Центр информационных технологий и лингвистики
Пунктуация

Өндәү билдәһе һөйләм эсендә


Өндәү билдәһе һөйләм эсендә түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

– һөйләм башында көслө, тәрән хис-тойғо, интонация менән әйтелгән ымлыҡтар булғанда. Мәҫәлән: И-их! Бар ине шәп саҡтар. (Ш. Насыров.);

– һөйләм башында көслө тойғо, интонация менән әйтелгән өндәш һүҙҙәр йәки бүтән һүҙҙәр булғанда. Мәҫәлән: Сережа! Кремль! Бөтөнләй ысын Кремль! (С. Бабаевский.)