Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Ерәнсә Сәсән (XVII-XVIII бб.)

Ерәнсә сәсән — башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, татар халыҡтарының уртаҡ легендар сәсәне. Ҡаҙаҡ ғалимы Әхмәт Байторсоновтың әле 1908 йылда уҡ Ырымбурҙа баҫылып сыҡҡан "Ҡаҙаҡ теле һәм аҡындар" исемле хеҙмәтенән күренеүенсә, Ерәнсә сәсән башҡорттар менән ҡаҙаҡтар сиктәш йәшәгән ерҙә, Яйыҡҡа Ҡыҙыл йылғаһы ҡойған тамаҡтағы йәйләүҙә тыуған. 1730 йылдарҙа, ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер идаралығы заманында, уның егет ҡорона тулып килгән сағы булған. 1911 йылда хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡайыпҡол ауылында Мөхәммәтша Буранғолов тарафынан яҙып алынған "Ерәнсә сәсәндең Әбелхәйер ханға әйткәне" исемле ҡобайыр ҙа Ерәнсә сәсәнде тарихи шәхес Әбелхәйер хан (1693—1748) осоро менән бәйләй.

Асылда Ерәнсә — башҡорт, ҡаҙаҡ илендә йәйләүҙән йәйләүгә ил гиҙеп, ике халыҡтың моң-зарын кисереп йәшәгән сәсән.

Ерәнсә — халыҡта күп һанлы көләмәстәре, тапҡыр һүҙҙәре менән дан алған сәсән. Башҡорт халыҡ ижадында Ерәнсә сәсән менән бәйле көләмәстәр ҙә үҙе бер шәлкем булып формалашҡан.

ЕРӘНСӘ СӘСӘН Ерәнсә сәсән — башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, татар халыҡтарының уртаҡ легендар сәсәне. Ҡаҙаҡ ғалимы Әхмәт Байторсоновтың әле 1908 йылда уҡ Ырымбурҙа баҫылып сыҡҡан "Ҡаҙаҡ теле һәм аҡындар" исемле хеҙмәтенән күренеүенсә, Ерәнсә сәсән башҡорттар менән ҡаҙаҡтар сиктәш йәшәгән ерҙә, Яйыҡҡа Ҡыҙыл йылғаһы ҡойған тамаҡтағы йәйләүҙә тыуған. 1730 йылдарҙа, ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер идаралығы заманында, уның егет ҡорона тулып килгән сағы булған. 1911 йылда хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡайыпҡол ауылында Мөхәммәтша Буранғолов тарафынан яҙып алынған "Ерәнсә сәсәндең Әбелхәйер ханға әйткәне" исемле ҡобайыр ҙа Ерәнсә сәсәнде тарихи шәхес Әбелхәйер хан (1693 — 1748) осоро менән бәйләй. Шул уҡ Әхмәт Байторсонов артабан былай тип билдәләй: "Ерәнсәне Әбелхәйер ханға тотоп килтергәс, ул үҙен ҡаҙаҡмын тип таныштырған. Хан ҡаҙаҡтарҙың ашамлыҡ һәм һауыт-һабаларын һораша башлағас, Ерәнсә уларҙың ҡайһыларын белмәгән. Быны аңлатып, Ерәнсә: "Минең белмәүем бер ҙә ғәжәп түгел, мин бындай һауыттан да, бындай аш та ашағаным юҡ. Мине йәштән башҡорттар урлап алып киткән, мин шунда үҫкәнмен", — тигән. Асылда Ерәнсә — башҡорт, ҡаҙаҡ илендә йәйләүҙән йәйләүгә ил гиҙеп, ике халыҡтың моң-зарын кисереп йәшәгән сәсән. Риүәйәттәр Ерәнсә сәсәндең эшмәкәрлеген Башҡортостан, легендар Бәндәбикә тормошо менән бәйләп аңлата. Башҡорт, ҡаҙаҡтар араһында абруйлы, һынсыл, батыр ҡатын Бәндәбикә үҙенән күп йәшкә кесе Ерәнсә сәсәнгә кейәүгә сыҡҡан, ти. Берҙән-бер ваҡыт Бәндәбикә әбей ауырыҡһынып киткән, тап шул саҡ ир ҡорона тулып еткән, күңеле үҫә барған Ерәнсә сәсән, ир-егеттәр туплап, ҡаҙаҡтарға барымтаға әҙерләнә башлаған. Был хаҡта Бәндәбикәгә әйткәс, ул барымтаға ҡаршы төшкән: "Ил баҫыу беҙҙең ғөрөф-ғәҙәткә һыймай, исем һатмағыҙ, насар уйҙан кире ҡайтығыҙ", — тип өгөтләгән. Ерәнсә сәсән тыңламаған, егеттәре менән барымтаға киткән. Бәндәбикә оҙаҡ та тормай үлгән, ҡарттар уны, васыяты буйынса, үҙ өйөнә ерләгәндәр. Бәндәбикә кәшәнәһе исемле археологик ҡомартҡы әле Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы янында һаҡлана. Ә Ерәнсә сәсән егеттәре менән, ҡамауҙа ҡалып, еңелгән. Уларҙы хөкөм майҙанына килтергәндәр. Шул саҡ Ерәнсә сәсән, Бәндәбикәнең әйткәндәрен хәтерләп, көлөп ебәргән. Бының сәбәбен һорағас, Ерәнсә сәсән: "Мин — Ерәнсә сәсән. Ҡатыным Бәндәбикә ил һаҡлау — ҙурлыҡ, ил баҫыу — хурлыҡ", тип, беҙҙе тыйғайны. Уның әйтеүе дөрөҫ булды, хурлыҡҡа ҡалдыҡ, шуға үҙемдән көләм", — тигән. Ҡаҙаҡтар: "Бәндәбикә ысынлап та әүлиә икән", — тип быларҙы ҡайтарып ебәргән, ти. Илгә ҡайтҡас, Ерәнсә, ҡайғыға һәм хурлыҡҡа түҙә алмайынса, аты менән ҡаянан ташланып үлгән, ти. Риүәйәттәргә ҡарағанда, Ерәнсә сәсәндең ҡәбере хәҙерге Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары сигендә, Наҙый йылғаһының һул яҡлап Үргенгә ҡойған еренә яҡын. Ерәнсә — халыҡта күп һанлы көләмәстәре, тапҡыр һүҙҙәре менән дан алған сәсән. Башҡорт халыҡ ижадында Ерәнсә сәсән менән бәйле көләмәстәр ҙә үҙе бер шәлкем булып формалашҡан. Бына шуларҙың бер-икәүһе. Ерәнсә сәсән бик әҙәпле, бик итәғәтле, күңелле кеше булған. "Бындай яҡшы ғәҙәттәрҙе ҡайҙан отоп алдың?" — тип һорағандар, ти, унан. "Әҙәпһеҙ, тупаҫ кешеләрҙән, — тип яуап биргән, ти, Ерәнсә сәсән. — Мин бит уларға ҡарайым да киреһенсә эшләйем". Ерәнсә сәсәнгә бер булдыҡһыҙ әҙәм килгән дә: "Әйт әле, Ерәнсә сәсән, нисек итеп һунарсы булырға?" — тип һораған, ти. Ерәнсә сәсән тегенең килбәтһеҙ торошона ҡарап алған да: "Һунарсы булыу өсөн иң кәмендә ете айыу үлтерергә кәрәк", — тигән. Ерәнсә сәсәндеке тип һаналған ҡайһы бер әйтемдәр ҡаҙаҡ һәм башҡорт халыҡтары ижадында таралған. Бер ҡаҙаҡ ханы бейҙәренән: "Был донъяла нимә үлмәйҙер?" — тип һораған, ти. Шунда бейҙәрҙең береһе: "Ағым һыу үлмәйҙер, күктә торған ай менән көн үлмәйҙер", — тип яуаплаған. Ошо йыйында ултырған Ерәнсә сәсән уларға ҡаршы сығып, былай тип яуап биргән, ти: Ағын һыуҙың үлгәне — Аяҙҙа боҙ булып ҡатҡаны. Бейек тауҙың үлгәне — Башын болот япҡаны. Ай менән көндөң үлгәне — Иңкәйеп барып батҡаны. Ҡара ерҙең үлгәне — Ҡар аҫтында ятҡаны. Ҡаҙаҡтарҙың был толғауы башҡорт халыҡ ижадында "Бейек тауҙың үлгәне" исемле ҡобайыр-әйтем булараҡ билдәле. Башҡорт халыҡ ижадында киң таралған "Ерәнсә сәсәндең Әбелхәйер ханға әйткәне" исемле әҫәр ҙә сәсәнлек сәнғәтенең үрнәге һанала. (Салауат Галин) 2004 й.