Центр информационных технологий и лингвистики
Орфография

Тартынҡылар яҙылышы


§ 14. Б - б

А. Б б хәрефе б өнө ишетелгән урындарҙа яҙыла: бысаҡ, бәке, беше, балаҫ, быяла, бойҙай, балан, бала, быйыл.

Б. Рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙәге б һәр ерҙә һаҡлана: багажник, бакен, герб, клуб, лаборант, обсерватория, штаб.

§ 15. В - в

В в хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә һүҙ башындағы ирен тар-тынҡыһы у ү урынына, ә рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә рус теле орфографияһы нигеҙендә яҙыла:

а) ваҡ, ваҡлыҡ, ваҡиға, ваҡыт, ватан, вәғәҙә, Вәли;

б) велосипед, вагон, венгр, вокзал, автомобиль, автор, ар-хив, Кавказ .

§ 16. Г – г

Г г хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә нәҙек ижектәрҙә генә, ә рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә ҡалын ижектәрҙә лә, нәҙек ижектәрҙә лә яҙыла: гөл, өлгөр, һиҙгер, түгел, һигеҙ, тигеҙ, география, бригада, зоология, грамматика, лозунг, флаг, газ, гектар, гараж, митинг.

§ 17. Ғ – ғ

Ғ ғ хәрефе ҡалын ижектәрҙә лә, нәҙек ижектәрҙә лә яҙы-ла: ағас, һағыҙ, сәғәт, ҡәнәғәт, мәғәнә, ғәҙәт, ғүмер, ғәжәп, ғәфү, яға, саған, бағана, Ғәлим, Ғәлимә.

§ 18. Д – д

А. Д д хәрефе ҡалын ижектәрҙә лә, нәҙек ижектәрҙә лә яҙыла: Дим, дала, дана, дары, дауа, даға, донъя, дым, доктор, ҡондоҙ, көндөҙ, падишаһ.

Б. Рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙәге д һәр ерҙә һаҡлана: отряд, завод, команда, метод, доклад, медик, педагог.

§ 19. Ҙ - ҙ

Ҙ ҙ хәрефе түбәндәге урындарҙа яҙыла:

а) ижек башында: ғә-ҙәт, ҡы-ҙыл, я-ҙылыш, кү-ҙәнәк, Хәми-ҙә, Әхмә-ҙи, ҙур, ҙурайыу;

б) ижек аҙағында: яҙ, көҙ, көм-бәҙ, күҙ-лек.

§ 20. Й - й

Й й хәрефе түбәндәге урындарҙа яҙыла:

а) һүҙ һәм ижек башында о, ө, ү, ы, ә алдынан: йомғаҡ, йөрө, бойор, бөйөр; йүгән, йүкә, йүн, Йүрүҙән; йыл, йыйылыш, быйыл, уҡыйыҡ; кинйә, йәй, йәйәү, кейәү, йәшел;

б) һүҙ уртаһындағы ижек башында е алдынан: кейем, ке-йеҙ, эшләйек, кейенәм, бейейек;

Иҫкәрмә: и өнөнә бөткән төп башҡорт һүҙҙәренә ялғау ҡушҡанда е алдынан й яҙылмай: ти тиелгән, ни ниең, етди етдиерәк.

в) һүҙ һәм ижек аҙағында: йәй, үрсей, көй, ай, айлыҡ, кей-ҙе, майҙан, быйма, уҡыйбыҙ, эшләйбеҙ;

г) ижек уртаһында: әйт, ҡайт.

§ 21. К - к, Ҡ - ҡ

А. К к хәрефе нәҙек ижектәрҙә лә, ҡалын ижектәрҙә лә яҙыла: күл, күлдәк, күк, кәм, күп, икмәк, элек, көмөш, тәүлек, кадр, техника, блок, клуб, комбайн.

Б. Ҡ ҡ хәрефе башҡорт телендәге ҡалын ҡ өнөнә билдә итеп алына һәм ишетелгән бөтә урында яҙыла: ҡамыш, ҡанат, ҡаплан, арҡан, ҡом, ҡойҡа, ҡул, тоҡ, ҡәләм, ҡалын, ҡыҙыл, ҡош, ҡәмәр, ҡәҙерле, ҡояш, аҡҡош, ҡәйнә, ҡырмыҫҡа, ҡаушы-рыу, ҡамасау.

В. Һүҙ аҙағында килгән к ҡ, һүҙҙәрҙең үҙгәреүе менән ике һуҙынҡы араһында ҡалғанда, әйтелешкә эйәртеп,г ғ хәреф-тәренә әйләндереп яҙыла: күлдәк күлдәге, итек итеге, техник технигы, балыҡ балығы, тоҡ тоғо.

§ 22. Л - л

Тамыры л өнөнә бөткән, шулай уҡ уртаһында л өнө килгән ҡылымдарҙа л хәрефе төшөрмәй яҙыла: килкилтер, тул тултыр, ултыр ултырып.

§ 23. Ң - ң

Ң ң хәрефе тартынҡы ң өнөнә билдә итеп алына: аң, таң, аңра, миңрәү, һаңғырау, саң, киң, аңҡау, тәңкә, яңғыҙаҡ, еңгә, мәңге, өйәңке, ҡараңғы, ыңғырашыу.

§ 24. П - п

А. П п хәрефе п өнө ишетелгән урындарҙа яҙыла: иптәш, күп, мәктәп, парта, пальто, полюс, поляк, практика, тапҡыр, япраҡ, япма.

Б. Тамыр йәки нигеҙ һүҙҙәрҙең аҙағында һуҙынҡы өндән һуң килгән п һүҙҙең үҙгәреүе менән ике һуҙынҡы араһында ҡалһа, әйтелешкә эйәртеп,б хәрефе менән яҙыла: китап китабы, толоп толобо, мәктәп мәктәбе, принцип принци-бы, тип тибы, тап табы, күп күбәйеү.

§ 25. Ҫ – ҫ

Ҫ ҫ хәрефе ижек аҙағында һәм һуҙынҡыларҙан һуң килгән ижек башында яҙыла: арыҫлан, ҡыҫҡа, баҫҡыс, баҫым, иҫке, бүҫкә, һоҫа, ҡыҫала, уҫаҡ, таҫыл, киҫәк, күҫәк.

Иҫкәрмә: Ҡайһы бер ҡылымдарҙа һәм көнсығыш телдә-ренән ингән исемдәрҙә һуҙынҡыларҙан һуң һ яҙыла: яһау, Баһау, Бәһиә, баһа һ. б.

§ 26. Һ - һ

Һ һ хәрефе түбәндәге урындарҙа яҙыла:

а) һүҙ башында: һыйыр, һарыҡ, һайыҫҡан, һаман, һепер, һеңле, һәм, һурпа;

б) һүҙ уртаһында тартынҡыларҙан һуң килгән ижек башын-да: аҡһаҡ, бурһыҡ, туҡһан, һикһән, апһын, типһен, ҡауырһын, анһат;

в) ялғауҙар башында: барһа, алһа, ашаһа, белһен, йәшә-һен, ҡараһыу, балаһы, кәмәһе, бирәһе, киләһе.

§ 27. Ц – ц

Ц ц хәрефе башҡорт теленә рус әҙәби теленән ингән һүҙ-ҙәрҙә генә яҙыла: пицца, мотоцикл, цех, целлюлоза, целлофан, цирк, циркуль, концерт.

§ 28. Ч – ч

Ч ч хәрефе башҡорт теленә рус әҙәби теленән ингән һүҙ-ҙәрҙә генә яҙыла: чинар, учреждение, почта, чех, чек, чемпион, форточка.

§ 29. Щ – щ

Щ щ хәрефе башҡорт теленә рус әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә генә яҙыла: плащ, щётка, Щедрин, Щербаков, щит, щи, борщ.

§ 30. ъ – ь

А. ъ билдәһе алдағы ҡалын тартынҡы йәки һуҙынҡы өндө айырып әйткәнде белдереү өсөн ҡулланыла: ҡулъяулыҡ, алъяпҡыс, донъя, съезд, подъезд, маъмай, даръя.

Б. ь билдәһе ике осраҡта ҡулланыла:

а) алдағы тартынҡы өндөң нәҙеклеген белдереү өсөн: каль-ка, кальций, портфель, роль, Харьков, Горький, асфальт;

б) тауышты өҙөп, алдағы нәҙек тартынҡы йәки һуҙынҡы өн-дө айырып әйткәнде белдереү өсөн: көньяҡ, бирьяҡ, мәсьәлә, Ильяс, Ильин, тәьмин, Мөьмин.