Центр информационных технологий и лингвистики
Пунктуация

Һорау билдәһе һөйләм эсендә


Һорау билдәһе һөйләм эсендә түбәндәге осраҡтарҙа ҡуйыла:

– һөйләм эсендәге тура телмәр һорау һөйләме рәүешендә бирелһә. Мәҫәлән: “Ҡыҙҙар бөтәһе лә матур була, был ямаҡ бисәләр ҡайҙан килеп сығалар һуң?” — тип аптыраған, ти, бер егет. (З.Биишева.);

– әгәр ҙә йәйәләр йәки һыҙыҡтар эсенә алынған инеш һөйләм һорау һөйләм рәүешендә бирелһә. Мәҫәлән: — Тимәк 1812 йылғы Ватан һуғышында утыҙ мең туғыҙ йөҙ етмеш ике башҡорт ҡатнашҡан? — Константин Симонов, ғәжәпкә ҡалып, төрөпкәһенә тәмәкеһен тултырҙы. (Я.Хамматов.)