Центр информационных технологий и лингвистики
Пунктуация

Күп нөктә һөйләм аҙағында


Күп нөктә һөйләм аҙағында түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

– тәбиғәт менән кешелек йәмғиәтендәге төрлө күренеш, хәл-ваҡиғаларҙың ҡапыл, көтмәгәндә үҙгәреүен, алмашыныуын, төрлө сәбәптәр арҡаһында кешеләрҙең уй-фекерҙәренең өҙөлөүен, уларҙың эске кисерештәрен тасуирлаған осорҙа. Мәҫәлән: Хәҙер һыу ғына алып ҡайтайым әле... Бына бында тыныс икән... Абау, шулар ҙа йырлаған булалар бит әле... (М. Ғафури.);

– берәй ергә китергә йыйынған кешегә әйтергә теләгән һүҙҙәрен ашығып һөйләгән икенсе кешенең телмәрендә. Мәҫәлән: Эсеп, аҙып-туҙып йөрөмә, аҡсаңды самалап ҡына тотон... Тоҙ сумаҙандың уң яҡ ҡырыйында, иң өҫтә булыр... Йомортҡаны сәйнүккә тултырҙым... (Д. Исламов.);

– билдәле бер кеше, коллектив, йәмғиәт тормошона бәйләнешле мөһимерәк хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлаусы атама һөйләмдәр араһында. Мәҫәлән: Фронтҡа барыу... Һуғыш... Краков аҫтында рус һалдаттарының ҡыуылыуҙары, офицерҙарҙың ҡасыуҙары.. Күсәревтең еңел генә яраланыуы... Лазарет... Тағы ла запасной батальон... (А. Таһиров.);

– берәй текстан өҙөктәр алған ваҡытта төшөрөп ҡалдырылған һүҙҙәр урынында. Мәҫәлән: ... Мин яҙмышымды бер яҡтан ғилемгә, икенсе яҡтан милләтемдең хоҡуҡтарын яңынан үҙ ҡулына тапшырыу өсөн көрәшкә бағышлағанмын... (Әхмәтзәки Вәлиди Туған.)