Центр информационных технологий и лингвистики
Орфография

Ялғауҙар яҙылышы


А. Ялғауҙар бөтәһе лә ҡушып яҙыла.

Б. Башҡорт теленең үҙ һүҙҙәрендә ялғауҙың ҡалынлыҡ-нәҙеклеге нигеҙгә ҡарап билдәләнә, йәғни нигеҙе ҡалын һүҙгә ҡалын ялғау ҡушыла: арба арбаны, ҡолон ҡолонға, ҡыш ҡыштың, туҙ туҙҙың; нигеҙе нәҙек һүҙгә нәҙек ялғау ҡушыла: бесәй бесәйгә, ит иттән, дөгө дөгөнөң, сүл сүлдәр.

В. Рус әҙәби теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауы ҡалынлыҡ-нәҙеклек йәһәтенән түбәндәгесә билдәләнә:

1. Йомшаҡ тартынҡыға бөткән һүҙҙәргә:

а) Аҙағы -ль, -нь менән килһә йәки ике тартынҡы менән бөтөп, һуңғыһы йомшаҡ булһа, нәҙек ялғау ҡушыла: июль июлдә, фестиваль фестивалгә, автомобиль автомобилде, нуль нулде, гениаль гениаллек; июнь июндә, поршень поршен-дән, шампунь шампунгә, пристань пристандәр; Рязань Рязангә, Сызрань Сызрандә; ферзь ферзде, нефть нефтте, Пермь Пермдә, верфь верфте һ. б.

б) Аҙағы -рь, -сь, -чь, -шь менән килһә, ҡалын ялғау ҡушы-ла: секретарь секретарға, лагерь лагерҙа; перепись пере-писта; картечь картечты; тушь тушҡа, гуашь гуаштың.

Ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы билдәһе һәр ваҡыт төшөп ҡала.

Иҫкәрмә: Аҙағы -сть менән бөткән һүҙҙәргә, һуңғы -ть төшөрөп ҡалдырылып, ҡалын ялғау ҡушыла: ведомость ве-домоста, власть власы, часть часҡа, повесть повестың.

2. Һуҙынҡы, ҡаты тартынҡы йәки менән бөткән рус һәм сит тел һүҙҙәренә ҡалын ялғау ҡушыла: лупа лупаны, какао какаоға; жюри жюриҙы, пони пониҙы, такси таксиҙа, мари мариҙар, коньки конькиға, Сочи Сочиға; желе желенан, ат-таше атташела, каноэ каноэға, Улан-Удэ Улан-Удэла, предприятие предприятиела, ателье ательенан, Приморье Приморьела, меню менюҙы, интервью интервьюнан, идея идеяны; кий кийҙы, калий калийҙан, кафетерий кафе-терийҙа, юбилей юбилейға, мавзолей мавзолейҙа, музей музейҙа, адыгей адыгейҙар, Алтай Алтайҙа, командир командирға, вазелин вазелинға, аппетит аппетитлы, гибрид гибридтар, алюмин алюминдан, щит щитҡа, приз призға, кит киттың, миф мифты, факел факелға, факультет факультетта, дуэт дуэттың, актер актерҙар; парашют парашютлы, приют приютта, снаряд снарядтан, пункт пункттан, оттиск оттискынан, статист статисҡа, лабиринт лабиринтта, резерв резервҡа, конгресс конгресҡа, интеллект интеллектты, фильтр фильтрлы, цилиндр цилиндрҙа, ре-гистр регистрға, министр министрҙы; ритм ритмлы, цифр цифрға, негр негрҙан, серб сербтар, люкс люкста; рейд рейдҡа, сейф сейфта, бассейн бассейндың, дюйм дюйм-да; вальс вальсҡа, асфальт асфальтта, вольт вольттың, пульс пульсы, фильм фильмды, рельс рельстан.

3. Рус телендәге -ев, -ин формалары менән яһалған башҡорт фамилияларына, нигеҙе нәҙек булһа, нәҙек ялғау, нигеҙе ҡалын булһа, ҡалын ялғау ҡушыла: Исмәғилевте, Ғә-лиевкә, Әхмәтшингә; Байышевтан, Юлдашевҡа, Мостафиндың, Сафинды һ. б.

Г. Ғәрәп-фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һуңғы ижеге -и- менән килеп, унан алдағы ижеге ҡалын булһа, ҡалын ялғау ҡушыла:ғалим ғалимды, ғашиҡ ғашиҡтар, тарих тарихта, мәғариф мәғарифта, шаһит шаһитты, Ҡадир Ҡа-дирға, Шафиҡ Шафиҡты, Харис Харистан, Камил — Камилға.

Ғ. 1. Аҙағы -ск, -нг, -нк менән бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡуш-ҡанда, ике араға -ы- ҡуйып яҙыла: отпуск отпускыла, диск дискыны, пропуск пропускыға; лозунг лозунгылар, лозунгы-һы; митинг митингыға, митингыһы; танк танкыны, танкыһы; банк банкыла, банкыһы һ. б.

Шул уҡ -ск менән бөткән ҡала исемдәренә ялғау ҡушҡанда -и- өҫтәп яҙыла: Омск Омскиға, Минск Минскиҙа.

2. Аҙағында -сть, -ст, -фт, -зд торған һүҙҙәргә ялғау ҡуш-ҡанда, һуңғы -т, -ть, -д төшөп ҡала: трест тресҡа, солист солисы, атеист атеистың, текст текста; власть власҡа, во-лость волоста; ландшафт ландшафы, шрифт шрифы; по-езд поезға, подъезд подъезға.

Ә яңғыҙлыҡ исемдәрҙә һаҡлана: Кронштадт Кронш-тадтта, Шмидт Шмидтты, Брест Брестҡа.

3. Һүҙ аҙағындағы ҡуш тартынҡының береһе ялғау ҡуш-ҡанда төшөп ҡала: кросс кросҡа, металл металы, грамм грамдың, грипп гриптан, ватт ватты.

Ә яңғыҙлыҡ исемдәрҙә аҙаҡтағы ҡуш тартынҡы һаҡлана: Донбасс – Донбасста, Томас Манн – Томас Манндың.

4. Аҙағы -пп, -кк менән бөткән һүҙҙәргә һуҙынҡы менән башланған ялғау ҡушҡанда, тороп ҡалған бер -п һәм башҡа һүҙҙәрҙәге кеүек үк, -б, -г хәрефенә күсә: грипп – грибы һ.б.

5. Аҙағы -и, -у, -ю(у) менән бөткән сит һүҙҙәргә, һуңғы өн һуҙынҡы итеп түгел, дифтонгылаштырып әйтелгән өсөн, менән башланған ялғау ҡушыла: такситаксиҙар, таксиҙа; Баку Бакуҙан, Бакуҙың; меню менюҙан, менюҙы һ. б.

Шул һүҙҙәрҙең аҙағы менән бөткәндәренә эйәлек ялғауы ҡушҡанда, араға -й- ҡуйып яҙыла: йөк таксийы, католиктар руханийы.

6. Аҙағы ҡаты -к, -г менән бөткән сит һүҙҙәргә менән башланған ялғау ҡушыла: барак баракка, металлург метал-лургка һ. б.

Д. Ҡыҫҡартылған һүҙҙәргә ялғау тулы әйтелешенә түгел, ҡыҫҡа әйтелешенә ҡарап ҡушыла; һүҙ менән ялғау араһында һыҙыҡса ҡуйыла: РФ-тың, БР-ҙа, АҠШ-ҡа.

Е. 1. Цифрҙарға ялғау һыҙыҡса аша ҡушыла: 5-се, 6-ға, 10-ды.

2. Рим цифрҙарынан һәм датаны белдергән ғәрәп цифр-ҙарынан һуң рәт һанын белдергән ялғау яҙылмай: Х синыф, V бүлек, 1973 йыл, 9 декабрь.

3. 1) Ҡылым яһаусы -ла ялғауы бер урында ла дүрт бөгөлөш законына буйһонмай, гел бер вариантта ғына йөрөй: ҙурлау, матурлау, ғырлау, тығырлау (тығырлаҡ), дуңғырлау (дуңғыр-лаҡ); суҡанлау, ырғанлау, сыпранлау.

2) Һүҙ эсендә лә дүрт бөгөлөш законы һаҡланмай: бөрлө-гән, аҡсарлаҡ, төйлөгән, тәгәрлек, үңлек.

3) Үҙе бер бөтөн булып нығынған -ылда ялғауы, борондан ҡатып ҡалған айырым һүҙҙәр генә шул законға яраҡлашҡан кө-йө ҡала: ахылдау, шаҡылдау, ғырылдау; урындыҡ, ҡарындыҡ һ. б.