Центр информационных технологий и лингвистики
Орфография

Һуҙынҡылар яҙылышы


§ 3. А - а

А – а һүҙҙәрҙең ҡалын ижектәрендә яҙыла: ат, арба, сана, афиша, машина, магазин, гараж, лампа, ҡара, ҡала, парта, таҡта, ағас, алма, баҡса.

§ 4. Е – е

А. Е – е хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә ике төрлө функция үтәй:

а) һүҙ башында йэ тигән ике өндө белдерә: ел, ең, еҙ, еләк, еҫ, ем, еүеш;

б) ижек уртаһында һәм ижек аҙағында э өнөн белдерә: бел, беҙ, һеҙ, теҙ, кей, кейеҙ, кейем, теймә, әрсе, бейе, тейен, эйе.

Б. Рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә е хәрефе рус ор-фографияһы нигеҙендә яҙыла: Европа, Енисей, техника, цех, трест, поезд, герой, телефон, тема, система.

§ 5. Ё – ё

Ё – ё хәрефе рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә генә яҙыла: ёлка, щётка.

§ 6. И – и

А. И – и хәрефе бер ижекле һүҙҙәрҙә һәм нәҙек ижек янында нәҙек өндө, ә ҡалын ижек янында ҡалын өндө белдерә:

а) ил, бит, кисә, киле, нигеҙ, ниәт, исем, кәмит;

б) сиҡан, сираҡ, синыф, ижад, тарих, Шафиҡ.

Б. Башҡорт теленә рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙәге и рус орфографияһы нигеҙендә яҙыла: тир (ата торған урын), кит (диңгеҙ хайуаны), биолог, кино, станция, вафли, Украина.

§ 7. О – о, Ө - ө

А. О о хәрефе ике өнгә билдә булып йөрөй:

а) төп башҡорт һүҙҙәрендә ҡалын һуҙынҡы ирен өнө булған о өнөнә: он, ос, оло, ҡолон, болон, һоло, ҡорос, боронғо, ҡоро-лош, ҡоролошо;

б) рус әҙәби теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге ҡалын һу-ҙынҡы о өнөнә: завод, производство, пароход, агроном, проф-ком, трактор, доктор, мотор, фронт, совет, кино, фото, район.

Б. Ө – ө хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә нәҙек ижектәрҙә яҙы-ла: көн, төн, көндөҙ, көсөргәнеш, бөгөн, төтөн, Өфө, өлгө, төлкө, төрлө, өмөт, төҙөлөш.

В. Беренсе ижектәрендә о йәки ө өндәре булған төп баш-ҡорт һүҙҙәренең башҡа ижектәрендә а, ә, у, ү һәмиөндәренең береһе килмәһә, бөтә ижектәрендә лә о – ө яҙылышы һаҡла-на: оҙон, оҙонлоғо, оҙонлоғоноң; төҙө, төҙөлөш, төҙөлөшөнөң.

Әгәр ҙә бындай һүҙҙәрҙең ҡалған ижектәрендә а, ә, у, ү, и өндәренең береһе килһә, уларҙың һуңғы ижектәрендә ы, е хә-рефтәре яҙыла: тойоуы, ҡоралы, төҙөүе, мөмкинлеге, һөжүме.

§ 8. У – у, Ү – ү

А. У у хәрефе ҡалын ижектәрҙә яҙыла: ур, уҙ, ут, Урал, уйһыу, ултырыш, уңыш, усаҡ, уяу, буйлы, буҫтау, дуҫ, ҡуҙаҡ, суртан, турғай, матур.

Б. Ү ү хәрефе нәҙек ижектәрҙә яҙыла: үлән, үр, үт, үткер, бүҙәнә, бүлмә, бүләк, дүрткел, күлдәк, күңелле, күл, күн, һүҙ.

В. Шул уҡ у ү хәрефтәре һүҙ уртаһында һәм аҙағында ирен тартынҡыһын да белдерә һәм башҡорт телендәге ҡалын һүҙҙәрҙә у, нәҙек һүҙҙәрҙә ү менән бирелә:

а) ауыл, дауыл, тауар, тауыш, яуын, һыу, быу, хайуан;

б) әүен, рәүеш, әүәләү, кәүҙә, кейәү.

Г. Исем ҡылым ялғауы -ыу -еү, -оу -өү рәүешендә яҙы-ла: барыу, килеү, ҡайтыу, күреү, йонсоу, тойоу, йөрөү, йөҙөү.

§ 9. Ы - ы

Ы ы хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә ҡалын ижектә, ә рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә рус теле орфографияһы нигеҙен-дә яҙыла: ыласын, ырғаҡ, ырҙын, ихтыяр, хыял, ҡыяр, шыма, зыян, музыка, Сызрань.

§ 10. Э - э

Э э хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә э өнө ишетелгән урын-дарҙа һүҙ башында ғына, ә рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә рус теле орфографияһы нигеҙендә яҙыла:

а) эл, элек, эш, эшсе, элемтә, эре, эркет, эйә, эйәләшеү;

б) электр, экран, экскурсия, аэростат, поэма.

§ 11. Ә - ә

Ә ә хәрефе һүҙҙең нәҙек ижектәрендә яҙыла: әрем, әрә- мә, бәке, бәләкәй, әйт, әйтелеш, тәҙрә, мәғәнә, мәл, мәрәкә, ҡәләм, Ғәлимә, сәғәт, Бәләбәй, мәҡәл, мәҡәлә, мәрмәр, бәрхәт, бәрәкәт, әһәмиәт, вәғәҙә.

§12. Ю - ю

Ю ю хәрефе йу ишетелгән урындарҙа һәм рус теленән ингән һүҙҙәрҙә рус орфографияһындағыса яҙыла:

а) юл, юҡ, юрған, юлдаш, юғары, юйғыс, Юлай;

б) юстиция, юрист, юбилей, июнь, июль, резолюция, компь-ютер, Люксембург, бюллетень, бюро, меню.

§13. Я - я

Я я хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә йа ишетелгән урындарҙа, ә рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә рус теле орфографияһы нигеҙендә яҙыла:

а) яр, ял, яй, ярыш, аяҙ, аяҡ, таяҡ, маяҡ;

б) тай тая, ҡуй ҡуя;

в) якорь, Рязань, Галя.