Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Хәсән Назар (1942)

Хәсән Мөҙәрис улы Назаров 1942 йылдың 15 ғинуарында Ейәнсура районының Таулыҡай ауылында тыуа. Ҡужанаҡ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, ауылда көтөү көтә, колхозсы була. Бөрө кооператив училищеһында уҡып, Яңыбайҙа сельпола эшләй. Өс йыл һалдат бурысын үтәй.

Бөрйәндә “Таң” гәзите редакцияһында ижад көсөн һынай. 1967 йылдан — Өфөлә. “Ленинсы”, “Ағиҙел” редакцияларына күсә. Ситтән тороп, Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый. Ғүмеренең күп йылдары “Башҡортостан” гәзите менән бәйле. Радио һәм тележурналист юлдарын да үтә. Артабан — “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. Унан йәнә “Ағиҙел”гә ҡайта — шиғриәт һәм сәнғәт бүлеген алып бара.

“Бөркөттәр төйәге” тигән беренсе йыйынтығы 1971 йылда сыға. “Шоңҡар сөйәм” (1992), “Заман заңы” (1995), “Асманға ашыу” (2000) исемле китаптары донъя күрҙе, һуңғыһы өсөн уға республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде (2001).

1993 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.