Центр информационных технологий и лингвистики
Орфография

Ярҙамлыҡ һүҙҙәр яҙылышы


А. 1. Йыйыу, бәйләү теркәүесе һәм көсәйтеү киҫәксәһе бу-лып йөрөгән ла-лә, ҙа-ҙә, да-дә, та-тә айырым яҙыла; был ки-ҫәксәләр, ялғау кеүек үк, сингармонизм законына буйһона, йәғ-ни нәҙек һүҙҙән һуң нәҙек, ҡалын һүҙҙән һуң ҡалын була: һин дә мин, бар ҙа ал, эшләй ҙә ашай; Юлай ҙа, Шәрип тә килгән; тауышы ла сыҡмай, бөтәһе лә бында һ. б.

Иҫкәрмә: Ҡәнәғәтлекте белдергән әлдә һүҙендәге дә ҡу-шып яҙыла: әлдә килдең әле, әлдә ямғыр яуманы.

2. Сикләү, конкретлау киҫәксәләре булып йөрөгән уҡ-үк, ғына-генә, ҡына-кенә шулай уҡ айырым яҙыла; был киҫәксәләр сингармонизм законына буйһоноп, нәҙек һүҙҙән һуң нәҙек, ҡа-лын һүҙҙән һуң ҡалын итеп яҙыла: алғас уҡ, әйтеп үк; ул ғына, һине генә, саҡ ҡына, өс кенә һ. б.

Иҫкәрмә: 1) Түбәндәге һүҙҙәрҙә уҡ-үк ҡушып яҙыла: әй-ҙүк (түрҙән уҙ), берүк (әйтмә);

2) Иркәләүҙе аңлатҡанда, ғына-генә, ҡына-кенә ҡушып яҙы-ла: балағынам, күҙгенәм һ. б.

3. Көсәйтеү, раҫлау киҫәксәһенең тулы формаһында һәр компонент үҙенә башҡа айырым яҙыла: күргән дә баһа, ямғыр ҙа баһа, эт тә баһа, асҡан да баһа, килә лә баһа, осло ла баһа; ҡыҫҡа формаһы ҡушып яҙыла: алған даһа, эшләй ҙәһә һ. б.

4. Икән, иһә, ине ярҙамлыҡ ҡылымдары айырым яҙыла: бармы икән, бар икән; ул иһә, яҡшылыҡ иһә, йә иһә, ала ине, килер ине.

Б. 1. Үтенеү, ялыныу киҫәксәләре булып йөрөгән һана-һәнә, сы-се, со-сө ҡушып яҙыла: барһана, әйтһәнә; бирсе, торсо, йөрөсө.

2. Икеләнеү киҫәксәһе булып йөрөгән лыр-лер, ҙыр-ҙер, дыр-дер, тыр-тер ҡушып яҙыла: баралыр, күргәндер, эшләйҙер һ. б.

Һорау киҫәксәһенән һуң килә торған ни алмашы айырым яҙыла: бирҙеме ни, беләме ни һ. б.