Центр информационных технологий и лингвистики
Пунктуация

Һыҙыҡ һөйләмдең уртаһында


2 Һыҙыҡ һөйләмдең башында

Һыҙыҡ һөйләмдең башында түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

диалогтарҙа йәки полилогтарҙа. Мәҫәлән:

— Мин — ошо урман хужаһы!

— О-һо!.. Яуабың да әкиәт ҡыҙыныҡы төҫлөрәк.

— Ун бишенсе марттан һуң һуйырҙарҙы атыу тыйылғанын беләһегеҙме?

— Кем тыйған уны, һылыуҡай? (Н. Мусин.)

– автор һүҙенән һуң тура телмәр яңы юлдан башланһа. Мәҫәлән:

Емештең күңелендә лә был билдәһеҙ сәйер ағайға ҡарата рәхмәт һәм хөрмәт тойғоһо ҡабынды. Ул да, ҡоҙағыйына эйәреп:

— Үҙе лә иҫән-һау ҡайтып етһен,— тип ҡуйҙы. (З. Биишева.)