Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Байыҡ Сәсән (1710 - 1815)

Байыҡ сәсән Златоуст өйәҙе Мырҙалар волосы (хәҙер Башҡортостандың Салауат районы) Мәхмүт ауылында 1710 йылдар тирәһендә Байназар тархан ғаиләһендә тыуған. Риүәйәттәр аңлатыуынса, Байыҡ сәсән йәш сағында Ҡараһаҡал һәм Батырша яуҙарында ирек өсөн көрәштә ҡатнашҡан яугир. Батша эҙәрлекләүҙәренән ҡасып, ҡаҙаҡ далаларына китеп йәшәгән. Донъялар бер аҙ ип-һил булғас, ҡаҙаҡ далаларынан тыуған Уралына ҡайтып, дан алған Айҙар сәсән булып танылған. Емельян Пугачев етәкселегендә 1773 йылда Крәҫтиәндәр һуғышы башланып, күтәрелергә өндәгән һәм үҙе лә ошо ҙур яуҙа ҡатнашлыҡ иткән. 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда иһә башҡорттарҙы Рәсәйҙе һаҡлау яуына барырға өндәгән ил сәсәне, һәр йәһәттән заманының уҙаманы булып халыҡ хәтерендә ҡала. Башҡорт полктары дошман яуын ҡыуып, Парижды алып 1814 йылды тыуған яҡтарына ҡайтҡанда Байыҡ сәсән “йөҙҙән ашҡан йәшем бар!” тип еңеүселәрҙе дан йыры менән ҡаршылай.

Байыҡ айҙар сәсән тураһындағы мәғлүмәттәр һәм уның ижадына бәйләнешле материал Ғәбит сәсән башҡарыуындағы “Байыҡ айҙар сәсән” тигән риүәйәттә һаҡланған.