Центр информационных технологий и лингвистики
ӘҘИПТӘР

Үҙен аңлар һәм үҙе тураһында һөйләр өсөн халыҡ үҙ ул-ҡыҙҙарын — сәсәндәрен, йырсыларын, аҡыл эйәләрен, яҙыусыларын тыуҙыра.

Һабрау йырау ҡобайырҙары менән ул хан замандарының ыҙа-яфаһын һөйләй.

Байыҡ сәсән Салауаттай ир-егеттәрҙең ирек яулар батырлыҡтарын ололай.

Салауат Юлаев үҙе халыҡтың батыры һәм сәсәне булып яуҙарға оран һала, батырлыҡ, дуҫлыҡ үрнәктәрен сағылдыра.

Париждарҙы урап ҡайтҡан Буранбай ише ҡурайсылар Рәсәй илен һаҡлаған улдарының дан азаматы һәм йырсыһы булып алға баҫа.

Өмөтбай, Аҡмулла үҙ шиғырҙары аша ғилем, мәғрифәт нуры сәсә.

Халыҡ Мәжит Ғафуриҙары менән, Ҡыҙыл байраҡ күтәреп, Октябргә килә.

Дауыт Юлтый заман поэзияһы булып, революция һәм социалистик төҙөлөш фронттарын кисә.

Рәшит Ниғмәтиҙәр, Баязит Бикбайҙар булып, илебеҙгә дан йырлай.

Мостай Кәримдең дуҫлыҡ, туғанлыҡ тауышы булып ил-ҡитғаларға шиғри моңон ишеттерә.

академик Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов