Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Буранбай-йәркәй Сәсән (1781-1868)

Буранбай Йәркәй — йырсы, ҡурайсы һәм сәсән. Баяр-тархандарға, илде һәм халыҡты талаусыларға ҡаршы болалар ойоштороусыларҙың береһе. Ул — “Һыр”, “Ялан Йәркәй”, “Тәфтиләү”, “Хажғәли”, “Иркутский”, “Бөҙрә тал”, “Сәлимәкәй”, “Шаһибәрәк”, “Аҡ яурын сал бөркөт” исемле йыр-көйҙәрҙең авторы.

БУРАНБАЙ СӘСӘН Ҡыуат кантондарҙың замандашы, Ҡаһарман кантондың шәкерте һәм яҡын кешеһе булған серле легендар бер шәхес бар. Ул — Буранбай сәсән. Буранбай хаҡында халыҡта төрлө легендалар йөрөй, һәр тараф, әйтәйек, Ирәндек буйы башҡорттары уны үҙ сәсәне йә батыры, Туҡ-Соран буйы башҡорттары — үҙҙәренеке, көйөргәҙеләр — үҙҙәренеке итеп күрергә һәм күрһәтергә тырыша. Легендаларҙа уртаҡ һәм үҙгә яҡтар ҙа байтаҡ, әлбиттә. Шуларҙан Туҡ һыуы буйы сәсәндәре һөйләгәнен иҫкә төшөрәйек әле. Башҡорттарҙың әүәлгерәк болаларынан һуң Туҡ буйына Ирәндек башҡорттарының бер өлөшө күсеп килеп ултырған. Шуларҙың Иҫәнгилде тигән бер өлкәне Ағыш исемле улына үҙ тыуған яҡтарынан бер кәләш йәрәшеп ҡайтҡан, килен итеп төшөргәндәр. Баш балалары тыуған, уға Йәрмөхәмәт тигән исем ҡушҡандар. Ғаиләлә үҙҙәре лә, ауыл халҡы ла ул һөйкөмлө уланды яратып Йәркәй тип кенә өндәшер булғандар. Йәркәй бик матур, батыр, үҙе ҡурайсы, йырсы булып үҫеп еткән. Сәсән тигән даны Туҡ-Соран буйҙарынан Кәмәлек, Юшатыр буйҙарынаса, Урал тауы тарафтарынаса таралған. Бер заман Туҡ, Соран башындағы, Тоҙ юлы буйҙарындағы матур ерҙәрен Ҡайыпҡол старшиналар Тимашев тигән бер баярға һатып ебәргән. Был ер-һыуҙарын бирҙермәҫ өсөн ауыл халҡы бола ҡубарған. Башында Йәркәй батыр йөрөгән икән. Ырымбурҙан атлы казактар килеп, башлап йөрөүселәрен ҡулға алып, янаралға оҙатҡандар, Һаҡмар күперен сыҡҡанда Йәркәй ҡасып ҡотолған. Тау-урман араларында йәшеренеп йөрөп, аҙаҡ үҙҙәренең ейән йортона, әсәһе тыуып-үҫкән йортҡа барып морон төрткән. Буранбай тигән яңы исем менән шунда йәшәй башлаған. Буранғол кантон Буранбайҙы зирәк күреп уҡырға ебәргән. Уҡып ҡайтҡас, старшина итеп тәғәйенләгән. Бер заман француз яуы сығып киткән. Башҡорттар полктар төҙөп яуға әҙерләнгән. Ғәскәр башлыҡтары Буранғол кантон үҙе икән. Ул улы Ҡаһарманды, Буранбайҙы, Айсыуаҡты йөҙ баштары итеп ҡуйған. Былар француз яуын ҡыйратышып, Париж тигән баш ҡалаларына етеп яу батырҙары булып дан менән ҡайтҡандар. Түштәре тулы орден да көмөш миҙал, ти, үҙҙәренең. Ҡайтҡас, Буранбайҙы тағы старшина, Ҡаһарманын үҙ урынына кантон башлығы, Айсыуаҡты эскадрон командиры итеп ҡуйған Буранғол. Ҡарт кеше оҙаҡламай вафат булған. Буранбай, уҡыған кеше, старшина булып һәйбәт эшләгән. Ярлы-ялпыны йәберләтергә түрәләргә бик ирек ҡуймаған. Оло түрәләр алдында ла үҙен иркен тота, яуабын бирә белгән. “Тархан булған кешеләргә генә старшиналыҡ бирелә, тархан булмағандар ышаныслы кешеләр тарафынан геүаһлыҡ алһа ғына старшиналығы һаҡлана”, — тигән фарман тартҡан бер саҡ Ырымбур янаралы. Кантондар, тархандар бер-береһен яҡлашып үҙ урындарында ҡалғандар. Буранбайға шиктәре төшкән. Өҫтәүенә ул старшина булған төбәктә заводсыларҙы үлтереү, һалдаттары юғалыу хәлдәре осраған. Янарал Буранбайға бер кешеһен йомош тапҡан булып ебәргән. Теге оҙаҡ ҡына ҡунаҡ булып ятҡан, Буранбай менән һунарҙарға йөрөгән, старшинаның тын алышын күҙәткән. Бер һүҙ менән әйткәндә, шымсылыҡ ҡылған. Буранбайҙың, ысынлап та, иреккә иреккән шикле кеше икәнен төшөнгән был шымсы. Янаралға ҡайтып һөйләгән. Янарал ҡапыл ғына Буранбайҙы ҡулға алдырырға ашыҡмаған. Кантондарҙа төрлө ул-был эштәрҙә, үлтерештәрҙә бер Буранбай ише ҡыйыуҙарҙың ғына түгел, кантон-старшиналарҙың бәрҙеләренең ҡатнашлығы барын да һиҙенгән ул. Бер ваҡыт янарал Каруанһарайҙа ҙур ғына бер йыйын йыя. Бында кантон башлыҡтарын, йортауай старшиналарын, тархандарҙы саҡыра. Кантон сәсәндәр, ҡурайсылар, йырсыларға ла килергә ҡуша. Йәнәһе, бәйге менән бәйле йыйындары. Затлы бүләктәр тәғәйен. Йыйындан һуң бәйгелә йырҙа, ҡурайҙа, һүҙ сәсәнлегендә Буранбайға тиңдәр табылмай. “Бының ҡурайҙы тотоуы, уйнауы ла, көйҙәре, йырлаған йырҙары беҙҙең яҡтан ҡасып киткән Ағыш улы Йәркәйҙекенә оп-оҡшаш”, — тип аптырайҙар Туҡ-Соран буйҙарынан килгән түрәләр. Шул кисте Тимерғазы тигән бер тархандың фатирында бер төркөм кантон башлыҡтары, старшиналар, йырсылар, ҡурайсылар аш-һыу ҡунаҡ мәжлесендә булалар. Иркенләп әңгәмәләшеп, йырлашып, кәйеф-сафа ҡорошоп ултыралар. Буранбай Каруанһарай ханаһына төнөн ҡайтып тормай ҡуна ҡала. Тархандың бисәһе иртән аш-һыу әҙерләп йөрөгәндә йоҡлап ятҡан ҡунаҡтарының береһенең юрған аҫтынан сығып ятҡан балтырындағы яра эҙен күреп ҡалған да тәндәре эҫеле-һыуыҡлы булып киткән, ти. Аптырап йөҙөн әҙ генә асып ҡараһа, ни күҙе менән күрһен, бының Йәркәй икәнен таныған. Шулай ҙа үҙ күҙенә үҙе ышанып та етмәгән тархан бисәһе: бик оло, таушалған күренә. Ҡара-сола һаҡаллы. Йәркәй һөлөктәй ине бит. Иртәнге табын таралып, бер мәл аулаҡлай ҡалған арала хужабикә ҡунағынан: “Һин Йәркәйме әллә?” — тип һораша. Буранбай текемләп баҡһа, был бисәнең Йәркәйҙәр яғындағы Ҡайыпҡол старшинаның ҡыҙ туғанының ҡыҙы, егет сағында ғашиҡ булған Сәлимә икәнен төҫмөрләй. Әммә сер бирмәйсә: “Әгәр шул Йәркәй булһам, ни эшләр инең икән?” — тип хужабикә күңеленә ойотҡо һалып ҡына ҡуя. Аҙаҡ тамам таный Сәлимә Буранбай старшинаның йәшлек мөхәббәте Йәркәй батыр икәнен. Шулай тағы табын ҡороп ултырғанда Сәлимә йөрәккәйҙәре яныпмы, иренә асыуы яман ташыпмы: “Һин Йәркәйҙе гел хурлай инең, ә ул хур булмаған, ил тотҡан түрә булған, Буранбай сәсән тигән данлы исеме бар. Алдында ултырған ҡунағың, минең ҡыҙ сак мөхәббәтем Йәркәй батыр бит!” — тип ярған да һалған. Тархан быны эсенә генә һалып ҡуя ла янаралға хәбәр итә. Йәркәйҙе йәһәт кенә тархан фатирында ла, Ырымбурҙа ла ҡулға алмайҙар. Күпмелер күҙәтеү аҫтында тотоп, тикшереүҙәр үткәреп, суд яһаған булып Себер ебәргәндәр. Себерҙән Буранбай бер нисә тапҡыр ҡасып ҡайтҡан, ҡайтҡан — тағы тотоп бығаулап оҙатҡандар. Шулай ҡаса-ҡайта Себер йөрөгән йылдарында Буранбай йырҙары тип әле лә йырлайҙар. Бына бәғзеләре: Минең дә исемем һораһағыҙ, Ялған исемем береһе — Буранбай. Ялған ялаларҙы ябып миңә, Себер ебәрҙеләр күралмай. Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ, — Ауылым ҡарттарына ла яҙған хат. Ул хаттарымды ла уҡый-уҡый Илдә илайҙыр батыры, йәше-ҡарт. Минең дә генә йәшләй һөйгән ҡыҙым Ҡайыпҡол да тархан ҡыҙы ине. Ап-аҡ йөҙлө, оҙон да сәсле Ҡара ла ғына ҡыйғас ҡашлы ине. Буранбайҙы Себер ебәргәстәй, Тынды микән завод ерҙәре. Буранбай ҙа Себер китеү менән Тыумаҫ тимә илдең ирҙәре... Легенда легенда инде, уның икенсе варианттарында Буранбай сәсәнде тағы ололоҡлап, уны яфа-язаларҙан да азат ҡылалар сәсән заттар: “Буранбай йырлағанда кешеләр үҙ-үҙен онотҡан: ит турап ултырған ҡатын-ҡыҙҙар ҡулын киҫкән, һыуҙан ҡайтып килгән ҡыҙҙар һыуын түккән, бала имеҙгән бисәләр балаларын онотҡан, ауыҙына ҡапҡан ашына бешкән, һуғышҡан кешеләрҙең һелтәгән ҡулдары ҡатып ҡалған, ауырыуҙар сирҙәрен онотоп, тороп ултырған, һылыуҙар Сәлимәне йәлләп, ҡарттар Буранбайҙы ҡыҙғанып илаған. Буранбайҙың йырҙары бик таралып киткәс, ул теге ҡасҡын Йәркәй түгелме икән тигән шиктәре төшөп, түрә-ҡара уны эҙләргә тотонған. Ҡаһарман кантон, йәшереп, уны уҡырға ебәргән. Ҡаһымдар менән бергә уҡып ҡайтҡас, Наполеон һуғышына киткән, һуғыштан дан алып, түше тулы миҙал, биленә көмөш ҡынлы ҡылыс тағып ҡайтҡас, Ҡаһарман губернаторға барған. — Йәркәйҙе эҙләтеп, ат йөгөндәй ҡағыҙ яҙҙығыҙ, тота алманығыҙ. Бер кеше ғүмерендәй осор кантон булып торҙом, батшаға тоғро булдым. Тик бына ошо Йәркәйҙе йәшереп, Буранбай исеме менән уҡытып, ғәскәр башы яһаным. Яуҙа дан алып ҡайтты, инде һиңә килтерҙем. Ғәфү итһәң дә, яза бирһәң дә үҙ хөкөмөң, — тигән. Губернатор ғәфү иткән. Бер ергә старшина итергә ҡушҡан. Буранбай һөйгән ҡыҙы Сәлимәне үҙе менән алып китергә губернаторҙан рөхсәт алған. Шунан былар Темәскә ҡайтып старшина булған. Уның торған ере олатаһының ере Кинйәбулат ауылында булған. Телдә уны Буранбай тип йөрөтәләр”. Буранбайҙың бер үҙенә генә лә шулай әллә нисәмә легенда. Ысынлап легендар шәхес, һәр береһе әле береһен, әле икенсеһен һөйләй. Легенданың тәбиғәте, сәсән һүҙенең күрке шул, ул яҡын күргән үҙ ҡаһармандарын һиммәтләп матурлабыраҡ күрһәтергә хаҡлы. Тормош ҡануны менән сәнғәт ҡануны бер түгел. Тормошта ла ул йыш ҡына шулайыраҡ: күҙ берҙе күрә, тел икенсене һөйләй. Тарих былай, ти, ә кеше тегеләй, ти. Ә ысынында Буранбай кем булған ул? Тормош юлы нисегерәк уҙған? Был хаҡта документтар ни һөйләй икән? Һуңғы 20-25 йыл эсендә Буранбай сәсәндең тормошо тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров, Белореттан уҡытыусы С. Галин, Баймаҡтан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Буранбайҙың нәҫеле Рамазан Үтәғолов тарафынан ныҡлы ғына өйрәнелде, тарихи документтар нигеҙендә аныҡлыҡтар индерелде. Ошо юлдар авторына ла архивтарҙа байтаҡ ҡаҙынырға тура килде. Хәҡиҡәтте табыу, сәсән шәхесен, эшмәкәрлеген тулыраҡ асыҡлау ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай ҙа Буранбайҙың биографияһында һаман байтаҡ “аҡ таптар” — бушлыҡтар ҡала: йәшлек йылдары, француз яуы осорҙары, ҡайҙа, нисек үлеме буйынса. Әлегә табылған ҡәҙәр документтар һөйләүенсә, Буранбай Ҡотосовтоң тормош юлы шаҡтай фажиғәле һәм сырмалсыҡ. Буранбай Ҡотосов, 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдары буйынса, 47 йәштә. Ә Әсфәндиәрсе раҫлауынса, Буранбайҙың атаһы, Ҡотос исемле, фамилияһы Һөйөндөков. Улар Алҡаш (дөрөҫө Әлекәс) — Кинйәбулат ауылынан (Хәҙерге Баймаҡ районының Буранбай ауылы), Һөйөндөковтар — Әлекәс Һөйөндөков, улы Кинйәбулат старшиналар, бүтән улдары — 1755 йылғы восстаниеның үҙәгендә булған кешеләр. Тимәк, Буранбай Ҡотос улы яу батырҙары, старшиналар затынан. Ҡыуат Кинйәғол менән Әлекәс Һөйөндөк замандаштар, 1755 йылда яуҙаштар. Аҙаҡ улдары, ейәндәре Буранғол, Ҡаһарман, Буранбай француз яуында полкташтар, ғүмер буйы дуҫ-иштәр. Ҡыуат кантондарҙың бер сама тигеҙ тормоштары менән сағыштырғанда Буранбай старшинаның яуҙарҙан һуңғы ғүмере бик һикәлтәле һәм ғауғалы. Хөкөм эше материалдарына ҡарағанда, ул суд-низағтар менән бәйле. Әҙәм ғүмерҙәре сәйер генә бит ул: һәүетемсә йәшәгән ай-йылдар, ғәҙәттәге эш-шөғөлдәр әллә ни күҙгә күренмәй үҙ яйы менән аға ла аға, уны хәтерләүҙәрҙең, ҡағыҙға теркәүҙең һис хәжәте юҡ. Ә бына бәндә берәй ҡаты һөрлөкһөнмө йә яңылыштан бер хата эш ҡылып ташлаһынмы, хәҙер күҙгә салына, телгә керә. Ялыу, тауыш-фәлән сыҡһа, ҡара тап булып яғылырға, документтарға күсергә тора. Буранбай старшинаның тормошонда шундай хәл була: урыҫ-француз һуғышы сығырҙан алда ғына 1811 йылды 6-сы башҡорт кантонында мең кешелек резерв команда төҙөлә. Дистанцион начальнигы итеп Аҡҡол Биктимеров кантон тәғәйенләнә. Шул йылды илдә ҡоролоҡ булыу, малдарға йотлоҡ килеү сәбәпле команданы походтан ҡотҡарыу маҡсатында һәр атлы башҡорт казагы башынан алтышар һум аҡса йыйырға булалар. Аҡсаны йыйыу йортауай старшиналар Буранбай, Ибраһим һәм Юлбарыҫҡа йөкмәтелә. Ләкин был йыйым аҡсаһын Биктимеров кантон менән Ырымбур чиновниктары үҙ-ара бүлешеп ала ла ҡуя. Аҡсаны юллау китә. Ләкин 1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, уға мөнәсәбәтле кешеләр үҙҙәре яуға киткәс, был эш туҡталып ҡала. Кемдеңдер ялыуы менән эш 1816 йылды яңынан ҡуҙғатыла. Ырымбурҙа Суд палатаһы 6 мең һум аҡсаны үҙләштереүселәр итеп, Биктимеров кантон менән Ырымбур түрәһе Соколовты ғәйепләй. Шул сумманың 4 мең һумын Соколовтан, ҡалған 2 меңен кантондың үҙенән һәм уның һүҙен тотоп аҡсаны йыйышҡан әлеге старшиналарҙан түләтергә, тигән ҡарар сығара. Хәрби губернатор был суд ҡарары менән килешә, ләкин губернаның прокуроры Веригин тигән берәү килешмәйенсә юғарыға Правительственный Сенатҡа хөкөм эшен тапшырта. Ҡарға ҡарғаның күҙен соҡоймо ни, Сенат ниңәлер был эште бик оҙаҡҡа һуҙып, 1820 йылдың майында ғына указ сығара: Ырымбур чиновнигын аҡлап, башҡорттарҙың үҙҙәрен генә ғәйепле итә. Сенат ҡарары ҡаты: Аҡҡол кантонды, Буранбай, Ибраһим, Юлбарыҫ старшиналарҙы чиндарын алып, эштәренән бушатып, Себергә һөргөнгә. Шулай “ҡара эт бәләһе аҡ эттәргә” төшә. Аҡҡол Биктимеров кантон ҡартлығына һылтанып һөргәндән ҡотолоп ҡала, ә һөргөн оҙатылыр өсөн Буранбайҙар башта Талҡала — Верхнеуральск төрмәһенә илтеп ябыла. Был 1820 йылды Буранбайға 55 йәш. Ике мең һум аҡса өсөн нахаҡҡа ғәйепләнеп, шул оло йәштә һөргөн һөрөл инде! Буранбай Верхнеуральск төрмәһенән ҡаса. Бер аҙ Урал эсендә йәшеренеп йәшәгәндән һуң, Һаҡмар түбәненә Ҡаһарман кантон биләмәләренә, ары Туҡ-Соран, Үҙән буйҙарына сығып китә. Йәркәй исеме менән йәшеренеп йөрөүе нәҡ ошо осор, күрәһең. Сәсән үҙе һөйләүенсә, Буранбай аҙаҡ ике йыл самаһы ҡаҙаҡ далаларын гиҙгән. Шәмәкәй, Чиклем, Ырғыҙлы араларында йөрөгән, ҡаҙаҡ солтандары менән дуҫлашҡан, аҡындары менән йыр-өләң ярыштарына сыҡҡан, йәғни оло яуҙар үткән батыр, үткер телле сәсән булып хөрмәт ҡаҙанған. Әбделфаиз тигән солтанға Буранбай үҙенең нахаҡҡа ыҙа сигеп, сит яҡтарҙа нисә йылдар ҡасып йөрөүен һөйләгәс, солтан Ырымбур губернаторы исеменә, үҙенә бик яҡын түрә кешеһенә, яҙып хат тотторған, ул һине ярлыҡар тип. Буранбай Ырымбур сыҡҡан. 1822 йылдың декабрендә Илек нығытмаһына еткән, тоҙға килгән башҡорт ылауҙарына ултырып Ырымбурҙа туҡталырға тип. Ләкин Илек заставаһында Григорий Греков тигән смотритель, Буранбайҙы танып, ҡасып йөрөгәнен белеп, комендантҡа тотоп тапшырған. Унан Ырымбурға оҙатылған. Төрмәгә ябылған, ауырып лазаретҡа һалынған. 1823 йылдың 19 ғинуарында Буранбайҙың улы Зөлҡәрнәй генерал-губернатор П. К. Эссенға ауырыу атаһын порукаға биреүҙе һорап үтенес хаты яҙған. Ләкин был үтенес үтәлмәгән. Солтандың хаты губернатор ҡулына барып еткәндә лә зыянынан башҡа файҙаһы булмаҫ ине, әлбиттә. Ошо ғауғалы, ыҙалы ҡасҡын осоронан һуңғы Буранбайҙың яҙмышы асыҡ мәғлүм түгел. Документаль материалдар юҡ. Халыҡ араһында төрлө легендалар, фараздар бар. Ләкин улар нигеҙле дәлилләүгә мохтаж. “Буранбай” йыры быға бер дәлил, әлбиттә: Табак та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ — Буранбайҙың яҙған хаттары. Буранбайҙың яҙған хатын уҡып, Зар илайҙыр ауыл ҡарттары. Буранбай Ирәндек буйҙарында ҡасып йөрөгәндә үҙ яҙмышҡынаһына әрнеп үҙ-үҙенә сығарған, йыуан ҡарағас төпһәһенә ҡыҙған тимер менән өтөп яҙған бәйет юлдарын да таптылар эҙәрмәндәр. Тарих мең дә һигеҙ йөҙ ҙә Егерменсе йылында .....Инде банем ғәзиз башым Китте яттар ҡулына — тигән юлдар бар халыҡ араһында йөрөгән “Буранбай бәйе-те”ндә. Был да батыр сәсән файҙаһына бер дәлил. Уның сәсәнлеген биҙәй торған ҡомартҡы. Ташҡа, ағасҡа соҡоп йәдкәр яҙыуҙар беҙҙең халыҡта бик борондан килгән матур йола. Беҙгә, тарихсы һәм филолог ғалимдарға, Буранбай Ҡотос улының биографияһын тулыландырыу һәм аныҡлау бер бурыс. Икенсеһе — Буранбай сәсәндең ижадын, йыр репертуарын ғилми өйрәнеү, фән теле менән әйткәндә, апробация яһау. Атаҡлы фольклорсы ғалим һәм сәсән Мөхәммәтша Буранғол “Буранбай”, “Ялан Йәркәй”, “Һыр”, “Хажиғәле”, “Иркутский”, “Бөҙрә тал”, “Сәлимәкәй”, “Шаһибәрәк”, “Аҡ яурын сал бөркөт” йырҙары тексының һәм көйҙәренең авторы Буранбай сәсән, ти. Быны фәнни яҡтан нигеҙләйһе бар. (Ғайса Хөсәйенов) 1998 й.