Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Баязит Бикбай (1909-1968)

Баязит Ғаяз улы Бикбаев (Баязит Бикбай) Башҡортостандың хәҙерге Көйөргәҙе районына ҡараған Ҡалта ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң бер йыл Ташлы ауылындағы техник мәктәптә уҡый. 1923 йылда Ырымбурҙың Башҡорт педагогия техникумына барып инә. 1928 йылда был уҡыу йортон тамамлап сыҡҡас, Өфөгә килә һәм гәзит-журнал редакцияларында эшләй, шиғырҙарын матбуғатта баҫтыра башлай.

Баязит Бикбай үткән быуаттың 30-сы йылдарында “Башҡортостан” гәзитендә бүлек мөдире, “Октябрь” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналында яуаплы сәркәтип, Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаларын башҡара.

Әҙәбиәттә Бикбай үҙен башта шағир итеп таныта. 1932 йылда “Үтеп барған көндәр” тигән тәүге шиғырҙар китабы сыға. Башҡорт дәүләт театрында эшләгән осоронда драматургия менән мауығып китә. “Ҡарлуғас” тигән музыкаль драмаһы академия драма театры сәхнәһендә ҙур уңыш менән бара. Уның артынса Ғәлимов Сәләм менән бергә “Салауат” исемле драманы яҙа. Поэзия һәм драматургия өлкәһендәге ижади ҡаҙаныштары өсөн 1939 йылда башҡорт яҙыусыларынан беренсе булып ул “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашизмға ҡаршы көрәш, хәрби батырлыҡ, патриотизм идеялары менән һуғарылған ижады сәскә ата. Публицистик мәҡәләләр, очерктар яҙа. “Утлы юлдар”, “Самолет алған Хәбирйән”, “Ватан саҡыра” кеүек китаптары, исемдәре үк әйтеп тороуынса, шул яулы йылдарҙың үткер поэтик тарихы булып яңғыраны.

Баязит Бикбай әҙәбиәттең өс төрө — поэзия, проза, драматургия өлкәһендә лә берҙәй өлгөрлөк һәм һәләт менән уңышлы эшләне. Ул “Ер”, “Йәшә, тормош” кеүек поэмалары, тиҫтәләгән йырҙары, лирик һәм публицистик шиғырҙары, шиғри әкиәттәре менән башҡорт поэзияһының үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Милли драматургиябыҙҙың һәм театр сәнғәтенең күтәрелешенә оло хеҙмәт күрһәтте. Уның “Ҡарлуғас” драмаһы Башҡорт дәүләт драма театры һәм Стәрлетамаҡ, Сибай, Салауат театрҙары сәхнәһендә хәҙер ҙә ҡуйыла килә. Баязит Бикбай Салауат Юлаев тураһында йәнә либретто яҙып, уны музыкаға һалған композитор Заһир Исмәғилев менән бергә классик милли опера сәнғәтебеҙҙе тыуҙырыуға ярҙам итте. Шул уҡ арҙаҡлы композиторыбыҙ менән берлектә ижад иткән “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһы, “Шәүрә” трагедияһы ла классик өлгөләр булып танылды.

Баязит Бикбай — прозаикты “Ҡояшлы көн”, “Аҡсәскә”, “Тере шишмәләр” повестары, “Аҡселән ташҡанда” романы буйынса әҙәбиәт һөйөүселәр бик яҡшы белә.

Күренекле яҙыусыбыҙҙың 1969—1972 йылдарҙа нәшер ителгән “Һайланма әҫәрҙәр” китаптарының биш томлығы (I том. “Шиғырҙар һәм поэмалар”; II том. “Аҡселән” романы; III том. “Повестар, хикәйәләр, очерктар”; IV том. “Пьесалар”; V том. “Хикәйәләр, мәҡәләләр, хаттар”) әҙәби мираҫының жанрҙар төрлөлөгө һәм байлығы хаҡында раҫлап тора.

Ижади уңыштары өсөн Баязит Бикбай ике тапҡыр орден менән бүләкләнгән, уға Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеме бирелгән, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына (1970 й.) лайыҡ булған.

ҠАРАШТАР БӨТӨНЛӨГӨ ҺӘМ ИЖАДИ ЭҘЛӘНЕҮҘӘР ТӨРЛӨЛӨГӨ Үлем хәбәре тереләрҙе һис ҡасан вайымһыҙ ҡалдырмай. Күренекле украин шағиры Максим Фадеевич Рыльскийҙың яҡты иҫтәлегенә арналған мәҡәләһендә Баязит Бикбай үлемде ҡаты тауыш менән сағыштыра. Артабан ул былай тип дауам итә: “Ләкин донъяла шундай кешеләр ҙә була — улар йәшәүҙәре, халыҡҡа (кешелеккә) күрһәткән хеҙмәттәре менән ул ҡот осҡос тауыштан өҫтөн булалар, үҙҙәре тере һүҙ — матурлыҡҡа саҡырыусы ауаз булып быуаттар аша яңғырайҙар”. Хәҙер был һүҙҙәрҙе Баязит Бикбайҙың үҙенә ҡарата әйтергә мөмкин: уның тарафынан яҙылған әҫәрҙәрҙең күбеһе — матурлыҡҡа саҡырыусы ауаз булып яңғырар тере һүҙ ул. Үҙенең ҡырҡ йылға яҡын ижади эшмәкәрлеге дәүерендә Б. Бикбай башҡорт әҙәбиәтенең төп үҫеш тенденцияларын сағылдырыусы, уның художество ҡаҙаныштарын байтаҡ дәрәжәлә билдәләүсе поэзия, проза, драматургия әҫәрҙәре, әҙәби-тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр ижад итте. Утыҙынсы йылдар баштарында әҙәбиәткә килгән Б. Бикбай үҙенең тәүге әҫәрҙәре менән үк, уҡыусы күңелен яулап алып, әҙәби йәмәғәтселектең иғтибарын тарта. Уның әҫәрҙәре айырым-айырым ярайһы уҡ өйрәнелгән; улар тураһында тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар, тикшеренеүҙәр матбуғатта әленән-әле сыға килгән. Бөгөнгө әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит алдында яңы етдиерәк бурыс кәүҙәләнә: яҙыусының бөтә ижадына — поэзияһы, прозаһы һәм драматургияһына — хас уртаҡ сифаттарҙы күҙаллау. Үҙ сиратында бының яҙыусының башҡорт әҙәбиәте үҫешендәге һәм замандаш ҡәләмдәштәре араһындағы урынын асығыраҡ итеп күҙ алдына килтерергә булышлыҡ итеүе лә шикһеҙ. Һайланма әҫәрҙәрҙең яңы сыҡҡан 5 томлығы, шулай уҡ яҙыусы тураһында һуңғы йылдарҙа донъя күргән мәҡәлә һәм иҫтәлектәр быға байтаҡ дәрәжәлә булышлыҡ итә кеүек. Тәҡдим ителгән ошо күҙәтеүҙәр алда торған оло эштең тәүге биттәре генә. * * * “Таланттың асылы” тигән китабында Әнүр Вахитов күренекле яҙыусы Баязит Бикбайҙың түбәндәге һүҙҙәрен килтерә: “Беҙгә, минең быуын яҙыусыларына, башҡорт совет әҙәбиәтенең яңы аяҡҡа баҫҡан сағында эшләй башлау бәхете тейҙе. Әҙәбиәт йәш, унан бигерәк уның жанрҙары йәш, хатта ҡайһы берҙәре яңы формалаша. Бына шул жанрҙарҙы артабан үҫтерергә һәм юҡтарын тыуҙырырға кәрәк ине. Беҙҙе ошо үҙебеҙҙең әҙәбиәтте һәм сәнғәтте тиҙерәк, йылдамыраҡ үҫтереп алып китеү бурысы әүрәтте, шуға ла беҙҙең ижадыбыҙ, уның уңышлы яҡтарын да, йомшаҡ яҡтарын да сағылдырып, ошо әҙәбиәт менән бергә үҫте. Шуға ла беҙҙең күбебеҙҙең ижадына төрлө жанрҙар хас. Әлбиттә, бер жанрҙа ғына эшләһәк, тәжрибәбеҙ ҙә күберәк, ҡәләмебеҙ ҙә шымараҡ, фекеребеҙ ҙә, бер йүнәлештә хәрәкәт иткәнлектән, ҡеүәтлерәк булыр ине. Ә был килеш, яңы башланған һәр эш өсөн хас булғанса, йомшаҡ яҡтар күҙгә бәрелеп тора...” Бында яҙыусының үҙ ижадына талапсан булыуы ап-асыҡ. Мәгәр шуныһы ла мөһим: Б. Бикбай үҙ ижадының күп жанрлы булыуын билдәләй һәм быны әҙәбиәттең үҫеш процесы менән нигеҙләй. Уның ижады, ысынлап та, жанрҙарға бай: поэзия, проза, драматургия, әҙәби тәнҡит һәм публицистика. Ошо жанрҙарҙың һәммәһендә ул туған әҙәбиәт үҫешенә хас иң күренекле һыҙаттарҙы, уның төп үҫеш тенденцияларын сағылдырыуға өлгәшә алды. Шиғыр һәм поэмалар, роман, повесть, хикәйә, очерктар, драмалар һәм опера либреттолары яҙыусының асыҡ, бөтөн художество концепцияһына буйһона; уның ижадына хас был идея-эстетик сифатты түбәндәгесәрәк билдәләргә мөмкин кеүек: ҡараштар бөтөнлөгө һәм эҙләнеүҙәр тынғыһыҙлығы. Яҙыусының төрлө жанрҙарҙағы әҫәрҙәрендә халыҡтың милли, социаль һәм рухи үҫеш этаптары сағылдырыла: “Ҡарлуғас”, “Салауат”, “Шәүрә”лә XVIII быуатта үҙ азатлығы өсөн көрәшкә уяныуы һәм сығыуы, “Ҡаһым түрә”лә — француздарға, “Бер ата балалары”нда немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы көрәше. “Аҡҡош йыры”нда — граждандар һуғышы, “Аҡселән ташҡанда”, “Замандаштар”ҙа совет кешеләре аңында коллектив тормош идеяларының еңеүе, “Аҡсәскә”лә — илебеҙ тормошонда әхлаҡ кодексы нормаларының тантана итеүе һ. б. һ. б. Шул идеяларҙы художестволы итеп сағылдырыуҙа, уның индивидуаль йөҙө формалаша, ижад үҙенсәлеге, стиле барыһынан да элек бөтә жанрҙар өсөн дә уртаҡ типологик алымдарҙа кәүҙәләнә. * * * Баязит Бикбай әҙәбиәткә шиғыр яҙып килә. Бәлки нәҡ бына ошо хәл уның артабанғы бөтә ижадына хас бер мөһим сифатты билдәләгәндер: был — бәләкәй майҙанға мөмкин тиклем ҙурыраҡ йөкмәтке һыйҙырыу оҫталығы. Күптәргә билдәле “Ер” поэмаһы ошондай строфа менән башланып китә: Башҡортостан тәне ҡара янған Меңәрләгән ҡамсы әҙенән, Беҙҙең ҡанды әгәр бергә йыйһаң, Ҡыҙылайыр ине диңгеҙҙәр... Күренеүенсә, 4 юлдан торған строфала шағир тулы бер образ — батшалыҡ ҡамсыһы аҫтында тәне ҡара янған Башҡортостан һынын тыуҙырыуға өлгәшкән. Бында образ тыуҙырыуҙың төп алымы синекдоха, йәғни бөтөн бер тормош күренеше (царизмдың колониаль политикаһы) уның бер өлөшөн генә белдергән исем менән (меңәрләгән ҡамсы эҙенән) әйтеп бирелә. Ғ. Сәләм шулай уҡ был алымды яратып һәм йыш ҡулланыр булған (“Урман... Урмандарҙа бысаҡ йөрөй”). Әйтелгәндән шул яҡшы аңлашыла: ижадының башланғыс һәм формалашыу осоронда уҡ Б. Бикбай ижади оригиналлеккә ирешеү юлдарын эҙләй. Шул уҡ ваҡытта, шағирҙың эҙләнеүҙәре башҡорт совет поэзияһы үҫешенең мөһим тенденциялары йүнәлешендә барғанлығын күрмәү мөмкин түгел. Билдәле булыуынса, 30-сы йылдар әҙәбиәтендә монументаль поэзия көслө үҫеш ала: Ғ. Сәләмдең “Республика иртәһе” (1936), Р. Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары” (1939) кеүек поэма һәм шиғырҙарҙың төп геройы — халыҡ һәм Тыуған ил образы. “Йәмле Ағиҙел буйҙары” поэмаһы ошондай юлдар менән асыла: Урал! Үҙе боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә, Ә ҡойроғо ҡойона Аралда. Быуаттарҙың баш өҫтөнән ҡарап, Мәғрур тора бында ҡаялар. Ә Ғ. Сәләм “Республика иртәһе”н былайыраҡ башлай: Паровоздар киҫеп сыҡҡан ерҙә Урал ҡаялары уртаһын, Ап-аҡ ташҡа баҫып Ҡарап торҙом Республикамдың мин иртәһен. Ап-асыҡ: Б. Бикбай, Р. Ниғмәти, Ғ. Сәләмдәр образ тыуҙырыуҙа оҡшаш алым ҡулланған. Был хәлде һәр яҙыусының оригиналлеккә ынтылыуы менән генә аңлатыу бер яҡлы булыр ине. Бындай монументаллектең нигеҙҙәре ҡайҙа? 30-сы йылдарҙа башҡорт халҡы, күп милләтле совет иленең башҡа халыҡтары кеүек үк, ғәжәйеп бер социаль, милли, рухи осош осорон кисерҙе. Үҙ сиратында был осоштоң бөйөклөгөн, яуланған еңеүҙәрҙең мәғәнәһен, “ситлектә ҡартайған ыласын ҡоштоң йәшәреүен, яңынан тыуыуын” (Ғ. Сәләм) Тыуған ил, халыҡ образдарын данлауҙан тыш биреү мөмкин түгел ине. Шул нигеҙҙә 30-сы йылдар әҙәбиәтендә монументаль поэзия, иң күренекле художество ҡаҙаныштарына өлгәшеп, йыш ҡына әҙәби үҫештең йөҙөн билдәләй. Шуның менән бергә, был дөйөм тенденция башҡорт шағирҙарын “игеҙәктәр”гә әйләндермәй; киреһенсә, ошондай яуаплы теманы үҙләштереү уларға, шул иҫәптән Б. Бикбайға ла, оҫталыҡ мәктәбен үҙләштерергә өйрәтте. Әҫәрҙе башлаусы тәүге строфаның тығыҙлығы, тәрән мәғәнәлелеге Б. Бикбайҙың иң беренсе ҙур күләмле әҫәре — “Урман артында” (1933) поэмаһында уҡ күренә. Ул түбәндәгесә башлана: Ҡояш батты тауҙар ашаһына, Һуңғы нурҙар аҡырын сиктеләр, Ҙур янғындың ҡуйы төтөнө кеүек, Төн йәйелә офоҡ ситенән. Бында, бер яҡтан, конкрет тәбиғәт күренеше тасуирлана. Ләкин шағир шундай һүҙ-буяуҙар ҡуллана — ирекһеҙҙән күңелгә шом төшә, көсөргәнешле көтөү тойғоһо биләп ала; артабанғы ваҡиғалар нәҡ ошо строфаның эске асылын киңәйтеү йүнәлешендә үҫә: комсомолец Йомағолдоң кулактар тарафынан үлтереп ташланыуы һүрәтләнә. Был ваҡиға шундай үткер саралар ҡулланып тасуирлана — уның драматизмы һәм трагизмы бөтә тәрәнлегендә асып бирелә. Шул арҡала яңылыҡ өсөн көрәштә ҡорбан булған ғүмерҙең фиҙаҡәрлеге поэтиклаштырыла, комсомолецтың үлеме тураһындағы әҫәр үлемһеҙлек симфонияһы булып яңғырай. “Урман артында” әҫәре Р. Ниғмәтиҙең “Баҫыу хөкөмө” (1933), Ғ. Сәләмдең “Начальник” (1934) поэмалары менән бергә башҡорт поэмаһының яңы тибын — үҙәккә бер генә герой һәм бер генә ваҡиға ҡуйылған, көсөргәнешле сюжетлы поэмаларҙы барлыҡҡа килтерҙе. Башҡорт поэзияһына фекер масштаблығы биреү йәһәтенән бындай әҫәрҙәрҙең күренекле роль уйнауы шикһеҙ. Б. Бикбайҙың әҫәрҙе асып ебәреүсе тәүге строфаны төҙөү оҫталығы тураһында уйлағанда, А. М. Горькийҙың ошондай һүҙҙәре иҫкә төшә: “Иң ҡыйыны — әҫәрҙең башы, иң тәүге фразаһы. Ул, музыкалағы шикелле, бөтә әҫәргә тон бирә, һәм уны, ғәҙәттә, ярайһы уҡ оҙаҡ эҙләйһең”. Әле ижадының башланғыс осоронда уҡ әҫәрҙе асып ебәреүсе тәүге һүҙ, тәүге строфа оҫталығын Б. Бикбай һуңынаныраҡ яҙылған ҙур күләмле драматургия һәм проза әҫәрҙәрендә әҙәби ҡоролоштоң киңерәк категорияларына күсерә. Был, барыһынан да элек, композиция төҙөүҙә күҙгә ташлана. Уның әҫәрҙәренең композицияһы ярайһы уҡ күп планлы, шул уҡ ваҡытта һәр осраҡта тиерлек тәрән гармонияға эйә. Драмалары, роман, повестарында геройҙарҙың яҙмышы халыҡ һәм ил яҙмышы фонында формалаша һәм хәл ителә. Шул уҡ ваҡытта халыҡ һәм шәхес яҙмышы параллель бирелмәй, улар бер-береһе менән тығыҙ үрелеп бара, әҫәрҙең композицияһы был үҙенсәлекте математик теүәллек менән кәүҙәләндерә. Был теүәллек әҫәрҙе башлаусы һәм тамамлаусы күренештәрҙең ойошторолошонда айырыуса асыҡ сағыла. Ошо йәһәттән “Аҡселән ташҡанда” романы фәһемле. Роман көҙгө ауылды тасуирлауҙан башлана: “Аҡселән йылғаһы аръяғында, тау битләүендә ваҡ өйҙәр теҙелеп ултыра. Ҡайынлы ауылы ул, хәҙер — колхоз, “Көрәш” колхозы. Был баҫыуҙа үреп ятҡан күтәремдәр, әле урылмаған ашлыҡтар шул колхоздыҡы була инде. Төш яҡынлашып бара, әммә колхозсылар эшкә сығырға ашыҡмайҙар әле, бары Шәрәфи Иртөбәков менән бер төркөм йәштәр генә ырҙынға китте. Башҡа колхозсылар, беренсе һуғылған игендән берәр бот бүлешеп алғас, ҡыш киләһен дә, ҡыр эштәрен бөтөрөргә кәрәк икәнлеген дә оноттолар, күрәһең. Ә колхоздың йөҙ гектарға яҡын ашлығы урылмаған әле”. Артабан уҡыусының күҙ алдынан колхозды ошо хәлгә ҡалдырған председатель Саҡай Солтанов, колхозсы Фәхри кеүек кешеләр үтә һәм... Тимер Янһаровтың ҡайтып килеүе тасуирлана: “Ә ошо ваҡыт оло юлдан йәйәүле бер кеше, тоҡсай артмаҡлап, талғын ғына атлап килә ине. Тимер Янһаров ул. Ҡайынлы егете”. Бында шуныһы мөһим: Тимер Янһаровтың ҡайтып килеүен һүрәтләү унан алда тасуирланған күренеш асылына тап килә — геройҙың ҡиәфәте үк уның эс бошмаҫ колхозсылар өсөн әсенеү, уйланыуын һыҙыҡ өҫтөнә ҡуя. Был хәл Тимер Янһаровтың оло юлдан “тоҡсай артмаҡлап” талғын ғына атлап килеүе аша аңлашыла. Дөйөм фон рухы менән герой рухының торошо ошо рәүешле тәбиғи бәйләнешкә инә. Уларҙың бер-береһенә мөнәсәбәтендә әҫәрҙең артабанғы конфликты барлыҡҡа килә, формалаша һәм үҫеш ала. Тимер Янһаров бер яҡтан “халыҡтың илке-һалҡы тормошон емереү, уға ойошҡан төҫ биреү, әүҙемлеген уятыу йүнәлешендә” (Ә. Вахитов), икенсе яҡтан инертлыҡтан файҙаланып, колхоздың ҡанын һурып ятыусы кулактарҙы халыҡ алдында фаш итеү һәм юҡ итеү юҫығында хәрәкәт итә. Ошо процеста халыҡ — “Көрәш” колхозы ағзалары ла, төп герой үҙе лә ҙур сынығыу юлы үтә. Был юлды социаль аңлылыҡҡа күтәрелеү юлы тип билдәләргә мөмкин һәм ошо хәҡиҡәт романдың һуңғы биттәрендә айырыуса күренекле итеп бирелә. “Ҡыҙарып ҡояш сығып килә ине. Аҡселән өҫтөндә лә таң. Монарланып күк томан күтәрелә. Тотош офоҡ, оҙон ҡыҙыл байраҡ тартҡан һымаҡ, алһыуланып, яҡтыра башланы. Ҡоштар уяндылар. Ҡапыл, иртәнге тынлыҡты ярып, трактор эшкә тотондо. Ҡайынлы ҡыҙҙары, күнәктәрен сылтырҙатып, һыу ала төштөләр. Көтөү сыҡты. Ауылда иртә уяналар хәҙер”. Ә бынан саҡ ҡына алдараҡ Тимер Янһаровтың ҙур һөйөнөсө — һөйгән ҡыҙы Нинанан хат алыуы, Нинаның әсәһе менән июнь баштарында бында ауылға ҡунаҡҡа киләсәген белеп егеттең ныҡ шатланыуы тасуир ителә. Шулай итеп, әҫәрҙең төҙөк композицион структураһы — композицион рамка хасил була. Әҫәрҙең башында ла, аҙағында ла халыҡ менән герой рухының тап килешен һүрәтләү аша ундағы ике пландың гармонияһына ирешелә. Шул уҡ ваҡытта романдың һуңында һүрәтләнгән дөйөм күтәренке рух уның башындағы һүлпәнлеккә, төшөнкөлөккә диаметраль ҡаршы тора; был хәл бөтә әҫәр барышында булып үткән ваҡиғаларҙың тәбиғи мәғәнәүи һығымтаһы рәүешендә ҡабул ителә. Б. Бикбайҙың композиция ҡороу оҫталығы уның драма әҫәрҙәрендә лә күренә: пьесаларҙың тәүге өлөшөндә үк конфликтлы ситуация тыуҙырыла. “Ҡарлуғас” драмаһының беренсе шаршауы еләк йыйып йөрөгән ҡыҙҙарҙың моңло йырҙары менән башлана: Ниндәй көндәрҙә кейәйем, Аҡлы күлдәктәрем бар? Аҡлы күлдәктәр кейергә Ниндәй шатлыҡтарым бар?.. Йыр ҡыҙҙар еләк йыйған аҡланды һәм шул тирә урмандарҙы һатып алырға килгән помещик Садовскийға ишетелә. Садовский. Аңлашыла. Улар, был урман миңә ҡалғас та шулай еләк йыйып, ағас портить итеп йөрөрҙәрме икән? Старшина (ҡыҙҙарҙы саҡырып алып). Етте һеҙҙең буҙлауығыҙ, ҡасығыҙ бынан! Был урман хәҙер — баяр Садовскийҙыҡы. Инде был ергә аяҡ баҫаһы булмағыҙ!.. Ошо рәүешле, бер йыр менән бер нисә репликала әҫәрҙең берҙәм хәрәкәт үҫтерелешен билдәләйәсәк конфликт төйәкләнә: был — халыҡ менән иҙеүселәр араһындағы ҡаршылыҡ. Ошо конфликт артабан, ғәжәп күп планлы ваҡиғаларҙы һәм ситуацияларҙы, төрлө характерлы образдарҙы үҙ эсенә алып, урғылып үҫә. Һүҙ барған өлгөлә Б. Бикбайҙың драматург булараҡ новаторлығы ла күренә. Әгәр 20-се йылдар драматургияһындағы байтаҡ әҫәрҙәрҙә йыр этнографик элемент рәүешендә генә йәшәһә, Б. Бикбай драмаһында йырға мөһим эстетик функция һалынған — ул драматик конфликттың тәбиғи барлыҡҡа килеүен тәьмин итеүҙә иң тәүге һәм хәл иткес һүрәтләү сараһы. “Шәүрә” драматик поэмаһында бөтә сюжет халыҡ араһында киң таралған “Шәүрә килен” исемле легендалы йырға нигеҙләнгән; драматург “фольклорҙың көнкүреш пландағы бер әҫәре мотивына тәрән социаль йөкмәтке һала алды, легендалы йырға киң масштаб һәм ҡеүәтле ҡанат бирҙе”. “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһында ла этнографик пландағы тормош сюжетына яңы йөкмәтке һалына. Ошо урында, һүҙҙе ялғап, Б. Бикбай ижадында фольклорҙың тотҡан урыны хаҡында ҡайһы бер күҙәтеүҙәр яһарға мөмкин. Йыш ҡына Б. Бикбай ижадының халыҡсанлығын уның әҫәрҙәренә халыҡ ижады элементтарының — легендалы йыр сюжеттары, мәҡәл һәм әйтемдәрҙең, популяр халыҡ йырҙарының туранан-тура килеп инеүе менән бәйләйҙәр. Тик былар ғына яҙыусы ижадын бер ҡасан да халыҡсан итеүе мөмкин түгел. Б. Бикбай әҫәрҙәренең халыҡсанлығы, иң беренсе сиратта, уларҙың башҡорт халҡының рухи донъяһына һуғарылыу, халыҡ тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы социаль азатлыҡ өсөн көрәш тарихы итеп ҡарауында, һәм шуларҙы юғары сәнғәт дәрәжәһенә күтәреп тасуирлауҙа. Ҡарлуғас, Шатморат, Салауат, Ҡаһым түрә һ. б. — үҙҙәрендә халыҡтың әхлаҡи бөйөклөк сифаттарын туплаған көрәшселәр. Ләкин яҙыусының әҫәрҙәрендә ябай кешеләр образы ла аҙ түгел. Б. Бикбай уларҙың саф, таҙа хеҙмәткә нигеҙләнгән әхлаҡ сифаттарын поэтиклаштырыу аша халыҡ тормошон сағылдырырға ынтыла. “Тере шишмәләр” повесындағы Базлый бабай шундай образдарҙың береһе. Ҡайһылай кинәнеп һүрәтләй уны яҙыусы. “Миңә Базлый бабайҙың белмәгән һөнәре юҡтыр һымаҡ тойола. Халыҡ уны тимерселектән тыш, коновал тип тә йөрөй: айғыр, үгеҙ бесһенме, ҡорсаңғы йәки ыйыҡ аттарҙы дауалаһынмы, ҡыҫҡаһы, мал-тыуарҙа ниндәй сир булһа, уға ғына күрһәтәләр... Был “духтыр” ара-тирә кешеләргә лә ярҙамға килгеләй: ҡан алһынмы, һөлөк һалһынмы, сыҡҡан быуындарҙы ултыртһынмы шунда... Көҙ көнө ине. Хисаметдин ҡаты ауырып китә. Миңнекәй әбейҙең ҡото алына, улына ясин сығырға керешә. Ә ҡарт, бер ҙә иҫе китмәй, салғы бәкеһенең осо менән Хисаметдиндең тамаҡ төбөн телеп ебәрә. Шунда уҡ ауырыуҙың ауыҙынан ҡан ҡатыш эрен урғыла, ә “духтыр” шеште тыш яҡтан ипләп кенә баҫҡылай һаман. Ул арала булмай, Хисам күҙҙәрен асып, иркен тын алып ебәрә”, һөйләгәнгә яҙыусы былай тип өҫтәй: “Бер ҡасан кеше елкәһенә һалышмаған, алдау, урлау тигәнде белмәгән, бары үҙ көсөнә, үҙ һөнәренә таянып көн иткән ул”. Бындай эпизодтар “Аҡселән ташҡанда” романында ла, “Аҡсәскә” повесында ла бар, шулай ҙа улар “Тере шишмәләр” повесында айырыуса ишле. Бына шуларҙың береһе генә: “Атай бабайҙың олатаһы Ҡолоҡас егет сағында егерме биш йыл буйы һалдатта йөрөгән. Саксонияла хеҙмәт иткән. Егерме биш йыл буйынса рус телен дә, немец телен дә Ҡолоҡас бик яҡшы үҙләштергән. Зирәк, аҡыллы, ҡурҡып тормаҫ егеттең аҡрынлап-аҡрынлап чинын да күтәргәндәр. Ир уртаһы етеп, һаҡал-мыйыҡ үҫтереп илгә ҡайтып төшкән саҡта үҙ телен дә онота яҙған... Ҡолоҡас тәү башлап иген сәсергә керешә, ағас һуҡаны тимер һабанға алмаштыра. Ике һүҙҙең береһендә был: “Саксонияла шулай ҙа, Саксонияла былай... — тип ауыҙ һыуын ҡорота икән... ағайға тотҡандар ҙа “Саксон” ҡушаматы таҡҡандар...”. Аңлашылыуынса, яҙыусының бала сағын һүрәтләгән “Тере шишмәләр” әҫәренең төп сюжет үҫешенә был өҙөктөң туранан-тура мөнәсәбәте юҡ. Ләкин үҙенсәлекле яҙмышлы, “ғәләмәтлерәк кешеләр хаҡындағы берсә көләмәскә, берсә хикәйәткә тартым бындай эпизодтар әҫәрҙе халыҡ прозаһы стиленә яҡынайта, тормошто киңерәк планда сағылдырырға мөмкинселек бирә. Бындай кеше образдарын һүрәтләгәндә яҙыусы халыҡтың ҙур ижади көскә эйә булыуын, кешеләрҙәге уртаҡ яҡтарҙы юллау аша халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ тойғоларына баҫым яһай. “Атайым тирә-яҡ ауылдарҙағы рустар, хохолдар, муҡшылар, татарҙар менән татыу йәшәне. Хатта Баҡҡас утары баптистары менән дә ниндәйҙер уртаҡ тел таба торғайны ул. Хәҙер ҙә ул ауылдарҙағы оло кешеләр ҡартты яҡшылыҡ менән иҫкә алалар. Атайыма милләт айырып ҡарау ят нәмә ине”, — тип билдәләй яҙыусы. Б. Бикбайҙың халыҡ ижады поэтикаһын яңы йөкмәтке менән байытыуҙағы новаторлығы уның поэзияһында айырыуса киң кәүҙәләнә. Башҡорт поэзияһы гәүһәре — “Ер” поэмаһы, мәҫәлән, баштан-аяҡ башҡорт халыҡ эпосы үҙенсәлектәре менән һуғарылған әҫәр. Бына поэмалағы көрәшкә саҡырыу ауаздары строфикаһы: Батшаға баш эймәгеҙ, атаҡай! Коллеж бауы кеймәгеҙ, әсәкәй! Баярға ер бирмәгеҙ, Атаҡай, Әсәкәй, Ау...: Уралдай ҡалҡығыҙ, Урмандай шаулағыҙ, Үҙ өсөн тормошто Үҙегеҙ даулағыҙ! Бында ҡобайыр үлсәме менән әҙәби стилдәге шиғри үлсәмле строфалар аралашып килеп, әҫәрҙең үҙенсәлекле ритмикаһын барлыҡҡа килтергән. Б. Бикбай ижадында фольклор традицияларының новаторҙарса үҫтерелеүен йәнә бик күп планда күрһәтеп бирергә мөмкин булыр ине. Шуларҙың айырыуса ҡыҙыҡлы күренгән береһенә генә туҡталайыҡ. Халыҡ ижады әҫәрҙәрендә “аҡ” һәм “ҡара” төшөнсәләре художестволы образ дәрәжәһенә күтәрелеп, күпселек осраҡтарҙа контраст алымы хеҙмәтен үтәгән. Б. Бикбай әҫәрҙәрендә лә “аҡ” һүҙе йыш осрай: “Аҡселән”, “Аҡсәскә”, Ағабей, Аҡмырҙа һ. б. Уларҙа “аҡ” һүҙе шатлыҡты, сафлыҡты белдереүсе образ рәүешендә йөрөй. Бер шиғырында Б. Бикбай былай яҙа: Яуҙа яраланмағыҙ, Күҙ йәше тамыҙмағыҙ, Яраларҙы бәйләргә, Күҙ йәш тамһа, һөртөргә Аҡ яулыҡ юлдаш булһын, Күңелегеҙ аҡҡа тулһын. Аҡ еп кеүек уралып, Уралға тартһын уйығыҙ, Аҡ еп кеүек ҡыҫҡа булһын Барып ҡайтыр юлығыҙ, Уралға тартһын уйығыҙ! “Салауат” драмаһынан килтерелгән был өҙөктә “аҡ” төшөнсәһе халыҡ, азатлыҡ өсөн көрәш төшөнсәһенә юлдаш итеп поэтиклаштырыла. Артабанғы ижад эволюцияһы барышында “аҡ” һүҙенең традицион мәғәнәһенә нәҡ ана шундай конкрет пландағы социаль йөкмәтке һалына. Бының иң һоҡланғыс үрнәге “Дуҫ ҡәберендә” элегияһындағы “аҡ” төҫ. Яраһынан үлгән һалдат-дуҫты күмдек, Үҙәк өҙгөс һалҡын ҡыш ине... Ләкин һыуыҡлыҡты бик аҙ һиҙҙек, Тик ҡайғынан йөрәк өшөнө... Тирә-яҡта — ҡарҙар, ҡарҙар, ҡарҙар... Иҙел дә аҡ толоп аҫтында. Күктә ағыла мамыҡ аҡ болоттар, Аҡ шәл ҡайындарҙың башында. Был киң аҡлыҡ хәтерләтте тағы Үлгән дуҫ йөҙөнөң аҡлығын. Аҡ бушлыҡта ҡара ҡәбер ҡалды, Ерҙә һәм йөрәктә тап булып... Б. Бикбай ижадындағы юмористик һәм сатирик алым да башҡорт халыҡ ижады поэтикаһы нигеҙендә формалаша. “Тере шишмәләр”ҙәге бер өҙөк ана шул хаҡта һөйләй: “...Хәмәтәйҙе “Хоҙай күргән малай” тип йөрөтә торғайнылар. Уның һөйләүенсә, “хоҙай”, күк атҡа атланып, биленә ҡылыс тағып, әллә ниндәй ялтырауыҡлы кейемдәр кейеп, ауыл һыртынан үтеп киткән. Башта ҡайһы берәүҙәр быға ышана төшкәндәр... Аҙаҡ барыһы ла асыҡлана. Ырымбурҙа атлы казактар полкында хеҙмәт итеүсе Хоҙайнаҙар Байгилдин ағай аҙналыҡ ялға ҡайтҡан икән. Хәмәтәй шуны күргән. “Тик “наҙар” ялғауын ҡушып әйтә белмәгәнгә күрә, “Хоҙай... күрҙем” генә тигән”. Автобиографик повеста был көләмәсте яҙыусы халыҡ телендә йөрөгәнсә биргәндер тип уйларға мөмкин. Бында көлкөнө көтөлмәгәнлек эффекты тыуҙыра. Нәҡ бына ошо алым — көтөлмәгәнлек — уның һуғыш осоронда яҙылған иң уңышлы сатирик әҫәрҙәренең береһе — “Фрицтың кресы” шиғырында төп әҙәби сара дәрәжәһенә күтәрелә. Европа илдәрен берәм-берәм буйһондорған креслы фриц Советтар иленә һуғышҡа ташланғанда, түшенә тағы берәй крест тағырмын, тигән өмөттә була. Уға крест, ысынлап та, тейә, ләкин... Алыҫ Украина ҡырҙарында Урман булып ултыра крестар, Ошо крестарҙың араһында Фрицҡа ла уҫаҡ крест бар. 1941 йылда яҙылған “Ҡоҙғон” шиғырында ҡоҙғон образы башҡорт әкиәттәрендәгесә һүрәтләнә. Түбән ҡалғандарҙы һанға ла һуҡмай осоусы ҡоҙғон йәш аусы тарафынан атып төшөрөлә. Ҡоҙғон образы һәм уның яҙмышы Гитлерға ишараланғанын тойоуы ҡыйын түгел. “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһында, “Указлы мулла” хикәйәһендә комизм тыуҙырыуҙа шулай уҡ көтөлмәгәнлек эффекты хәл иткес әһәмиәткә эйә. Шулай итеп, яҙыусының ижад йөҙөн формалаштырыуҙа фольклор традицияларының мөһим әһәмиәткә эйә булыуын күреү ҡыйын түгел. Ижадының айырым осорҙарында был яҡынлыҡ һәм бәйләнеш айырыуса көслө була. Уның Бөйөк Ватан һуғышы осоро поэзияһы, мәҫәлән, халыҡ йырҙарына ныҡ яҡын тора. Был осорҙа ул һуғышсылар араһында киң таралған йырҙар менән ҡыҙыҡһына һәм уларҙан “Ватан һуғышы йырҙары” тигән ыҡсым йыйынтыҡ төҙөй. Был йыйынтыҡ Б. Бикбайҙың баш һүҙе менән 1944 йылда баҫылып сыға. Унда халыҡтың яратҡан йырҙарында уның рухы — Тыуған илгә һөйөүе, дошманға нәфрәте сағылыуы хаҡында әйтелә. Халыҡ ижады — халыҡ рухы көҙгөһө — шул сифаты менән халыҡ ижады Б. Бикбайға бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина. Халыҡ ижадына яҡынлыҡ уға замандың алдынғы идеяларын, халыҡ рухының төпкөл ағымын халыҡҡа аңлайышлы формаларҙа тасуирлау, ысын мәғәнәһендә халыҡсан әҫәрҙәр тыуҙырыу мөмкинлеген бирә. А. С. Пушкиндың былай тип әйткәне булыр: бөтә һүҙҙәр ҙә һүҙлектә йәшәй, әммә һәр яҙыусының үҙ һүҙлеге була. Б. Бикбай әҫәрҙәренең дә ғәжәп үҙенсәлекле һәм бай һүҙлеге бар. Һүҙ менән эш итеүҙә ул юғары художестволылыҡҡа күтәрелә алған яҙыусыларҙың береһе. Уның әҫәрҙәренең теленә хас иң төп сифат — һүҙҙең мәғәнә тығыҙлығы һәм картиналылығы. Һәр ижек, һәр юл, һәр строфа һәм һөйләм, һәр бүлектә тос фекер ята. Күп кенә геройҙарҙың портрет-характеристикаһын яҙыусы, ғәҙәттә, бер йәки ике һөйләмдә биреүгә өлгәшә. Бына ошондай бер өлгө: “Оҙаҡ юл килеп, үрәсәләре саңға ҡапланып бөткән арбала инде ослайып торған һирәк һаҡалына сал йүгерә башлаған урта йәштәрҙәге кеше — ылау хужаһы Игелек Нураев та, сандыр буйлы, йәше етеүгә ҡарамаҫтан, әле һаҡал-мыйыҡ сыҡмаған шәкерт — Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһенән ҡыуылған Морат Туғанов та ултыра ине”. “Указлы мулла” исемле киң билдәле хикәйәлә төп образ — Әлмисаҡ Туҡмаҡлының төҫ-башын, буй-һынын һүрәтләү уның социаль характеристикаһы менән бергә үрелеп бара: “Был әҙәм төплө мөһабәт кәүҙәле лә, көрәктәй һаҡаллы ла түгел ине. Ул урттары эскә батҡан, ас яңаҡлы, киң маңлайлы, бер үк ваҡыт хәйләкәр ҙә, изге лә булып янған ҙур күҙле, алтмыштар өҫтөнә баҫҡан бер кеше булып сыҡты. Төймәләй генә танауы аҫтында, бесәй ҡойроғо һымаҡ, нәҙек кенә мыйыҡ һыҙылған. Алаптай ауыҙын, өс бөртөк кенә ҡалған алғы һары тештәрен ҡаплау хеҙмәтен дә үтәмәгән был мыйыҡ уның йөҙөнә лә мөләйемлек өҫтәмәй, шикелле. Ә нәҙек, оҙон аяҡтары донъя ҡыҙырыр өсөн яһап ҡуйылғандармы ни. Ҡулдары ла ҡаҡса, етеҙ, хәрәкәтсән”. Һүҙҙең предметлылығы уның поэзия әҫәрҙәренә лә хас. Бына “Һалдат ҡайтҡанда” шиғыры: Өйгә ҡайтып килә һалдат, Иңдә шинеле, Әйтерһең дә, күрә тәү ҡат Ул Тыуған илде: Бөтә нәмәгә йотлоғоп, Туймаҫтай ҡарай. Бойҙай башаҡтарын ыуып, Бөртөгөн һанай... Самалап үтә күбәне — Нисәһе бер йөк? Уйлай: сабыр ер күп әле Ураҡтан элек... Шағирҙың донъяны күҙәтеүе һәм күргәндәренән шиғыр кәрәҙен ҡоя белеүе, образлы поэтикаһының “ауылса” булыуы асыҡ. Ошондай предметлылыҡ “Ҡоҙғон”, “Фрицтың кресы”, “Тамға”, “Ҡулъяулыҡ”, “Юшатыр буйында” шиғырҙарында айырыуса күҙгә бәрелеп тора. Ә драматургик әҫәрҙәрендә, роман, повесть, хикәйә һәм очерктарында предметлылыҡ йыш ҡына документаллек менән барып тоташа. Геройҙар, тәбиғәт донъяһы, хәл-ваҡиғалар һәм тормош деталдәре йыш ҡына Юшатыр буйы, яҙыусының тыуған Ҡалтаһы, ялан яҡтары менән бәйле. Шул уҡ ваҡытта тормош деталдәренең ишлелеге, предметлылыҡ, документаллек Б. Бикбай әҫәрҙәрен натурализмға юлыҡтырмай; тормошто һүрәтләү үтә ерләштерелеп ебәрелмәй. Киреһенсә, уның бөтә ижады, айырыуса поэзияһы — көсөргәнешле һәм юғары хистәр донъяһы. “Тауҙар йыры” тигән шиғырында былай тиелә: Тауҙарҙа йөрөйөм. Бейектә Тын алыу еңелерәк. Тау саҡлы уйҙар тыуалар, Ашҡынып тибә йөрәк. Б. Бикбайҙың тиҫтерҙәш ҡәләмдәше Ғәйнан Әмири былай тип яҙа: “Шағирҙың йөрәге әрнеп янды, туҡтауһыҙ, тыныу белмәй янды. Ул гелән ярһып, яҡындары, халҡы, тыуған ер, иле, бөтә донъя ҡайғылары өсөн, уларҙың ҡайғы-һағыштарын үҙ йөрәге аша үткәреп йәшәне...” Донъяны, йәшәүҙе, хеҙмәтте кәрәгенән артыҡ һөйгән шағир самаса йәшәүҙе үҙенә ят принцип итеп ҡарай: Самаса ғына йәшәһәм, Самаса ғына яҙһам, Минең өсөн булыр ине Тормош самаһыҙ арзан. Самаһыҙ һөйәм донъяны. Халҡым — самаһыҙ яҡын, Ҡабатланмаҫ ғүмерем дә Үҙе — самаһыҙ алтын. Самаса булмамын хатта Йөрәк аҡтыҡ типкәндә... Ҡалыр самаһыҙ күп һүҙем Хатта ерҙән киткәндә... “Оҡшамаҫҡа ине” тип исемләгән әҫәрҙә ошондай юлдар бар: Ташҡын һыуҙар тынып ҡала, мәле еткәс, Оҡшамаҫҡа ине тынған шул һыуҙарға, Янһын ине йөрәктәрҙә ялҡын бөтмәҫ, Һөйөүебеҙ тиңдәш булһын ине йырға... Хистәр һәм тойғолар ҡайнарлығы, юғарылығы уның шиғырҙарын шалтырауыҡлы, декларатив әҫәрҙәргә әйләндермәй, сөнки уларҙа — тормоштоң үҙе, шағирҙың халҡына һәм Тыуған иленә иң изге һөйөү тойғолары. Ә был тойғоно шалтырауыҡ һүҙҙәр менән әйтеп биреү мөмкин түгел. Ялтыр-йолтор, әммә буш һүҙҙәр менән эш итеүсе ҡәләмдәштәре менән бәхәскә ингәндәй, шағир былай тип белдерә: Бәхетле ҡош юҡтыр һандуғастан: Шағир телендә ул гел генә... Бер шигем бар: ҡошто данлаусылар Күрҙеме икән уны бер генә?.. Юҡтыр, юҡтыр... Бары сихри моңдар Билдәләйҙәр уларҙың хистәрен. Ә кем шағирҙарға ғүмер биргән, Моңло йырҙар көйләгән кистәрен?.. Ул бит — әсә! Барлыҡ үҙ ғүмерен, Тойғоларын бирә балаға. Шағир дуҫтар онотмаһын шуны, Ҡошто маҡтағанда таңдарҙа... Ә уның үҙ ҡулы аҫтынан сыҡҡан байтаҡ шиғырҙар халыҡтың яратҡан йырҙарына әүерелә (“Башҡорт атлылары”, “Ҡулъяулыҡ”, “Телефонсы ҡыҙ”, “Салауат” һәм “Әминә” ариялары, “Шәүрә”, “Ҡоҙаса”, “Замандаштар” операларынан ариялар, йырҙар һ. б. һ. б.). Халыҡ йырына яҡынлыҡ, ғөмүмән, уның күп шиғри әҫәрҙәренең төп эстетик сифаты. Шағир былай ти: Ниндәй гүзәл халыҡ йыры, Күпме көс, тәрәнлек бар... Беҙҙе бөтә ғүмер буйы Оҙатып килә улар. Йыр — тормош, бәхет емеше, Йыр — күңелдәр көҙгөһө, Мин теләйем, һәр бер кеше Булһын яҡты, йыр төҫлө. Бикбайҙың байтаҡ әҫәрҙәрендә 2 һәм 4 юлдар аҙағындағы рифмалашыусы һүҙҙәр өсәр ижектән тороусан. Миҫал: Йә, дуҫтар, йырлайыҡ шат йырҙар Бокалдар сыңлауы аҫтында, Иҙелдәй урғылһын саф моңдар Тыуған ил һәм бәхет хаҡында. (Табын йыры.) Бында ритмик быуындар өсәр ижектән тора һәм баҫым өсөнсө ижеккә төшә (3-сө, 6-сы, 9-сы һ. б.) Был — анапест менән яҙылған шиғыр. Ул әҫәргә талғын, ләкин хәрәкәтсел ритм бирә. Шул нигеҙҙә еңеүселәргә арналған шиғырҙың тантаналы йөкмәткеһе хасил була. Билдәле булыуынса, башҡорт халҡының ауыҙ-тел әҫәрҙәрендә һәм йырҙарҙа рифмалашыусы ритмик быуындар өсәр ижектән тороусан. Ай, Уралым, Уралым, Күгәреп ятҡан Уралым! Нурға сумған түбәһе Күккә ашҡан Уралым! Һине маҡтай йырҙарым, Һине данлай йырҙарым. (С. Юлаев. Уралым.) Бында беренсе ҡобайыр рәүеше — ритмик берәмектәрҙең беренсе өлөшө 4-әр ижектән, икенсе өлөштөң рифмалашыусы һүҙҙәре 3-әр ижектән килгән. Баязит Бикбай шиғырҙарының халыҡ йырына тартымлығында, тимәк, рифмалашыуҙың тәрән эске законлығы ята. Ошонан сығып, шағир үҙ әҫәрҙәренең шиғри эшләнешен, синтаксик ҡоролошто аңлы рәүештә билдәле бер маҡсатҡа буйһондорған, тип уйларға нигеҙ бар. Был маҡсат — халыҡ ижадының һулымаҫ өлгөләре юҫығында юғарыраҡ ижади кимәлгә күтәрелеү. Аңлашылыуынса, Б. Бикбай — тел оҫтаһы, башҡорт әҙәби телен юғары профессиональ кимәлгә күтәреүҙә ҙур өлөш индергән яҙыусыларҙың береһе. Уның тел оҫталығы, нигеҙҙә, һүҙҙең күп мәғәнәлелеге (лексик саралар), һүҙҙең һөйләмдәге урынына (стилистик саралар) һәм һүҙҙең яңғырашына (фонетик саралар) бәйле саралар менән эш итеүендә. Шул нигеҙҙә Б. Бикбай исеме менән әҙәбиәткә яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм рифмалашыуҙың яңы формалары килеп инә. Тәүгеләренә “мөрхәтһенмәне” (хуп күрмәне), “тәҙрә күҙкәһе”(тәҙрәләге иң өҫкө өлгө), “тумалтҡан” (һөйләп маташҡан, ниәтләнеп маташҡан), “кемтерҙәп” (бик үк шәп булмаһа ла үҙ алдынараҡ йәшәп ятыу), “эске-ҡыялҡы” (эсеп-боларып), “гөмбөрҙәтеп” (ауыҙ эсенән генә һөйләү), “тоҡайҙы” (ҡапыл китеп барҙы) һ. б. килтереп булыр ине. Б. Бикбай әҫәрҙәрендә генә осрай торған ғәжәп уңышлы стилистик саралар ҙа аҙ түгел: “ат аяғы менән ашай”, “тәрән һыуҙың да төбө була, уйҙың төбө юҡ”, “ҡаҙ теше һымаҡ, ваҡ тигеҙ хәрефтәр”, “сарбайлап ҡысҡырып”, “балтамды ҡыя-мыя сабып йөрөгәнмен”, “Ҡансура ҡан һура, мал ҡыуа” һ. б. Ә һүҙҙәрҙең яңғырашына килгәндә, ул бик күп төрлө уңышлы эксперименттар эшләне: уларҙың төп маҡсаты — баҫымдың мәғәнәүи ролен арттырыуға өлгәшеү. Эш шунда: башҡорт шиғыры күпселек осраҡта силлабикаға ҡарай, йәғни ижектәр һаны бер төрлө булып, юлдарҙағы баҫымдар төрлө урында һәм төрлө һанда килергә мөмкин (К. Әхмәтйәнов). Тоник шиғыр төҙөлөшөндә, киреһенсә, юлдарҙағы баҫымдар һан яғынан үҙ-ара тигеҙ була, ә ижектәр һаны бөтөнләй иғтибарға алынмай. Икенсе төрлө әйткәндә, тоник шиғырҙа ритм баҫымлы ижектәр иҫәбенең тигеҙ килеүе менән тәьмин ителә, ә баҫымһыҙ ижектәр һаны иһә бөтөнләйгә иҫәпкә алынмай. Р. Ниғмәти, Ғ. Сәләм, Б. Бикбай силлабик һәм тоник шиғыр үҙенсәлектәрен берләштергән яңы тип шиғыр формаһын күпләп ҡулланды. Был уларға әҙәби форманың камиллығына ирешеүгә лә, тормош күренештәрен киңерәк һүрәтләргә лә мөмкинлек бирҙе. Б. Бикбай ижадындағы ошо үҙенсәлек “Пограничник һәм уның әсәһе”, “Фин һалдаты йыры” кеүек әҫәрҙәрҙә айырыуса тулы кәүҙәләнә: Бер штабтан әсә хат алды, Алыҫ Көнсығыштан: Уның яратҡан ҙур улы Батыр һуғышҡан... Дошман сикте үтә алмаған, Барыһы ҡырылған, Батыр егет шунда ғына Яраһын тойған... Бында шиғыр ритмикаһын барлыҡҡа килтереүҙә юлдарҙағы ижектәр һаны түгел (9 — 8, 6 — 5), ә интонация — баҫымлы ижектәр һанының тигеҙ килеүе хәл иткес сара булып тора. Ҡәләмдәш дуҫтарына арналған шиғырҙарында Б. Бикбай уларҙың ижади йөҙөн — стилен тыуҙырырға тырыша. Ғ. Сәләмгә арналған шиғырында шағирҙың ана шул поэтик алымы сағыла. ...Шағир Сәләм үлде... Аһ! Был һүҙҙе Проводалар нисек үткәргән? Ниңә улар шартлап өҙөлмәгән? Ниңә ҡарышмаған үткәрмәй? Сәләм! Сәләм! Май айында ғына Оҙатып ҡалған инем бит әле... Ниңә шунда беребеҙ ҙә тоймаған Был — һуңғы хушлашыу икәнен? Интонацияларҙың йыш алмашыныуы, өндәш һүҙ һәм тоник ритмика, бер-береһенән йыраҡ тороусы һүҙҙәрҙең рифмалашыуы Ғ. Сәләмдең “Республика иртәһе” һәм айырыуса “Шоңҡар” поэмаһының поэтик рухын хәтерләтә. Үҙенең ижад кредоһына яҡын булған, яратҡан шағирҙарҙың әҫәрҙәрен тәржемә иткәндә лә Баязит Бикбай уларҙың стилен биреүгә өлгәшкән. Пушкиндан, Лермонтовтан, Есениндан, Гейненан булған тәржемәләре нәҡ ана шундай. 1950 йыл менән билдәләнгән “Сәскә” шиғырында былай тиелгән: Һәр шағирҙың була үҙ йыры, Тауышы була бары үҙенсә... Ер йөҙө күңелле булмаҫ ине, Гел бер төрлө генә гөл үҫһә. Гөлдәр аллы-гөллө сәскә ата, Мең-мең төрлө хуш еҫ һибәләр, Ә бит кеше барыһын да ярата, Сөнки улар — ерҙе биҙәйҙәр. Шағирҙар ҙа беҙҙә яҡын шулай, Йырҙары булһа ла төрлөсә: Тыуған илгә һөйөү, ҙур дан йырлай Уларҙың һәр береһе үҙенсә. Һоҡланғыс талант эйәһе Баязит Бикбай “Тыуған илгә һөйөү, ҙур дан йырлай” торған, әҙәбиәтебеҙҙе биҙәрҙәй ғәжәп үҙенсәлекле ҙур мираҫ — шиғырҙар, поэмалар, очерк, хикәйә, повесть, роман, пьесалар, опера либреттолары, иҫтәлектәр, әҙәби-тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр ҡалдырҙы. Сәнғәт яратыусыларға ул әҫәрҙәр мәңге тере шишмә, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре өсөн оҫталыҡ мәктәбе, әҙәбиәт тарихсылары һәм әҙәбиәт белгестәренә әҙәбиәттең милли үҙенсәлектәрен, уның тарихын өйрәнеү өсөн бай сығанаҡ булып хеҙмәт итәсәк. (Тимерғәли Килмөхәмәтов)