Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Әмир Әминев (1953)

Әмир Әминев 1953 йылда Ғафури районының Һабай ауылында тыуған. Ауылында башланғыс, унан Юлыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас 1-се һанлы интернат-мәктәптә (хәҙер Р. Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназияһы) белем ала. Әрме хеҙмәтенән һуң Халыҡтар дуҫлығы орденлы М. Горький исемендәге Мәскәү Әҙәбиәт институтында (1975 — 80) уҡый. Институттан һуң Өфөгә ҡайта һәм ун һигеҙ йыл “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләй. 1998 — 2002 й ул — “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире. Бөгөн Ә. Әминев — “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире.

Әҙиптең “Турат” исемле тәүге хикәйәһе 1975 йылда “Ағиҙел” журналында донъя күрә, ә “Ҡайын япрағы” тип аталған беренсе йыйынтығы 1981 йылда нәшер ителә. 1989 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәте уның икенсе китабын (“Йәшлек моңдары”) баҫты. “Сөңгөл” — яҙыусының өсөнсө йыйынтығы. 2003 й. яҙыусының “Ҡапҡа” исемле повестар һәм хикәйәләр йыйынтығы сыҡты.

Әҫәрҙәренә материалдарҙы әҙип, нигеҙҙә, ауыл тормошонан ала. Йәштәрҙең эскерһеҙ мөхәббәте, шәхестең кешеләр, йәмғиәт алдында яуаплылығы, намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡ, үткәндәргә, тирә-яҡ мөхиткә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш — Ә. Әминев ижадының төп темалары. Ижадына шулай уҡ сюжет, композиция, форма өлкәһендә эҙләнеүҙәр ҙә хас.

Яҙыусы тәржемә өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Әйтәйек, Мәскәүҙә йәшәгән һәм урыҫса ижад иткән Талха Ғиниәтуллиндың прозаһын башҡорт уҡыусыһына башлап еткереүсе ул булды. Шулай уҡ әҙәби процеста әүҙем ҡатнаша — ҡәләмдәштәренең яңы әҫәрҙәренә, яңы китаптарына рецензиялар яҙа, матбуғатта бөгөнгө проза, уның күренекле әһелдәре хаҡында мәҡәләләр менән сығыш яһай.

Ә. Әминев — Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, уға Республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелгән.