Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР
Биография
Произведения

Абдулхаҡ Игебаев (1930)

Абдулхаҡ Хажмөхәммәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуа. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлай. 1946 — 1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. “Ҡыҙыл таң”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәре һәм “Ағиҙел” журналы редакцияларында эшләй.

1969 — 1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡаршыһындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. 1971 — 1990 йылдарҙа “Ағиҙел” журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире була.

Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙары республика матбуғатында 1948 — 1949 йылдарҙа уҡ баҫыла башлай. Шағирҙың 1954 йылда донъя күргән тәүге китабы “Йәшлек йыры” тип атала.

Абдулхаҡ Игебаевтың “Тыуған ер”, “Ирәндек бөркөтө”, “Йылмайығыҙ, йондоҙҙар”, “Урал тауышы”, “Һағына белә икән таштар ҙа”, “Беләм ерем-һыуым ҡәҙерен”, “Шиғырҙар, поэмалар”, “Гөлдәр һиберҙәй булам”, “Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар”, “Һайланма әҫәрҙәр”, “Елеп бара ғүмер йомғағы” һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтарын уҡыусылар ихлас ҡабул итте.

Ул нигеҙҙә лирик шағир. Ошо сифат авторҙың шиғырҙарына яҙылған бик күп йырҙарында ла асыҡ сағыла. Уның “Оран һала Ер-әсә” поэмаһы һәм байтаҡ ҡына шиғырҙары рус, украин, ҡырғыҙ, татар, ҡаҙаҡ, үзбәк, яҡут һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде.

Ул — балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә әүҙем эшләй.

Абдулхаҡ Игебаев — Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ул — Башҡортостан Республикаһының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Абдулхаҡ Игебаев — Баймаҡ ҡалаһының һәм районының почетлы гражданы, шағир Батыр Вәлид исемендәге премияның иң беренсе лауреаты.

Абдулхак Игебаев — Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡазанда башҡорт, рус, татар телдәрендә сыҡҡан утыҙҙан артыҡ китап авторы.

1963 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

ШИҒРИӘТТЕҢ ЯРҺЫУ ТОЛПАРЫНДА Шағир Абдулхаҡ Игебаев образын һынлы сәнғәт саралары менән тасуирлай алһам, мин уны мотлаҡ башҡорттоң хыялдағы ярһыу толпар аты өҫтөндә, тау һәм далаларҙы иңләп, елә-сабып барыусы бер уҙаман итеп күҙ алдына баҫтырыр инем. Абдулхаҡ ағай ат өҫтөндә нисек йөрөйҙөр, белмәйем, һәм уныһы бик үк мөһим дә түгел. Әммә ижадта, шиғриәттә — ысын мәғәнәһендә үҙ заманының ир-уҙаманы, ил һәм халыҡ ғәмдәре менән йәшәүсе, ғәзиз тыуған еребеҙгә, изге Урал тупрағына мәңгелек һөйөү йырын йырлаусы сәсән телле бер зат ул. Шағир, кеше һәм гражданин — ошо өс төшөнсә уның булмышын төрлө яҡлап билдәләргә мөмкинлек бирәлер, тип уйлайым. Шағирлыҡ һәм кешелеклелек сифаттарының бер-береһенә шул тиклем айырылғыһыҙ булып берегеүе — барыбер ҙә һирәк күренеш. Хәким Ғиләжев әйткәнсә, уның эсендәге — тышында, шағир менән уның шиғриәте араһында бөтөнлөк йәшәй. Ә бит бөтөнлөккә өлгәшеү, шиғриәттә лә, тормошта ла үҙ-үҙең булып ҡалыу, ай-һай, һис кенә лә еңел түгел. Бының өсөн фәҡәт алсаҡ, саф күңелле, донъяға, кешеләргә, яҡындарға, дуҫ-иштәргә ихласлыҡ, изгелекле мөнәсәбәт һаҡлаған Абдулхаҡ Игебаев булырға кәрәк. Эйе, донъяға, йәшәүгә оло һөйөү тойғоһо менән һуғарылған А. Игебаев әҫәрҙәре. Ошо тойғо уға, йәшләй етем ҡалған балаға, ауыр тормош һынауҙары аша үтеп, шиғриәттә үҙ юлын табып, тайпылмайынса алға барырға, ижадында яңынан-яңы үрҙәргә артылырға көс, ҡеүәт, дәрт һәм дарман биргәндер. Дөрөҫөрәге, һүҙ бында оло маҡсатлылыҡ, һынмаҫ ихтыяр көсө, рухи инанғанлыҡ, оптимизм тураһында барырға тейештер. Был сифаттарҙың һәммәһе лә бар Абдулхаҡ ағайҙа, һәм ул күптәребеҙ өсөн булмышының нәҡ ошо яҡтары менән ҡәҙерле лә, фәһемле лә. Бына әле уның һуңғы йылдарҙа бер-бер артлы донъя күргән күләмле китаптары менән танышып ултырам — 2004 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Һайланма әҫәрҙәр”енең 1-се томына баш һүҙ урынында бирелгән “Үҙем тураһында үҙем” тигән мәҡәләне уҡып, шағирға ҡарата хөрмәтем артты, нисәмә йылдар буйы аралашып йәшәп тә, күп нәмәләрҙе белмәй йөрөгәнемә ғәжәпләнеп тә ҡуйҙым. Бына шағир биографияһының шишмә башы — күк Ирәндек итәгенә һыйынып ултырған боронғо Күсей ауылы. 1930 йылдың 2 июлендә ошо ауылда тыуып, ҡояшлы бер төш кеүек кенә булып ҡалған бала сағын шул гүзәл тәбиғәт ҡосағында үткәргән Абдулхаҡ Игебаев. Алтынлы ер, алтын күңелле, батыр йөрәкле кешеләр төйәгелер ул Күсей. Йырсылар, ҡурайсылар, сәсәндәр төйәге. Бала сағында шуларҙы күреп, йор һүҙҙәрен зиһененә һеңдереп өлгөргән буласаҡ шағир. Күсейҙең ҡаһарман егете, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловты беҙ китаптар аша ғына беләбеҙ. Ә бына Абдулхаҡ ағайға уның бик йыш ҡурайҙа уйнағанын тыңларға, бәйгеләрҙә ал бирмәҫ арғымаҡта сапҡанын да күрергә насип булған. Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илде һаҡлап батырҙарса һәләк булған ауылдашының подвигы аҙаҡ Абдулхаҡ ағайҙы тәүге ҙур күләмле әҫәрен — “Ирәндек бөркөтө” тигән поэмаһын яҙырға илһамландырасаҡ. Күренекле педагог Абдрахман Ғәлләмов та, һуңғы йылдарҙа “Бөйрәкәй” роман-эпопеяһы менән әҙәбиәтебеҙҙә ҙур уңыш ҡаҙанған Таңсулпан Ғарипова ла шағирҙың ауылдаштары икән дә баһа. Арҙаҡлы яҡташтары, мәғрур Ирәндеге, Талҡаҫы, йәмле Төйәләҫ буйҙары һәм, ғөмүмән, данлы Баймағы менән ғорурланып, тыуған еребеҙҙән, Уралыбыҙҙан илһам алып йәшәй һәм ижад итә Абдулхаҡ Игебаев. Уның ижадындағы ялҡынлы илһөйәрлек тойғоларының да, гражданлыҡ мотив-тарының да тамырҙары нәҡ бына шул ер улы, ил улы һәм халыҡ улы булып фекер йөрөтөүенән килә... “Тәүге китаптары ла, һуңғараҡ ижад иткән эпик поэмалары һәм йыйынтыҡтары ла, — тип яҙҙы бынан өс тиҫтә йыл элек Ғилемдар Рамазанов, — авторҙың тыуған ер, тыуған төйәк һәм шуның иң юғары сағылышы булған Тыуған ил темаһына тоғро ҡалыуы хаҡында һөйләй”. Был хаҡта шағир үҙе ошондай образлы юлдар аша әйтеп бирә: Мин — Ер улы, тамырҙарым Тыуып үҫкән төйәгемдә. Ер йөрәге, ил йөрәге Тибә минең йөрәгемдә. Ер йөрәген, ил йөрәген, илдең йөрәк тибешен, заман һулышын тойоп ижад итеү А. Игебаев шиғырҙарының тормошсанлығын, халыҡсанлығын билдәләүсе мөһим бер үҙенсәлеккә әйләнә. Әгәр ҙә ул: “Дәүерем ни кисерһә, көллөһөн дә мин йөрәгем аша үткәрҙем, заманымдың Антейҙары менән ил йөктәрен бергә күтәрҙем”, — ти икән, бында әллә ни аштырыу ҙа, бер ҡатлылыҡ та юҡ, бәлки, шағирҙың тормоштағы үҙ урынын, шиғриәттең миссияһын, ил һәм халыҡ алдындағы яуаплылығын тойоп әйтелгәнлегенә инанырға була. Сөнки уның: Күңел йырҙарында шатлығы ла, Һағышы ла сағылыр донъяның — Мин бит ғүмер буйы, сазым итеп, Заман ҡылдарында уйнаным! — тигән һүҙҙәре матурлыҡ өсөн генә әйтелмәгән. Миңә, мәҫәлән, 60-сы йылдар аҙағында әле А. Игебаевтың “Оран һала Ер-әсә” тигән патетик яңғырашлы, кешелек донъяһын һуғыш ҡурҡынысынан һаҡларға өндәп яҙған поэмаһы тураһында “Совет Башҡортостаны” гәзите биттәрендә айырым мәҡәлә баҫтырып сығарырға тура килгәйне. Әҫәр актуаллеге, заманса яңғырашы менән уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте, уның өсөн авторға Башҡортостан комсомолының Ғ. Сәләм исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Поэманан айырым өҙөктәр, урыҫсаға тәржемә ителеп, ул дәүерҙә илдең төп матбуғат органы иҫәпләнгән “Правда” гәзитендә баҫылып сыҡты. Шул айҡанлы атаҡлы әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишева авторға, үҙенең ҡыуанысын белдереп, яңы уңыштар, шатлыҡтар теләп, ошондай һүҙҙәр менән хат яҙып ебәрә: “Абдулхаҡ мырҙа! “Правда”ла шиғыр сығарырлыҡ мырҙам булғанға ғорурлығым эсемә һыймай, ауырып ятҡан ерҙән, хат яҙырға ултырҙым. Рәхмәт, мырҙа, әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөнә яҡтылыҡ өҫтәп йәшәүең өсөн... Шулай дауам ит!” Ә бит ысынлап та “шулай дауам итте” шағир... “Оран һала Ер-әсә” янына “Урал тауышы” исемле лиро-эпик поэма өҫтәлде. Тыуған Уралыбыҙға, данлы башҡорт иленә, ҡаһарман рухлы халҡыбыҙға арналған был эпик әҫәрҙә А. Игебаев ижадының гражданлыҡ сифаттары тағы ла тәрәнерәк асылды һәм, минеңсә, шағир поэтик оҫталыҡ йәһәтенән нәҡ ошо поэмала тағы ла юғарыраҡ уңышҡа өлгәште. Урал — беҙҙең һөйөп туймаҫ ата йортобоҙ, беҙҙе яҡлаусы һәм һаҡлаусы алтын бишегебеҙ. Бында Урал һүҙе, Урал моңо, Урал тауышы булып, әйтерһең дә, телгә килә Башҡортостан яҙмышы, башҡорт яҙмышы: Сеү, өндәшмә, өнһөҙ генә тыңла, Моң ағыла алыҫ-алыҫтан... Кем йырлай һуң? Әллә шатлыҡтанмы, Әллә йырлаймы ул һағыштан?.. Сеү, өндәшмә, өнһөҙ генә тыңла, Тауҙар йырлай моңон-һағышын... Ана, ниндәй хозур, ниндәй ғорур. Ишетәһеңме Урал тауышын?! Поэма шаҡтай киң планлы, унда ил һәм халыҡ яҙмышы төрлө темалар, күренештәр күп төрлө һүрәтләү алымдары һәм эмоциональ-экспрессив саралар ҡулланып бәйән ителә. Был хәл иһә шиғыр төҙөлөшөндә лә сағылыш таба. Әҫәрҙә хикәйәләү, нигеҙҙә, традицион 10x9 үлсәмле шиғыр ҡалыбына ҡоролған. Әммә айырыуса күтәренкелек, патетикаға күсеп киткән осраҡтарҙа тәбиғи рәүештә 7x7 үлсәмле етеҙ ритмлы ҡобайыр алымы килеп керә: Ҡыйғас ҡаштай һыҙылған Юлдары бар Уралтау, Маяҡһыҙ ҙа яҙлыҡмаҫ Юлағы бар Уралтау. Ҡылды ҡырҡҡа ярырлыҡ Сәсәне бар Уралтау, Буҙ яланды ҡотайтҡан Йәшәне бар Уралтау. Сабый саҡтан һәр кемгә Алтын ашыҡ Уралтау, Күк аллаһы ҡояш та Мәңге ғашиҡ Уралтау. Яуызға уҡ-һаҙағын Мәргән атҡан Уралтау, Илбаҫарҙар тамырын Өҙә сапҡан Уралтау... Артабан шиғыр юлдары 8x8 үлсәмле һәлмәгерәк ритмика менән дауам итә, бер аҙҙан 10x9 үлсәменә күсеп, йылға һыуы үҙенең һәлмәгерәк, талғын ағышына ҡайтҡандай була. Был алымдарҙың һәр береһе әҫәрҙең эске логикаһынан, йөкмәтке һәм хис-тойғолар айышынан килә. Шуның менән автор әҫәрҙә форма төрлөлөгөнә һәм шиғыр юлдарының тәьҫирлелегенә өлгәшә. Ғөмүмән, А. Игебаев башҡорт шиғриәтендә эпик поэма, ҡобайыр жанрҙарын үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. “Ил тигәндең кеме юҡ?”, “Мин — тәбиғәт балаһы”, “Гүзәл заттар” һымаҡ ҡобайырҙар — боронғо жанрҙың заманса яңғыраған күркәм өлгөләре. Абдулхаҡ Игебаев — тәрән хисле, йөрәгендә оло мөхәббәт тойғоһо һаҡлаған лирик шағир. “Туған телем тип, туған милләтем тип, Тыуған илем тип йән атып, ялҡынлы йәшәгән сая рухлы шағир, — тип атай уны академик Ғайса Хөсәйенов. — Ана шуға күрә лә уның әҫәрҙәре Башҡортостанға һәм Уралға, милләткә һәм тәбиғәткә, дуҫлыҡҡа һәм тыныслыҡҡа, йәшлеккә һәм мөхәббәткә ҡайнар һөйөү тойғолары менән һуғарылған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: беҙҙә шағирҙарыбыҙҙың, әҙиптәребеҙҙең халҡыбыҙ, милләтебеҙ, Башҡортостаныбыҙ тип йәнен фиҙа ҡылырға әҙер тороуҙары күрше халыҡ вәкилдәре араһында ла баһалана икән дә баһа. 1997 йылда, мәҫәлән, Ҡазанда йәшәүсе педагогик фән эшмәкәре Мәхмүт Әхмәтйәновтың, А. Игебаевтың Татарстан китап нәшриәтендә баҫылған “Йәшлек илендә ҡалам” тигән йыйынтығын яратып уҡыуы тураһында яҙып, уның хаҡында әйткән ошондай һүҙҙәрен килтереп үткем килә: “Башҡорт ижади зыялылары ҡәҙәр милләтпәрүәрҙәр һирәктер был донъяла, — ти ул. — Һәр шағир “мин — башҡорт, минең сал күк Уралым бар” тип саң ҡағырға тора. Ә беҙҙекеләр араһында “мин татар түгел — болғар”, “мин — Себер, Ырымбур, Әстрәхан һ.б. татары” тиергә яратыусылар күбәйеп бара. Ағай-эне, башҡорт туғандарҙан үрнәк алайыҡ!” Үҙе лә кешеләргә, илгә, халҡыбыҙға оло һөйөү, донъяға һоҡланыу тойғоһо менән йәшәй, уҡыусыны ла һоҡландыра белә шағир. А. Игебаевтың мөхәббәт лирикаһында айырым урында торған күләмле бер әҫәре бар. Ул — “Мөхәббәт йыры” тигән поэма. Йәшлек, һөйөү хистәренә дан йырлай шағир. Хәйер, мөхәббәт темаһына ул ғүмер буйы тоғро булып ҡала. Был уның күп һанлы йырҙарында ла урын ала. “Тәүге һөйөү”, “Йәшермәсе, иркәм!”, “Ағиҙел һылыуы”, “Ләйсән”, “Арыштарым”, “Йәнгүзәлем”, “Гөлдәр һиберҙәй булам”, “Мин — егет, һин ҡыҙ саҡта”, “Туғайҙарға сыҡһаҡ...” һымаҡ йырҙары шуның өсөн дә бик популяр. “Тыуған яҡтарым”, “Йәнгә ғәзизһең, Темәсем”, “Ҡаһарман игенселәр”, “Беҙ — еңеүселәр”, “Тыныслыҡ ораны” һымаҡ патриотик йырҙарҙың, ораторияларҙың һүҙҙәрен дә ижад иткән ул. Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Рафиҡ Сәлмәнов, Шамил Ҡолбарисов, Рим Хәсәнов ише күренекле композиторҙарҙы йыр яҙырға илһамландырған А. Игебаев шиғырҙары. Шағирҙың һуңғы йылдарҙағы ижадында илдең яңы тарихындағы негатив күренештәр, әхлаҡһыҙлыҡ, ялған демократия бөркәнсеге аҫтында барған социаль катаклизмдар, халыҡтың торған һайын бөлгөнлөккә төшә барыуы арҡаһында тыуған борсолоу мотивтары көсәйә төштө. “Юҡ уларҙың иманы”, “Ил тигәндең кеме юҡ?” һымаҡ ҡобайырҙарҙа тормошобоҙҙағы, йәмғиәттәге хәүефле үҙгәрештәргә ҡарата шағир үҙенең принципиаль мөнәсәбәтен белдерә, замандаштарын әхлаҡһыҙлыҡ һаҙлығына батыуҙан һаҡ булырға саҡыра. Эскелек, наркомания кеүек социаль сирҙәрҙең халыҡ яҙмышына кире йоғонто яһауы ла ауыр уйҙарға һала уны. А. Игебаев — башҡорт балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән шағирҙарыбыҙҙың береһе. Уның кескәйҙәр һәм уҡыусы балалар өсөн яҙылған “Еҙ ҡыңғырау” (1968), “Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай?” (1974), “Бәләкәс дуҫтарыма” (19/9), “Һеҙҙең өсөн, балалар” (1989) тигән китаптарының йәш дуҫтарыбыҙҙың рухи донъяһын байытыуҙа, зауығын үҫтереүҙә, туған тәбиғәткә, туған телгә мөхәббәт тәрбиәләүҙә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. А. Игебаев — ғәзиз әсәләргә дан йырлаусы шағир. Был уның балалар өсөн яҙылған шиғырҙарында, йырҙарында ла ғәйәт киң сағылыш таба. Шағирҙың байтаҡ әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителде, айырым йыйынтыҡтары ҙур тираждар менән Өфө һәм Мәскәү нәшриәттәрендә донъя күрҙе. Уның ижады хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланды. Әҙәбиәтебеҙ өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн уға Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Ул, алда әйткәнебеҙсә, — Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр премияһы һәм республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ысын ысынында ил улы, халыҡ улы, ғүмерен халҡыбыҙға, Башҡортостаныбыҙға фиҙакәр хеҙмәт итеүгә арнаған ярһыу йөрәкле, сәсән телле шағир ул Абдулхаҡ Хажиәхәмәт улы Игебаев. (Рәшит Шәкүр) 2005 й.