Центр информационных технологий и лингвистики
Документы РБ

5-се статья. Телдәрҙе белеү-белмәүенә ҡарамаҫтан Башҡортостан граждандарының хоҡуҡтарын гарантиялау


1. Дәүләт Башҡортостан Республикаһы граждандарының, теге йәки был телде белеүенә-белмәүенә ҡарамаҫтан, уларҙың гражданлыҡ, сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙы гарантиялай.

2. Телде белеү йәки белмәү Башҡортостан Республикаһы граждандарының тел өлкәһендәге хоҡуҡтарын сикләү өсөн нигеҙлек булып хеҙмәт итә алмай. Халыҡтарҙың һәм шәхестең тел өлкәһендәге хоҡуҡтарын боҙоу закондарға ярашлы яуаплылыҡ килтерә.