Центр информационных технологий и лингвистики
Пунктуация

Парлы өтөр


Парлы өтөр һөйләм эсендә түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

– һөйләм уртаһында торған өндәш һүҙҙәрҙе һөйләмдең бүтән киҫәктәренән айырыу өсөн. Мәҫәлән: Ниңә шыңшыйһың, ҡар, мин йомошомдо йомошлап ҡайтып киләм бит. (М. Кәрим.);

– һөйләм уртаһында торған инеш һүҙҙәрҙе (ахыры, бәлкем, зинһар, ғөмүмән, ғәҙәттә, моғайын, мәҫәлән, ихтимал, киреһенсә, тимәк, ысынлап та, әлбиттә, бәхеткә ҡаршы, үкенескә ҡаршы һ. б.) айырыу өсөн. Мәҫәлән: Буран баҫылыу түгел, киреһенсә, көсәйә генә төштө. (Р. Низамов.);

– һөйләм уртаһында торған айырымланған эйәрсән киҫәктәрҙе һөйләмдең бүтән киҫәктәренән айырыу өсөн. Мәҫәлән: Балаларҙың шулай дуҫлашыуҙарына, айырыуса музыкаға һәүәҫлектәренә, Әсмәбикә һөйөнөп бөтә алманы. (Ф. Иҫәнғолов.);

– һөйләм уртаһында торған хәл әйтемен айырыу өсөн. Мәҫәлән: Маһи, Билалдың ҡасан киткәнен ишеткәс, илай-илай буҫығып бөттө. (А. Таһиров.);

– баш һөйләм уртаһында килгән эйәрсән һөйләмде айырыу өсөн. Мәҫәлән: Сверин, поезд ҡуҙғалып китеү менән, шәмде һүндерҙе. (А. Таһиров.)