Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Али Карнай (1904 - 1943)

Али Карнай (Имамғәли Мөхәммәтдин улы Зөлҡәрнәев) 1904 йылдың 19 ғинуарында Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе Киҙгәнбаш волосы (Башҡортостандың хәҙерге Мишкә районы) Ҙур Шады ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

Али Карнай башта тыуған ауылы мәктәбендә уҡый, унан 1919 йылда Бөрө ҡалаһына барып, педагогия курсына урынлаша. 1924 йылда Бөрө педагогия техникумының икенсе курсын бөтөргәс, уны Мәскәүгә вузға әҙерлек курстарына ебәрәләр. Ул ошо йылдың көҙөнән 1927 йылға тиклем Мәскәүҙә һәм Ленинградта Центросоюздың юғары кооператив курстарында уҡый. Курсты тамамлағас, Башсоюз системаһында инструктор булып эшләй. Әҙәби ижад эше менән ҡыҙыҡһынған Али Карнай 1928 йылда “Йәш юҡһыл” газетаһына эшкә күсә һәм ошо ваҡыттарҙан алып уның ысын мәғәнәһендә журналистик һәм әҙәби эшмәкәрлеге башлана.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Али Карнай Башҡорт атлы дивизияһы гәзитенең яуаплы редакторы була. Ул 1943 йылда фронтта фажиғәле рәүештә һәләк була.

1925 — 1926 йылдарҙа уның хикәйә һәм нәҫерҙәре гәзит биттәрендә йышыраҡ күренгеләй башлай.

Утыҙынсы йылдар уртаһында Али Карнай балалар өсөн байтаҡ ҡына хикәйәләр яҙҙы. “Турғай”, “Урманда”, “Өйрәк һәм тәлмәрйен” тигән аллегорик хикәйәләре ялҡынлы һәм мауыҡтырғыс булыуҙары менән әһәмиәтле әҙәби күренеш булдылар.

Карнайҙың иң һуңғы һәм иң күренекле әҫәрҙәренең береһе “Беҙ ҡайтырбыҙ” повесы. Автор киң күләмдә уйлаған был әҫәренең, беренсе китабын ғына яҙырға өлгөрҙө. Беренсе китапта Башҡортостанда Октябрь революцияһының тәүге йылдары осоро яҡтыртыла.

Али Карнайҙың әҙәби эшмәкәрлеге проза жанры менән генә сикләнмәй. Ул бер үк ваҡытта ялҡынлы публицист, очеркист һәм оҫта тәржемәсе лә ине. Уның “Йәмле Ағиҙел буйҙары” тигән пьесаһы ла бар. Әҙәби тәнҡит һәм теоретик мәҡәләләре лә байтаҡ.

Али Карнай башҡорт теленә Гоголь, Салтыков-Шедрин, Ромэн Роллан, М. Горький, А. Толстойҙың, И. Эренбургтың ҡайһы бер әҫәрҙәрен тәржемә итте.

1934 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы булды.