек китәһең? Ул саҡтағы клубтар таштан һалынмаған, ишектән сыҡҡан булдыҡ та, таҡтаһын күтәреп, сәхнә артындағы иҙән аҫтынан йә тәҙрәнән ҡасып инеп тыңланыҡ. Аҙаҡ, белеүебеҙсә, был ике яҙыусының тәпәш буйлыһы — һөйкөмлө ағай — Сәғит Агиш, ә буйға оҙонорағы, бала-сағаны залдан сығарып, ололарға мөхәббәт шиғырҙары уҡығаны — Назар Нәжми булып сыҡты. Фәрит Иҫәнғоловтың улар менән һин дә мин һөйләшеп-көлөшөп йөрөүе, хатта ҡушарлап сығыш яһауы беҙҙең өсөн, әлбиттә, ғәжәп хәл ине. Уның “Ҡотлоәхмәт бабай” исемле тәүге хикәйәһе 1950 йылда уҡ баҫылып сыҡһа ла, яҙыусы булараҡ Фәрит Иҫәнғоловты белеп бөтөрмәгәнбеҙ. Яҙыусы булараҡ ул беҙҙең күңелгә һуңыраҡ — “Тәүге һынау” китабы, “Быйыл йәй” повесы менән килеп инде. Эҙләп алып, хайран ҡалып уҡый инек уларҙы. Ошонан һуң Фәрит Иҫәнғолов та теге саҡта ҡунаҡҡа килгән Сәғит Агиш, Назар Нәжми һымаҡ беҙҙең күҙ алдында ҡапыл ғына үҫеп тә китте. Әлбиттә, бала саҡ тәьҫире йылдар үтеү менән йыш ҡына үҙгәрә лә торған. Заман үҙе лә күп нәмәгә төҙәтмә индерә. Ул йылдарҙа илаһиҙар рәтендә йөрөткән ҡайһы бер исемдәр, әҫәрҙәре хатта хрестоматияларға инеп, яттан һөйләнеп йөрөткәндәре лә, йылдар үтеп, күҙ асыла төшкәс, ҡапыл ғына тоноҡланып ҡуйҙы. Ә Фәрит Иҫәнғолов менән улай булманы, малай саҡта алған тәүге һоҡланыу, илһамлы тәьҫир үҙгәрмәне, юғалманы. Яҙыусының күпселек әҫәрҙәре халыҡ күңеленә туранан-тура юл ярҙы, ижады баҙыҡлана, ҡабатланмаҫ күренешкә әүерелә барҙы. Унда ла Фәрит Иҫәнғолов яңынан-яңы әҫәрҙәр яҙыу менән генә сикләнмәне, төрлө жанрҙы һынап ҡараны, һәр саҡ хәрәкәттә, ижади эҙләнеүҙәр менән мәшғүл ине. Ысынлап та, “Тәүге һынау” исемле хикәйәләр йыйынтығы уҡ Фәрит Иҫәнғоловтың ижади йүнәлешен шаҡтай аныҡ билдәләгән һымаҡ ине. Ә артабан сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә (1953 — 1965) “Хәмит күпере,”, “Баҫҡыс”, “Быйыл йәй”, “Иләк йондоҙ”, “Кем”, “Бөҙрәкәй менән Сыбарҡай”, “Хәлимә менән Хәлим”, “Председатель малайы” һымаҡ төрлө йәштәге балалар өсөн тиҫтәнән ашыу китаптары донъя күргәс, Ф. Иҫәнғолов хаҡлы рәүештә балалар яҙыусыһы булып танылды. Ләкин ижад эволюцияһы бының менән генә сикләнмәне. 60-сы йылдарҙа Ф. Иҫәнғоловтың йәштәр тормошона, ғаилә, мөхәббәт мәсьәләләренә арналған, гражданлыҡ теремеклеген данлаған “Алтынбикә”, “Рәсимә”, “Фәниә”, “Аҡҡошом минең” һымаҡ повестарының бер-бер артлы баҫылып сығыуы, яҙыусыға инде ныҡлап “йәбешә” башлаған “балалар яҙыусыһы” тигән исем-билдәләмәне тағы ла киңәйтергә мәжбүр итте. Әҙәби тәнҡит Фәрит Иҫәнғоловты хәҙерге темаға яҙылған повестар оҫтаһы, йәштәр тормошон һәм психологияһын яҡшы белеүсе лирик рухлы яҙыусы тип баһаланы. Әлбиттә, был баһалауҙар дөрөҫ ине. Ләкин тиҙҙән уларға ла төҙәтмә индерергә тура килде. 1969 йылда Ф. Иҫәнғоловтың күптәр өсөн көтмәгәндә “Арыш башағы” тигән, тарихи-революцион темаға яҙылған романы донъя күрҙе, һуңынан ҙур булмаған арауыҡтар менән ошо уҡ темаға яҙыусының йәнә ике әҫәре — “Ир-егеткәй менән ат башы” һәм “Һәйкәлдәр тереләр өсөн” тигән романдары баҫылып сыҡты. Әлбиттә, яҙыусының күп иғтибарын һәм байтаҡ ижади ваҡытын алған “Ир-егеткәй менән ат башы”, ҡайтанан эшләнеп, “Артылыш” исеме аҫтында яңынан донъя күрҙе. Шуныһы ла мөһим, яҙыусы ниндәй генә темаға тотонмаһын — тарихҡамы, әллә бөгөнгө көн ваҡиғаларынамы, әйтеп үткәнсә, һәр әҫәрҙә уның тик үҙенә генә хас ижад манераһы, үҙенсәлекле ижад рухы, ҡабатланмаҫ стиль тәбиғәте ярылып ятты. Беҙҙең әҙәбиәттә традицион тарихи-революцион теманы ла ул яңыса — социаль күренештәрҙең әхлаҡи, рухи яғын асып һалыу күҙлегенән ҡарап хәл итте. Фәрит Иҫәнғоловтың 1950 йылда “Ҡотлоәхмәт бабай” исемле хикәйәһенән башланған ижад эволюцияһы, жанр һәм стиль өлкәһендәге тематик эҙләнеүҙәрҙең баҫҡыстары ана шулай тамамлана һымаҡ ине. Ләкин бына һуңғы йылдарҙа уның йәнә “Ҡайҙа һеҙ, Питер малайҙары?”, бигерәк тә “Һәммәһе лә ерҙә ҡала”, “Һабансы”, “Ҡышҡы йәйғор” кеүек нигеҙендә олпат аҡыл ятҡан, хискә, фәлсәфи дөйөмләштереүҙәргә бай күп кенә повесть һәм хикәйәләре донъя күреүе яҙыусының ижад офоҡтары киңәйә һәм тәрәнәйә генә барыуы хаҡында һөйләй ине. “Сыуаҡ көндәр” романына Фәрит Иҫәнғолов ана шундай эҙләнеүҙәр һәм табыштар аша, ҙур тәжрибә туплап килгәйне, ошоноң менән яҙыусының артабанғы ижадына ысынбарлыҡты тормошсан күп яҡлылыҡта, заманса һәм быуындар бәйләнешендә аналитик һүрәтләй алыу оҫталығының бағаналы магистраль юлына килеп сығыуы көн кеүек асыҡ ине. Эйе, бөгөнгөләй хәтерҙә... Беҙ, бер төркөм яҙыусылар, проза секцияһында Фәрит Иҫәнғоловтың ошо әҫәрен тикшереп сыҡтыҡ та күңелле шау-шыу менән һөйләшә-һөйләшә урам тултырып йәйәү ҡайтып киләбеҙ. — Зиһенде аса төштөгөҙ бит әле, егеттәр, — ти автор үҙе лә нисектер артығыраҡ әҫәрләнә төшөп, — нимәләр етешмәгәнен хәҙер үҙем дә күрәм. Шунан ул беҙгә һынамаҡ ҡарап алды ла көлөмһөрәп өҫтәп ҡуйҙы: — һеҙ әйткәндәрҙең, бәлки, барыһын да үтәп булмаҫ: әйтеү — һеҙҙән, тыңлау — авторҙан, шулай ҙа журналға тәҡдим иткәнсе эшләйем әле мин уны тағы бер аҙ... Был көндә беҙ ижад, әҙәбиәт, уның сифаты тураһында күп һөйләштек. Быға, бәлки, Башкортостан яҙыусыларының 1984 йылғы съезы яҡынлашып килеү ҙә сәбәпсе булғандыр. Фәрит Иҫәнғолов ошо съезда үҙенең проза буйынса доклад һөйләйәсәген иҫенә төшөрҙө, беҙҙең менән уның ҡайһы бер деталдәрен асыҡланы. — Әйтерен әйтеп, тураһын ярып һөйләргә иҫәп бар әле съезда, — тине ул аҙаҡ, әңгәмәне йомғаҡлағандай,— юҡһа яҙыусы һөнәре хәбәр һөйләүгә генә ҡайтып ҡала башланы. Талап кәрәк әле ул, художник оҫталығы, образлы хикәйәләү оҫталығы тураһында һөйләшеү кәрәк... Ләкин, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, Фәрит Иҫәнғолов теләктәрен ахырынаса тормошҡа ашырырға өлгөрмәне — “Сыуаҡ көндәр” романы ҡайтанан ҡаралманы, проза буйынса съезда һөйләнәсәк доклад та яртылаш яҙылған килеш яҙыусының эш өҫтәлендә ятып ҡалды, башҡорт прозаһының алтын бағаналарының береһе иртәрәк ауҙы, аяуһыҙ үлем уны ҡапыл беҙҙең аранан алып китте... Ләкин эшләп өлгөргәне менән дә Фәрит Иҫәнғолов башҡорт әҙәбиәтендә баһалап бөткөһөҙ ҙур урын алды, уның нескә хисле, көслө рухлы ижады ҡабатланмаҫ моң булып уҡыусы күңеленә һеңешеп ҡалды. “Һәммәһе лә ерҙә ҡала”. Үҙ яҙмышын алдан һиҙгәндәй, ҡыҫҡа ғүмерле, әммә кешеләр күңелендә изге орлоҡтар сәсеп ҡалдыра белеүсе ҡайнар йөрәкле шәхестәр тураһындағы һуңғы бер повесын яҙыусы шулай атағайны. Автор беҙҙең арала саҡта бик үк иғтибар ҙа ителмәгән тәрән мәғәнәле һүҙҙәр ҙә бар икән әҫәрҙә: “Кешеләр китә, ҡылған эштәре ерҙә ҡала. Тере ҡала. Тереләргә ҡала.” Ҙур моңһоулыҡ менән был һүҙҙәрҙе беҙ бөгөн яҙыусының үҙенә, уның тере ижадына ҡарата ла әйтергә мәжбүрбеҙ. Эйе, ҡылған эштәр, ижад ҡала. Тереләргә ҡала. Тере ҡала. (Роберт Байымов) 2003 й.