Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Әнүр Вахитов (1932-1984)

Әнүр Хисмәт улы Вахитов 1932 йылдың 20 декабрендә Башҡортостандың Ғафури районының Туғай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. 1951 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен бөтөрөп сыҡҡас, Толпар ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта, Өфөләге “Октябрь натискыһы” типографияһында корректор булып эшләй. 1953 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә һәм, уны тамамлағас, башҡорт әҙәбиәте кафедраһына ассистент итеп ҡалдырыла. 1962 — 1964 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының аспирантураһында уҡый. 1965 йылда “Хәҙерге башҡорт романы” тигән темаға диссертация яҡлағас, уға филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә бирелә, һуңғы йылдарҙа ул Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми сотрудник булып эшләне.

Әнүр Вахитовтың “Үрләү” исемле тәүге шиғыры 1955 йылда “Ленинсы” гәзитендә баҫыла. Шунан һуңғы йылдарҙа республика гәзит-журналдарында һәм “йәш көстәр” исемле альманахта уның байтаҡ шиғырҙары, хикәйәләре, хикәйәттәре баҫылып сыҡты.

Әнүр Вахитов “Салауат күпере” тигән тәүге китабына ингән хикәйәттәрендә халыҡ ижадын яҡшы тойоу һәләтен, фольклор традициялары ерлегендә хикәйәт жанрын үҫтереү мөмкинлектәрен күрһәтә алды. Икенсе китабы — “Ҡайын суҡтары” йыйынтығы лирик хикәйәләр өлкәһендәге уның яңы мөмкинлектәрен танытты. Ул үҙ ижадына һәм ҡәләмдәштәре ижадына талапсан ҡараған яҙыусы булды. Бындай талапсанлыҡ уның матбуғатта баҫылған тәнҡит мәҡәләләрендә лә асыҡ күренде.

Әнүр Вахитов әҙәби тәнҡитсе һәм әҙәбиәт белгесе булараҡ та ҙур эштәр башҡарҙы. Уның “Эпик киңлектәрҙә”, “Таланттың, асылы”, “Ижади портреттар” кеүек китаптарында хәҙерге башҡорт прозаһы үҫеше, күренекле яҙыусылар ижады буйынса байтаҡ ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр яһалды, әҙәби-тарихи һәм теоретик характерҙағы мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Башҡорт романы, башҡорт повестары һәм хикәйәләре хаҡында яҙылған хеҙмәттәрендә жанр теорияһының һәм тарихының төрлө яҡтары тикшерелде.

Әнүр Вахитов күп йылдар буйы проза секцияһы менән етәкселек итте, йәш яҙыусыларҙы тәрбиәләү эшенә күп көс һалды.

1965 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы булды.

ТОҒРО ЮЛДАШ ХАҠЫНДА ҺҮҘ Ғүмер үтеү менән тормошто кеше төптәнерәк аңларға өйрәнгән кеүек, телдәге ғәҙәти һүҙҙәрҙең мәғәнәһе лә уға тулыраҡ асыла. Юлдаш тигән һүҙҙең дә бәҫен, ошо һүҙ аша иңенә ниндәй яуаплылыҡ ятҡанын төрлө кешеләр төрлө юлдар үткән һайын нығыраҡ аңлай, ысын юлдаштарыңды нығыраҡ ҡәҙерләй бараһың. 1959 йылдың август баштары. Беҙ, дүрт студент, Башҡортостан буйлап алыҫ сәфәргә сығабыҙ. Хәҙер уйлап ҡараһаң, сәфәребеҙ әллә ни алыҫ та булмаған — Өфөнән йөҙ-йөҙ илле саҡрымдан да артмаған икән. Әммә ул саҡта әлеге юл беҙҙең өсөн өр-яңы донъяға аяҡ баҫыу һымаҡ елкендергес ине. Бигерәк тә бынан ике йыл элек кенә Ырымбур далаларынан килгән минең өсөн Башҡортостан үтә лә серле ине, уның һәр тарафы үҙенә тартып, арбап тора ине. Быға тиклем Ағиҙел, Эйек буйҙарындағы ҡайһы бер урындарҙа булһам да, Талҡаҫ менән күк Ирәндекте, һылыу Һаҡмарҙы күреп һоҡланһам да, Башҡортостан минең өсөн хыял кеүек тылсымлы һәм сикһеҙ булып ҡалды. Егерме көнлөк сәйәхәттә беҙ Ғафури яҡтарындағы байтаҡ ауылдарҙа булдыҡ. Төбөндәге кескәй таштар ҙа күренеп ятҡан Еҙемдә йөҙҙөк, ҡанлы яуҙарҙан ҡалған уҡ башаҡтарын күкрәгендә һаҡлаған ҡаяларға күтәрелдек, был яҡтарҙың ямғырҙарында күшектек, ҡояшында яндыҡ, тауҙарҙы әллә ниндәй ҡарап туйғыһыҙ күгелйем нурға ҡойондорған айлы төндәренә ғашиҡ булдыҡ. Һуҡмаҡтар, юлдар беҙҙе сәхрә-туғайҙар, тау-урмандар ауылдан ауылға илтһә, экспедиция етәксеһе, былтыр ғына Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, шунда эшкә ҡалдырылған йәш уҡытыусыбыҙ Әнүр Вахитов менән юлдаш булыу ошо матурлыҡтарҙы тулыраҡ аңларға ярҙам итте. Был йәйҙе беҙ ауылдан ауылға йәйәүләп йөрөп, ил ҡарттары, ил инәләре менән осрашып, уларҙан байтаҡ йырҙар, әкиәттәр, риүәйәттәр алып ҡайттыҡ. Халыҡтан яҙып алған һәр һүҙҙе йөрәгебеҙ, зиһенебеҙ аша үткәрҙек, үҙебеҙ өсөн өр-яңы рухи донъя астыҡ — ошоноһо айырыуса ҡәҙерле ине. Был сәйәхәт ваҡытында Әнүр Вахитов кескәй генә табышҡа ла беҙҙең менән бергә ҡыуанды, ҡиммәтен беҙгә нығыраҡ аңлатып бирергә тырышты. Ул ошо төбәктәге — үҙенең тыуған яҡтарындағы ер-һыу тарихы хаҡында күп белә. Ғәҙәттә аҙ һүҙлерәк, ҡырыҫыраҡ булып күренгән Әнүр Вахитов халыҡты тыңлағанда асылып китә, тулҡынланыуын, күҙҙәрендәге осҡондо йәшерә алмай ине. Әлеге сәйәхәт ваҡытында Әнүр беҙгә халыҡ ижад иткән һүҙ сәнғәтенең тәбиғәтен аңлата, ил тарихына, халыҡ рухына иғтибарлы булырға өйрәтә, үҙендәге һоҡланыу менән башҡаларҙы ла тоҡандыра ине, һүҙ гәүһәрҙәрен эҙләп Урал һырттарына артылғанда тәүге һуҡмаҡтарҙа уҡ ошондай кеше менән юлдаш булыу үҙе үк ҙур ҡыуаныс түгелме ни? Тик быларҙы йылдар үткәс кенә нығыраҡ аңлай бараһың икән шул. Яҙыусының “Ир ҡанаты” исемле билдәле хикәйәһенең геройы былай ти: “Кеше нимәгәлер ынтылырға тейеш. Кеше ҡанатлы булырға тейеш”. Әнүр һәр саҡ шулай талпынып, ҡанатланып йәшәне һәм эшләне. Тормошондағы оло маҡсатына тоғро булды, алдағы маяҡтарына хыянат итмәне. Уны алға илтеүсе пар ҡанаттың береһе әҙәбиәт ғилеме булһа, икенсеһе әҙәби ижад ине. Икенсе йылды уҡытыусыбыҙ беҙҙе Ейәнсура яҡтарына, Һүрәм, Өҫкәлек буйҙарына сәйәхәткә алып китте. Ул яҡтарҙағы сәсән телле кешеләр халҡыбыҙҙың һүҙ сәнғәтенә мине тағы ла нығыраҡ ғашиҡ иттерҙе. Бер нисә йылдан һуң Әнүр менән Инйәр буйҙарында ошондай уҡ сәйәхәттә булып ҡайттыҡ. Халыҡ күңеленең бейеклектәрен күреү, уның илһам шишмәләрен асыу — үҙ яҙмышын һүҙ сәнғәтенә арнаған кеше өсөн иң ҙур бәхет шул түгелме ни? Ул үҙенең китаптарының береһенә “Шәжәрә” тигән бик тапҡыр исем биргәйне. Уның барлыҡ ижады һәм фәнни эшмәкәрлеге ошо оло шәжәрәне — халыҡ яҙмышын, ил тарихын төрлө шәхестәр, төрлө осорҙар аша күҙ алдына баҫтыра. Алтмышынсы йылдарҙа Әнүр Вахитов бик үҙенсәлекле хикәйәттәр яҙҙы, хикәйәт жанрын өр-яңы сифаттар менән байытты. Хикәйәттәрҙең күбеһенең үҙәгендә булған йомарт күңелле, зирәк аҡыллы, сәсән һүҙле Әхмәҙулла бабайҙың ошо һүҙҙәре хәтергә уйылып ҡалған: “Кеше һәр ваҡыт килер көн менән йәшәргә тейеш. Килер көн — килер бәхет ул. Был — кешенең бер таянысы. Уның икенсе таянысы — үткән юлы. Үткәнгә ҡарап фәһем алырға тейеш кеше... Халыҡ бит бөгөнгө менән генә йәшәмәй. Уның үткәне булмаһа, бөгөнгөһө, ә бөгөнгөһө булмаһа, киләсәге булмаҫ ине”. Үткән, бөгөнгө, киләсәк... Әнүр Вахитов ижадындағы төп ынтылышты бына ошо өс төшөнсәнең мәңгелек бәйләнешен раҫлау тип билдәләп булыр ине. Башҡорт прозаһының үҫеү юлдарын, ундағы төрлө жанрҙарҙың ҡатмарлы эволюцияһын күренекле ғалим Әнүр Вахитовтың хеҙмәттәренән башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ғалим-яҙыусы Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә танылды. “Башҡорт совет романы” тигән хеҙмәтенең Мәскәүҙә “Наука” нәшриәтендә баҫылып сығыуы үҙе үк был хаҡта асыҡ һөйләй. Китаптарында, күп һанлы мәҡәләләрендә Әнүр Вахитов милли әҙәбиәтебеҙ донъяһын төрлө яҡлап байҡаны, хеҙмәттәрендә тарихи киңлек менән теоретик тәрәнлек тығыҙ үрелде, йәнле ижади хәрәкәт тотош панорама рәүешендә лә, айырым әҙиптәрҙең ҡабатланмаҫ портреттарында ла тулы сағылыш тапты. “Эпик киңлектәрҙә”, “Таланттың асылы”, “Ижади портреттар”, “Зәйнәб Биишева ижады”, “Әҙәбиәт шоңҡары” (Ғ. Сәләм ижады һәм тормошо) исемле китаптары ғалимдың тынғыһыҙ эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә донъяға килде. Ә инде уның “Башкирский советский роман”, “Офоҡтар киңәйгәндә”, “Жанр и стиль в башкирской прозе” исемле фундаменталь хеҙмәттәре башҡорт әҙәбиәт ғилеменең үҫеш юғарылығын билдәләүсе, уны яңы сифат кимәленә күтәреүсе оло күренештәрҙән булды. Был баҫмаларҙың тәүгеһе 1968 йылда, һуңғыһы 1984 йылда донъя күргән, тимәк, ун алты йыл эсендә ғалимдың һигеҙ китабы баҫылып сыҡҡан. Әлбиттә, эш күләмдә генә түгел, сифатта ла. Әнүр Вахитовтың хеҙмәттәрендәге киң ҡараш, төплө эрудиция улар менән танышҡан һәр кешегә мәғлүм. Былар ғалимдың тәбиғи һәләтенән, үткер зиһененән, егәрлелегенән, арымай-талмай хеҙмәттә яныуынан килә. Ошо бик мөһим сифаттарға өҫтәп тағы ла ике нәмәгә иғтибар итке килә. Мин һүҙҙе Әнүрҙең фольклорсы сәйәхәттәренән башлағайным. Барлап ҡараһаң, уның ғилми ҡараштарының тамырҙары нәҡ бына ошо сәйәхәттәргә, ғилем донъяһына инерҙән алда халыҡтың һүҙ сәнғәтендә сағылған донъяға ҡараштарын, тормош психологияһын, эстетик зауыҡтарын өйрәнергә һәм аңларға тырышыуҙарға барып тоташа түгелме һуң? Ғалимдың күҙәтеүҙәре, һығымталары, фәнни концепциялары бына ниндәй ныҡлы, боронғо ерлеккә нигеҙләнгән булып сыға. Был бәйләнеште Әнүр Вахитов бер ваҡытта ла өҙмәне, әҙәбиәттең һис кенә лә юҡтан бар булмауын иҫбатларға, уның милли тамырҙарын, милли үҙәген күрергә, быуаттарҙан килгән традицияларын яңы замандарҙағы күренештәргә килтереп бәйләргә тырышты, был өлкәлә күп эштәр башҡарып өлгөрҙө. Ул һәр саҡ әҙәбиәттең халыҡсан сығанаҡтарына иғтибарлы булды. Әнүр Вахитовтың фәнни фекерләүендәге тағы ла бер үҙенсәлек — уның бер ваҡытта ла әҙер ҡалыптарға һуҡтырмауы, башҡалар тарафынан табылған теоретик формулаларға милли проза күренештәрен көйләргә йәки та-ғырға тырышмауы, әҙәбиәттең, ижадтың, әҫәрҙең үҙенән, художестволы асылынан килеүе, уның эске тәбиғәтен һиҙгер тойоп, аңлап эш итеүе. Быныһы инде ғалимдың үҙенең яҙыусы, шағир булыуынан, художник тәбиғәтенән килгән матур сифат ине. Ижад донъяһына килгән юлында Әнүр Вахитов тылсымлы шиғриәт илен дә ситләп үтмәне. Илленсе йылдарҙың икенсе яртыһында шиғырҙары гәзит-журналдарҙа, бигерәк тә ул саҡта уҡыусыларҙың ихтирамын яулаған “Йәш көстәр” альманахында йыш баҫыла, исеме һәләтле йәш шағирҙар араһында атала ине. Университеттағы әҙәби түңәрәктә уның шиғырҙар йыйынтығы тикшерелгәне лә хәтерҙә. Ни сәбәптәндер ул донъя күрмәй ҡалды. Әнүр башҡа юл менән китте, ғалим һәм яҙыусы булып танылды. Шулай итеп, шиғриәт уның ижад юлында, башҡа бик күптәрҙең яҙмыштарындағыса, йәшлек мауығыуы ғына һымаҡ ине. Асылда иһә улай булмай сыҡты. Башҡаларға бик тиҙ асылып бармағанғамы, уның менән байтаҡ йылдар буйы аралашҡан кешеләр өсөн дә Әнүр Вахитов күп яҡтары менән сер булып ҡалды. Шул серҙәрҙең береһе — уның шиғырҙары. Баҡһаң, әллә күпме эштәргә сумып йәшәгән, былай ҙа наҡыҫ ваҡытын проза яҙыуға ла бүлергә тырышҡан тыйғыһыҙ хеҙмәт кешеһе өсөн шиғриәт һис тә “йәшлек зәхмәте” генә булмаған, күңелендә шағирлыҡ йылдар үтеү менән һис тә һүнмәгән икән. Үҙе вафат булғас, күпселек шиғырҙары тупланған ҡалын ҡулъяҙмаһын ҡарап сығырға, күп нәмәләрҙе яңынан хәтерләргә, бик күп һағышлы мәлдәр кисерергә тура килде. Эйе, талантлы ғалим һәм яҙыусы ғына түгел, ысын шағир ҙа булған Әнүр Вахитов. Шиғырҙары урыҡ-һурыҡ ҡына тыумаған, үҙенсә күңел көндәлеге булған. Бәләкәстән етем үҫкән Әнүргә тормошта артабан да бик күпте юғалтырға тура килде, яҙмышы хатта йыш ҡына фажиғәле булды тиергә мөмкин. Шулай ҙа ул илленсе йылдарҙа ихлас ышаныс менән: “Яҡшы беләм килер көндәремдең, бөгөнгөнән матур булырын”, — тип яҙғайны. Унан һуңғы ҡатмарлы осорҙарҙа ла ул ошо ышанысын юғалтманы. Килер көндәр ҙур-ҙур ҡыуаныстарын да бирҙе, ҡара ҡайғылары менән дә шаңҡыта һуҡты. Әнүр көслө рухлы ине. Ҡойолоп төшмәне, ғаиләһенә килгән бәхетһеҙлектәрҙе ирҙәрсә күтәрә белде, балаларын хәстәрлекһеҙ ҡалдырманы. Әнүр Вахитов ваҡланмай йәшәне, алдына ҙур маҡсаттар, юғары талаптар ҡуйып йәшәне. Ул юҡ ҡына уңышҡа ла ҡәнәғәт булып, бөгөн эшләгән кескәй генә асышынан да бер ай буйы башы әйләнеп йөрөмәне. Ул тағы ла ҙурыраҡҡа ынтылды, шуға ла үҙ-үҙенә риза булып, тынысланып ҡала алманы. Беҙ уның иң ауыр мәлдәрендә лә эшләй, яҙа алыуына хайран ҡала торғайныҡ. Күрәһең, әҙәбиәтебеҙҙең киләсәк яҙмышын, халыҡ рухын уйлап, хеҙмәткә бирелеп йәшәү уның иң төп таяныстарынан булғандыр, йөрәгенең һыҙланыуҙарын эш менән баҫырға тырышҡандыр. Әнүрҙең йөрәге ижадының иң илһамлы мәлендә тибеүҙән туҡтаны. Уға ни бары илле ике йәш ине. Етмешенсе йылдар аҙағында — һикһәненсе йылдар башында әҙәбиәтебеҙ, әҙәбиәт ғилемебеҙ үҙенең күпме талантлы көстәрен юғалтты. Ең һыҙғанып эшләр, ижад итер саҡтарында арабыҙҙан киткән Рәми Ғарипов, Ким Әхмәтйәнов, Рәйес Низамов, Әнүр Вахитов, Вафа Әхмәҙиев, Фәрит Иҫәнғолов, Миәссәр Басыров, Шакир Бикҡолов, уларҙан алдараҡ — Марат Минһажетдинов... Бөгөн халҡыбыҙҙың тарихын яңынан байҡағанда, милләттең яҙмышы хаҡындағы әсе хәҡиҡәттәрҙе нығыраҡ аңлай барғанда ошондай үткер фекерле ир-егеттәр етмәй беҙгә — уларҙың ҡыйыу һүҙҙәре рухи тормошобоҙға ни тиклем көслө тәьҫир итер ине! Ләкин улар йәшәргә насип булған ғүмерҙәрендә лә күпте әйтеп өлгөрҙө. Мәҫәлән, Мөхәмәтша Буранғолов ижадына нахаҡҡа тирле ғәйептәр өйөлгән саҡта ла Әнүр Вахитов уның драматургияһына объектив баһа бирҙе, шулай уҡ утыҙынсы йылдарҙағы тарихи повесть һәм романдар тураһында тәүге һүҙҙе ул әйтте, Жәлил Кейекбаевтың нисә йыл бикле ятҡан “Туғандар һәм таныштар” романын укыусыларға еткерҙе. “Таланттың асылы — халыҡҡа халыҡсан хеҙмәт итеүҙә”, — тип яҙғайны Әнүр Вахитов. Ул үҙе лә халҡына шулай хеҙмәт итеп йәшәне. 1978 йылдың февралендә яҡын дуҫы, фекерҙәше, ҡорҙашы Рәми Ғариповтың вафатына бер йыл тулыр алдынан яҙылған шиғырын Әнүр былай тип тамамлап ҡуйған: Һин юғалғас, ҡапыл олоғайҙыҡ, Ғәмһеҙлектәр, инде хушығыҙ, Һәр саҡ иҫтә: намыҫ күҙе булып, Беҙгә ҡарап тора дуҫыбыҙ. Әнүр Вахитов үҙе лә намыҫ күҙе булып беҙгә ҡарай, эшләнергә тейешле эштәр, маҡсаттар һәм бурыстар тураһында, туған һүҙебеҙгә тоғролоҡ хаҡында беҙҙе иҫкәртә. (Рауил Бикбаев)