Центр информационных технологий и лингвистики
Пунктуация

Парлы һыҙыҡ


Парлы һыҙыҡ һөйләм уртаһында түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

– һөйләм уртаһында инеш һөйләм килгәндә. Мәҫәлән: Бөтә командирҙар — улар ете кеше ине — штабҡа йыйылғас, Захаров уларҙың докладтарын тыңланы. (Б. Хәсән.)

– автор һүҙҙәре тура телмәрҙең уртаһында килгәндә. Мәҫәлән: "Ул һинең улың ғына түгел, иптәш Кинйәғолов,— тине Бәшәрғол,— ул “Серле ҡая” отрядының атаманы”. (Ш. Насыров.)