Центр информационных технологий и лингвистики
Документы РБ

7-се статья. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереүҙең дәүләт программалары


1. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереүҙең дәүләт программаларын Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты эшләй һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы раҫлай. Программаларҙы билдәләнгән ваҡытта ғәмәлгә ашырыуҙы башҡарма власть органдары тәьмин итә.

2. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереүҙең айырым маҡсатлы республика программаларын финанслауға средстволар тейешле йылға дәүләт бюджет системаһы тураһында Башҡортостан Республикаһы законы менән республика бюджетында ҡарала