Центр информационных технологий и лингвистики
Документы РБ

Географик объекттарҙың, ойошмаларҙың атамаларын асыҡлау хаҡындағы ПОЛОЖЕНИЕ


Башкортостан Республикаһында халык йәшәгән урындарҙың, географик объекттарҙың, айырым предприятиеларҙың, ойошмаларҙың һәм учреждениеларҙың атамаларын асыҡлау тәртибе хаҡындағы ПОЛОЖЕНИЕ

(Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарары менән раҫланды 27 август 2001 йыл № 209)

1. Был Положение “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" Башкортостан Республикаһы Законын, Башҡортостан Республикаһы Президентының 2000 йылдың 10 апрелендәге 34-се “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” “Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу буйынса беренсе сираттағы саралар тураһында” Күрһәтмәһен үтәү һәм “2000-2005 йылдарға Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса Дәүләт программаһын” ғәмәлләштереү маҡсатында эшләнде.

2. Был Положение Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен Башҡортостан Республикаһында халыҡ йәшәгән урындарҙың, географик объекттарҙың, айырым предприятиеларҙың, ойошмаларҙың һәм учреждениеларҙың атамаларын асыҡлау һәм ҡулланыу тәртибен билдәләй.

3. Башҡортостан Республикаһында халыҡ йәшәгән урындар атамаларының яҙылышы Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрендә “Башҡортостан Республикаһында халыҡ йәшәгән урындар атамаларының русса-башҡортса белешмә һүҙлегенә” һәм "Башҡортостан Республикаһында административ-территориаль ҡоролошо буйынса белешмә”гә ярашлы башҡарыла.

4. Башкортостан Республикаһында географик объекттар атамаларының яҙылышы Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрендә “Русса-башҡортса Башкортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге”нә ярашлы башҡарыла.

5. Башҡортостан Республикаһында предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар атамалары яҙылышы Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрендә “Башҡортостан Республикаһы предприятие, ойошма һәм учреждение атамалары белешмәһе”нә ярашлы башҡарыла.

6. Был Положениеның 3-5 пункттарында күрһәтелгән баҫмалар:

Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарамағындағы

“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законын ғәмәлләштереү буйынса Комиссия тарафынан раҫлана;

кәрәк булыуына ҡарап, биш йылдан артыҡ булмаған арала яңыртылырға һәм яңынан баҫылырға тейеш.

7. Был Положениеның 3-5 пункттарында күрһәтелгән баҫмаларға инмәгән халыҡ йәшәгән урындар, географик объекттар, айырым предприятие, ойошма һәм учреждениеларҙың атамаларын Башкортостан Республикаһы дәүләт телдәрендә асыҡлау һәм файҙаланыу Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” “Башҡортостан Республикаһы Законын ғәмәлләштереү буйынса Комиссияның топонимик һәм терминологик хеҙмәттәре менән килешкәндән һуң башҡарыла.