Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Фәниә Чанышева (1926)

Фәниә Ғафар ҡыҙы Чанышева 1926 йылдың 1 сентябрендә Башҡортостандың Бүздәк районы Иҫке Күҙәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1945 йылда тыуған ауылының урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә. 1949 йылды институтты уңышлы бөтөрөп сыҡҡас, Ҡыйғы районы Абзай урта мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә китә. Илленсе йылдарҙа Өфөлә Башҡортостан китап нәшриәтендә — редактор, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакцияһында әҙәби сотрудник булып эшләй.

Алтмышынсы йылдарҙың урталарынан башлап Фәниә Чанышева ныҡлап ижад эше менән шөғөлләнә. Гәзит, журнал биттәрендә күберәк педагогик темаларға мәҡәләләр, очерктар, хикәйәләр, шиғырҙар менән сығыш яһай.

Утыҙ йылға яҡын ижади эшендә өс проза китабы: “Һаумы, яҡты көн” (1981), “Мөхәббәт менән осрашыу” (1986), “Һағышлы һуҡмаҡтар” (1992), дүрт шиғырҙар йыйынтығы: “Ғүмер миҙгелдәре” (1974), “Иҫтә, һаман да иҫтә” (1979), “Боҙ һәм ялҡын” (1984), “Көҙгө сәскәләр” (1996) донъя күрҙе.

Фәниә Чанышева айырыуса йәштәрҙә гражданлыҡ яуаплылығы, юғары әҙәп-әхлаҡ принциптарын тәрбиәләүгә ныҡ иғтибар итә. Уның шиғырҙары әсәлек һөйөүе, тәрән лиризм тойғолары менән һуғарылған.

Әҙибә балалар әҙәбиәте һәм тәржемә өлкәһендә лә эшләй.

1980 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

ҺАҒЫШЛЫ ҺӘМ НАҒЫШЛЫ ИЖАД Үҙебеҙҙең башҡорт, татар әҙибәләренең, мосолман шағирәләренең нәзәкәтле ижадына ифрат һоҡланам мин. Һуштарҙы алырлыҡ, хайран ҡалдырырлыҡ итеп яҙа улар. Әйтерһең дә, шағирәләребеҙ нәфис хистәрҙән тылсымлы келәмдәр һуғалар! Был тылсымлы келәмдәргә ентекләберәк баҡһаң, маңлай күҙҙәрен генә түгел, күңел күҙҙәрен дә ҡамаштырырлыҡтыр. Ошондай илаһи заттар, миһырбанлы әҙибәләр араһында Фәниә Чанышева ла бар. Әллә инде Фәниә исемле бер бөртөк кенә ҡыҙым менән аҙаш булғанғамы, Фәниә Чанышева минең өсөн айырыуса яҡын кеше. Был яҡынлыҡ арҙаҡлы ҡәләмдәшем Ғилемдар ағай Рамазановҡа булған оло ихтирамымдан да, хәләл ефетем Маһиҙә менән Фәниә Чанышеваның тиҫтәләгән йылдар буйына дауам иткән эскерһеҙ дуҫлығынан да килә торғандыр, моғайын. Был яҡынлыҡ намыҫсан, халыҡсан әҙибәнең йөрәк теле, аҡыл теле, иман теле менән яҙған әҫәрҙәрен зауыҡланып, яратып уҡыуымдан да килә торғандыр, моғайын. Ул үҙ йәнендә ер көсөн, тәбиғәт көсөн, тереклек көсөн тойған сая рухлы шағирә. Ана шуның өсөн дә уның шиғырҙары тәьҫирле лә, серле лә. Берсә был шиғырҙар Сәрмәсән һандуғастары булып болоҡһоп сутылдай кеүек, берсә ғашиҡтарҙың мөлдөрәгән күҙ йәштәре булып йылтылдай кеүек, йәки улар Урал бөркөттәре булып айбарланып саңҡылдай кеүек, йәки Ер-әсәнең борсоулы, утлы йөрәге булып һулҡылдай кеүек. Хәүефле заман, буръяҡлы донъя ғәмдәре хаҡында ҡат-ҡат уйлап, бауыры һыҙлап, бәғзе ваҡыт йөрәген усына йомарлап бына шундай тәрән хисле, аһәңле, мөғжизәле шиғырҙар яҙҙы тынғыһыҙ ҡәләмдәшебеҙ Фәниә Чанышева. Уның ижады ғәмле лә, фәһемле лә, һағышлы ла, нағышлы ла. Ул донъяға һоҡланыуҙан, дәүер шаңдауҙарынан, йән ғазаптарынан, Баш Йортобоҙ — Башҡортостанға булған ҡайнар мөхәббәттән яратылған ижад. Был ижадтың тәрән тамырҙары шағирәнең тыуып-үҫкән илендә, ата-бабалары төйәгендә, ырыҫлы Бүздәк ерендә. Ана шуға күрә лә мөхәббәтенең йөҙөк ҡашы булған ошо мәрхәмәтле тупрағына, Бүздәк еренә ул үҙенең иң аҫыл шиғырҙарын бағышланы. Суйыр ташлы, көмөш һыулы Сәрмәсән йылғаһын да, Дүрткел тауының текә һуҡмаҡтарын да, гармун моңдары яңғырап торған Күҙәй ауылын да, тос башаҡлы баҫыу-ҡырҙарын да, һомғол ҡайындарын да, ялбыр имәндәрен дә, утлы ҡуҙҙай баҙлап ултырған мышарҙарын да, тәңкә-тәңкә яуған йомарт ҡарҙарын да, ап-аҡ ҡалас үҫтергән ҡап-ҡара тупрағын да һағыныу йырҙарына ҡушып йырланы: Ғәм дә, тәм дә — тупраҡ ҡараһынан, Сафлыҡ, паклыҡ — ҡарҙар ағынан... Кем бар икән тағы, минең һымаҡ, Шишмә буйҙарына һибелеп ҡалған Ҡауырыйҙарға тиклем һағынған. Бөтә ғүмере буйҙарына йәнтөйәген сарсап һағынып, ҡасандыр һиртмәле сәңгелдәге эленгән атай йортона, тыуған яғына табынып, тормоштоң михнәтен дә, рәхәтен дә яҡташтары, милләттәштәре менән бергә уртаҡлашып ғүмер һөргән эшһөйәр ижадсы ул Фәниә Ғабделғафар ҡыҙы Чанышева. Тыуған ил, ғәзиз ер тойғолары, ҡатын-ҡыҙ, әсәлек тойғолары, дуҫлыҡ-туғанлыҡ, миһырбанлыҡ тойғолары уның сәсмә әҫәрҙәренән һәм шиғриәтенән изге усаҡ йылыһы һымаҡ бөркөлөп тора шикелле. Ысынлап та, әҙибәнең һәр повесы, һәр хикәйәһе, һәр шиғыры үҙенсәлекле аһәңгә эйә. Шағирәнең шиғырҙарын уҡый башланыңмы, әйтерһең дә, күңелгә ялҡынлы моң һарыла. Уның гәзиздәрҙән-ғәзиз атай-әсәйенә, күҙ ҡараһылай ҡәҙерле тормош юлдашы Ғилемдар Йыһандар улы Рамазановтың яҡты рухына бағышланған шиғырҙары айырыуса тәьҫирле итеп, әсенеп-тетрәнеп яҙылғандар. Был шиғри юлдарҙа шағирәнең ҡанһыраған йән ауазы ла, әрнегән бәғер тауышы ла, йөрәк парәһенең һағышы ла ишетелә: Онотаһы, онотаһы ине, Килмәй икән, килмәй көсөмдән, Хатта тауышың ишетелә кеүек Өйөрөлгән буран эсенән. * * * Мөғжизәме, серме — нимә һуң был? Баш осомда ғына, яҡында, Иртән — иртә тимәй, кис — һуң тимәй, Саҡыра ла кәкүк саҡыра. Кәккүк, кәккүк! — тиһә, Сут-сут итеп, Һандуғасы китә ҡушылып, ...Әллә ал таңдарҙа һинең йәнең Ҡайта микән һайрар ҡош булып? Их, был донъя тигәндәре фани ғына шул. Ғүмер, әйтерһең дә, бер күҙ һирпеп алыр арауыҡ ҡына. Ләкин әҙәм балаһы хоҙай тарафынан бирелгән ошо ғүмер арауығында әллә ни саҡлы файҙалы эштәр атҡара ала. Эш менән үткән ғүмер — алтын ғүмер тип бер ҙә юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер боронғолар. Боронғоларҙың тапҡыр был мәҡәле Фәниә Ғабделғафар ҡыҙы Чанышеваға бик тә тап килә. Ни өсөн тигәндә, уның көндәре, аҙналары, айҙары, йылдары заяға уҙманы. Бәғзе саҡтарҙа яҙмыштың ялҡындарында янып, боҙҙарында туңһа ла һыр бирмәне, ҡулынан килгән хәтлем намыҫлы хеҙмәте менән нурландырырға тырышты донъяны. Сабыр холоҡло әсә булараҡ та, саф күңелле, хәстәрлекле ир ҡатыны булараҡ та, танылған яҙыусы һәм шағирә булараҡ та ул ҡәләмдәштәренең, дуҫ-иштәренең, милләттәштәренең абруйын ҡаҙанды. Фәниә Ғабделғафар ҡыҙы Чанышева 1926 йылдың 1 сентябрендә Башҡортостандың Бүздәк районы Күҙәй ауылында тыуған. 1945 йылда тыуған ауылының урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә. 1949 йылда институтты уңышлы бөтөрөп сыҡҡас, Ҡыйғы районы Абзай урта мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә китә. 1950 йылдың йәйендә институтта бергә уҡыған фронтовик-шағир Ғилемдар Йыһандар улы Рамазанов менән Фәниә Ғабделғафар ҡыҙы Чанышева икәүләшеп башлы-күҙле булып ғаилә ҡороп ебәрәләр. Илленсе йылдарҙа Фәниә Чанышева Өфөлә Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә — мөхәррир, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Алтмышынсы йылдарҙың урталарынан башлап ныҡлап ижад эше менән шөғөлләнә. Ә бит Фәниә Чанышева бәләкәй сағынан уҡ шиғырға, моңға әүәҫ бала була. Ҡартатаһының дини китаптарҙы көйләп уҡыуын, атаһы Ғәбделғафарҙың үҙе сығарған шиғырҙарын тасуирлап һөйләүен тыңлап, күңеленә, зиһененә һеңдереп үҫкән ул. Бала саҡ хәтирәләрен, йәшлек хәтирәләрен, ғүмер миҙгелдәренең хәтирәләрен әҙибә “Үҙем тураһында” тигән мәҡәләһендә былай тип яҙҙы: “Әҙәбиәткә йәштән үк мөкиббән киткән, яратҡан кеше булараҡ, Ғ. Туҡай, М. Ғафури, Һ. Таҡташ һәм башҡа бик күп шағирҙарҙың әҫәрҙәрен яттан белә инем. Үҙем иһә бары тик ҡырҡ йәштән һуң ғына яҙа башланым. Утыҙ йыллап ижад дәүерендә алты китабым донъя күрҙе. Өсөһө шиғырҙар йыйынтығы: “Ғүмер миҙгелдәре, “Иҫтә, һаман да иҫтә”, “Боҙ һәм ялҡын”. Өсөһө проза әҫәрҙәре: “Һаумы, яҡты көн”, “Мөхәббәт менән осрашыу”, “Һағышлы һуҡмаҡтар”. Был урында әҙибәнең фекерҙәренә ҡушылып, ошо һүҙҙәрҙе лә өҫтәп әйтке килә. 1996 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәте танылған авторҙың шиғырҙарын, йырҙарын татар телендә баҫып сығарҙы. “Көҙгө сәскәләр” тип атала ул. Китап “Көҙгө сәскәләр” тип аталһа ла, мин унда яҙ сәскәләрен, мөхәббәт сәскәләрен, бәғер сәскәләрен, моң сәскәләрен күргәндәй булдым. Уларҙың хистәрҙе наҙлаған зауыҡлы ҡыңғырауҙарын, нәфис сыңғырауҙарын ишеткәндәй булдым. Яҙғы күкрәүҙәре менән, ләйсән ямғырҙары менән, ете төҫтәге йәйғорҙары менән күңелем сәхрәһенә йәшлегем аҡсарлағының елеп ҡайтыуын хис иткәндәй булдым. Танылған шағирәнең “Көҙгө сәскәләр” йыйынтығына уның күңел ынйылары тупланған. Был китап бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Эйе, Фәниә Чанышеваның шиғриәтебеҙҙең гәүһәрҙәре булырлыҡ шиғри табыштары ла һәм сәсмә әҫәрҙәре лә байтаҡ. Тик быны күрә белергә һәм баһалай белергә генә кәрәк. Һәр ижадсы өлөшөнә төшкән көмөшөн алырға хаҡлы. Хөрмәтле Фәниә Ғабделғафар ҡыҙы Чанышева ла һәр йәһәттән үҙенең үҙенсәлекле ижады менән күптән инде ҙур ихтирамға һәм етди баһаға лайыҡлы әҙибә. (Абдулхаҡ Игебаев) 1996 й.