Центр информационных технологий и лингвистики
Пунктуация

Нөктә


Нөктә түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

хәбәр һөйләмдәрҙән аҙаҡ. Мәҫәлән: Носрай ҡарттың ике улы һуғыштан әйләнеп ҡайта алмағайны. (Н. Мусин.);

тыныс, түбән тауыш менән уҡылыусы бойороҡ, өндәү һөйләмдәр аҙағында. Мәҫәлән: Шартлатығыҙ тауҙарҙың ташлыларын, Аҡтарығыҙ хазина асылдарын, Һәм табығыҙ күмер ятҡылыҡтарын, Күтәрегеҙ тәрән девон алтындарын. (С. Кудаш.);

– бер составлы атама һөйләм аҙағында. Мәҫәлән: Башҡортостан данын быуаттарҙан быуаттарға яңғыратыусы бөйөк Салауат, хикмәтле һүҙ оҫтаһы Аҡмулла, азатлыҡты данлаусы Ғафури, сая шоңҡарыбыҙ Сәләм, йәмле Ағиҙел буйҙарының үлемһеҙ йырсыһы Рәшит Ниғмәти, әҙәбиәтебеҙҙең ғорур ҡарлуғасы Баязит Бикбай. (“Ағиҙел”.)