Центр информационных технологий и лингвистики

Aug. 16, 2017, 10:34 p.m.

Тарих тел һәм әҙәбиәт институтында диалектология мәсьәләләренә арналған тәбәк-ара конференция үтте.

28-29 ноябрҙә Рәсәй фәндәр академияһы Тарих тел һәм әҙәбиәт институтында “Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре” XII төбәк конферен­цияһы үтте.

Докладттар менән сығыш 28 ноябрҙә үтте, 29 ноябрҙә ғалимдар төркиәтсе-ғалим, филолология фәндәре докторы Ә. Ә. Юлдашевҡа Туймазы районы, Кәлшәле ауылында таҡта­таш асыуҙа ҡатнаштылар

Конференцияла өс секция (“Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре”, “Диалектология һәм ономастика. Диалектология һәм оҡшаш дисциплиналар”, Диалект шарттарында туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен уҡытыу”) һәм “Н.Х. Мәҡсүтова һәм Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сарала 37 доклад яңғыраны.

Пленар ултырышта түбәндәге ғалимдар сығыш яһаны:

1. Псәнчин Юлай Вәли улы (Өфө), М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалы, филол.ф.д., профессор

Н.Х. Мәҡсүтова – күренекле телсе-диалектолог һәм йәмәғәт эшмәкәре (80 йыллыҡ юбилейына ҡарата).

2. Дыбо Анна Владимировна (Мәскәү), РФА Тел ғилеме институтының урал-алтай телдәре бүлеге мөдире, филол.ф.д., РФА мөхбир ағзаһы.

Морфонологик анализ һәм эске реконструкция: башҡорт теле тарихына ҡарата.

3. Данилова Надежда Ивановна (Яҡутстан), РФА СБ Гуманитар тикшеренеүҙәр һәм аҙ һанлы Себер халыҡ­тары мәсьәләләре институты, филол.ф.д., профессор.

Яҡут теле диалектологияһы: барлыҡҡа килеү этаптары һәм үҫеш перспективалары

4. Зәкиев Мирфатих Зәки улы (Ҡазан), ТР ФА Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты, филол.ф.д., профессор, ТР Фәндәр академияһы академигы

Боронғо төрки топонимияһы ха ҡ ында.

5. Перехвальская Елена Всеволодовна (Санкт-Петер­бург), РФА Лингвистик тикшеренеүҙәр институты, филол.ф.д., профессор

Тел йәки диалект: мәсьәләнең хәҙерге торошо.

6. Алексеев Михаил Егорович, Муталов Расул Осма ­нович (Мәскәү), РФА Тел ғилеме институты, филол.ф.д.

Дарғын теленең диалектологик һүҙлеге: мәсьәләләр һәм проблемалар.

7. Бурнакова Клара Николаевна (Мәскәү), Мәскәү ҡала педагогия университеты, филол.ф.д., профессор

Көньяҡ Себер халыҡтары теле диалекттарының ритм һәм көй үҙенсәлектәре буйынса тикшеренеүҙәр: тәжрибә һәм перспективалар.

8. Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы (Өфө), Башҡорт дәүләт университеты, филол.ф.д., профессор

Урал-Волга буйы төрки телдәре диалекттарының идеографик һүҙлектәренең когнитив парадигматикаһы: мәсьәләнең ҡуйылышына ҡарата.

9. Яковлева Евгения Андреевна (Өфө), М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты, филол.ф.д., профессор.

Хәҙерге өфөлөнөң донъя тел картинаһын сағылдырыусы интернет-иғландар .

10. Хәжиев Ризуан Зәкирхан улы (Дыуан районы), филол.ф.к, яҙыусы, публицист.

Хәйерзамановтар ғаиләһе шәжәрәһе.

еще одно голосование