Центр информационных технологий и лингвистики
Пунктуация

Күп нөктә һөйләм эсендә


3 Күп нөктә һөйләм эсендә

Күп нөктә һөйләм эсендә түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

– тәбиғәт менән кешелек йәмғиәтендәге төрлө күренеш, хәл-ваҡиғаларҙың ҡапыл, көтмәгәндә үҙгәреүен, алмашыныуын, төрлө сәбәптәр арҡаһында кешеләрҙең уй-фекерҙәренең өҙөлөүен, уларҙың эске кисерештәрен тасуирлаған осорҙа. Мәҫәлән: Лампа һүнде... һәм таң яҡтырҙы... (Р. Ниғмәти.);

– берәй текстан өҙөктәр алған ваҡытта төшөрөп ҡалдырылған һүҙҙәр урынында. Мәҫәлән: “...Рәсми власть башындағы бер төркөм кеше Таһир Таип улының абруйын ни тиклем генә ҡара болот шәүләһе менән ҡапларға... тырышмаһын, халыҡ үҙ батырын һәр саҡ ихтирам итте, хөрмәтләне,... үҙенең һуңғы һулышына тиклем халыҡ улы... булып ҡалды...” (“Ағиҙел”.)