Центр информационных технологий и лингвистики
Пунктуация

Өтөр менән һыҙыҡ


Өтөр менән һыҙыҡ һөйләм уртаһында түбәндәге осраҡта ҡулланыла:

— тура телмәр менән автор телмәре араһында. Мәҫәлән: “Бик күп һөйләй башланың, туҡтап тор булмаһа, Бәҙәр”,— тине Сәйфуллин. (С. Агиш.)

Иштуған ирекһеҙҙән һоҡланып: «Ҡайһылай күркәм кеше беҙҙең Хаммат ағай», — тип уйлап ҡуйҙы. (3. Биишева.) Әсәйем: «Хәҙисә апайығыҙ кеше ҡайғыһын да, шатлығын да күп күтәрҙе, уртаҡлашты, шуға ап-аҡ уның сәсе», — ти. (К. Кинйәбулатова.)