Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Булат Рафиҡов (1934—1998)

Булат Заһрый улы Рафиҡов Башҡортостандың Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында 1934 йылдың 4 авгусында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Юлдаш ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1950 — 1954 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында уҡый. 1954 — 1959 йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт университеты студенты. Университетты тамамлап сыҡҡас, үҙе уҡыған Юлдаш урта мәктәбенә уҡытыу бүлеге мөдире булып эшкә ҡайта. Бер йылдан Өфөгә “Ленинсы” гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. Бында ул әҙәби сотрудник, бүлек мөдире булып 1970 йылға саҡлы эшләй. Журналистика эше уның аҙаҡ “Совет Башҡортостаны” гәзите, “Пионер”, “Агиҙел” журналы редакцияларында дауам итә. Булат Рафиҡов 1980 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары итеп тәғәйенләнә. 1988 — 1998 йылдарҙа “Ағиҙел” журналының баш редакторы.

Булат Рафиҡовтың әҙәбиәт һәм публицистика өлкәһендәге эшмәкәрлеге журналист булып эшләү йылдарынан башлана. 1965—1970 йылдарҙа “Ленинсы” гәзитендә баҫылған уның шиғырҙары, очерктары һәм фельетондары публицистик пафосы менән айырылып торҙо.

Булат Рафиҡовтың эпик һәләтлелеге проза жанрҙарында асығыраҡ күренә. Ул Белорет — Шишмә тимер юлы төҙөүселәре тормошона арналған “Тауҙарҙа ҡар иртә ята” повесы менән китап уҡыусыларҙың иғтибарын тартырға өлгөрҙө. “Лоулла”, “Йыһан азаматтары” тигән фантастик повестары менән беҙҙең әҙәбиәттә һирәк осраған жанр тармағында ла уңышлы эшләй алыуын иҫбатланы. Хәҙерге колхоз ауылы тормошонан алып яҙылган

Һуңғы йылдарҙа Б. Рафиҡов тарихи проза өлкәһендә бик актив эшләне. "Ҡараһаҡал" романы 1990 йылда Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. “Сал ҡылған” романы иһә Булат Рафиҡовтың ҙур эпик жанр өлкәһендәге мөмкинлектәрен әйтеп тора. “Эйәрләнгән ат” романында (1993) Б. Рафиҡов С. Юлаевтың, атаһы Юлай Аҙналиндың һәм башҡа пугачевсыларҙың Рогервик ҡәлғәһендә тотҡонлоҡ тормоштарын хикәйәләй, уларҙың рух ныҡлылығын тасуирлай.

1997 йылда яҙыусының йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

1978 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

ЯҘЫУСЫНЫҢ ИЖАД МИҘГЕЛДӘРЕ Һуңлабыраҡ булһа ла мин Булат Рафиҡовтың тыуған яҡтарында бер йөрөп ҡайттым. Ике меңенсе йыл уның тыуған көнө уңайы менән “Ашҡаҙар” совхозының үҙәгендә мәктәп ҡаршыһында бюсын асырға, тыуған Дәүләтҡол ауылында ерләнгән ҡәберенә зыярат ҡылырға бер төркөм яҙыусылар ғаиләһе менән бергә барғайныҡ. Булат Рафиҡовтың тыуған яҡтары Ағиҙелдең өҫкө яғы, Стәрле, Ашҡаҙар, Һуҡайлы буйҙары, уның ҡылғанлы далалары, Иҙел аша уға терәлә яҙып ятҡан Торатау түбәләре, арыраҡ Башалатау буйлай күкһелләнеп күренгән Урал тау итәктәре, Көнгәк тауы, заманында Бәпәнәй абыз, Килмәк, Ҡараһаҡал, Кинйә батырҙар йәшәгән, Салауаттар уҙған данлыҡлы юрматы ерҙәре бит. Ул тарафтарҙы ҡыҙырып үткәндә Булаттың романдарында, повестарында, шиғырҙарында сағылған әлеге арҙаҡлы тарихи шәхестәребеҙҙе, хәҙерге замандаштарыбыҙҙы үҙенән-үҙе хәтергә төшөрәбеҙ, йәнле образдарын күҙ алдына килтерәбеҙ. Яҙыусының бар тарихи хәтер көсө, ижадының ғүмерлеге һәм тормошсанлығы шунда. Әҙиптең үҙ тормошо, йәшәгән мөхите, шәхес булып нисек формалашыуы ла ижадында сағылмай ҡалмай. Булат Заһретдин улы Рафиҡов 1934 йылдың 4 авгусында Башҡортостандың Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Юлдаш ауылы ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1950 — 1954 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында уҡый. 1954 — 1959 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты студенты. Университетты тамамлап сыҡҡас, үҙе уҡыған Юлдаш урта мәктәбенә уҡытыу бүлеге мөдире булып эшкә ҡайта. Бер йылдан Өфөгә “Ленинсы” гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. Башта ул әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире булып 1970 йылға саҡлы эшләй. Журналистика эшен аҙаҡ “Совет Башҡортостаны” гәзите, “Пионер”, “Ағиҙел” журналы редакцияларында дауам итә. Булат Рафиҡов 1980 йылда Башҡортостан яҙыусылар берлеге идараһының яуаплы секретары итеп тәғәйенләнә. 1988 йылдан алып 1998 йылға тиклем “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире булды. Булат Рафиҡов 1998 йылды Өфөлә вафат, ҡәбере тыуған ауылы зыяратында. Яҙыусының балалыҡ, үҫмер, мәктәп йылдары, училищела, университетта студент миҙгелдәре “Өйһөҙ ҡалған тауыштар” тигән автобиографик әҫәрендә бәйән ителә. Булат Рафиҡовтын әҙәбиәт һәм публицистика өлкәһендәге эшмәкәрлеге журналист булып эшләү йылдарынан башлана. 1965 — 1970 йылдарҙа “Ленинсы” гәзитендә баҫылған шиғырҙары, очерктары һәм фельетондары публицистик пафосы менән айырылып тора. Кешенең ғүмер миҙгелдәре булған шикелле, яҙыусының да ижад миҙгелдәре була торғандыр ул: башланғыс ижад осоро, төп ижад юлын табыуы, өлгөрөп етеүе, олпатланыуы. Байтаҡтары журналислыҡ, шағирлыҡ, прозаиклыҡ осорҙарын да кисереүсән. Араларында бөтә жанрҙарҙы бергә алып барғаны, алмаш-тилмәш эшләгәне, йә шағир, йә проза яҙыусы, йә иһә драматург ҡына булып танылғаны бар. Әлбиттә, һәр кем — үҙ һәләтенә һәм мөмкинлектәренә ҡарап. Ниндәйҙер ҡәтғи ҡанун һәм рецептар юҡ бында. Булат Рафиҡов шул ижад миҙгелдәренең төрлө осорҙарын һәм әҙәби төр, жанр баҫҡыстарын үҙенсә нәүбәтләберәк үтте, буғай, һәр жанрҙа тиерлек үҙ көсөн һынап ҡараны. Яҙышыу эшен университет студенты саҡтарынан журналистиканан башлағайны. Шул һөнәренә аҙаҡ ғүмере буйы тоғро булып ҡалды. Башта шиғриәт менән мауыҡты, бер нисә поэзия йыйынтығы сығарҙы. Шулай шағир булып ҡына танылғайны, прозаға күсте. Әммә поэзияны бөтөнләй үк ташлап та ҡуйманы. Шағирлыҡ уты сәсмә әҫәрҙәренә сәселде. Айырата романтикаға, фантастикаға ҡоролған повестарына шиғри ялҡын, поэтик фекер ҡеүәһе хас. Булат Рафиҡовтың тәүге китабы “Ғәжәбстан” тип аталғайны. Ул ҡарамаҡта ғәҙәти һәм ғәжәйеп ваҡиғалар тураһында балалар өсөн мауыҡтырғыс итеп яҙылған матур шиғырҙар йыйынтығы ине. Әгәр уның бөтә ижады ни яғы менән үҙенсәлекле тип һораһалар, донъяның хайран итмәле матур, серле, мөғжизәле яҡтарын, тарихты һәм заманаларҙы тылсымлы итеп тасуирлай белеүендә тиер инем мин. Асылда, уның ин яҡшы поэзия һәм проза өлгөләре торғаны менән үҙе бер әҙәби ғәжәбстан иле ул. Фантастик повестары ғына түгел, реалистик хикәйәләре, романдары ла таң ҡалдырырлыҡ мөғжизәләр, мажаралар, сер-гизлелек, тылсымлылыҡ менән тулы. Бының төп хикмәте авторҙың һүҙ тылсымы көсөнә эйә булыуындалыр, моғайын. Ҡәләмдәштәребеҙ араһында Булат Рафиҡов иң күп, иң күндәм эшләгән яҙыусыларыбыҙҙан ине. Был йәһәттән, әгәр ул ҡалышһа, Яныбай Хамматов менән Әхиәр Хәкимовтан күпмелер ҡалышҡандыр, бәлки. Мәгәр шуны ла иҫтә тотайыҡ: әлеге ике ҡәләмдәшенең ике ҡулына бер эш ине бит. Булат Рафиҡов ғүмеренең һуңғы айҙарынаса өҫтәл артында ғына көнө-төнө яҙышып ултыра алманы, көн оҙоно эштә: “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, өҫтәүенә елкәһендә әллә нисәмә төрлө йәмәғәт эше, көндәлек ойоштороу-журналистика тормошоноң үҙ мәшәҡәттәре, ығы-зығылары. Яҙышырға ял көндәре лә төнгө сәғәттәр генә ҡалды. Мине йәнә ғәжәпләндергәне шул: ғүмеренең ахырғы ун йыллығында Булат Рафиҡовтың әҙәби һәм ижтимағи эшмәкәрлеге күпкә арта, һәлмәкләнә барҙы. Уға һәр йәһәттән фарт асылдымы ни: эш араларында өс ҙур роман, дүрт повесть, тиҫтәләп хикәйә, очерктар яҙып өлгөрҙө. Романдары роман һынлы ғынамы әле, “Ҡараһаҡал”, “Ахырызаман көткәндә”, “Көнгәк” тарихи романдары заманаһы, хәл-ваҡиғалар ҡатмарлығы, панорамалығы менән бергә эпопеяларға торошло. “Эйәрләнгән ат”, “Тәңреләр һәм төркиҙәр”, “Үлсәү йондоҙлоғо” тарихи фараздары үҙҙәре бер әҙәби-тарихи тикшеренеү, ҡыйыу фекер-ҡараштар йомғағы. Улар ҡыйғыр фекере, төплө фаразы, үҙенсәлекле тел-стиле менән беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә тарихи фараз жанрына нигеҙ һалды, уны заманса оригиналлегендә балҡытты. Бер ғәжәпһендергәс, тағы еңел ғәжәпһендереп була икән, Б. Рафиҡов үҙ мөмкинлеген драматургияла ла һынап ҡараны. “Замана беҙҙең ҡулда”, “Париж башҡорто” исемле сәхнә әҫәрҙәре — спектаклдәре Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры тарафынан ҡуйылды. Театр тәнҡите, тамашасылар фекере ыңғай ине. Шулай сәхнә донъяһын да айҡай башлағайны ул. Өҫтәүенә матбуғатта актуаль публицистик мәҡәләләр баҫтырырға, радио, телевидение аша йыш сығыш яһарға ла ваҡытын йәлләмәне. Ҡасан өлгөргәндер, форсатын нисек тапҡандыр, хоҙай үҙе генә белә. Әҙиптең ижад миҙгелдәренә күҙ һалайыҡ. Әйткәнебеҙсә, Булат башта журналистикала йөҙөп эшләне. Аҙна һайын командировкаларға йөрөнө, хеҙмәт иткән гәзит-журналдарҙың йүнәлешенә ҡарай хәбәрҙәрен, һүрәтләмәләрен, репортаждарын, очерктарын, фельетондарын, юлъяҙмаларын баҫтырҙы. Журналист һөнәре ҡәләмен сарланы, тормошто, кешеләрҙе танырға, төрлө көндәлек хәл-ваҡиғаларға, үткер мәсьәләләргә үтеп инә белергә булышлыҡ итте. Әммә шунда күмелеп, ижад эшенән, хатта донъяһынан төңөлөп ҡалыр шөбһәләр ҙә ситләтеп үтмәгәндер, бәлки, үҙен. Ихтыяр көсө, ижад һәләте уны, ниһайәт, әҙәбиәт менән тамам арбаны, буғай: шағирлыҡ миҙгеле асыҡланды. “Кисеүҙәр” (1977), “Йыһан сәғәтсеһе” (1982) исемле шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары буйынса Булат Рафиҡов поэзияһының гражданлыҡ рухы, философик уйланыуҙар, тарихилыҡ менән һуғарылған поэтик сифаттарын асыҡ тойорға мөмкин. Жанр төрлөлөгө, лиро-эпик һыҙаттар хас уның поэтикаһына. Булат Рафиҡов — башлыса фекер шағиры. Уның поэтик уй-фекерҙәре донъя, тормош, кешеләр, халыҡ, ғүмер хаҡындағы уйланыуҙарҙан алып, тарих, заманалар, ваҡыт һәм ара, хатта йыһан-ара арауыҡтарына саҡлы фараздарғаса киңлеккә иңләй. Ул донъяға шағир күҙе менән баҡҡанда ла : айыҡ аҡыллы рационалист булып ҡалды. Ошондай шағирҙың прозаға тотонмай сараһы юҡ ине. Тынғыһыҙ журналист эше, оҙон-оҙаҡ юл йөрөмдәр һөҙөмтәһе булып, “Тауҙарҙа ҡар иртә ята” (1975) исемле повесы барлыҡҡа килде. Белорет — Шишмә тимер юлын төҙөүселәр тормошона нигеҙләнгән был әҫәрендә автор заманының социаль, экономик, экологик, әхлаҡи-этик мәсьәләләрен ҡыйыу ғына күтәреп, драматик үткерлек һәм психологик нескәлек менән ярайһы һүрәтләй алды. Һикһәненсе йылдар башын инде ул ҡалын “Сал ҡылған” романы менән ҡаршыланы. Заманаһының шул осорҙағы төрлө ҡатмарлы мәсьәләләре был ҙур жанр формаһында киңерәк ҡуйылып, әҙәби-художество йәһәтенән тәрәнерәк асылғайны. Хәҙергенең үткәндән килгән рухи тамырҙарын юллағанда башҡорт халҡының тәүарих, шәжәрә яҙма традицияһы һәм жанр шәкелдәре оҫта файҙаланылғайны бында. Булат Рафиҡовтың “Үр елдәре” исемле шиғырында шундай юлдар бар: Ә юлсыны әйҙәй зәңгәр офоҡ Гелән алға — яңы серҙәргә, Үр елдәре эсмәй, һыуҙар кисмәй Ысын ирлек килмәй ирҙәргә. Әҙиптең “Үр елдәре” тигән повесы ана шул елдәр эсеп, һыуҙар кисеп гелән алға ынтылған ысын ир-егеттәрҙе — замандаш ауыл кешеләре образдарын кәүҙәләндергән уңышлы әҫәре, һикһәненсе йылдар прозаһына йәнә бер матур ише. Был осорҙа ул — бына һиңә тағы бер ғәжәп — хыялланырға яратҡан йәш уҡыусыларына ифрат мажаралы фантастик повестарын бүләк итте. Фәнни-фантастик йөкмәткеле “Лоулла”, “Йыһан азаматтары”, “Һуҡайлының һуңғы байрамы” тигән повестары уҡыусыларын мауыҡтырып космик киңлектәрҙә гиҙҙерер, әллә ниндәй планеталарға сәйәхәт тамдырыр сюжеттары менән автор үҙен Жюль Верндар, М. Ефремовтар рухындағы фантаст итеп күрһәтте. Үтә танһыҡ, ҡәҙерле жанрҙар ине былар беҙҙең әҙәбиәт өсөн. Киң мәғлүмәтле, бай фантазиялы, үткер хыял-фаразлы әҙипкә йыһан бейеклектәренә лә, тарих төпкөлдәренә лә берҙәй баҙнатсылыҡ менән иркен сәйәхәт итергә мөмкин ине. Элегерәк бер шиғырында “Тарта мине тарих төпкөлдәре” тип ыскындырғайны Булат Рафиҡов. Ана шул тартыу көсө уны прозаның тарихи жанрына яҡынайтты, һикһәненсе йылдар уртаһында ул “Ҡараһаҡал” исемле тарихи романын тамамланы. ХVIII быуаттағы башҡорт азатлыҡ хәрәкәтенең иң шанлы, иң фажиғәле ваҡиғаларына, 1740 йылдағы Ҡараһаҡал батыр етәкселегендәге восстаниеға бағышланғайны ул. “Ҡараһаҡал” романында Булат Рафиҡовты байтаҡ яңы сифатта күрәбеҙ: ул инде ысын мәғәнәһендәге әҙип тә, тарихсы ла, хаким-философ та. Башҡорт халҡының данлы һәм ҡанлы тарихын, Рәсәйҙең колониаль сәйәсәтен асыр, Ҡараһаҡал ише күп телдәр белгән, уҡымышлы, диндар, Бәпәнәй абыз кеүек аҡыл эйәһе, бүтән аҡһаҡал һәм ғәййәр батырҙар образын һүрәтләп бирер өсөн авторға заманаһының рухына, ҡаһармандарының күңел донъяһына үтеп инергә, шул дәүерҙе һәр йәһәттән художестволы үҙләштерергә кәрәк була. Үҫештә күрһәтер, тарихи шәхес булып етешеүен асып бирер өсөн уға Ҡараһаҡалы артынан Һәләүек, Ағиҙел буйҙарынан алып Ҡаҙағстан, Урта Азия, Жунгария, Яҡын Көнсығыш, Ғәрәбстанғаса күп ер-илдәрҙе бергә гиҙеп үтергә, төрлө телле, төрлө динле, төрлө ғөрөф-ғәҙәтле илдәр, халыҡтар тормошон, төрлө социаль ҡатламдарын сағылдырырға, эре һәм ваҡ, ғәҙәти һәм ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиғаларҙы, тарихи факттарҙы бәйән итергә тура килә. Үҙ сиратында был романдың төрлө стиль-стилистик ҡатламы, көнкүрештең төрлө бәрелештәр, яуҙар менән аралашыуы, берсә эпик талғын, берсә етеҙ, берсә мажаралы-детектив, баталь тамашаларҙың тиҙ алышыныуы ҡатмарлы композиция, сюжет, структур төҙөлөшөн билдәләне. “Ахырызаман көткәндә” тарихи романында бындай мөһим идея-эстетик, художество һыҙаттары артабан киңәйтелә һәм тәрәнәйтә төшөлә. Был эпик әҫәр үҙе һүрәтләгән XIII быуаттың тәүге яртыһына иркен тарихи байҡау һәм киң панорамалы полотно төҫөн ала. Географик яҡтан ул Урал-Волга буйҙарын, Дәшт-Ҡыпсаҡ далаларын, Рус кенәзлектәрен, Ҡара диңгеҙ, Урта диңгеҙ тарафтарын, хатта Мысыр (Египет) илдәрен буйлаһа, ил-халыҡтар тормошон, тарихи ваҡиғаларҙы байҡау йәһәтенән шунса ҙур меридиандарға сыға. Тарихи-хроникаль фильмдарҙағы шикелле, башҡорттарҙың юрматы, мен, меркет ырыуҙарының, ҡыпсаҡ далаларының көнкүреше, болғар ҡалалары, татар-монгол урдуғалары, рус кенәзлектәре, төрлө дин ғибәҙәтханалары һ.б. берәм-берәм йә аралаш теҙелеп уҙа. Бында инде атаҡлы шағирыбыҙ Ҡол Ғәли, Бошман Ҡыпсаҡ бей, Юлиан монах, Сәнжар Башҡорди кеүек тарихи шәхестәр алға баҫа, бүтән әҙәби образдар өҫтәлә. Тарихи дөрөҫлөк художество дөрөҫлөгө менән тығыҙ үрелә. Документ һәм фараз, реаллек һәм шартлылыҡ нисбәттәре сәнғәт файҙаһына үҙгәрә. Айырып әйтергә кәрәк, ошо ике тарихи романы менән Булат Рафиҡов милли романистикабыҙҙың жанр һәм стиль шәкелдәрен (формаларын) күпкә байытып, яңы һыҙаттар менән балҡытып ебәрҙе. Уға ысын мәғәнәһендә романса фекерләү ысулын, киң һыйҙырымлылығын, сәнғәтсә төрлөлөгөн индерҙе, шуның тәүге үрнәктәрен бирҙе. Уның романдарында инде ысынбарлыҡтағыса күп төрлөлөк, ҡатмарлылыҡ, ҡат-ҡатлылыҡ, ентекле тасуирлау, йүгерек хикәйәләү, психологизм һәм фәлсәфә, тел-стиль биҙәктәре төрө лә етерлек. Реалистик хикәйәләү стилендә ул детектив, фантастик, хатта ки ғилми-публицистик стиль ҡатламдарын да ниндәй йәтеш үрелдереп ебәрә белде. Яҙыусы һүҙ оҫтаһы, стилист булараҡ үҫә икән, уның теле лә байыға, стиле лә төрлөләнә, һығылмалы була бара. Тел, стиль әҫәрҙең күрке икән, асылы — йөкмәткеһендә, образ айыштарында. Ошо йәһәттән Булат Рафиҡов художестволы фекерләүгә, образлылыҡҡа үҙенсә соғол мәғәнәләр, төҫмөрҙәр, төҫ-биҙәктәр ҡуша алды. Уның роман туҡымаһына һипле беркетә барған хикмәтле фекерҙәре, урынлы фәлсәфәләре, тел төбө, кинәйә, аллегория, символ мәғәнәләре үҙҙәре айырым диҡҡәткә һәм баһаға лайыҡ. Хатта ҡарамаҡта ғәҙәти күренгән әҫәр исемдәре генә лә йыш ҡына символик мәғәнәгә эйә: “Тауҙарҙа ҡар иртә ята”, “Сал ҡылған”, “Үр елдәре” һ.б. “Тәңреләр һәм төркиҙәр” исемле тарихи фаразы фараз тип билдәләнһә лә, тарихи-әҙәби логикаһы менән көслө. Бындай саҡта улар асылда ғилем менән әҙәбиәттең үҙенсә бер берләшмә күренеше, синтезы. Булат Рафиҡов олпатлыҡ, абруйлы аҡһаҡаллыҡ ҡорона ингәйне. Уның башҡорт ырыуҙарын берләштерер, халыҡты бергә туплар ырыу ҡор башы тигән арҙаҡлы вазифаһы ла шуны һөйләне. Бөтәһе лә ерҙә ҡәҙимгесә, Үҙем генә түгел элекке. Олпатланған уйҙар. Улар хәҙер Бер минеке түгел — илдеке, — тигәйне ул бер шиғырында. Эйе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат Рафиҡов элекке, 40 — 50 йәштәрендәге яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре генә булып ҡалманы. Ул үҙе лә, уйҙары ла күпкә олпатланды. Уның аҡ ҡағыҙға шиғыр, хикәйә, повесть, роман, мәҡәлә булып төшкән уй-фекерҙәре, иң яҡшы әҫәрҙәре үҙенеке генә түгел инде — туған халҡының рухи байлығы. Ил-республикабыҙҙың әҙәби хазина өлөшө. Донъяларҙың әле шаҡтай боларыҡ, йәмғиәт үҫешенең һынылышлы һәм һыналмышлы хәҙерге заманында халыҡтың ижтимағи фекерен формалаштырыуҙа, республиканың үҙаллылығын нығытыуҙа милли интеллигенцияның, шул иҫәптән яҙыусыларҙың һүҙе, ойоштороу һәләте мөһим әһәмиәткә эйә. (Ғайса Хөсәйенов) 2005 й.