Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Факиһа Туғыҙбаева (1950)

Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева (Нафиҡова) 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостандың Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын «Башҡортостан пионеры» («Йәншишмә») гәзитендә башлай, 1979 йылда «Пионер» («Аманат») журналына күсә. 1990 йылдан «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире.

Факиһа Туғыҙбаева — үҙенең лирик, фәлсәфәүи шиғырҙары, шулай уҡ поэмалары менән шиғриәт һөйөүселәрҙең мөхәббәтен күптән яулаған талантлы әҙибә.

Факиһа Туғыҙбаеваның «Мәк ялҡыны» тигән тәүге шиғырҙар китабы 1980 йылда донъя күрә. Унан һуң бер-бер артлы «Күҙ ҡараһы» (1984), «Йондоҙ асам» (1987), «Сәғәт моңо» (1991), «Фатихамды бирәм һиңә» (1994), «Минең ҡошом Һомай» (2000) шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары баҫылып сыға.

Шағирә балалар әҙәбиәтендә лә ихлас эшләй. «Шаҡмаҡлы дәфтәр» (1981), «Яңы күлдәк» (1983), әкиәттәр һәм хикәйәләр, «Болонда уйнай сәскәләр» (1995) тигән шиғыр китаптары авторы. Факиһа Туғыҙбаеваның рус телендә «Хлеб да соль» (1989), «Камень счастья» (1998) исемле шиғырҙар йыйынтыҡтары бар.

1992 йылда шағирә «Сәғәт моңо» китабы өсөн Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премияға лайыҡ була, ә 1995 йылда «Фатихамды бирәм һиңә» китабы өсөн уға Башкортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.

1981 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

ҠӘРҘӘШЛЕК Шағирҙар, ысын шағирҙар — рух илсеһе улар. Тормошто, асылда, рух көсө тота. Илдең, мөхәббәттең, азатлыҡтың ғүмере ошо көскә бәйле. Рух ул, образлы итеп әйткәндә, шоңҡарҙың үҙенән былай, уның осошо ул. Ниндәй осош, ниндәй бейеклек — быныһы инде асылдан, кимәлдән. Шиғриәт — матурлыҡты, изгелекте, унан да бигерәк, аҡылды, моңдо сәнғәтсә ғүмерле итеү. Моң, аҡыл, ваҡыт, шәхес — шулар бер бөтөнгә әүерелһә, һүҙ сәнғәтенең тажы тигән шиғриәт тыуа. Факиһа Туғыҙбаева шундай ижадсы булыуы менән күренекле. Быны дәүләт тә билдәләне, ул — Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. Уйлаһаң, ижади, рухи ҡиммәттәрҙе билдәләр үҙ дәүләтебеҙ булыу — беҙҙең быуатта яуланған бәхет. Был бит Аҡмуллаларҙың төшөнә лә инеп сыҡмаған, Бабичтарҙың мораҙы ғына булған. Шөкөр, вариҫлыҡ өҙөлмәне: Факиһа — рухи яҡтан Аҡмулланың ҡыҙы, Бабичтың һеңлеһе. Был — ҡәрҙәшлек. Көнөбөҙ, еребеҙ уны дауамлы итһен. Халыҡ шағиры Назар Нәжми, беҙҙә башҡорт телендә яҙған һәм башҡортса яҙған шағирҙар бар, ти. Тәрән мәғәнәле һүҙҙәр. Бында ул телде, стилде генә күҙ уңында тотмай. Тәбиғәтең, ерлегең, фекерләү асылың, образлылыҡ, ижади маҡсатың — хикмәт шуларҙа. Башҡортса яҙыуҙың бер өлгөһө, мәҫәлән, Назар ағайҙың “Урал” поэмаһы. Факиһаның “Ҡаңным — Һомайғоштоң ҡәлғәһе” тигән дастаны ла ана шундай. Был — шағирә ҡәләменең башҡорт ырыуы тарихына мөрәжәғәте генә түгел, ә уны үҙ халҡы рухында, үҙ хиссиәтендә хәл итеүендәге күкрәлеш. Ул — Октябрь ихтилалы алдынан профессионаллеккә сыҡҡан башҡорт шиғриәтендәге тәүге дастан. Яҙылышы, художество ҡиммәте менән ул халыҡ эпостары һалған юлды дауам итеүе менән мөһим. Үҙенең эпик һулышы, сәсәнлек алымдары менән дә ул, әлбиттә, поэма түгел, ә дастан. Күләме генә хәл итмәй уңышты. Был яҡтан “Ҡушҡайын” да, “Тәлгәш ҡайын” да түгел, ә рухи һәм милли төпкөллө урман ул. Тел, стиль, аһәңле туҡыма һутлы итә, ҡотло итә. Уға әҙәбиәт белгестәренән, тәнҡитселәрҙән көтөлгән төплө анализ үҙе бер фәһем булыр ине. Ошоно уҡ “Тәүбә”, “Яуап көнө”, “Атылған йыр” тигән поэмаларға ҡарата ла әйтеп була. Уларҙағы образдар, деталдәр — йәғни әҫәрҙәрҙең умыртҡа һөйәге ныҡлы, һәлмәк; фекерҙәге, уй-тойғолағы парадокстар, ҙур кинәйәләр уҡыусы яһар асышлы һығымталарға килтерә. Урал батыр тапҡан йәншишмәлер Бәп-бәләкәй ошо яҡты инеш. Йәнбикә лә, Йәнбирҙе лә уны Күргәндәрҙер әле ошо килеш. Ташландылар дуңғыҙ көтөүҙәре Эсергә тип уның тере һыуын. Эсеп бөтөп ҡуймағайҙары, тим, Ҡалтыранып торҙо теҙ быуыным. Көткән әкиәтем ошомо ни, Әкиәтем шулай шомломо ни? Инеш һыуын эскән бар хайуандар Кеше ҡиәфәтен, күр, алғандар! Ысынбарлыҡ сағылышы бит был! Көнөбөҙҙө, хәлебеҙҙе уйлап, йән әсенә. Урал батыр миссияһына быуаттар үткәс шундай ҡапма-ҡаршылыҡ булыр тип боронғо эпос ижадсыһы ҡайҙан уйлаһын, ти! Аһ, бирелгән миңә ниңә хәтер? Хәтерлегә ауыр яҙмыш тәтер, — Мин таныным бынау әҙәмдәрҙе, Хәтерҙән юҡ ҡотолор әмәлдәре! Йәшәү — сәңгелдәк менән табут арауығы ғына түгел. Ул — мөхәббәт һәм мәкер, изгелек һәм золом, миллилек һәм космополитлыҡ, ҡоллоҡ һәм азатлыҡ, байғошлоҡ һәм батырлыҡ, бөркөтлөк һәм сусҡалыҡ арауығы ла. Тормош ҡына түгел, ижад азатлығына бәйле ауырлыҡтар ҙа тап шунан. Хәтер ҡаяһына, рух ҡаяһына шағирҙарҙың мең ғазапты үткәндәре генә күтәрелә. Милләте, Ватаны хаҡына күтәрелгәндәре. Менеп баҫҡым килә ҡаялағы Шәйех торған изге бер аҡ ташҡа. Күңелемдәге һыны етәкләгән... Өҫтә — Ҡояш көлә, упҡын — аҫта. Факиһа Тутыҙбаеваның ошондай әҫәрҙәрен уҡыу ижад, шиғриәт тураһындағы уйҙарҙы яҡтыртып, киңәйтеп ебәрә. Был һирәктәр менән шулай була. Ғәҙәттә, шулай була донъяға үҙен асҡан, үҙендә донъяны асҡан шағирҙар менән. Әленән-әле донъяны — яуҙар, кешене нәфселәр ҡыйратмаҡта булған хәлдәрҙә лә, хеҙмәт менән мөхәббәт, тәбиғәт менән әҙәбиәт, тотоп бүлгеләй алмаҫ Ҡояш һымаҡ, тәғлимәттәрҙән, ҡанундарҙан өҫтөн ҡала ерҙә. Сөнки ижад бар, рух көсө бар. Иман бар. Уларҙы һаҡлар һәм яҡлар шиғриәт бар. Беҙҙең эраға тиклемге антик әҙәбиәттән донъялағы, бәлки, иң тәүге шағирә Сафо бар. Шекспирҙар, Гетелар, башҡорттан Мостай Кәримдәр бар. Күңел драмалары аша, моң аша фанилыҡ һәм баҡыйлыҡ юлында йәнде сыңраткан Есениндар, Туфандар, Назар Нәжмиҙәр бар. Социаль ғәҙелһеҙлектәр, рухи томаналыҡтар һәм зирәк яңғыҙлыҡ тыуҙырған трагедияларҙа күкрәгән Лермонтовтар, Рәми Ғариповтар... Пушкиндың даһиҙарса яҡтылығына, Туҡайҙың милли хәсрәтенә торошһоҙ замандар... Рәшит Назаров кеүек яҙмыш ҡәһәрен үткән метеорҙар... Фашизм дәһшәтенән аҙаҡ ижадын реквием менән йомғаҡлағанда гражданлыҡта, социаль юҫыҡта йәшнәй биреп ҡалған, әммә асылда “саф” шиғриәт зыялыһы булған Анна Ахматова, беҙҙә халыҡтың потенциаль көсөн раҫлап, ошо быуатта шағирәләр тигән күренеш ҡапҡаһын асҡан Зәйнәб Биишева, Кәтибә Кинйәбулатовалар... Артабанғы шул тулҡынды ҡеүәтләүсе бына тигән исемдәр... Барлыҡ ошо бай һәм ҡатмарлы, сағыу һәм аһәңле солғанышта, күсәгилешлектә, шиғриәт тигән берлектә халҡыбыҙҙың әрнеүле һәм сәмле, ғорур һәм ғәмле шағирәһе Факиһа Туғыҙбаева — донъяға, кешеләргә ҡәрҙәшлекте йырлаусы, уға көс өҫтәүсе аҫыл зат ул. Ҡайһы саҡта, бәлки, ҡоро асырғаныуҙар ҙа, аҡты — аҡ, ҡараны ҡара тип раҫлаусы ябайлыҡтар ҙа булғылайҙыр, әммә, тотошлай алғанда, ул — рухи күтәрелешебеҙ өсөн йәнен фиҙа ҡылыусы, аҡыллы, инабатлы шәхес, ысын ижадсы. Ул ҙурыраҡ әҫәрҙәрендә айырыуса тулыраҡ асыла. Балалар өсөн бына тигән хәтһеҙ шиғырҙары ла иш янына ҡуш. Бына нисә йылдар инде кескәйҙәр өсөн “Аҡбуҙат” журналының баштан алып бөгөнгөсә хәстәрле мөхәррире булараҡ та халыҡ рәхмәтен ҡаҙанған. Йәмәғәтселек алдында, Яҙыусылар союзы тормошонда һүҙе төплө, күтәрмәлекле. “Мин бер бисә инде” тигән меҫкенлектән дә, хаяһыҙ өҫтөнлөктән дә азат ул. Мин-минлек уға бөтөнләй ят. Дәрәжәһен белгән хәлдә лә. Хәйер, бөйөк Гете, күлдәк аҫтында беҙ барыбыҙ ҙа яланғас йөрөйбөҙ, тигән. Уңыштар, бүләктәр ижадсы өсөн, гүйә, шул күлдәк ише ул. Уны, дан күлдәген, әшнәлек менән, сиратта тороп, хатта осраҡлы ғына алыусылар ҙа бар. Факиһала — хәләл көс һәм талант мәртәбәһе. Ябайлыҡ уға — тәбиғилек ул. Һүҙ көсө, һүҙ моңо ата аңы менән, әсә ҡаны менән бирелгән. Кеше булараҡ, һәр саҡ инсафлы, зирәк, ғәҙел. Зауыҡлылыҡ, талапсанлыҡ, иғтибарлы ябайлыҡ — уның ҡәҙер һәм хөрмәт һаҡсыһы. Бына, исмаһам, шағир тигән оҫтаның әҫәрҙәренә лә ана шулар хас. Иң элек, үҙ асылыңды асыу, рухи бөтөнлөк хас. Үҙ-үҙең булып ҡалыуға ни етә! Бигерәк тә сыбар мөхиттә, күңел юғарылығына тиң булмаған йәшәйештә. “Башҡортостан, һинең исемеңде йырлау мөмкин түгел баш эйеп”; “Ҡолдар иле һәм шағирҙар иле — минең тыуған илем шул инде”. Йәнде һиҫкәндерер, зиһенде йәшен һымаҡ яҡтыртыр был юлдар бөркөтлөктән, һандуғаслыҡтан торған башҡорт йөрәгенең асылын аса, ғазаплы мөһабәтлек менән арбап ала. Ул — мәңгелек моң. Аҫаба йырсы Абдулла Солтановҡа арналған шиғыр тап шулай “Мәңгелек моң” тип атала. Был шиғыр шағирәнең барлыҡ ижадына эпиграф булырлыҡ: ...Йырлайһың һин баҫып ҡая ташҡа — Күкрәктәрен киреп ир йырлай! Ирҙең һағышына түҙмәйенсә, Урман-һыуы менән ер йырлай! Бындай һағыш, бындай моң-зарҙарҙы Ир йөрәге нисек күтәрә? Йырлайһың һин баҫып ҡая ташҡа, Уйым менән ашам күктәргә... Шаңдаҡтары шәфәҡтәргә әйләнер моң эйәһе булған халыҡ — бөйөк халыҡ. Уға тоғролоҡ — үҙ-үҙеңә тоғролоҡ ул. “Көн битенә тулып еләк бешә, усыңа ул үҙе тирелә” — шундай ерҙә йәшәүселәрҙе күтәреү өсөн рух шәмдәрен яға шағирә, хөрлөк, ирлек өсөн фатихалар бирә. Халыҡ шағиры Мостай Кәрим тапҡыр итеп былай тип әйтте: Беҙҙәргә лә килеп етте фатихаһы, Ә һуң ҡайҙа тороп ҡалған Факиһаһы? Фатихаһы, Факиһаһы бергә икән, Бәндәләргә терәк кәрәк ерҙә икән. Шул икәүһе бер йөрәккә һыя икән, Яуызлыҡты илай-илай тыя икән. Ысынлап та, үҙе шулай йәшәгән, шулай яҙған ижадсы ғына рухи бөтөнлөк һаҡсыһы ул. Кеше күҙ алдында илағанда Булғанмындыр, ахыры, йәшерәк. Һаран тама хәҙер күҙ йәштәрем, Шуға, ахыры, улар әсерәк. Аҡҡош киткән юлдан аҡ ҡар яуа. Төшөнмәһәң — төшөн серенә: Бейеклеккә күтәрелгән ҡоштоң Күләгәһе төшмәй еремә. * * * ...Тәлгәш-тәлгәш еләк өҙөп бирҙем, Хуш еҫтәре иҫте алырлыҡ. Һинең күҙҙән — мине, минең күҙҙән Мөмкин ине һине танырлыҡ. Мин һаман да шул тауҙамын кеүек, Юлға ҡыш бит китте ҡар һалып, Һине нисек онотайым, дуҫым, Донъяны беҙ тауҙан ҡараныҡ. Хаҡтыр: бындай юлдарҙы донъяға тауҙан ҡараусы ғына яҙа ала. Тормош тауынан, мөхәббәт тауынан. Юғарылыҡҡа юғарылыҡ ҡына әйҙәй. Ошо фәлсәфилек, ошо лиризм күләмле әҫәрҙәрендә пафос менән бергә ҡушылғанда шағирә айырыуса ҡалҡыу күренә. “Тәүбә” поэмаһында, “Ҡаңным — Һомайғоштоң ҡәлғәһе” дастанында ул ана шул алтын урталыҡҡа өлгәшә. Халыҡ шағиры Рәми Ғарипов һүҙҙәрен ҡабатлап, “йән бирерлек эшем бар минең”, тип әйтерлек ул әҫәрҙәр. Пушкин васыятындағыса, йөрәктәрҙең гүзәл ашҡыныуын Ватанға арнаған өсөн дә, милли һулышлы шиғри һүҙҙең ихласлыҡтан фиҙаҡәрлеккә күтәрелеүе менән дә улар — ҡаҙаныштар. Үткән дәүерҙәрҙәге шәриғәт һәм тормош ҡыҫымынан күңел һәм һүҙ азатлығына сыҡҡас, осоробоҙҙоң бер үҙенсәлеген билдәләгән, Факиһа әйткәнсә, Шәреҡ ҡаны миндә, Шәреҡ аңы, Ҡанундар бит уртаҡ борондан. Артыҡ күрәм дөрләп яныуҙы мин Батып йәшәүҙәрҙән ҡоромға, — тип һүҙ сәнғәтендә танылған шағирәләребеҙ — беҙҙең ҡаҙаныштар. Тимәк, мөхәббәттә, көн итмештә генә түгел, иң ғазаплы, иң арҙаҡлы ижад төрө булған шиғриәттә лә ҡатын-ҡыҙ үҙ бәхетен яулай ала икән — улай уҡ өмөтһөҙ көндә, улай уҡ өмөтһөҙ илдә йәшәмәйбеҙ, тимәк. Уларҙың элгәрҙәре — ил инәләре Һәҙиә Дәүләтшина менән Зәйнәб Биишева-ларҙың әҙәбиәттә ҡулы ла, юлы ла уң булды, тимәк. ...Донъяла ҡатын-ҡыҙ әҙәбиәте тигән төшөнсә юҡ, әммә әҙәбиәткә улар ғына өҫтәй алыр затлылыҡ, нәфислек бар. Әгәр беҙ ҡайһы саҡта ҡатын-ҡыҙ шиғриәте тибеҙ икән, тик улар ғына үҙе бер нағыш итер нескәлектәр, теүәллектәр һәм камиллыҡтарҙы күҙҙә тотабыҙ. Ни генә тимә, Ахматова ла, Цветаева ла — үҙ затына ғына хас күңел ҡиссалары, асылда камерный юҫыҡтағы драматизмдар. Уларға, музыка сәнғәтендәгесә әйтһәк, сопраноны баритон йә бас тауыштар дәғүәсеһе итеү-итмәүҙең хәжәте лә, мәғәнәһе лә юҡ. Улар — һәр ҡайһыһы үҙ тәбиғәтендә, үҙ заты ҡеүәтендә, гүзәллеге һәм тәрәнлегендә. Факиһа Туғыҙбаевала мин тап шул тәбиғилек еңеүҙәрен күрәм. Миҫалға, Ахматоваларҙан айырмаһы шунда — Факиһаның шиғри асылында гүйә Салауат Әминәһенең мөхәббәте менән илен-ерен ҡурсып, халыҡ риүәйәттәрендә данланған, кәшәнәһе изге күреп һаҡланған Бәндәбикәнең саялығын — ике сифаттың бергә үрелеүен тоям. Был — заман талабынса, был халыҡсанлыҡтан килә. Факиһа ла, башҡа шағирәләр ҙә беҙҙең шиғриәттең ил күңелендәге Сыңрау торна моңдарын хәтерләткән бер һыҙаты тиһәм, ижад һәм ижадсы психологияһын өйрәнеүселәр кире ҡаҡмаҫ, моғайын. Хәйер, ундай ғилем эйәләре бармы һуң әле беҙҙә? Үҙе тыуып үҫкән Бүздәк районының илһөйәр, телһөйәр Ҡаңны-Төркәй ауылынан сығып, шиғриәткә сәфәрен Аҡмулла арбаһында башлаған, Бабич күтәрелгән аҡ ҡаяны рухына терәк иткән күренекле шағирә, йәмәғәт эшмәкәре булып танылған Факиһа Туғыҙбаева тураһында һүҙемдең бисмиллаһы бына ошолор. Ҡалғанын һәр кем үҙе асыр, үҙенсә асыр хазинаны, меңәрләгән күңелгә уның китаптары еткерер. Йылдарҙан йылдарға, быуындарҙан быуындарға. Өҫтәп шуны әйтмәксемен: болғансыҡ был йылдар күп нәмәне аңҡы-тиңке итте. Ҡиммәттәр үҙгәрҙе. Ниндәй илаһи йырҙар вариҫы була тороп, мәҫәлән, эстрада сәнғәте ваҡланды, һайыҡты. Әммә, бер нигә лә ҡарамаҫтан, әҙәбиәт, бигерәк тә шиғриәт милләттең выжданы, иманы булып ҡалды. Тап ошо һыҙат үҫә, көсәйә. Яңы быуатты ул, беҙҙең шиғриәт, аҫаба башҡорт һымаҡ, күкрәк киреп ҡаршылай. Был шиғриәт — асылы тулы аҡыл һәм моң фиҙаҡәрлеге. Ул — ысын-ысындан рух илсеһе. Быға Факиһа Туғыҙбаева ижады ла сағыу дәлил. (Хәсән Назар) 2000 й.