Центр информационных технологий и лингвистики
Орфография

Ябай һүҙҙәр яҙылышы


А. Тамыр йә нигеҙ һүҙ эсендә баҫымлы -о-/-ө-, -ы-/-е- һу-ҙынҡылары булһа, ялғау ҡушҡанда төшөрөп ҡалдырмай яҙыла:

а) онот- онотолған, онотоу; йөрө- йөрөтөлгән, йөрөтөү;

б) синыф синыфы, синыфына; урын урыны, урынында; исем исеме, исемендә; хәреф хәрефе, хәрефенә; бер бе-реһе, береһенән һ. б.

Ләкин һуңғы ижектәге шул уҡ баҫымлы -о-/-ө-, -ы-/-е- һу-ҙынҡылары сифат яһаусы ялғауы ҡушылғанда һәмирек, бү-рек, халыҡ, милек, холоҡ һүҙҙәренә эйәлек ялғауы ҡушылғанда төшөп ҡала:

а) синыф синфи, ғилем ғилми һ. б.

б) ирек ирке, бүрек бүрке, халыҡ халҡы, милек мил-ке, холоҡ холҡо.

Б. 1. Тамыр һүҙ эсендәге асыҡ ишетелмәй торған баҫымһыҙ -о-/-ө-, -ы-/-е- һуҙынҡылары -р- алдына тура килгәндә яҙылмай: аңра, аҫрау, биҙрәү, бөҙрә, бөкрө, бысраҡ, иңрәү, йоҙроҡ, йом-ро, кәкре, күкрәк, кәпрәйеү, кәпрән, ҡойроҡ, мөңрәү, осрау, сепрәк, сүпрә, тетрәү, тоғро, томра, төпрә, тупраҡ, тызрайыу, тыҡрыҡ, тәҙрә, уғры, әкрен, әүрәү, япраҡ, яурын һ. б.

Ләкин шул уҡ -р- алдынан килгән -о-/-ө-, -ы-/-е- яһалма һүҙҙең нигеҙендәге баҫымлы ижектә торһа, яҙыуҙа улар һаҡлана:бойор- бойороҡ, айыр- айырым, төкөр- төкөрөк, йүткер- йүткерек һ. б.

2. Аҙағы ҡ/-рк, -лҡ/-лк ҡуш тартынҡылары менән бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушҡанда, һуңғы-ҡ/-к өндәре -ғ/-гменән си-ратлашмаһа, ҡуш тартынҡылар араһында бер ваҡытта ла -о-/-ө- , -ы-/-е- хәрефтәре яҙылмай:

а) ҡырҡ (40) ҡырҡынсы; ҡырҡ- ҡырҡа, ҡырҡыу, ҡырҡты; ҡурҡ- ҡурҡа, ҡурҡҡан, ҡурҡыу; һарҡ- һарҡыу, һарҡа, һарҡ-ҡан; күрк күрке, күркле, күркәм һ. б.

б) ҡалҡ- ҡалҡа, ҡалҡытыу, ҡалҡыр; йолҡ- йолҡа, йолҡ- то, йолҡор; һелк- һелкеү, һелкә, һелкте һ. б.

3. Аҙағы -ыш/-еш, -ош/-өш менән бөткән һүҙҙәрҙән -ай/-әй ялғауы ярҙамында ҡылым яһалғанда, һуңғы ижектәге-ы-/-е, -о /-е- төшөп ҡала: аңыш аңшайыу, бәлеш бәлшәйеү, кәүеш кәүшәйеү, салыш салшайыу, ҡыйыш ҡыйшайыу һ. б.

В. Тартынҡы өнгә бөткән һүҙҙәргә -раҡ/-рәк ялғауы ҡушыл-ғанда, ялғау алдына -о-/-ө-, -ы-/-е- хәрефтәре ҡуйып яҙыла:төҙ төҙөрәк, оҙон оҙонораҡ, аҙ аҙыраҡ, алыҫ алыҫыраҡ, күп күберәк.

Г. 1. Һүҙ эсендәге -нг-/-нғ-, -нк-/-нҡ- һәм -ңг-/-ңғ-, -ңк-/-ңҡ- ҡуш тартынҡыларында -н-, -ң- хәрефтәренең яҙылышы түбән-дәгесә билдәләнә:

Әгәр ул өнөнә бөткән нигеҙҙән -ге/-ғы, -ке/-ҡы ялғауҙары менән яһалған һүҙ булһа, - н - менән яҙыла:алдын алдынғы, борон боронғо, түбән түбәнге, бошон- бошонҡо, ҡоторон- ҡоторонҡо, тартын- тартынҡы һ. б.

Нигеҙ һүҙҙең эсендә булһа, -ң- менән яҙыла: диңгеҙ, зәңгәр, ҡараңғы, ҡорсаңғы, мәңге, саңғы, сәңгелдәк, һаңғырау, тәңкә, өйәңке һ. б.

2. Аҙағы -ң- менән бөткән оҡшатыу һүҙҙәренән -ғыра ял-ғауына ҡушып яһалған ҡылымдарҙа һәм шул ҡылымдан яһал-ған исемдәрҙә -ғ- хәрефе һаҡлана: яңғыра-, сыңғыра-, ҡың-ғырау һ. б.

Ғ. Һүҙ эсендә йәки аҙағында өнөнән һуң -б, -м өндәренең береһе килһә, өнө булып ишетелә, ләкин яҙғанда яҙы-ла: ун бер, барғанмын һ. б.

1. Башҡорт теленә рус яҙма теленән ингән һүҙҙәрҙең та-мыр һәм нигеҙ өлөштәре рус орфографияһы нигеҙендә яҙыла: революция, идея, океан, клуб һ. б.

2. Башҡорт теленә инеп, фонетик яҡтан үҙләшеп бөткән рус һүҙҙәре башҡортса әйтелешендә яҙыла: дисәтинә, калуш, карап, карауат, кеүәҫ, көршәк, матрас, милтә, мисәт, перәник, пинжәк, сажин, ялыу, кәнфит, кәрзин, кәстрүл, кукуруз, минут, әлиф, бумазый, лампасый, эшләпә, ыҫмала һ. б.