Центр информационных технологий и лингвистики
Пунктуация

Өндәү билдәһе һөйләм аҙағында


Өндәү билдәһе һөйләм аҙағында түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

көслө интонация менән уҡылыусы бойороҡ һөйләм менән өндәү һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән: Уянығыҙ, башҡорттар, ҡуҙғалығыҙ! Тоғро юлға, мәғрифәткә күҙ һалығыҙ! Залимдарҙан, хәрифтәрҙән тапатмаҫҡа Хаҡлыҡ тыуын күтәрегәҙ, ҡулға алығыҙ! (Д. Юлтый.);

– ғорурланыуҙы, ғәжәпләнеүҙе, һоҡланыуҙы, нәфрәтләнеүҙе, хайран ҡалыуҙы, көслө тойғо, тәрән кисереүҙе аңлатҡан һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән: Минең халҡым кеүек, кемдең тағы Иң ҙур һәйкәл өсөн хаҡы бар! (Ғ. Сәләм.);

сәйәси лозунгылар менән патриотик саҡырыуҙарҙа. Мәҫәлән: Йәшәһен тыныслыҡ! Ҡатын-ҡыҙҙарға дан!

һорау-раҫлау мәғәнәле риторик өндәү һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән: Дошманды еңеү өсөн көнө-төнө тир түккән, армияны фронт кәрәк-яраҡтары менән тәьмин иткән кешеләрҙе иҫтән сығарырға яраймы ни! (“Ағиҙел”.)