Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Динис Бүләков (1944-1995)

Динис Мөҙәрис улы Бүләков 1944 йылдың 18 майында Мәләүез районы Арыҫлан ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.

1960 — 1964 йылдарҙа Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Бәләбәй, Бишбүләк, Йәрмәкәй райондары өсөн сығарылған “Еңеү байрағы” гәзите редакцияһында эшләй. 1965 йылда һалдатҡа алына. Армиянан ҡайтаһы йылында Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инә. 1968 — 1974 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзите, “Ағиҙел” журналында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире була. 1977 — 1986 йылдарҙа “Пионер” журналының баш мөхәррире.

1986 йылдан — телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса Дәүләт комитеты рәйесе.

1988 — 1995 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе. Был йылдарҙа үҙен оҫта ойоштороусы, йәмәғәтсе, күренекле яҙыусы итеп таныта.

Д. Бүләков әҙәбиәт менән йәштән үк ҡыҙыҡһына башлай. Урта мәктәптә һәм техникумда уҡығанда, әҫәрҙәрен баҫтыра. “Ҡояш ярсығы” тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1971 йылда баҫылып сыға. Уның хикәйәләренең төп геройҙары — беҙҙең замандаштар, йәш энтузиастар. Ул үҙенең геройҙарының эске донъяһын, психологик уй-тойғоларын мауыҡтырғыс тормош ваҡиғаларында һүрәтләй белә. “Ауылымдың аҡ өйҙәре”, “Һары һандуғас балаһы”, “Аҡбуҙ алышҡа сыға” китаптарына ингән повесть һәм хикәйәләрендә һәләтле прозаиктың әҙәби оҫталығы үҫә һәм камиллаша барыуын асыҡ билдәләп була. Яҙыусы эпик хикәйәләү алымдарын уңышлы үҙләштерә һәм мауыҡтырғыс образдар тыуҙыра. Әҫәрҙән әҫәргә, китаптан китапҡа яҙыусының ижад офоҡтары киңәйә, ҡәләме үткерләшә килде.

Динис Бүләков 90-сы йылдарҙа башҡорт романистары сафында ныҡлы урын алды. 1988 йылда донъя күргән “Килмешәк”, “Туҙҙырылған тамуҡ” романдары ҡырҡыу замана проблемаларына арналыуы менән әһәмиәтле.

Динис Бүләков Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм һәм Салауат Юлаев исемендәге премиялар лауреаты.

1973 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

ӘҘИПТЕҢ ЯҠТЫ ДОНЪЯҺЫ Динис Бүләков һәр саҡ сәмләнеп, илһамланып ижад итте. Ул һәр саҡ ил ғәме, милләтебеҙҙең бөгөнгө хафалары менән йәшәне. Динис Бүләковтың яҡын ҡәләмдәше, атаҡлы шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың: “Ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән, дөрөҫ һүҙең инде һуңлаһа!” — тигән шиғри юлдарын кемдәр генә белмәй. Динис бөгөнгө ҡатмарлы тормошобоҙ хаҡындағы хаҡ һүҙен үҙ ваҡытында, кешеләрҙең күҙенә тура ҡарап әйтә белде. Шуға ла уның хикәйәләре, повестары, романдары меңәрләгән уҡыусыларыбыҙҙың ихтирамын яуланы, әҙәбиәтебеҙҙең хәҙерге юғары ҡаҙаныштарына әйләнде. Динис Бүләков үҙенә үҙе аяу белмәүсе сая рухлы, тынғыһыҙ йәнле шәхес ине. Шуға ла ул ҡанатлы кешеләр хаҡында, көслө, ҡыйыу һәм матур кешеләр тураһында яҙырға яратты. Динис Бүләков йөҙө-күҙе һәр саҡ нур сәсеп торған матур кеше булды, һөйкөмлө, йондоҙло кеше булды. Ул үҙенең йөрәк ялҡынын бүтәндәргә йомарт өләшеп йәшәргә ашҡынды. Динис Бүләковтың ни тиклем ярҙамсыл, тоғро дуҫ, ышаныслы юлдаш булғанлығын уның менән аралашҡан һәр кем ғүмерҙә онота алмаҫ. Тормош юлымда күп дуҫтарымды һуңғы юлға оҙаттым. Динис Бүләковты юғалтыу шуларҙың иң ололарынан... Етмешенсе-һикһәненсе йылдарҙа Динис Бүләков йәйге ялын Урал тәбиғәтендә үткәрергә, йыл һайын Ағиҙел буйлап кәмәлә төшөргә ярата торғайны. Ләкин бындай сәйәхәттәр хозурлыҡ ҡосағында йәшәү генә түгел. Ҡаяларға һуғылып, шаршыларҙа ҡайнап аҡҡан Ағиҙел буйлап ағып төшөр өсөн уяулыҡ та, сослоҡ та, етеҙлек тә кәрәк. Ағиҙелдең ярһыу ағымы ҡыйыуҙарға, таһыллы кешеләргә генә баш бирә, иҫ киткес матурлыҡтарға һоҡланып та, хәтәр боролоштарҙа, шарламаларҙа баҙап ҡалғандарҙы, ебеп төшкәндәрҙе кәмәһе, һалы менән ҡая ташҡа ҡыйрата килтереп һуға. Хас та тормоштоң үҙендәге һымаҡ, кешеләрҙең яҙмыштарындағы ҡатмарлы юлдар һымаҡ. Ижад донъяһында үҙ асыштарына ирешер өсөн, уҡыусыларға үҙ һүҙен әйтер өсөн, Динис Бүләков тормоштоң етеҙ һәм аяуһыҙ ағышында һәр саҡ үҙәктә булырға тырышты, ваҡыттың киҫкен боролоштарында уяулығын юғалтманы, заман үҙгәрештәрен һиҙгер тоя һәм әҫәрҙәрендә шуның үҙенсәлекле һыҙаттарын күрһәтә алды. Яҙыусының 1992 йылда “Ағиҙел” журналында баҫылып сыҡҡан һәм 1993 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булған “Ғүмер бер генә” романының исеме аҫтына йәйәләр эсендә “Заман тормошоноң күренештәре” тип ҡуйылған. Бына ошо һүҙҙәр Динис Бүләков прозаһының төп асылын бик йыйнаҡ әйтеп биргән кеүек. Заман тормошоноң күренештәре — яҙыусының һәр әҫәренә ҡарата шулай тиергә мөмкин. Әлбиттә, был күренештәр бер әҫәрҙә бик сағыу асылырға, икенсеһендә үтә тоноҡ төҫмөрләнергә лә мөмкин. Ләкин Динис Бүләковтың хикәйәләрен, повестарын, романдарын, ғөмүмән, барлыҡ ижадын, фекерләү үҙенсәлеген, яҙыусы булараҡ тормош менән бәйләнешен заман тематикаһынан тыш, әлеге көн рухынан башҡа күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Һәр әҙиптең үҙ донъяһы, үҙ зауығы һәм үҙ табыныуҙары. Күпселек яҙыусылар, ғәҙәттә, үҙе йәшәгән дәүерҙең хафалары һәм борсолоуҙары тураһында яҙа, икенселәре үҙ заманы хаҡында ла, уҙғандарҙы байҡап та ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр ижад итә, өсөнсөләре (улары күпкә һирәгерәк) бары тарихи жанрҙа ғына эшләй. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе — ысын мәғәнәһендә тарихи прозаның барлыҡҡа килеүе. Был шатлыҡлы күренеш халҡыбыҙҙа милли үҙаңдың үҫеүен раҫлай һәм яңы быуындарҙың рухи нығыныуына, милләттә үҙ мираҫына, тарихтағы үҙ урынына дөрөҫ ҡараш тәрбиәләүгә көслө йоғонто яһай. Быуаттар төпкөлөндәге ваҡиғаларҙы йәнле образдар аша яңынан терелтеү өсөн, яҙыусыға илһамдан, художник һиҙемләүенән тыш үткер тарихсы ҡарашы, илһам өҫтөнә әллә күпме документтарҙа соҡсонорлоҡ, шуларҙан тейешле һығымталар яһарлыҡ тарихсы аҡылы, йылдарға һуҙылған хеҙмәт һәм сабырлыҡ та кәрәк. Ләкин һәр жанрҙың, һәр теманың үҙ ҡатмарлыҡтары һәм ауырлыҡтары бар. Халыҡтар тарихы үҙенең бик күп тармаҡтары менән бөгөнгөгә килеп тоташһа ла, беҙҙең тамырҙарыбыҙҙы билдәләһә лә, барыбер үҙенсә тамамланған, туҡталған процесс. Әлбиттә, ваҡиғалар үҫешендәге эҙмә-эҙлелекте, сәбәптәрҙе һәм һөҙөмтәләрҙе, билдәһеҙ шәхестәрҙе һәм факттарҙы асыҡлау, шул осор кешеләренең психологияһына, үҙ-ара мөнәсәбәттәрендәге нескәлектәргә, рухи һәм матди донъяһындағы үҙенсәлектәргә үтеп инеүе ғәйәт ауыр ижади хеҙмәт. Үҙ заманы хаҡында һүҙ әйтергә теләүсе әҙип алдында шулай уҡ ауырлыҡтар етерлек, сөнки күҙаллаған ваҡиғалар тамамланмаған, барыһы ҡайнай, бәрелешә, өр-яңы күренештәр тыуып тора. Тарихты байҡаусыны тын диңгеҙ ҡултығына ҡат-ҡат сумып, гәрәбәләр эҙләүселәр менән сағыштырып булһа, хәҙерге заман тураһында яҙыусы, үҙе ғүмерҙә лә күрмәгән ташҡын йылғала, алда ниндәй боролоштар, ниндәй ҡаялар көтөрөн дә белмәйенсә, һал менән төшөп килеүсе булып күҙ алдына баҫа. Ташҡындың тынғанын көткәндә, моғайын, барыһы ла асығыраҡ күренер ине, баһалар, күҙәтеүҙәр, һығымталар ҙа тулыраҡ һәм дөрөҫөрәк булыр ине. Юҡҡамы ни ижад эшендә, бигерәк тә прозала, ваҡыт һуҙымы, талабы, йәғни хәл-ваҡиғалар ваҡыт арауығында һыуынғас, барыһы ла үҙ урынына ултырғас ҡына, улар хаҡында һүҙ әйтергә мөмкин, тигән ҡараш йәшәй. Был фекерҙә лә үҙенсә дөрөҫлөк барҙыр. Ләкин Динис Бүләков ваҡыт арауығы тураһында уйлап, ваҡиғаларҙың һыуынғанын көтөп ултыра торған яҙыусыларҙан булманы. Ул тормоштоң эҫе эҙҙәренән, шаулы юлдарынан атланы. Заман һәм әҙип тигән һүҙҙәр ҡайһы саҡта яңғырауыҡлы лозунг ҡына булып күренһә лә, әҙәбиәтте ошо мәңгелек бәйләнештән тыш күҙ алдына килтереп булмай. Һикһәненсе йылдар аҙағында — туҡһанынсы йылдар башында башҡорт яҙыусыларының, шағирҙарының тормош менән бәйләнешендә байтаҡ мөһим үҙгәрештәр барлыҡҡа килде. Башҡорт әҙәбиәте халыҡты бер ҡасан да артҡа саҡырмаған, яманлыҡҡа әйҙәмәгән. Яңы замандарҙа ла шулай. Әлеге осорҙа туған телдең, милли мәктәптәрҙең, мәҙәниәттең яҙмышы, ер-һыуҙарҙың ҡурҡыныс хәлдә булыуы тураһындағы мәсьәләләрҙе тәү башлап башҡорт әҙиптәре күтәреп сыҡты, Башҡортостандың үҙаллылыҡ яулауында, беренсе Президентыбыҙҙы һайлауҙа уларҙың хеҙмәте аҙ булманы. Улар йәштәрҙең күтәрелеүен күрергә теләй, төрлө алыпһатарҙарҙың ғына түгел, юғары мәҙәниәтле белгестәрҙең, ысын эшҡыуарҙарҙың күпләп үҫеп сығыуына өмөтләнә. Динис Бүләковтың ижады хаҡында башлаған һүҙемә тормоштоң әллә күпме яҡтары хаҡында уйланыуҙар ҡушыла. Яҙыусының әҫәрҙәре үҙҙәре үк шуға сәбәпсе, сөнки бөгөнгө мәсьәләләр яҙыусының бынан байтаҡ йылдар элек яҙылған әҫәрҙәрендә үк күтәрелә килде. Мәҫәлән, әҙиптең күпселек хикәйәләре һәм повестары — йәштәр тураһында. Уларҙың яҙмышы еңел түгел. Тормошҡа аяҡ баҫҡанда улар төрлөсә аҙашыуҙар, хаталаныуҙар, эҙләнеүҙәр аша оло юлға сығырға ынтылалар, кеше рухын сикләүсе ҡалыптар менән үҙҙәренсә көрәшәләр. Йәки тәбиғәт яҙмышы. Етмешенсе йылдарҙа яҙылған “Иң оҙон төн” повесында ваҡиғалар урмандың киләсәк яҙмышы тураһындағы бәхәс тирәһендә ҡуйыра һәм төйөнләнә. Һикһәненсе йылдар аҙағында баҫылып сыҡҡан “Килмешәк” романы кешенең тәбиғәткә мөнәсәбәте, “Кемдәр ерҙең ысын хужалары?” кеүек һорауҙарҙы күтәрә. Дан-шөһрәт өсөн тыуған төйәгенең матурлығын рәхимһеҙ емереүсе, байлығын талаусы, һыуҙарын ҡоротоусы бәғзе етәкселәр асылда был ергә осраҡлы килеп юлыҡҡан, шуға уның яҙмышына битараф йәшәгән килмешәк булып сыға. Динис Мөҙәрис улы Бүләков Мәләүез районының Арыҫлан ауылында, һуҡмаҡтарына Кинйә батырҙың эҙҙәре уйылып ҡалған тарихи төбәктә, һәр кемде бер күреүҙә ғашиҡ итерлек йәмле Нөгөш буйҙарында тыуып үҫкән. Динис Бүләков — тәбиғәтте бик нескә тойоусы әҙип. Ҡайһы бер яҙыусыларҙың барлыҡ иғтибары кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәренә генә йүнәлтелгән була, улар ниндәй ерҙә йәшәй, ниндәй матурлыҡтарға һоҡлана, уларҙы ниндәй ел-ямғырҙар ҡаға һ.б. — былары автор өсөн мөһим түгел һымаҡ, сөнки һәр кемдең үҙ ижади алымдары. Ә бына Динис Бүләковтың прозаһын тәбиғәттән тыш күҙ алдына килтереүе ҡыйын, сөнки тәбиғәт ундағы төп образдарҙың береһе, күпселек әҫәрҙәре ниндәйҙер күренеште һүрәтләүҙән башлана. Ер-һыу исемдәренә генә иғтибар итегеҙ: Кейәү ҡашы ҡаяһы, Аҡтүбә ҡаяһы, Кәләш күҙе шишмәһе, Баллы шишмә, Йөҙшишмә ауылы, Йәмбиргән ауылы, Аҡнөгөш йылғаһы... Үҙҙәре кеүек исемдәре лә ниндәй матур, һәр береһе йырлап тора, һәр береһе кешеләрҙең өлөштәренә төшкән бәхет булып, уларҙың яҙмыштарын биҙәп йәшәй. Әҙип үҙенең геройҙарының донъяһына уҡыусыны һәр ваҡыт тиерлек тәбиғәт аша алып инә. Уларҙың намыҫын, рухи ныҡлығын тәбиғәт менән бәйләнештә һынай, кешенең ҡылған ҡылыҡтарына ла һуңғы хөкөмдө йыш ҡына тәбиғәт үҙе сығара. Динис Бүләков прозаһында кеше тәбиғәт менән хозурланып ҡына түгел, уның ташҡынлы, буранлы, дауыллы хәтәр ваҡыттарында сая алышып та йәшәй. “Упҡын ситендә бейеү”, “Аҡбуҙ алышҡа сыға”, “Шарлауыҡ” — китаптарҙың исемдәре үк һүрәтләнәсәк ваҡиғаларҙың ғәҙәти булмаясағын белгертеп тора. Геройҙарҙың киҫкен бәрелештәрҙә, етеҙ хәрәкәттә асылыуы, сюжеттың көсөргәнешле үҫеше, ваҡиғаларҙың тығыҙ үрелеүе, урыны-урыны менән мажаралы хәлдәргә юлығыуҙар, үҙенсә серлелек, йомаҡ булып килгән һорауҙарҙың йыш ҡына көтөлмәгәнсә хәл ителеп ҡуйыуы әҙиптең һүрәтләү стиленә, художество асылына иң хас сифаттар. Күпселек әҫәрҙәре тормоштоң ҡатмарлы ҡаршылыҡтарына нигеҙләнеп тыуһа ла, Динис Бүләковтың ижад донъяһы — яҡты донъя. Ул күтәренке рухлы, күңеле ҡанатлы кешеләрҙе, романтик шәхестәрҙе айырыуса яҡын күрҙе, күберәк шундай яҙмыштар хаҡында яҙҙы. Үҙенең тәүге китаптарының береһен ул “Ауылымдың аҡ өйҙәре” тип атағайны. Әҙиптең геройҙарының күбеһе юлдарҙа аҙашып, тормоштары буталып ҡалғанда ла, кешелек сифаттарын юғалтмай, яҡты хыялдарына тоғро ҡала. Яҙмыштарының ҡояшы сайралып ватылғанда ла, уның һәр ярсығын ҡәҙерләй беләләр. Йылдар үткән һайын Динис Бүләков тормоштоң тәрәнерәк ҡатламдарына үтеп инде, замандаштарҙы борсоған уй-тойғоларҙы нығыраҡ тойҙо. Алсаҡ шишмә булып башлаған ижады Ағиҙел һымаҡ олпатланды, уйсанланды, тулыланды, иңендәге хәстәрҙәр ҙә артты. Ижад эштәрен Динис Бүләков оҙаҡ йылдар буйы яуаплы вазифалар менән бергә алып барҙы: “Пионер” журналының баш мөхәррире, Башҡортостан дәүләт радио һәм телевидениеһы етәксеһе, республика Юғары Советының депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзының рәйесе булды. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда беҙҙең ижади ойошманың берҙәмлеген һаҡлап ҡалыу өсөн ул күп эштәр атҡарҙы. ...Ҡанатланып-илһамланып йөрөгән Динис Бүләковтың илленсе артылышын яңы ғына артылып үткәндә ҡапыл йөрәге тибеүҙән туҡтар тип кем уйлаған? Был ауыр юғалтыуға әле һаман ышаныуы ҡыйын. “Ағиҙел”дә уның “Туҙҙырылған тамуҡ” тигән романы баҫыла ине ул мәл. Шул арала повесть та яҙып бөтөргәйне. Әллә күпме ижади пландары бар ине ҡәләме осонда — көтмәгәндә барыһы ла селпәрәмә килде. Шуныһы күңелде йыуата: уның яҡты исеме, бәҫле һүҙе, уҡымлы китаптары беҙҙең менән ҡала. Әжәл күренекле замандашыбыҙҙы арабыҙҙан бик иртә алһа ла, Динис Бүләковтың ижады был яҡты донъяларҙа йәшәйәсәк. (Рауил Бикбаев) 2004 й.