Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Батыр Вәлид (1905-1969)

Батыр Вәлид (Батыр Хәжиәхмәт улы Вәлитов) 1905 йылдың 20 апрелендә Башҡортостандың Баймаҡ районының Тоҡтағол ауылында ярлы шахтер ғаиләһендә тыуған. Йәшләй етем ҡалып, байҙарҙа көтөү көтә, приискыларҙа эшләп, төрлө ауырлыҡтар күреп үҫә. Тәүҙә Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантонының үҙәге Ташлы ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. 1923 йылда Өфөгә килеп, В. И. Ленин исемендәге интернат мәктәбенә уҡырға инә. Ошо йылдарҙа Батыр Вәлид әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына һәм үҙе лә шиғырҙар яҙа башлай. Мәктәпте тамамлағас, ул рабфакта, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

Батыр Вәлидтең исеме 1924 — 1925 йылдарҙа матбуғат биттәрендә йыш күренә башлай, айырыуса ул 1926 — 1932 йылдарҙа популяр шағирҙарҙың береһе булып таныла. Уның бер-бер артлы “Асыу ҡатыш йылмайыу”, “Тау балаһы”, “Борғо тауышы”, “Еңеү” кеүек шиғырҙар йыйынтығы баҫыла. Әҙәбиәткә Батыр Вәлид индустриаль хеҙмәт, атап әйткәндә, үҙе тыуып үҫкән Түбә руднигы, шахта батырҙарын, улар тормошондағы ҙур үҙгәрештәрҙе йырлаған үҙенсәлекле шағир булараҡ килде. Башҡортостан халыҡтары араһында киң таралған популяр “Ҡуңыр буға”, “Ирәндек буйында”, “Салауат маршы” кеүек йырҙарҙың текстары бынан алтмыш йылдар элек Батыр Вәлид тарафынан яҙылғандар.

Утыҙынсы йылдарҙа уның сәләмәтлеге насарланыу сәбәпле, ижади активлығы ла кәмей. 1941 йылға тиклем ул Башҡортостандың көньяҡ райондарында уҡытыусы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, фронтҡа китә, фашистарға ҡаршы дәһшәтле көрәштәрҙә Батыр Вәлид ауыр контузия ала һәм шуның һөҙөмтәһендә инде бөтөнләй һуҡырая. Шағир шундай бәхетһеҙлеккә осраһа ла, ҡәләмен ташламай, һуңғы йылдарҙа уның “Бүләгем”, “Һайланма әҫәрҙәр”, “Йырлайыҡ, дуҫтар”, “Күңел күҙе”, “Ҡурай моңо”, “Йылдарым — йырҙарым” китаптары баҫылып сыҡты.

Ул шиғырҙар менән бергә лиро-эпик характерҙағы “Тау балаһы”, “Билсән Сөләй”, “Ҡауышыу”, “Уралға йырым” кеүек поэмалар яҙҙы.

ЙӘЙҒОРЛО ЭҘҘӘР Апрель ҡайындары шундай уйсан. Тыуыр япраҡ әле бөрөлә, Шул бөрөлә, гүйә, ята кеүек Яҙғы тәбиғәттең сере лә. Тыуыр япраҡ әле бөрөлә. Тәбиғәттең ғәжәйеп бер серле сағында, апрель айында, арҙаҡлы шағирыбыҙ Батыр Вәлид донъяға килгән. Уның яҙмышы ла, ижады ла күпмелер дәрәжәлә апрель ташҡындарын хәтерләтеп ҡуя. Тынғыһыҙ әҙип ифрат үҙенсәлекле, көсөргәнешле ғүмер кисерҙе. Бәғзе ваҡыт ул тормош даръяһының хәтәр тулҡындарында ла сәсәне, ләкин бирешмәне. Батыр ағайҙың вафат булыуына байтаҡ йылдар уҙҙы. Әммә шиғриәт һөйөүселәр уны хөрмәтләп иҫкә ала, уға бағышлап хәтер кисәләре лә уҙғарыла. Баш ҡалабыҙҙа яугир-шағирҙың исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ сауаплы эштәр эшләнде. Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Батыр Вәлид йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды. Шул да мәғлүм булһын. Батыр Вәлид — Баймаҡ районының һәм ҡалаһының маҡтаулы гражданы. Районда Батыр Вәлид исемендәге премия булдырылды. Шулай уҡ Сибай ҡалаһының һәм Күсей ауылы урамдарының береһенә Батыр Вәлид исеме бирелде. Үҙебеҙҙең мәшһүр шағирыбыҙҙы онотмағандары, уның яҡты рухын ҡәҙерләгәндәре өсөн ихлас күңелдән рәхмәт мәрхәмәтле яҡташтарыма. Күк Ирәндек йырсыһы Батыр Вәлидте мин биографияһын уҡып ҡына түгел, үҙен күреп тә белә инем. Беҙ икебеҙ ҙә бер үк Баймаҡ районынан. Тыуған ауылдарыбыҙ араһы ла яҡын ғына, ҡул биреп күрешерлек тип әйтерлек. Ул — Туҡтағолдан, мин — Күсейҙән. Ауылдарыбыҙ ҙа бер үк ауыл Советына ҡарай. Тимәк, бер үк төйәктең һауаһын һулап, бер үк йылғаның һыуын эсеп, бер үк тупраҡтың ризығын ашап үҫкәнбеҙ. Әммә ләкин бала саҡтарымда ла, үҫмер йылдарымда ла миңә Батыр Хәжиәхмәт улы Вәлитовты йәғни, шағир Батыр Вәлидте күреп һөйләшергә насип булманы. Яҙмыш даръяһының тулҡындары беҙҙе төрлө яҡтарға юлыҡтырҙы. Мин, тыуып үҫкән ауылымдан айырылып, Темәс балалар йортонда тәрбиәләнгән осорҙа Батыр Вәлид ағай дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында, мәргән пулеметсы, яу ҡаһарманы булып, алғы һыҙыҡтарҙа атлаған. Өфөгә килеп, институтты тамамлап, “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында эшләй башлаған сағым ине. Гәзиттең яуаплы мөхәррире саҡырып алды ла: — Бына ҡәләмдәшебеҙҙең бер шиғыры. Йәһәт кенә әҙерләп бир, — тине. Мөхәррир бүлмәһенән сыҡтым да шиғырҙы уҡырға тотондом. (Авторҙың шиғыры дәфтәр битенә мәктәп уҡыусыһының почергы менән һырлап яҙылғайны.) Шиғыр күңелгә ятышлы, унан мөлдөрәмә хис бөркөлөп тора. Ике-өс көндән ул гәзиттә баҫылып сыҡты. Шиғыры донъя күргәс, Батыр ағай ифрат ҡыуанды, гәзит мөхәрриренә лә, миңә лә ҡат-ҡат рәхмәт әйтте. Нисәмә йылдар буйына йырҙарын ишетеп, әҫәрҙәрен уҡып ҡына белгән яҡташ шағирым Батыр Вәлидте шунан башлап йышыраҡ күрә башланым. Йәкшәмбе көндәрендә өйөнә барып сығам. Уның менән әҙәбиәт, мәҙәниәт хаҡында әңгәмәләшәбеҙ. Шулай, байтаҡ ваҡыттар фекер алышып, һайрашып ултыра торғас, Батыр ағай ниндәйҙер бер эске ғорурлыҡ менән еҙ ҡурайын ҡулына ала. Әйткәндәй, яугир үҙенең еҙ ҡурайынан бер ҡасан да айырылманы. Еҙ ҡурай уға яуҙа — яуҙаш, сәфәрҙә — тоғро юлдаш, мәжлестә — табындаш, күңелдәре болоҡһоған минуттарҙа моңдаш булды. Бына яҡташым башын саҡ ҡына саңҡайта биреп, күкрәген киреп, еҙ ҡурайын зыңғыратып, һыҙҙырып уйнап ебәрә. Өй эсенә берсә һыҙылып-һыҙылып, берсә тулҡын-тулҡын булып сихри моң ағыла. Башҡорт халҡының боронғо оҙон көйҙәрен дә, бейеү көйҙәрен дә үҙәктәргә үтерлек итеп, шундай матур, ғәжәп оҫта итеп уйнай торғайны ул. Беҙҙең осрашыуҙар күңелле булһа ла, Батыр Хәжиәхмәт улына һирпелеп ҡараған һайын, минең йәнемде ниндәйҙер бер зәһәр һағыш ташы өйкәй ине. Бөтә донъяһын онотоп, мөкиббән китеп үҙенең яратҡан еҙ ҡурайын өҙҙөрөп-өҙҙөрөп уйнаһа ла, аҡ шоңҡарҙар төйәге сал Уралына, уралып аҡҡан Ағиҙеленә, күк Ирәндегенә бағышлап көмөштәй саф шиғырҙар сығарһа ла, Батыр Вәлид ҡояш нурҙарын күреүҙән мәхрүм ине шул. Тормош көҙгөм, ғәзиз ике күҙем, Яу ҡырында ҡалды ғүмергә. Ил өсөн мин күҙем генә түгел, Ғүмеремде әҙер бирергә. Был тетрәткес юлдарҙы яҙған шағир утлы яу яландарынан 1-се группа Ватан һуғышы инвалиды булып ҡайта. Уның күҙҙәре һуҡырая. Ғүмер уртаһы еткән мәлдә кеше көнлө булып ҡала ул. Ҡулына ҡәләм тотоп, уй-тойғоларын аҡ ҡағыҙ биттәренә лә төшөрә алмай. Ауыр бәләгә тарыған әҙипкә нисек ярҙам итергә икән. Ошо уй менән борсолдо уның ҡәләмдәштәре, һәм, әйтергә кәрәк, уға көллөһө лә бик тә игелекле, бик тә шәфҡәтле мөнәсәбәттә булдылар. Башҡортостан халыҡ шағирҙары Рәшит Ниғмәти менән Мостай Кәрим, шулай уҡ Баязит Бикбай, Сәғит Агиш, Сәләх Кулибай, Ғәйнан Әмири, Ғилемдар Рамазанов кеүек талантлы әҙиптәр уға эскерһеҙ ярҙам күрһәтте. Батыр Хәжиәхмәт улы уларҙың ихлас хәстәрлектәрен тойоп йәшәне. Батыр Вәлидтең ғәйәт көслө ихтыярлы, сая рухлы булыуына һәр ваҡыт һоҡландым. Үтә нескә хисле лә, ғәжәп зирәк тә ине ул. Бөтә шиғырҙарын да тип әйтерлек яттан белә торғайны. Егерменсе-утыҙынсы йылдарҙа Батыр Вәлид Башҡортостанда иң уҡымлы, иң абруйлы шағирҙарҙың береһе һанала. Ул сәхнәгә килеп сыҡһа, залды алҡыш күмә, шиғыр һөйләгәндә уны тамашасы тын да алмай йотолоп тыңлай торған була. Халыҡ араһында ҙур шөһрәт яулап алған шағир ҡапыл ғына тынып ҡала. Матбуғатта ла уның исеме һирәк күренә. Әммә талантлы авторҙың “Асыу ҡатыш йылмайыу”, “Тау балаһы”, “Борғо тауышы”, “Еңеү” кеүек китаптары ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыла, шиғырҙары сәхнәләрҙә һөйләнә, йырҙары әленән-әле яңғырап тора. Тора-бара авторҙың “Күк Ирәндек буйында”, “Салауат маршы”, “Ҡуңыр буға” йырҙары текстарын халыҡ һүҙҙәре тип әйтә башлайҙар. Был шағир йырҙарының ни тиклем халыҡсан булыуы тураһында һөйләмәйме ни? Эйе, Батыр Вәлид ғәзиз Башҡортостанын, буҙ яландарын, урман-тауҙарын, ҡыйыу йөрәкле шахта батырҙарын, миһырбанлы ер улдарын данлап йырланы һәм йор һүҙле, тос фекерле, ихлас шиғырҙары менән халыҡ күңелен нурланы. Батыр Вәлидтең оҙаҡ йылдар буйына ижадында тынып торған дәүере лә булды. Был осорҙа ул Әбйәлил районындағы “Баҡыр Үҙәк” алтын приискаһында, Белорет, Учалы яҡтарында төрлө эштәрҙә эшләй, төрлө вазифалар башҡара. Хеҙмәт ҡамыты кейеү менән бергә ул ижад утында ла яна. Ниһайәт, шағир “Билсән Сөләй” исемле шиғри роман тамамлай. Әҫәрҙең тик бер өлөшө генә матбуғатта баҫылып сыға. Үкенескә ҡаршы, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында романдың ҡулъяҙмаһы бөтөнләй юғала. Ошо йән тетрәткес ҡайғыһынан Батыр ағай оҙаҡ ваҡыттар алйып-ҡаңғырып йөрөй. Уның күңеле һис кенә лә толҡа тапмай, ауыр фажиғәләр кисергән шағир йөрәге ҡанһырай-ҡанһырай билдәһеҙ ваҡытҡа шиғыр менән хушлашырға мәжбүр була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Батыр Вәлид 1941 йылда яуға китә. Пехотала пулеметсы сифатында 1944 йылдың аҙағына тиклем дошман менән аяуһыҙ һуғыша. Тәүҙә ул Заполярье фронтында була. Унан ары Харьков, Синельниково ҡалаларын, Донбассты азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Һуғыш тынған араларҙа ҡулына дәфтәр алып ҡәләм тибрәтә. Ут эсендә тыуған ялҡынлы шиғырҙарын Батыр ағай үҙе яуҙан ҡайтып байтаҡ йылдар үткәс кенә матбуғатта баҫтырып сығара. Батыр ағай һуғыш хаҡында оҙон-оҙаҡ сурытып һөйләргә яратманы. Ә шулай ҙа ҡайһы саҡтарҙа, күңеле йомшарған мәлдәрҙә, ҡанлы яу фажиғәләрен хәтерләп, һыңҡып-һыңҡып илап та ала торғайны. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яралы һалдат Батыр Вәлидтең: — Их, Абдулхаҡ ҡустым, күҙкәйҙәрем булһа, ошо яҡты донъяларға һоҡланып бағыр инем, сарсап-сарсап һағынғандарымды белдереп яҡын дуҫтарымдың, яҡташтарымдың арҡаһынан дөпөлдәтеп ҡағыр инем, Күк Ирәндек сәхрәләрен гиҙеп ҡыҙарып бешкән ер еләккәйҙәрен бер өҙөп ҡабыр инем. Былар барыһы ла хыял ғына, буш хыял ғына шул. Минең көндәрем дә, төндәрем дә дөм ҡара. Был бәләнән ҡотолорға юҡ сара. Яу яландарында мин ажар арыҫлан һымаҡ инем, бына ҡалдым инде байғошҡа. Бөтә ғүмерем буйына ләғнәт уҡыһам да үсем ҡанмаҫ яуыз һуғышҡа! — тип әсенеп-әсенеп әйткән һүҙҙәре һаман да ҡолағым төбөндә яңғырап тора. 1955 йылда Батыр Вәлидтең “Бүләгем” исемле шиғырҙар йыйынтығы (Ғәйнан Әмири редакцияһында) донъя күрҙе. Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан был йыйынтыҡ күптәр тарафынан көтөп алынды. “Бүләгем”дең китап һөйөүселәр өсөн һәйбәт бүләк булыуын тойғас, Батыр ағайҙың ҡыуанысы артты, хистәрен тибрәлдереп, күңеленә илаһи моң ҡайтты. Уның һәр яңы әҫәрен мин дә иң тәүгеләрҙән булып тыңлай инем. Ул үҙенә генә хас тауыш менән, тамағын ҡыра-ҡыра, айырым һүҙҙәргә баҫым яһап, яттан уҡый торғайны. Уҡып бөткәс, ниндәйҙер һүҙ көткәндәй, бер аҙ өнһөҙ ултыра. Шиғыр ағышына, уның серле тулҡындарының күңел ярҙарына ҡағышына ҡарап, әлбиттә, мин уға үҙ фекеремде әйтә инем. Батыр ағай күкрәк төпкөлөндәге хис ҡурҙарын тамам ҡайнатҡас ҡына шиғри моңдарын тыңлаусыһына еткерергә баҙнат итә. Ул, күҙҙәре һуҡырайғас, бөтә шиғырҙарын да яттан яҙырға күнекте. Яттан яҙған шиғырҙарын аҡ ҡағыҙға күсереүҙә, әҫәрҙәрен тәртипкә килтереүҙә Батыр ағайға уның тормош юлдашы — хөрмәтле Мәстүрә апай һәр ваҡыт ихлас ярҙам итте. 1958 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә Батыр Вәлидтең “Һайланма әҫәрҙәре” баҫылып сыҡты. Шағирҙың тормош юлы һәм ижады тураһында кереш мәҡәләне йыйынтыҡҡа оло әҙип Баязит Бикбай яҙҙы. Был “Һайланма әҫәрҙәр” китабын төҙөүгә миңә лә күп көс сарыф итергә тура килде. Йыйынтыҡты төҙөгәндә ул күләме менән дә, йөкмәткеһе менән дә шағирҙың быға тиклем донъя күргән китаптарынан ыңғай яҡҡа айырылып торорға тейеш тигән маҡсатты ҡуйҙым мин. Илһамланып, ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Батыр ағай менән икәүләп оҙайлы көндәр, аҙналар буйына өҫтәл янында ултырабыҙ. Мин, ҡулыма ҡәләм тотоп, һәр шиғырҙы ҡабаланмайынса ғына уҡып барам. Өлкән шағир, ҡолаҡтарын ҡарпайтып, тәрән уйҙарға сума. Саф мөхәббәт, дәртле йәшлек ауаздары яңғыраһа, ул урынынан ҡалҡынып ҡуя, мәрәкә шиғырҙар тыңлаһа, бүлмәне шаңғыратып көлөп ебәрә, батрак зарын, ярлы хәсрәтен тасуирлаған әҫәрҙәр ишетһә, уның тамағына ҡаты төйөр төйөлгәндәй була. Батыр ағай ваҡыты-ваҡыты менән мине шиғыр уҡығанда ҡапыл ғына туҡтата ла ҡолаҡҡа сәйерерәк яңғыраған һүҙҙәрҙе алмаштырырға ҡуша. Уның тәҡдимен мин ҡабул итәм. Һәм авторҙың күңеленә оҡшарлыҡ һүҙҙәр эҙләргә керешәм. “Һайланма әҫәрҙәр”гә ингән һәр шиғырҙы, һәр поэманы өр-яңынан ҡарап сығып, бәғзе әҫәрҙәрҙе ныҡ ҡына редакторлап, уларҙың көллөһөн дә күңел иләгенән үткәрҙек. “Һайланма әҫәрҙәр”енең донъя күреүе Батыр Вәлидтең ижадында ҙур һынылыш булды. Әйтерһең дә, уның күңел тирәгенә талпынып-талпынып һайрар өсөн тылсымлы ҡош ҡунды. Был тылсымлы ҡоштоң шиғри ҡош икәнен белә ине ул. Ана шуға күрә лә сәстәренә сал керһә лә, йөрәгендә йәшлек ялҡындарын дөрләтеп, дәртләнеп ижад итте шағир. Башҡортостан китап нәшриәтендә уның “Йырлайыҡ, дуҫтар” (1960), “Күңел күҙе” (1962), “Ҡурай моңо” (1964) кеүек йыйынтыҡтары бер-бер артлы баҫылып сыҡты. Октябрҙең емеш баҡсаларын Ҡурғап һаҡта уҙҙы йылдарым. Улар ел-ямғырһыҙ уҙманылар — Шул турала һеҙгә йырланым. Яңы уңыш һәм еңеүҙәр яулап, Уҙҙым йылдарымдың юлдарын: Ҡурғаш ямғырҙары араһында Яна-көйә тыуҙы йырҙарым. Иҫтәлектәр һөйләр дәүеремдән Киләсәккә — йөрәк йырҙарым. Ҡомартҡыларым да булыр улар Йәштәренә тыуыр йылдарҙың. Батыр Вәлидтең ошо шиғыр менән асылған “Йылдарым — йырҙарым” исемле китабын мин төҙөнөм. Башҡортостан китап нәшриәтендә 1965 йылда баҫылып сыҡҡан был томға авторҙың иң матур шиғырҙары, иң моңло йырҙары, иң аҫыл поэмалары тупланды. Ошо ҙур күләмле йыйынтыҡты төҙөгәндә миһырбанлы яҡташыма, яратҡан шағирыма ҡулымдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә тырыштым. “Йылдарым — йырҙарым” йыйынтығы донъя күргәс, Батыр ағай миңә китабын бүләк итте. Бөгөн дә уны ҡәҙерләп һаҡлайым. Томдың тәүге битендә ошондай һүҙҙәр яҙылған: “Хөрмәтле Абдулхаҡ Игебаев ҡустым! Был китапты төҙөүҙәге ярҙамың өсөн һиңә ысын йөрәктән рәхмәт белдерәм һәм бер данаһын үҙеңә бүләк итәм. Беҙ йәшәгән дәүерҙең иҫтәлектәре булып ҡалһын ул. Автор: Батыр Вәлид. 17/V — 1965 йыл”. Батыр Вәлидтең бөтә ижады хәҙер инде һәммәбеҙ өсөн дә яҡты иҫтәлек, аҫыл ҡомартҡы булып ҡалды. Ялҡынлы шағирҙың исемен бөгөн дә шиғриәт һөйөүселәр ғорурланып ҡабатлай. Сөнки башҡорт әҙәбиәтенең, милли әҙәбиәтебеҙҙең үҫешендә яу ҡаһарманы, патриот-шағир Батыр Вәлидтең мәңгелек йәйғорло эҙҙәре бар. (Абдулхаҡ Игебаев) 1995-1998 йй.