Центр информационных технологий и лингвистики
Документы РБ

6-сы статья. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм файҙаланыу өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының компетенцияһы


Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм файҙаланыу әлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары йөҙөндә Башҡортостан Республикаһы ҡарамағына түбәндәгеләр инә:

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында Башҡортостан Республикаһы закондары;

Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре булараҡ башҡорт һәм рус телдәренең тиң хоҡуҡлы файҙаланылыуын тәьмин итеү;

Башҡортостан Республикаһы территорияһында тығыҙ йәшәүсе халыҡтарҙың һәм этник төркөмдәрҙең телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн шарттар булдырыу;

Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәүсе башҡорт халҡының башҡорт телен өйрәнеүенә булышлыҡ итеү.