Центр информационных технологий и лингвистики
Документы РБ

Ойошмаларҙың алтакталарын һәм фирма бланкыларын яҙыу тураһында ПОЛОЖЕНИЕ


Башҡортостан Республикаһында учреждение һәм ойошмаларҙың алтакталарын һәм фирма бланкыларын яҙыу тәртибе тураһында ПОЛОЖЕНИЕ

(Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарары менән раҫланды 27 август 2001 йыл № 209)

1. Был Положение “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" Башкортостан Республикаһы Законын, Башкортостан Республикаһы Президентының 2000 йылдың 10 апрелендәге 34-се “Башкортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" Башкортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу буйынса беренсе сираттағы саралар“ Күрһәтмәһен үтәү һәм “2000-2005 йылдарға Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса Дәүләт программаһын” ғәмәлләштереү маҡсатында эшләнде.

2. Положение Башҡортостан Республикаһында учреждение һәм ойошмаларының алтакталарын һәм фирма бланкыларын яҙыу тәртибен билдәләй.

3. Башҡортостан Республикаһы дәүләт учреждениеларының, предприятиеларының, берекмәләренең, хужалыҡтарының һәм уҡыу йорттарының улар ҡараған ведомстволарҙы һәм эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләгән тышҡы һәм эске алтакталары була.

4. Тышҡы алтакталарға текстар Башҡортостан Республикаһының ике дәүләт телендә (башҡортса һәм русса) яҙыла.

5. Башҡорт телендәге текстар һул яҡҡа йәки өҫкә, рус телендәгеһе уң якҡа йәки аҫҡа урынлаштырыла.

6. Алтакталарҙың үлсәме һәм фоны ике телдә лә бер төрлө булырға тейеш.

7. Алтакта текстарының хәрефтәре ике телдә лә ҙурлығы һәм төҫө буйынса бер төрлө булырға тейеш.

8. Алтакта юлдарына һүҙҙәрҙе урынлаштырыу эстетика ҡағиҙәләренә һәм нормаларына ярашлы булырға тейеш.

9. Хәрефтәр 10 метрҙан кәм булмаған алыҫлыҡтан уҡырлыҡ булырға тейеш.

10. һүҙҙәрҙе йәки хәрефтәрҙе юлдан юлға күсереү рөхсәт ителмәй.

11. Мәғәнә яғынан бәйле һүҙбәйләнештәрҙе бер юлда урынлаштырыу кәрәк.

12. Текста ҙур шрифт менән айырып күрһәтеү рөхсәт ителмәй (ғәмәлдә учреждениеның исеме айырып күрһәтелә).

13. Йыйыу тура шрифт менән башҡарыла; курсив йәки башҡа төр шрифт рөхсәт ителмәй.

14. Бина эсендә урынлашҡан цех, бүлек, сектор һәм учреждение составындағы башҡа бүлектәрҙең исемдәре ике дәүләт телендә яҙыла.

15. Башҡортостан Республикаһы учреждениелары, предприятиелары, берекмәләре, уҡыу йорттарының фирма бланкылары ике телдә яҙыла.

16. Фирма бланкаһында башҡортса текст һул яҡта, русса — уң яҡта урынлаштырыла.

17. Ике телдәге текстар ҙа хәрефтәр үлсәме һәм төҫө буйынса бер төрлө булырға тейеш.

18. Ҡыҫҡартылған исемдәр рөхсәт ителмәй, улар өҫтәлмә рәүештә йәйә эсендә күрһәтелергә мөмкин.

19. Башҡортостан Республикаһының сит ил вәкиллектәренең, халыҡ-ара эшмәкәрлек алып барған тышҡы иҡтисади учреждение һәм ойошмаларҙың алтаҡталарын һәм фирма бланкыларын яҙғанда дәүләт телдәренән башка сит тел файҙаланыу ҙа рөхсәт ителә