Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Асан Ҡайғы Йырау (XV быуат)

Асан Ҡайғы тураһында тарихи документтар һаҡланмаған. Йырауҙың тормошо тураһында халыҡ риүәйәттәре XV быуатта Йәнебәк һәм Оло Мөхәммәт хан замандарында йәшәгән нуғайлы йырауы тип әйтелә. «Айса улы Әмәт» тигән ҡаҙаҡ эпосында Асан Ҡайғы Ағиҙел буйында байтаҡ ғүмер иткән йырау икәнлеге күрһәтелә. Уның тулғауҙары шул XV быуаттан алып ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай, башҡорт ырыуҙары араһында телдән киң таралып киткән һәм ошо халыҡтарҙың уртаҡ нуғайлы йырауы булып танылған.