Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Әнғәм Атнабаев (1928-1999)

Әнғәм Касим улы Атнабаев 1928 йылдың 23 февралендә Башҡортостандың Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәптә уҡый, бер-нисә йыл уҡытыусы була. 1951 йылда Өфөгә килеп, “Ҡыҙыл таң” гәзитенә эшкә инә, башта ул әҙәби сотрудник, аҙаҡ бүлек мөдире булып эшләй. Оҙаҡ йылдар буйы “Һәнәк” журналында мөхәррир урынбаҫары вазифаһын алып бара.

Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙары һәм мәҡәләләре илленсе йылдар башынан республика матбуғатында күренә башлай. 1958 йылда “Йөрәк менән һөйләшеү” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы сыға. Унан һуң “Йәшлек менән осрашыу”, “Мин һиңә өндәшәм”, “Шиғырҙар һәм поэмалар” исемле поэтик китаптары майҙанға килә. Ул үҙ быуынының яҙмышы, йәшлек һәм мөхәббәт тураһында яҙҙы, хәҙерге замандың сетерекле һорауҙарына ҡыйыу яуаптар эҙләне. Уның шиғырҙарына йылы лирика, яғымлы юмор хас.

Поэмалары араһында “Замандашым” тигәне хәҙерге заман темаһына, замандаш образына арналыуы менән айырылып тора. Шағирҙың замандашы — бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән, йәшлек осоронда байтаҡ ҡыйынлыҡтар кисергән, ғөмүмән, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып үҫкән яңы быуын.

Әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштары өсөн 1997 йылда Ә. Атнабаевҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде. Ул республика комсомолының Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

“Ул ҡайтты”, “Йәйҙең һуңғы көнө”, “Әсә хөкөмө”, “Законлы никах менән”, “Шоңкар”, “Игеҙәктәр”, “Мөхәббәт тураһында йыр”, “Балаҡайҙарым”, “Ут”, “Хушығыҙ, хыялдарым”, “Юлдар өҙөлгән ваҡыт” — Әнғәм Атнабаев ижад иткән күренекле драма әҫәрҙәре. Ул шулай уҡ “Я — Башкирия” һәм “На земле Салавата” тигән тулы метражлы документаль фильмдарҙың сценарийҙарын да яҙҙы.

1960 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

МАТУРЛЫҠ ШИҒРИӘТЕ Һәр әҙиптең үҙ ижад маҡсатын белдереүсе бер фекере, мәсләге, йәғни кредоһы була. Әнғәм Атнабаев ижад мәсләге менән ошо шиғыр юлдарында әйтеп бирелгән һымаҡ: Мин был ерҙе матурларға тыуҙым, Таҙартырға тыуҙым Йыйын хәшәрәттән, шаҡшынан. Һәм төҙөргә уны мәңгелеккә Тик гүзәлдән, ныҡтан, яҡшынан. Әнғәм Атнабаевтың ниндәй генә жанрға ҡараған ҡайһы ғына әҫәрен алып ҡарама, уларҙың бөтәһенән дә әлеге оло маҡсатын тормошҡа ашырырға ынтылғанлығын, үҙебеҙ йәшәгән ерҙе матур итеп, һәр төрлө боҙоҡлоҡтарҙан, бысраҡлыҡтарҙан азат итеп күрергә теләгәнлеген, шуның өсөн көрәшеп ижад иткәнлеген тояһың. Шул ынтылыштары уның мөхәббәте һәм нәфрәтенең көсөн дә, образдарының үҙенсәлеген дә, хатта үҙ фекерҙәрен асығыраҡ, үтемлерәк әйтеп биреү өсөн ниндәй әҙәби жанрҙы һайлауын да билдәләне. Матурлыҡҡа, гүзәллеккә, ғәҙеллеккә ынтылыш, кешеләргә мөхәббәт, кешелекһеҙлекте күралмау, бәлки, Ә. Атнабаевтың шәхес булараҡ, гражданин булараҡ формалашыу мәленең тарихтағы киҫкен, иң фажиғәле йылдарға тура килеүенә лә бәйлелер. Яҙмышыма һис тә үпкәләмәйем, Барыһын да ауыҙ иттерҙе: Шатлығын да теләгәнсә бирҙе, Күҙ йәшен дә байтаҡ түктерҙе. Аслыҡтың да ни икәнен белдем, Һуғыштарын күреп үткәрҙем; Йылдары бит шулай тура килде, Ауырҙары төштө йөктәрҙең. Шағирҙың бала сағы (ул 1928 йылда Тәтешле районы Күрҙем ауылында донъяға килә) ҡатлаулы, боролошло, ығы-зығылы заманға тура килде. Бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы йылдары уның күңеленә ғүмерлеккә һеңеп ҡала. Ил фажиғәһе булып та, шәхси фажиғә булып та. Уның атаһы фронтта фашистарға ҡаршы көрәштә һәләк була. Ғаиләлә ете баланың иң өлкәне булған Әнғәм ун өс йәшенән йәтимлек ғазабын ғына түгел, туғандары өсөн, колхоздағы хәлдәр өсөн, ғөмүмән, тормош өсөн оло яуаплылыҡ тойғоһон да татып үҫә. Шул китеүҙән атай ҡайта алманы, Васыятын кәрәк үтәргә, Һәм шул көндән башлап, Йөк күтәрәм, Ике кеше өсөн күтәрәм. Ул йөк һуғыш ваҡытында йыраҡ станциянан ташылған сәсеү орлоғо булып та елкәгә ҡуна, ҡалған ир-ат яуаплылығы булып та бик иртә иңгә төшә. "Атайҙарҙың үткән заманының батшаһы ла инек, ҡоло ла", — тип юҡҡа ғына яҙмаған шағир. Бына шул ваҡыттан уҡ күңеленә һеңеп ҡалған тойғо-хистәр өйөрмәһе Атнабаевты кешеләргә михнәт килтереүсе һәр төрлө яуыз көстәргә ҡаршы күтәрә лә инде. Дөрөҫ, ҡулына шағирлыҡ ҡәләме алған Ә. Атнабаев баштараҡ яуызлыҡ менән ғәҙеллектең бысаҡҡа-бысаҡ килеп көрәшеүен сит-ят яҡтарҙан эҙләй. Ҡырҡынсы йылдарҙың аҙаҡтарында, илленсе йылдарҙың башында ул Франция патриоттары, Греция көрәшселәре, Кореяла интервенттарға ҡаршы һуғышыусы геройҙар тураһында шиғырҙар, хатта ҙур-ҙур поэмалар ҙа яҙҙы. Уларҙың ҡайһы берҙәре матбуғатта баҫылып та сыҡты. Әммә шуныһы ҡыуаныслы, уның шағирлыҡ хыялы сит-ят яҡтарҙа оҙаҡ осмай, үҙенең тыуған тупрағына әйләнеп ҡайта. Уға үҙ яғының Сейәле тауы һәм йүкә урманы ла, ҡышҡы көндөң һалҡын бураны һәм йәйге селләһе лә яҡын, бил бөкрәйтеп тирен түккән, бабаһы күмелгән, дошмандарға ҡаршы көрәшеп һәләк булған атаһының эҙе ҡалған Әри буйҙары ла, нигеҙен ныҡ итеп һалып, түбәһен һалам менән генә ябырға өлгөргән йорто ла яҡын һәм ғәзиз. Шағир был ерҙең үҙенә генә хас гүзәллеген дә күрә, шунда осрап торған ҡаршылыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы ла йөрәгенә бик яҡын ҡабул итә. Донъяны матурлауҙы, уны төрлө бысраҡтарҙан таҙартыуҙы тап бына ошо тыуған тупрағынан башлай. Ә. Атнабаев әҫәрҙәренең геройҙары ошо тупраҡҡа ныҡ баҫып торалар. Тыуған ергә мөхәббәт, кешенең үҙ тупрағына тамырланып үҫеүе һәм үҙен шунда арҡа терәкле, ғорур, ныҡ тойоуы уның "Бар донъяны йөрөп сығыр инем", "Тыуған ерем", "Саҡырыу", "Һикәлтәле юлдар" һәм башҡа бик күп шиғырҙарында сағылыш тапты. Әгәр шағир: Кеше тиеп мине йөрөтмәгеҙ, Ошо ерҙе әгәр онотһам, — тип яҙа икән, ул был ергә үҙенең тоғролоғон да, уны кеше итеп тәрбиәләп үҫтереүе өсөн рәхмәтен дә, уның алдында яуаплылығын да белдерә. Был ерҙең һәр бер үләне, юл ситендә үҫкән ҡайыны, йылға-шишмәләре яҡын ине уға. Шулар яҙмышы өсөн борсолоп ижад итте ул. Тыуған еренә бөтә булмышы менән береккәнлеге арҡаһында ул, нигеҙҙә татар телендә ижад итеүенә һәм әсә теленә тоғролоғон ғүмере буйына һаҡлауына ҡарамаҫтан, башҡа күптәр кеүек, татар әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең мәркәзе булған Ҡазанға китмәне, Башҡортостанда ғүмер кисерҙе: Ник Ҡаҙанға китәйем, ти? Ошонда атым-затым — Минең һөйләште аңлаусы Миллиондан артыҡ халҡым, — тип яуап бирҙе ул "был һөйләшеүең менән һиңә Ҡазанға китергә кәрәк!" тип әйтеүселәргә. Тыуған яҡты йырлау, әлбиттә, уны яҡын күргән шағирҙың тойғоларын мул һәм ҡайнар итте. Уның бик күп шиғырҙары, былай ҡарағанда, үҙе тураһында, үҙ бала сағы, үҙ йәшлеге, үҙ яҙмышы тураһында кеүек. Әммә, әҫәрҙәрендәге ошо лирик "мин" образы аша ул бөтә бер быуын ҡарашын, мөнәсәбәттәрен, уй-фекерҙәрен сағылдыра; һуғыш тулҡындары үҙҙәренә килеп туҡталған, ҡулдары был тормоштоң сейәләнеп бөткән төйөндәрен сискән, йәмғиәтте оҙаҡ йылдар буйына төпкә егелеп тартып барған оло бер быуындың рухи портретын тыуҙырҙы. Ә бит был быуын ысындан да тормоштоң бөтә өлкәһендә, шул иҫәптән әҙәбиәттә лә, ат уйнатҡан быуын булды. Улар, Ә. Атнабаев үҙе әйткәнсә, бик иртә ир булдылар, һуғыштан ҡайта алмай ҡалған өлкәндәрҙе лә алмаштырҙылар, үҙҙәренән һуңыраҡ килеүсе йәштәр башҡараһы эштең дә күбеһен башҡарҙылар, (һәм, йәйә эсендә әйткәндә, был донъянан да шаҡтай иртә, өлкән ағаларын да ҡалдырып китеп барҙылар: Фәрит Иҫәнғолов инде күптән китте, Вәзих Исхаҡов ваҡытһыҙ китте, Әнғәм Атнабаев та көтмәгәндә китеп барҙы, Агиш Ғирфанов гүр эйәһе булды.) Ә. Атнабаев, ана шулай, үҙ быуынының талантлы бер вәкиле, үҙ заманының илһамлы йырсыһы булды. Әҙиптең күп кенә әҫәрендә замандашына өндәшеп яҙыуында йә замандаштарының-йәштәштәренең образын тыуҙырыуҙа, уларҙың берсә борсолоулы, ҡайғы-хәсрәтле, берсә оптимистик, шаян-йор хис-тойғоларын сағылдырыуында ғына ла түгел, ә замандың уңыштарын, ҡаршылыҡтарын, ҡыуаныстарын, фажиғәләрен үҙенсәлекле шиғри саралар ярҙамында күрһәтеп биреүендә лә күренеп тора. Уның лирик геройы — бөтөн холоҡ-фиғеле, уй-хыялдары, фекер-ҡараштары, ғөмүмән, бар булмышы менән замандыҡы. Заман был геройҙың, шуның менән бергә шағирҙың үҙенең дә йөрәге аша уҙҙы. Ә. Атнабаевтың ҡайһы бер китаптарының исемдәренә иғтибар иткәндә лә шуны күрергә мөмкин: "Йөрәк менән һөйләшеү", "Йөрәгем юлдары", "Йәшлек менән осрашыу", "Мин һиңә өндәшәм"... Ә. Атнабаевтың шиғыр һәм поэмаларында йәшлек романтикаһы көслө булды. Йылдар уҙған һайын шағир тормош тураһында төптәнерәк уйланды, уның әҫәрҙәрендә фәлсәфи фекер тәрәнәйгәндән-тәрәнәйә барҙы. "Елкәләрҙә заман йөгө, тау артынан тау әле, тауҙар аша юлдар ярып бараһылар бар әле" икәнлеген ул әленән-әле иҫкә төшөрөп торҙо. Бына шул йөктө елкәһенә һалып барыусы кешеләргә иғтибары артҡандан-арта барҙы. Әйтергә кәрәк, рәсми даирәләрҙә бөтә нәмәне еңелгә иҫәпләп, тормошто көн дә байрам, көн дә туй төҫлө тойоп йәшәгән етмешенсе йылдарҙа ла ул: Заманалар еңел түгел, Заманалар бик ауыр... Юлдар йыраҡ, тауҙар бейек, Елкәләрҙә йөк ауыр, — тип сыҡты, уҡыусыны анһатҡа ғына иҫәп тотмаҫҡа, еңел-елпе йәшәмәҫкә өндәне, "моңло ғүмерҙәр етешмәй, моңһоҙҙар күберәк әле", тип иҫкәртте. Кеше тураһында хәстәрлек, уның хаҡын һаҡлау Ә. Атнабаев әҫәрҙәренең төп мотивы ине. Әле 1960 йылда уҡ ул "Кешегә нимә етмәй?" тигән шиғырында кешегә иң кәрәкле нәмәнең "бер йылы һүҙ, күңел иретерлек наҙ" икәнен бик асыҡ итеп әйткән ине. Уның күп кенә шиғырҙарында: "Төш" тигән шаярыуында ла, "Китәһеңме?" тигән элегияһында ла, "Бер көн килеп, тау менгәндә..." әҫәрендә лә кешеләргә тап үҙ ваҡытында иғтибар һәм ихтирам кәрәклеге ҡат-ҡат иҫкә төшөрөлә. Береһендә — кинәйә менән, икенсеһендә — туранан-тура, өсөнсөһөндә — уйланыу рәүешендә. Ә. Атнабаевтың гражданлыҡ позицияһы, кешеләр рухының бөйөклөгөн йырлауы тураһында һөйләгәндә, уның шиғыр һәм поэмаларында быуындар бәйләнеше хаҡында күп яҙылыуын иҫкә алмау мөмкин түгел. "Ҡара икмәк" шиғырын алайыҡмы, "Һуңғы хат", "Йәш ҡайын", "һикәлтәле юлдар", "Әсәй, һинең ҡулдарың" шиғырҙарына мөрәжәғәт итәйекме, уларҙың бөтәһендә лә шағир үҙ быуынын утыҙынсы йылдарҙа, ниндәй ҙур ҡаршылыҡтар-фажиғәләргә ҡарамаҫтан, яңы тормош төҙөү өсөн көрәшеүселәр эшен, аяуһыҙ һуғышта күкрәген дошман ҡаршыһында ҡалҡан итеүселәр һәм тылдағы бөтөн ауырлыҡты үҙ иңдәрендә күтәргән әсәләр эшен дауам итеүселәр, уларҙың аманатына тоғролоҡло булырға ынтылыусылар итеп һүрәтләй. Шағирҙың: Ҡайһы бер аҡылһыҙҙар еңел баштан Пыр туҙҙырып нигеҙ ватмаҡсы, Атайҙарҙан ҡалған бар мөлкәтте Ҡырып-һепереп утҡа яҡмаҡсы, — тигән һүҙҙәрен бөгөн дә, үткән юлыбыҙҙағы бөтөн хаталарҙы-боҙоуҙарҙы тәфтиш ҡылғанда ла иҫтән сығарырға ярамай. Сығарабыҙ шул иҫтән! Шағирҙың гуманизмы, кешеләргә булған ҡайнар тойғоһо уның мөхәббәт поэзияһында айырыуса бер самимилыҡ менән сағыла. Уның бөтә шиғри ижады, күпселек әҫәрҙәрен туплаған бер йыйынтығының исемен файҙаланып әйткәндә, "Мөхәббәт юлы" ул. Автор был исемде бик белеп ҡуйған. Мөхәббәт лирикаһын уның гражданлыҡ позицияһынан айырып ҡарап булмай. Кешенең кешелеклелеге уның эшендә, тормошҡа ҡарашында, ижтимағи даирәлә үҙ-үҙен тотошонда ни тиклем тулы асылһа, мөхәббәттә, тойғолар сафлығында ла шул тиклем дәрәжәлә үк асыла. (Тәрәнерәк тә булмаһа әле. ) Ә. Атнабаевтың бик күп шиғырының лирик геройы мөхәббәттә тоғролоҡло, ҡайнар хисле. Ҡайнар тойғо, тәрән лирика уның "Йәшлек менән осрашыу", "Ҡаҙ өмәһе" һәм башҡа поэмаларына ла хас. Кешеләрҙең, бигерәк тә йәштәрҙең, саф мөхәббәтен әйтеп биреү өсөн ул иң яғымлы һүҙҙәрҙе, аҫыл буяуҙарҙы таба. Шуның менән бергә, уның мөхәббәт шиғырҙарының байтағында лирик герой — йәш егет йәки ир — елбәҙәк холҡо, "мөхәббәттә тилелеге" менән дә ҡаршыбыҙға килеп баҫа. Ундайҙарҙы шаянлыҡ менән кәүҙәләндергәндә, уҡыусыларҙың хөкөмө алдында ҡалдырыу менән бергә, "мөхәббәтһеҙ аҡыллы"ларға ҡаршы ла ҡуя. Ә. Атнабаевтың шиғырҙарында тойғолар ҡайнарлығы, хистәр бөтөнлөгө, лириканың тәрәнлеге күп кенә композиторҙарҙы уларға яғымлы көйҙәр яҙырға рухландырҙы. Хәҙер үҙебеҙҙең йыр-моңобоҙҙо "Еҙ ҡыңғырау моңдары"нан башҡа күҙ алдына килтереүе лә, ҡыйын. Уның шиғырҙары тәрән лиризм менән бергә нескә юмор менән дә һуғарылған. Был юморҙа уның халыҡсанлығы бигерәк тә асыҡ сағыла. Халыҡ бит ауырлыҡты ла, теге йәки был етешһеҙлекте лә еңелсә көлкө аҫтына алыусан, сөнки көлөү ауырлыҡты еңеләйтә, ғәйеп эште кинәйәләп асып сыға. Үткән йәшлегенең ауыр сәхифәләрен хикәйә итеүҙә булһын, беҙҙең көндәрҙең төрлө етешһеҙлектәрен асыуҙа булһын, шағир ана шул халыҡсан юморҙы мул ҡуллана. Бына уның "Араҡыға дан йыры", "Төш", "Машиналар", "Таныш булмаған эткә", "Сабата", "Хөббөниса әтәсе" кеүек шиғырҙарын ғына алып ҡарайыҡ. Күпме йорлоҡ, күпме шаянлыҡ бар уларҙа, әммә шул уҡ ваҡытта байтағында күҙ йәше аша көлөү ҙә тойолоп тора. Ә ғүмеренең һуңғы йылдарында иһә ул тормоштағы төрлө ғәрип күренештәрҙе сыбыртҡылауҙа юмор менән генә сикләнеп ҡалмай, әсе сарказмға, үткер сатираға ла мөрәжәғәт итә. Кинәйә, киңәйтелгән метафора, йәнһеҙ әйберҙәрҙе йәнләндереү аша кешеләр һәм улар тормошондағы мөһим яҡтар тураһында һөйләү — Ә. Атнабаев шиғырҙарында һәм поэмаларында йыш ҡулланылған һынландырыу сараларынан. Ә. Атнабаевтың ҡыҫҡа ғына шиғырҙары ла йыш ҡына драматик коллизиялар менән тулы була. Шиғырҙы йәнә шулай драматик итеп ҡоя алыу маһирлығы уны, моғайын, сәхнә әҫәрҙәре яҙыуға килтергәндер ҙә. Алтмышынсы йылдар башында Башҡорт академия театрында уның "Ул ҡайтты" драмаһы ҡуйылды. Кеше рухының ныҡлығы, Тыуған иленә бирелгәнлеге, Ватандың ғәзизлеге хаҡында йәш аралаш һөйләүсе был әҫәр артынан уның шундай уҡ тәрән фекерҙәр һәм фәлсәфи дөйөмләү менән тулы "Әсә хөкөмө" драмаһы донъя күрҙе. Әҙиптең "Шоңҡар", "Мөхәббәт тураһында йыр" драмалары ла, "Балаҡайҙарым", "Законлы никах менән", "Игеҙәктәр" исемле комедиялары ла, "Ут", "Хушығыҙ, хыялдарым" әҫәрҙәре лә образлылыҡ үҙенсәлектәре менән шиғырҙарына һәм поэмаларына яҡын торҙолар. Ә инде Бөйөк Ватан һуғышының ауыр һәм героик йылдарын сағылдырған "Юлдар өҙөлгән ваҡыт" драмаһында әҙиптең йәшлек осорона бағышланған шиғырҙарының фекер һәм мотивтары ғәйәт тәьҫирле итеп, психологик киренкелектең юғары нөктәһенә еткереп үҫтерелә. Ғөмүмән, драматургияла ла Ә. Атнабаев ҡайнар лирик шағир булып, донъяны, кешеләрҙе тағын да күркәмерәк итеп күрергә ынтылып, шуның өсөн көрәшкән әҙип-гражданин булып ҡалды. Бөгөнгө ҡырыҫ заманда кешеләр, ғөмүмән, шиғырға бик мөкиббән китеп бармайҙар, һөйләшкәндә шағирҙарҙың әҫәрҙәренән үткер тәғбирҙәрен ҡыҫтырыу юҡ. Был йәһәттән бары тик Әнғәм Атнабаев ҡына айырылып торалыр. Ҡасандыр бер быуын Таҡташ менән "енләнгән" булһа, уның шиғырҙарын һөйләп йөрөһә, бөгөн һәр яйы сыҡҡан һайын кешеләр Атнабаев шиғырҙарындағы юлдарҙы ҡабатлайҙар. (Суфиян Сафуанов ) 2003 й.