Центр информационных технологий и лингвистики

Aug. 16, 2017, 10:31 p.m.

Башҡорт дәүләт университетында тел һәм әҙәбиәт мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференция уҙғарылды

24 октябрҙә Башҡорт дәүләт университетында күренекле башҡорт ғалимы Ғаббас Дәүләтшиндың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференция уҙғарылды.

Ғалим-лингвист Ғәббәс Дәүләтшиндың башҡорт әҙәби тел ғилеменә арналған хеҙмәттәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ул телебеҙҙең диалекттарын билдәләгән, беренсе орфографик һүҙлекте төҙөгән, латин графикаһында сыҡҡан тәүге башҡорт әлифбаһының авторҙашы ла булған.

Конференция 5 секцияларҙа барҙы: 1) Күренекле телсе-ғалим Ғаббас Дәүләтшиндың фәнни һәм методик мираҫы һәм башҡорт тел ғилеменең көнүҙәк мәсьәләләре. 2) Башҡортостан Республикаһының мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йортонда туған телдәрҙе уҡытыу методикаһы мәсьәләләре. 3) Төрки һәм контрастив тел ғилеме мәсьәләләре. 4) Хәҙерге әҙәбиәт ғилеме һәм фольклористиканың көнүҙәк мәсьәләләре. 5) Тел берәмәктәренең лингвокогнитив һәм лингвокультурологик йәһәттән өйрәнеү мәсьәләләре.

Сарала барлығы 61 доклад яңғыраны. Пленар ултырышта – 6 сығыш, 1-се секцияла – 25, 2-се секцияла – 8, сө секцияла -9, 4-секцияла – 6, 5-секцияла – 7 сығыш.

еще одно голосование