Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Әхиәр Хәкимов (1929-2003)

Әхиәр Хәкимов Башҡортостандың Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. Тыуған ауылы мәктәбендә уҡый.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. II дәрәжә “Ватан һуғышы”, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана. 1946 йыл, демобилизациянан һуң, Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны бөтөрөп сыҡҡас, Үзбәкстанда уҡытыусы булып эшләй. 1953 — 1956 йылдарҙа — Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса урта мәктәбе директоры. 1956 — 1961 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Уны тамамлағас, М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты янындағы аспирантураға уҡырға инә. Аспирантураны уңышлы тамамлап, фән кандидаты дәрәжәһен ала.

Алтмышынсы йылдарҙың икенсе яртыһында Әхиәр Хәкимов “Ағиҙел” журналының редактор урынбаҫары булып эшләй. Оҙаҡ йылдар Мәскәүҙә “Литературная газета”ла бүлек мөдире вазифаһын алып бара, ошо гәзиттең редколлегия ағзаһы булып тора.

Әхиәр Хәкимов үҙенең ижади эшмәкәрлеген тәржемәсе һәм әҙәби тәнҡитсе булып башланы. Ул Тургенев, Гончаров әҫәрҙәрен башҡортсаға уңышлы тәржемә итте. Башҡорт совет әҙәбиәте, М. Кәрим ижады буйынса китаптар яҙҙы.

Етмешенсе йылдар башынан проза жанрында актив сығыш яһай башланы. Үткер сюжетҡа ҡоролған повестары, хикәйәләре менән уҡыусыларҙың ихтирамын яулап өлгөрҙө. Уның “Осар ҡоштар”, “Күпер”, “Бәйге” кеүек повестары Бөйөк Ватан һуғышы темаһына бағышланғандар.

Әхиәр Хәкимов роман жанрында ла ҙур уңыштарға өлгәште. Уның “Ҡуштирәк” тигән бәләкәй романы, бигерәк тә “Һауыр ҡумта”, “Думбыра сыңы” “Өйөрмә”, “Ҡош юлы”, “Каруан” исемле тарихи романдары әҙәби тәнҡит һәм китап уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Күпселек проза әҫәрҙәре рус, ҡаҙаҡ, үзбәк телдәренә тәржемә ителгән.

Ул — республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһы, Республика комсомолының Ғ. Сәләм премияһы лауреаты, әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн “Почет Билдәһе” ордены менән наградланды.

2001 йылда Әхиәр Хәкимовҡа Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелде.

1968 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

АЛЫҪ ҮТКӘНДӘРҘЕҢ БӨГӨНГӨҺӨ “Тарих төпкөлө һәм бөгөнгө көн... алты быуат ара айырып тора ике әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларзы. Ошо ике дәүерҙе сағыштырып ҡарау ни саҡлым фәһем бирә. “Һауыр ҡумта”ла — дошманға буй бирмәй серәшеүсе бер ырыуҙың аяныслы яҙмышы, “Ҡуштирәк”тә — хеҙмәт ҡосағында ҡайнаусы, йәбер-золомдоң ни икәнен белмәүсе хәҙерге ауыл тормошо. Тегендә — ҡан-ҡыйралыш, ҡорал сыңы, әсирҙәр зары, бында — үҙ яҙмышын үҙ ҡулына алған еңеүселәр йыры. “Ҡуштирәктең уйынлы-ысынлы, шаян стилдә яҙылыуы уҡ халыҡтың алсаҡ күңеленә, оптимистик аңына ишара яһай”. Бына ошолай тиелә Әхиәр Хәкимовтың “Һауыр ҡумта”, “Ҡуштирәк” романдары индерелгән китабына бирелгән автор һүҙендә. Тарих төпкөлө һәм бөгөнгө көн. Ике төрлө дәүер, бер үк халыҡтың ике төрлө яҙмышы. Көмөштамсы һәм Таңһылыу. Сырым батыр һәм Арыҫлан Ҡотлобаев. Ҡыуандыҡ һәм Матрос Ғата. Һабрау сәсән һәм шағир Ҡалҡанлы... Ике әҫәр геройҙарын ошолай сағыштырып ҡарау ни ҡәҙәр шартлы булмаһын, шуныһы шикһеҙ: уларҙа һүрәтләнгән ваҡиғалар араһында ниндәйҙер бер эске бәйләнеш йәшәй. Автор ҙа, үҙе әйткәнсә, романдарын бер китапҡа туплап ошо хәлде күҙ уңында тотҡан да. “Ҡуштирәк”те уҡып сыҡҡас, күңел ирекһеҙҙән тағы “Һауыр ҡумта” биттәрен аҡтара башлай!. Шул саҡ уйҙар Ҡуштирәк ауылында булып торған уйынлы-ысынлы күренештәрҙе ситләтеп үтеп, уның бөгөнгөһөн Күк Ҡорт ырыуы яҙмышына алып барып бәйләй. Әйтелгәненсә, романдарҙа һүрәтләнгән тормош күренештәре араһында быуаттарға тартылған ваҡыт аралығы ята. Быға ҡәҙәр әҙәбиәтебеҙҙә тарих төпкөлдәренең бындай тәрәнлегенә күҙ һалынғаны юҡ ине әле. “Һауыр ҡумта” романы — ошо йәһәттән прозабыҙҙағы яны күренеш һәм ул Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылғанға тиклем күп йылдар элек башҡорт ырыуҙарының Мәскәүгә мөнәсәбәтен, уларҙың рус халҡы араһында бынан бер нисә быуат элек һалынған дуҫлыҡ утынан үҙенә йылы алып тора. “Һауыр ҡумта” романында һүрәтләнгәнсә, Күк ҡорт ырыуы Алтын Урза менән тиңһеҙ көрәштә тамам тарҡалыу хәленә еткерелһә лә, рухи яҡтан еңеүсе булып ҡала. Ул ҡайтанан Урҙаға баш эймәгән һымаҡ, уның Мәскәүгә ҡаршы таратҡан ҡотҡоһона ла бирелмәй. Хатта Сырым батыр Урҙа шымсыһы Сәйфелмөлөктөң Мәскәүгә бергәләп яу сабырға өгөтләүенә: “Юҡ, мулла, урыҫтарға ҡоном юҡ. Яйы сыҡһа, улар менән бергә Урҙаны дөмбәҫләрмен” тип асыҡтан-асыҡ белдерә. Баш сардар Еҙеүкәйҙе лә ошо хәл борсой. Ул башҡорт ырыуҙарының Мәскәү менән яҡынлашыуына Урҙаға етди хәүефлек тыуыуын күрә. Шуға ла Еҙеүкәй үҙенә килгән башҡорт бейҙәрен рустар менән алыш-биреш итеүҙә ғәйепләүҙән тыйылып ҡала алмай. Күк Ҡорт батыры Юлыштың быға иһә яуабы әҙер: башҡорт ырыуҙары Мәскәү юлын Бату хан аттары был яҡтарға тояҡ баҫҡанға тиклем үк белгән. Шуның өсөн уларҙың янынан рустар менән сауҙа башлауҙары һис тә ғәжәп түгел. Тик Күк Ҡорт ырыуы ғына әлегә бындай бәйләнештәрҙән мәхрүм. Тап бына Мәскәүҙең Урҙаға ҡаршылыҡ күрһәтеүенең арта барыуы, Юлыш батырҙың башҡорт ырыуҙарын бергә туплау уйы дәртләндерә лә. Ул да Еҙеүкәйҙең Мәскәүҙең көсәйеүе менән ҡурҡытып, уға ҡаршы күтәрелергә саҡырыуын кире ҡаға. Юлыш та, Сырым һымаҡ, “урыҫта үсебеҙ юҡ”, тип яуаплай. Рустарға ҡаршы көрәштә уҙаҡ булыуҙан баш тартҡаны өсөн Урҙа Күк Ҡорттан ҡаты үс ала. Юлыш батыр һымаҡ, уның юлын тотҡан ҡустыһы Сырым да, Дәүрән мырҙа баҫҡынсылары менән алышта ат өҫтөндә һәләк була. Әммә иҫән ҡалғандар улар аманатын үҙҙәре менән алып китә. Ил батырҙары васыяты тормошҡа ашҡанға ҡәҙәр Күк Ҡорт Урҙа ҡулынан мәңгегә китә. Ул ауыр яралар алһа ла, үҙенә ҡайтанан көс инәсәгенә, яңы батырҙар тыуасағына ышана. Күк Ҡорттоң ҡыйратылған килеш тә баш эймәүе Урҙаның үҙенең дә һәләкәте башланыуының бер билдәһе була. Яҙыусы бына ошолай үҙ халҡының алыҫ үткәне аша “Ҡуштирәк” романы уның бөгөнгөһөнә килеп инә. Был ике әҫәрҙә геройҙарҙың сюжет һыҙығына ҡуйылышы яғынан да уртаҡ яҡтарҙы күрмәү мөмкин түгел. “Ҡуштирәк”тә бөтә уйынлы-ысынлы ваҡиғалар һуңғы сиктә Таңһылыуҙың буласаҡ туйына барып тоташһа, “Һауыр ҡумта” романында Көмөш Тамсыны кейәүгә биреү әҫәрҙәге үҙәк ваҡиғаларҙың береһе булып әүерелә. Ошоға бәйләнешле Ҡыуандыҡ менән Матрос Ғата образдары араһындағы оҡшашлыҡ та күҙгә салынмай ҡалмай. Сырым батыр менән Арыҫлан Ҡотлобаев, Сәйфелмөлөк менән Шамилов та әҫәрҙәге хәл-ваҡиғалар үҫешенә үҙҙәренең йоғонтоһо йәһәтенән бер үк позицияға ҡуйылған образдар. Әммә иң мөһиме — яҙыусының ошо ике әҫәрендә үҙ халҡының бөгөнгөһөн һәм үткәнен бер бөтөн итеп уҡыусы күҙе алдына баҫтыра алыуыңда. “Ҡуштирәк”тә һүрәтләнгән хәҙерге ауыл күренештәре автор тарафынан юмористик тонда хикәйә ителһә лә, “Һауыр ҡумта”нан һуң беҙ уны икенсе төрлөрәк, тарих күҙлегенән ҡабул итергә мәжбүр булабыҙ. Шул саҡ Ҡуштирәк ауылының хәҙергеһе Бөйөк Октябрь аша үтеп, башҡорт ырыуҙары рус халҡы менән туғанлашҡан дәүергә барып тоташа ла, быуаттар төпкөлөнә тағы ла тәрәнгәрәк китеп, Юлыш менән Сырым батырҙар, Һабрау сәсән менән Көмөштамсылар яҙмыштарына барып бәйләнә. Әлбиттә, “Һауыр ҡумта” һәм “Ҡуштирәк” романдары — һәр йәһәттән үҙ аллы һәм һәр ҡайһыһы үҙенә генә хас художестволы үҙенсәлекле әҫәр. Уларҙың һәр икеһенән дә үҙҙәрендә һүрәтләнгән дәүер һулышы бөркөлөп тора. Улар бары бер китапта донъя күргәнлектән шулай тығыҙ берлектә ҡарала. Шул уҡ ваҡытта был әҫәрҙәр стиль башҡалығы, характерҙар бирелеше һәм араһында быуаттар ятҡан төрлө дәүерҙәргә арналыуы менән яҙыусы ижадының күп яҡлы булыуы хаҡында ла һөйләй, “Һауыр ҡумта” романын автор эпик хикәйәләүгә ҡорһа, “Ҡуштирәк”тә ул юмористик стилде һайлай. Урыны-урыны менән пародияға тартым һүрәтләү сараларына ла күсеп китә. “Ҡуштирәк” романы ла, “Һауыр ҡумта”ла башҡорт тарихи романын артабан үҫтереүҙә һәм проблематика йәһәтенән уны байытыуҙа күренеш булған һымаҡ, әҙәбиәтебеҙгә бөгөнгө ауыл кешеләренең төрлө һәм үҙенсәлекле характерҙарын тыуҙырыуҙа үҙ һүҙен әйтә алды. Әхиәр Хәкимов геройҙарын прозабыҙҙың башҡа геройҙары менән бутау мөмкин түгел. Улар уның һуғыш темаһына арналған повестарындағы кеүек героик характерҙармы, “Ҡуштирәк”тәге Бөҙрә Фәтхулла, Торна Карам, Матрос Ғата, Йылғыр Юламан, Шамиловтар һымаҡ бер аҙ сетерекле образдармы — барыһы ла Әхиәр Хәкимовтың үҙенә генә хас алымда хәл ителгән. Ҡуштирәктә булып ятҡан ваҡиғаларҙы уҡыусы йылмайыу ҡатыш эске бер әсенеү менән күҙәтә. Ауылдың бөгөнгөһө уны һөйөндөрһә, ҡайһы бер геройҙарҙың мөйөш ҡыйырға яратыуҙары йәшерелмәй. Әхиәр Хәкимов — актив позициялы яҙыусы. Быны уның һәр әҫәрендә асыҡ тояһың. Ошо йәһәттән авторҙың һуғыш хаҡындағы повестарының белорус яҙыусыһы В. Быков әҫәрҙәренә ауаздаш булыуы беҙҙең тәнҡиттә түгел, Мәскәү тәнҡитселәре тарафынан ла билдәләнде. В. Харламов, мәҫәлән, Әхиәр Хәкимов прозаһын Петр Проскурин, Сынғыҙ Айытматов һымаҡ һүҙ оҫталары совет әҙәбиәтенең үҙ-ара йоғонтоһон, байыуын күрә. Әхиәр Хәкимов әҫәрҙәрендәге халыҡсанлыҡ мотивтары уларҙың идея-эстетик йүнәлеше генә түгел, һүрәтләү саралары алымы, тел үҙенсәлеге менән дә характерлана. “Йәйғор”, “Туй”, “Бәйге”, “Аҡһаҡ бүре”, “Күпер” һымаҡ повестары менән яҙыусы үҙен өлгөргән әҙип итеп танытты, “Һауыр ҡумта” һәм “Ҡуштирәк” романдарында Әхиәр Хәкимов ижады иһә яны офоҡтарға күтәрелде. Уның һуңғы әҫәрҙәре өсөн Салауат Юлаев исемендәге премияға тәҡдим ителеүе бик урынлы. Был ике әҫәр, үткәнде бөгөнгө менән бәйләп, халыҡтарҙың туғандарса дуҫлығына нигеҙләнгән бөйөк Тыуған илебеҙ менән ғорурланырға, өлгәшелгән ҡаҙаныштарҙың ҡәҙерен белергә өйрәтә. (Зиннур Нурғалин) 1983 й.