Центр информационных технологий и лингвистики
Пунктуация

Һорау билдәһе һөйләм аҙағында


Һорау билдәһе һөйләм аҙағында түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

– яуап биреүҙе талап итеүсе һорау һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән: Дошмандарға ҡылыс күтәргәндә, ҡулың ҡалтырамаҫмы? Ил өсөн, халыҡ өсөн һин үлергә әҙерме? (Ф. Иҫәнғолов.);

– туранан-тура яуап алыуҙы талап итмәй торған риторик һорау һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән: Әсәңдең теле, үҙ халҡыңдың йырҙары, ата-бабаларыңдың аҡыл зиреклеге Пушкин менән Гете шиғырҙарын, Чайковский менән Бетховен музыкаһын, Рафаэль менән Репин картиналарын белергә һәм аңларға ҡамасаулыҡ итәме ни? (М. Кәрим.);

– кем, ни, нимә, ниндәй, ҡайһы, ҡасан, күпме, нисә, нисәмә, нисек, ҡалай һымаҡ һорау алмаштарын үҙ эстәренә алған һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән: Ҡасан ҡайтып күрер Карам Үргенең буйҙарын? Заһиҙаһы ауылға иҫән-һау ҡайтып етә алдымы? Ҡайтһа, кемдәрҙә йәшәй? (Н. Мусин.);

Бер һөйләмдә бер бер нисә һорау булһа, һорау билдәһе иң һуңғы һүҙҙән аҙаҡ ҡына ҡуйыла, ә һорау мәғәнәле бүтән һүҙҙәрҙән һуң өтөр ҡуйыла. Мәҫәлән: Кисә театрға барҙығыҙмы, спектакль оҡшанымы?