Центр информационных технологий и лингвистики
Пунктуация

Ике нөктә


Ике нөктә һөйләм эсендә түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

автор һүҙҙәре менән тура телмәр араһында: Мин егеткә былай тинем: «Бөгөн һин үҙ ҡыҙыңды яҡламаның, ә иртәгә Тыуған илде һаҡлай алырһыңмы?» (Ә. Бикчәнтәев.);

тиң киҫәктәр алдынан дөйөмләштереүсе һүҙ булғанда. Мәҫәлән: Урамдағы бөтә нәмәләр: тәҙрәләр, стеналар, хатта кешеләрҙең кейемдәре лә күҙҙе сағылдыра. (С. Ағиш.);

– теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә алдағы һөйләмдең мәғәнәһен асыҡлаусы һөйләм йәки һөйләмдәр булғанда. Мәҫәлән: Рәсүл кисәге кеүек үк бик ыҫпай ине: хром итектәре ялт итеп тора, гимнастеркаһы бына тигән итеп үтекләнгән, сәсе матур итеп таралған. («Пионер».);

– эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә:

1) әгәр эйә һөйләм баш һөйләмдән аҙаҡ бирелһә. Мәҫәлән: Шуныһы асыҡ: ҡаяны ярып, ҡояшҡа ҡаршы атылып сыҡҡан тау йылғаһы диңгеҙгә етмәйенсә туҡталмай. (З. Биишева.);

2) әгәр эйәрсән хәбәр һөйләм баш һөйләмдән һуң бирелһә. Мәҫәлән: Кеше рухының бөйөклөгө шунда: ул үҙ ғүмеренең бер өлөшөн яҡын йәки алыҫ киләсәктә күрә белә. (М. Кәрим.);

3) әгәр аныҡлаусы һөйләм баш һөйләмдәге шундай һүҙен асыҡлаһа. Мәҫәлән: Фәхриҙең тағы шундай сәйер яғы бар: ҡайһы саҡтарҙа ул төн уртаһында тороп, ишек алдына сыға ла һауаға ҡарап һунар мылтығынан ата. (Б. Бикбай.);

4) әгәр тултырыусы һөйләм баш һөйләмдәге шуға, шуны һүҙҙәрен асыҡлаһа. Мәҫәлән: Тағы ла шуны аңланы Ҡараһаҡал: бер төйәктә тыуып, бер үк һыуҙы эсеп үҫеүселәр, ниндәй телдә һөйләшеүенә һәм ҡайһы аллаға табыныуына ҡарамаҫтан, бер-береһенә ныҡ бәйләнгән. (Б. Рафиҡов.);

5) әгәр ҙә сәбәп һөйләмде баш һөйләмгә тоташтырыусы сөнки теркәүесе бирелмәһә. Мәҫәлән: Мин үҙем атманым: йәш хайуан ҡыҙғаныс тойолдо. (М. Ғафури.);

6) әгәр ҙә рәүеш һөйләм баш һөйләмдәге былай, шулай һүҙҙәрен асыҡлаһа. Мәҫәлән: Мин шулай уйлайым, иптәштәр: кеше эштә станок янында ла, колхоз, совхоз баҫыуҙарында ла, өйҙә ҡатыны менән балалары эргәһендә лә кеше булып ҡалырға тейеш. (И. Абдуллин.)